Радмир ТУЙСИН, йырсы Маймыл йылында тыуыуы менән бик тә ғорурлана, хатта үҙен концерттарҙа: “Мин макака из Баймака”, – тип тә таныштырып ебәрә икән. Әйткәндәй, ҡатыны ла Маймыл йылында тыуған. Шулай, кесе ҡыҙҙары Алтынай ике маймыл һүрәте төшөргән дә, аҫтына, атай менән әсәй, тип яҙып, һыуытҡыс ишегенә элеп ҡуйған, ти.Радмир, әгәр беҙҙең климат яраҡлы булһа, һис шикһеҙ, маймыл аҫрар ине, моғайын, сөнки уларҙы ныҡ ярата. 2004 йылда гастроль менән Сочиға барғанында күңеленә оҡшаған уйынсыҡ эҙләп, ярты көн эсендә бар ҡаланы гиҙеп сыҡҡан. Башынан һыйпаһаң, йырлай торған йомшаҡ маймыл алып ҡайтҡан, ул һаман да өй түрен биҙәп тора. Үҙ йылын йырсы ғаилә ағзалары менән ҡаршылай, әлеге ваҡытта төрлө байрам кисәһендә сығыш яһай.
– Барлыҡ дуҫтарыма, “Йәшлек” гәзитен уҡыусыларға Маймыл йылында күңел көрлөгө, төрлө көрсөккә баш эймәй, бирешмәй генә йәшәүҙәрен теләйем! Һәр йортта бәхетле балалар тауышы яңғыраһын! – тип Яңы йыл теләктәрен еткерҙе йырсы.
|