Skip to content

Баш портал

Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

Primary Menu
  • Главная
  • Новости
  • Важное
  • Новости литературы
  • Политика
  • Новости культуры
  • Новости истории
  • Новости от автора
  • Тексты
  • Без рубрики

Халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың йыр һәм милли тел яҙмышы хаҡында борсолғаны » Главные сайты Башкортостана

bash-portal.ru 29.05.2010 1 min read

120-8358369 ban_mag-9227213 mini_1087-2091526 yeshlek_120-8544930

[b]Привет всем! Уважаемые посетители! Ждем от вас новостей!
Халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың йыр һәм милли тел яҙмышы хаҡында борсолғаны Новости » Слово автору
Ә.М. Сөләймәнов
(Өфө, М. Аҡмулла ис.БДПУ)
Халыҡ ижады дөйөм әҙәбиәтебеҙҙең дә, айырым әҙиптәребеҙҙең дә ижад шишмәһенең башы. Был — аксиома. Әммә һәр әҙиптең фольклор менән мөнәсәбәте төрлөсә. Замана әҙиптәренең күптәре халыҡ ижадын бары “ярҙамсы хужалыҡ”, — икенсе, өсөнсө сортлы күренеш тип белә, халыҡ араһында йөрөп, уның күңеленең һис тә “тутыҡмаҫ вә күгәрмәҫ саф вә раушан көҙгөһө” (4, 174) нән өлгөләр табыу түгел, баҫылып сыҡҡан том-том халыҡ ижады өлгөләренән төҙөлгән йыйынтыҡтарға күҙ һалмай. Ҡайһы бер тикшеренеүселәребеҙҙең, башҡорт әҙәбиәте көнсығыш, татар, рус һәм көнбайыш әҙәбиәтәренән һут алып, шуларҙың традицияларын дауам итеүсе әҙәбиәт, тип раҫлауға өҫтөнлөк биреүе лә, образлыраҡ итеп әйткәндә, башҡорт әҙәбиәте дотацион әҙәбиәт, тегеләр иһә уға ҡарата мәңгелек донор вазифаһын атҡара, тип белеүҙәре лә, сүп өҫтөнә сүмәлә, тигән кеүек, шундай мөнәсәбәттең үрсеүенә булышты. Уның ҡарауы, өлкән быуын әҙиптәребеҙҙең ижады иң әүәл фольклорҙан һут алған. Шуға ла улар уның яҙмышы хаҡында уйланған. Ана шул һуңғы әйткәндәрҙең береһе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури булған. М.Ғафури айырыуса халҡыбыҙҙың классик йырҙарын, көйҙәрен ныҡ яратҡан. Үҙенең мәҡәләләрендә уларға ҡайта-ҡайта ҡағылыуы, әҫәрҙәренә халыҡ йырҙарын индереүе, улар хаҡында һоҡланып яҙыуы — барыһы ла шул турала һөйләй ҙә инде. “Аңлы вә алға киткән милләттәрҙә йырсы вә уйынсылар иң беренсе шөһрәтле урынды тоталар. Алдынғы милләттәр уларға үҙҙәренең ҙур кешеләре итеп ҡарайҙар,” (3, 30) — тип яҙған ул 1910 йылда. Шул уҡ ваҡытта нота танығаны өсөн генә, үҙен йырсы тип музыка ҡоралдары сығарған ауаздарға ҡушылып, бауылдарға яратыусыны, унан-бынан көй өҙөктәре сәлдереп, “яңы көй” сығарырға әүәҫләнгән бөгөнгө ҡайһы берәүҙе күҙ уңында тотҡандай, “йыр тигәс тә, күңелебеҙгә аҡырып-баҡырып, әүәленең ахырына мөнәсәбәте булмаған (йәғни башы менән аҙағы бер-береһенә йәбешеп бөтмәгән. — Ә.С.) йөмләләрҙе төҙөү” ҙе (3, 30 — 31) хушһынмауын да белдереп үткән. Ә инде ысын мәғәнәһендә йырсы тип нарыҡланыуға лайыҡ булғандарҙың йырҙарына айырыуса уларҙың башҡорт халҡының оҙон көйлө йырҙарын башҡарыуҙарына шағирҙың мөнәсәбәте бөтөнләй ҙә икенсе булған. “Бер йәһәттән, күңел асыу һәм ял итеү, матур күл буйын күреү, икенсе яҡтан, Асылыкүл тирәһендәге күптән бирле үҙҙәренең башҡортлоҡтарын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап килгән башҡорттарҙы күреү, иҫке, моңло дәртле милли көйҙәрен ишетеү” (2, 162) теләге менән 1909 йыл дың йәйендә М. Ғафури Асылыкүлдә була. ине. Бында уны Мең ҡәүеменең боронғо ғөрөф-ғәҙәт, йәшәү рәүеше, йәғни шул йыр-моңдо тыуҙырған заманды хәтерләтерлек этнографик мөхиттә, тәбиғи шарттарҙа үҙҙәренең башҡортлоҡтарын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыусыларҙың үҙҙәрен тыңлау мөмкинлеге ҡыҙыҡһынырған. Шағир уларҙы һоҡланып тыңлай. “Заятүләк менән Һыуһылыу” иртәгенең үҙе 1910 йылд үҙе нәшер иткән версияһына яҙған инеш мәҡәләһендә был турала М. Ғафури бына ни тип яҙған: “Мин, сысҡан көтөп ултырған бесәй кеүек, ҡурай уйнаған һәм йырлаған, башҡорттарҙың ауыҙҙарына ҡарап, башҡа нәмәләрҙе тамам онотоп, ҡурайға ҡушылған моңло тауышты ысын күңелем менән тыңлай инем. Башҡорттарым “Ҡара юрға”, “Өйҙөрәк”, “Таштуғай”, “Ашҡаҙар”, “Тәфтиләү”, “Һаҡмар”, “Көрән юрға”, “Кантондар” тигән көйҙәрҙе берәм-берәм һыҙҙыралар ине” (2, 163). Шағир яҙып ҡалдырған был мәғлүмәт шуныһы менән дә әһәмиәтле: уның заманында, йәғни XX быуат баштарында, Асылыкүл төбәгендә хәҙер ҙә мәғлүм, халыҡ йырҙары менән бер рәттән әлегә беҙҙең фольклорсыларға юлыҡмаған “Көрән юрға”, “Кантондар” ише йырҙар ҙа таралған булған икән. Шуныһы ла мөһим, беҙҙең заман фольклорсылары һымаҡ, йыр тыңлайым тип, өйҙән-өйгә лә йөрөмәй Ғафури. Киреһенсә, Ҡанлы, Сапай ише ауылдарҙан ҡурайсыларҙы, йырсыларҙы бер урынға йыйып ала. Аңлашыла торғандыр, күмәк һөнәрмән бергә булғанда, сәм, үҙ-ара ярыш мөмкинлеге тыуа. Бындай саҡта бер-береһен, йөпләргә лә, кәрәк ерен төҙәткеләргә лә, береһе һөйләгәнде йә йырлағанды икенселәренә ни менәндер тулыландырырға ла була. Ошондай форсатты оҫта файҙаланыуы, Асылыкүлгә килгәнгә тиклем дә, фольклор йыйыу менән Ғафуриҙың шөғөлләнеүе ихтимал тигән фекер тыуҙыра. Асылылкүл тирәһенән үҙе саҡырып алған йырсыларҙы күҙ уңында тотоп, Мәжит Ғафуриҙың “Улар хәл йыйған ваҡытта (тимәк, күп уйнап, күп йырлаған уның ҡурайсы менән йырсылары. — Ә.С.) көйҙәрҙең исемдәрен, ни сәбәпле сығарылғанлыҡтарын һөйләтә инем” тигән һүҙҙәре лә бөгөн халыҡ ижады өлгөләрен йыйыу эшенә башлап тотоноусылар өсөн үрнәк кеүек тә, методик кәңәш кеүек тә аңлашыла.

Мәҡәләлә борон эпос нисек башҡарылған, шуны күҙ алдына килтерерлек күҙәтеүҙәр ҙә теркәлгән. “Бер ваҡыт “Заятүләк көйө”н уйнап, йырлай башланылар”, — ти шағир (2, 163). Тимәк, элек “Заятүләк менән Һыуһылыу” иртәген ҡурай моңо оҙатылышында йырлап башҡарыр булғандар. Был фекер “Заятүләк”тең үҙ аллы йыр булып йәшәүе лә ихтимал, тип фаразларға ла нигеҙ бирә. “Ҡара юрға”, “Аҡһаҡ ҡола”, “Ҡуңыр буға” кеүек иртәктәрҙең теҙмә телмәр рәүешендәге өлөштәре үҙаллы йыр булып та йөрөй бит. Ана шуның кеүек, тимәксемен.

Страница 1 из 2 | Следующая страница

 
| Напечатать | Комментарии (0)

 (голосов: 1)

[7 мая 2010] | Просмотров: 117 Автор: admin Оцени статью! Наведи на шкалу!

{sms}

{allpages}

Continue Reading

Previous: Любителями и знатоками музыки не рождаются, а становятся » Главные сайты Башкортостана
Next: «МЕГА» быйыл асыла » Главные сайты Башкортостана

Рубрики

  • Без рубрики (1 996)
  • Блог (1)
    • Шоу (1)
      • 10 (1)
  • Важное (23)
  • Государство (1)
  • Интересное (2)
  • История (2)
  • Контакты (1)
  • Литература (22)
    • Песни (20)
  • Музыка (3)
  • Недвижимость (4)
  • Новости (1 247)
    • Криминал (44)
    • Литература (296)
      • Новости литературы (212)
      • Новости от автора (83)
    • Новости истории (84)
    • Новости культуры (104)
    • Новости президент (10)
    • Новостная лента (14)
    • Общие (2)
    • Политика (125)
  • Сайты (2)
  • Свидание (1)

lf


Архивы

  • Октябрь 2024
  • Сентябрь 2024
  • Июнь 2023
  • Апрель 2023
  • Март 2023
  • Февраль 2023
  • Январь 2023
  • Март 2020
  • Февраль 2020
  • Январь 2020
  • Декабрь 2019
  • Ноябрь 2019
  • Октябрь 2019
  • Сентябрь 2019
  • Август 2019
  • Июль 2019
  • Июнь 2019
  • Май 2019
  • Апрель 2019
  • Март 2019
  • Февраль 2019
  • Январь 2019
  • Декабрь 2018
  • Ноябрь 2018
  • Октябрь 2018
  • Сентябрь 2018
  • Август 2018
  • Июнь 2018
  • Май 2018
  • Апрель 2018
  • Март 2018
  • Февраль 2018
  • Январь 2018
  • Декабрь 2017
  • Ноябрь 2017
  • Октябрь 2017
  • Сентябрь 2017
  • Август 2017
  • Июль 2017
  • Июнь 2017
  • Май 2017
  • Апрель 2017
  • Март 2017
  • Февраль 2017
  • Декабрь 2016
  • Ноябрь 2016
  • Октябрь 2016
  • Апрель 2016
  • Март 2016
  • Февраль 2016
  • Январь 2016
  • Февраль 2015
  • Январь 2015
  • Сентябрь 2014
  • Июль 2014
  • Апрель 2014
  • Февраль 2014
  • Январь 2014
  • Декабрь 2013
  • Ноябрь 2013
  • Октябрь 2013
  • Сентябрь 2013
  • Август 2013
  • Июль 2013
  • Июнь 2013
  • Май 2013
  • Апрель 2013
  • Март 2013
  • Февраль 2013
  • Январь 2013
  • Декабрь 2012
  • Октябрь 2012
  • Сентябрь 2012
  • Август 2012
  • Июль 2012
  • Июнь 2012
  • Май 2012
  • Апрель 2012
  • Март 2012
  • Февраль 2012
  • Январь 2012
  • Октябрь 2011
  • Август 2011
  • Июнь 2011
  • Май 2011
  • Апрель 2011
  • Март 2011
  • Февраль 2011
  • Январь 2011
  • Декабрь 2010
  • Ноябрь 2010
  • Октябрь 2010
  • Сентябрь 2010
  • Август 2010
  • Июль 2010
  • Июнь 2010
  • Май 2010
  • Апрель 2010
  • Март 2010
  • Февраль 2010
  • Декабрь 2009
  • Сентябрь 2009
  • Август 2009
  • Июль 2009
Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан | 2025