|
Новости » Политика |
Республикабыҙҙа Рәсәй киноһы йылының рәсми логотибы раҫланды. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова етәкселегендәге жюри ағзалары бер тауыштан рәссам, «Рампа. Башҡортостан мәҙәниәте» журналының баш мөхәррире Игорь Тонконогийҙың эшен иң яҡшыһы тип билдәләне. Логотип текст һәм график өлөштәрҙән тора. Уның төп элементы – кинотаҫма. Эмблемаға башҡорт һәм рус телдәрендә «Рәсәй киноһы йылы» тип яҙылған. Республика флагы төҫөндәге өс дүртмөйөш экран һәм кинотаҫманы кәүҙәләндерә. Уртала ҡурай сәскәһе төшөрөлгән, ул логотипҡа милли колорит өҫтәй.Тик икенсе төрлө һорау тыуа.. Ни өсөн һуң әҙәбиәт йылы, мәҙәниәт йылы тип исем бирәбеҙ, рәссамға аҡса түләйбеҙ? Күҙ буяу өсөн генә түгелме?!Иҫләп ҡарайыҡ әле — «Мәҙәниәт йылы» булды, ауылдарҙағы клубтарҙы ябып, алған аппаратураларҙы өләшеп бөттөләр! Йәштәр хәҙер ҡалмай ауылдарҙа — эш юҡ, мәктәптәр ябылып бөттө, клубтар ябылды — перспектива юҡ! Башҡорт халҡынын «носители языка» тип фәнни рәүештә аталған ауылдар юҡҡа сығарыла башланы. Кем ауылда йәшәгән — күҙ алдығыҙға килтерҙегеҙме — егеттәр, ҡыҙҙар кистәрен ҡайҙа барырға тейештәр ҙә нисек танышырға тейештәр?! Элекке кеүек колхоздар, комсомол юҡ хәҙер…Әҙәбиәт йылы булды, эстафета тип тегендә-бында йөрөгән булдылар ҙа бөттө шуның менән. Тик хатта иң элементар булған Яҙыусылар ойошмаһының бюджетын шул тиклем ҡыҫҡарттылар, хатта хәҙер улар мероприятиеләр үткәрмәү түгел, 2-3 ай эш хаҡы ала алмай ултыралар…
Шулай булғас ни өсөн һуң шундай йыл иғлан итәбеҙ?!
|
|
| Напечатать | Комментарии (0) |
|
[22 января 2016] | Просмотров: 715 Опубликовал: admin |
Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}