Новости » Слово автору | ||
Байлыҡҡа иҫе китмәhә лә, башҡортта хәйерселеккә ҡаршы үҙ ырымдары булған. Әйтәйек, өйҙә hыҙғырырға, кисен иҙән hеперергә, hыу, сүп түгергә ярамаған. Был күренештәр бөтәhе лә аҡсаhыҙлыҡҡа алып килә, тип ышанғандар. Бәләкәй муҡса төбөнә маяға аҡса, кәрәкле бетеү hалhаң, уйламаған ерҙән байлыҡ килеп керер, тигән инаныу ҙа йәшәгән. Һеперткене hеберә торған яғы менән өҫкә ҡаратып ҡуйhаң да, ул аҡса көҫәп тора икән. Быларҙы мин юҡҡа hанамайым. Сөнки халыҡ аҡсаны алла күрмәhә лә, уның мөhимлеген аңлаған. Уң яҡҡа, hул яҡҡа аҡса таратып йөрөүселәрҙән, үҙенә тейешле бурысын оҙаҡ йылдар hорамаусыларҙан, аҡсаhын махсус hауытта тотмаусыларҙан, янсыҡта йөрөтмәүселәрҙән дә аҡса «ҡаса» икән. Сөнки hәр нәмә ҡәҙер, хөрмәт яратҡан кеүек, уға ла тейешле баhа бирелергә тейештер, күрәhең. Аҡсаның ҡәҙерен белмәгән, юҡ-барға тотонған кешелә лә, ул оҙаҡ тормаҫ, имеш.Аҡса тураhында hөйләшкәндә тағы ла бер hүҙбәйләнешкә иғтибар итеп киткем килә. Харам ризыҡ. Элек башҡорттар ошо ике hүҙҙән шайтандан ҡурҡҡан кеүек ҡурҡҡан. Сөнки ялған юл менән табылған hәр нәмә ете быуыныңа тиклем балаларыңды бурыслы итеп интектерер, тип иҫәпләнгән. Был hүҙбәйләнеш йәнә лә халыҡтың рухи юғарылығы хаҡында hөйләй. Бөгөн, әлбиттә, уның мәғәнәhен генә түгел, әйтелешен дә онотоусылар бар. Хәҙер күптәр ҡайҙан, күпме, нимә урлай ала, шуны ҡарап ҡына йөрөй, күрәhең. Бармаҡтары үҙенә табан кәкере, тиҙәр ундайҙарҙы. Әммә ялған юл менән оҙон аҡса артынан ҡыуған саҡта, ҙур hынауҙар көткәне онотолалыр шул.Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә бер күренешкә иғтибар итәм. Ундағы геройҙар көтөлмәгән хәлдәргә тарый, уларҙың бер ҡатлы, ихлас, көслө булыуҙары аҙаҡ юғары баhалана – хазина табыла. «Ирәндек» әкиәтендә был бигерәк тә асыҡ күренә. Әкиәттәрҙә милли образ шулай уҡ баҙыҡ төҫтәрҙә сағылыш тапҡан. Тормошта ла милләттәштәрем мөғжизәгә, ғәҙеллеккә ышаныусан шул. Әйтәйек, hирәктәребеҙ (бәлки, бер аҙ күберәктәр) заман реформаларын тиҙ үҙләштереп алды. Н. Добротворский хаҡлы, башҡорттоң аяҡ аҫты тулы байлыҡ. Яҙыусы йәшәгән дәүерҙәге кеүек ишелеп ятмаhа ла, етерлек. Әммә әлеге лә баяғы улар менән күпселек осраҡта башҡалар ҡуллана.Аҡсаны үҙеңә йәлеп итеү өсөн әллә ниндәй ырымдар ҡулланыуҙан бигерәк, әлбиттә, тырышлыҡ, егәрлелек кәрәктер. Байлыҡ бит күктән яумай. Йәнә лә үҙең эшләп тапҡандың ҡәҙере лә башҡа. Грузин халыҡ әкиәтендәге малайҙы әсәhе өс тапҡыр аҡса биреп, ялҡаулыҡҡа, алдашырға өйрәтә, тип әйтергә мөмкин. Ә инде дүртенсе көндө үҙе бер hум аҡса эшләп ҡайтҡас, хәләл көс түгелгән табышын атаhы утҡа ташлауын, ул күтәрә алмай. Усаҡтың эсенә инеп китеп тиерлек аҡсаларын сүпләй. Үҙе тапҡан. Ҡәҙерлеме? Ҡәҙерле, әлбиттә!Ауыл ерендә эш юҡ, тип аптыраусылар бар. Был дөрөҫ түгел. Унда эш муйындан! Әлеге лә баяғы аҡылыңды, ҡулдарыңды ғына егергә кәрәк. Эшләhәң, эш ҡарышмай, күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, ти бит халыҡ. Кемдеңдер ялған юл менән аҡса табыуын күҙәтеп, ҡасан «дөмөгөү»ен көткәнсе, үҙеңә кәсеп табыу күпкә отошлораҡ. Кешене ғәйепләп хөкөм сығарыу еңел, әммә ҡылыҡтарҙың асылын, күңел донъяhы, уйҙар паҡлығын бер Алла ғына белә. Ул үҙе хөкөм сығарыр. Ә беҙгә, ябай кешеләргә, ниңә сереп байығандарға ҡарап, «ҡасан күрә инде бынау?», тип баш ватырға. Аҡсалары нисек кенә уйлаhаң да, юҡтан бар булмағандыр әле. Ә ниңә әле беҙгә шундай уңғанлыҡ күрhәтмәҫкә?! Беҙ бергәләшеп байый белмәйбеҙҙер, күрәhең. Брат браттың көтөү көткәненө рад, тиҙәр бит. Бер-беребеҙгә аҡса табырға ярҙам итмәү нимәгә алып килгәнен тойомларға, күҙәтергә ярайhы уҡ ваҡыт үткән. Бәлки, үҙ ер-hыуҙарыбыҙҙың файҙаhын үҙебеҙ күрергә, үҙебеҙ хужа булырға ваҡыт еткәндер.Дәүләкән районында Рублевка тигән ауыл бар. Имеш, офоҡҡа тиклем ерҙәр знакумға бер hумға hатылған. Бына hиңә – Рублевка! Ауылда әле лә ерҙәр аҙ түгел. Йәштәр берләшеп, йә булмаhа айырым-айырым төркөмдәргә бүленеп, шуларҙа теләhә нәмә үҫтереп, уңыш йыя ала түгелме? Хәйер, аҡса эшләйем, тиhәң, юлдары аҙмы ни?Аҡсаhыҙ кеше йәшәй алмай, шул уҡ ваҡытта кешене боҙоусы ла – ул. Бөгөнгө көндә хатта бөтә нәмә лә hатыла hәм hатып алына, тигән фекер йөрөй. Бары тик кәрәкле кешегә тейешле күләмдә аҡса ғына бирергә кәрәк. Был күренеш йәшәйештә юҡ, тип, әлбиттә, әйтеп булмай. Киреhенсә, аҙым hайын нәмәләр генә түгел, ә хатта намыҫ, ғәҙеллек, наҙ кеүек хис тойғолар, кешеләр, ғүмерҙәр hатыла, hатып алына. Ошо көндәрҙә Япония ғалимдары робот-инкассатор уйлап тапты. Ул аҡсаларҙы hаҡлау, иҫәпләү, тейешле күләмдә биреү, hөйләшеү менән бергә сер hаҡлай белә hәм берәүгә лә hатылмай. Фән белгестәре, кешегә ҡарағанда робот ышаныслы булыуы менән айырылып тора, тип иҫәпләй. Сөнки уға аҡса ла, байлыҡ та кәрәкмәй hәм йәнә лә ришүәткә ҡ аршы программа hалынған. Әгәр робот уңышлы hынауҙар үтhә, илдәге бөтә hаҡлыҡ банктарын да ул hаҡлаясаҡ hәм аҡса эштәре лә уға йөкмәтеләсәк. Аҡсаға ҡағылышлы мәсьәләлә бәндә үҙе лә үҙенең ышаныслы булмауын аңлай. Был – Японияла. Беҙгә әле аҡсаны hаҡлауға тиклем, уны табып эшкә егеү юлын уйларға кәрәк. Сөнки бөгөнгө көндә күптәребеҙ аҡса табыу өсөн эшләй, ә бит, бер уйлаhаң, аҡса үҙе эшләргә лә мөмкин. Беҙгә, беҙҙең өсөн. Мәҡәләне «Аҡса ырымы» тип атаным. Сөнки кешеләрҙе әллә ниндәй юлдарға этәреүсе аҡса менән бәндәләр үҙҙәре генә, түгел ә юғарынан да идара ителәлер, тип уйлайым. Ниәтләп маяға аҡса hалып ҡуяйыҡ та, ең hыҙғанып эшкә тотонғанда, балаларыбыҙ, уларҙың балалары – ете быуыныбыҙ хәләл көс түгеп табылған икмәк ашап үҫеүен теләйек! Лариса АБДУЛЛИНА.
Предыдущая страница | Страница 2 из 2 |
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[11 марта 2011] | Просмотров: Опубликовал: admika | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}