Көньяҡ Урал үҫешенең яңы тармаҡтары |
Новости | |
БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Көньяҡ Уралға эш сәфәре барышында райондарҙың социаль-иҡтисади хәле, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы объекттары төҙөлөшө һәм яҙғы сәсеүгә әҙерлек эштәре барышы менән танышты. Раил Сәлих улы тәүҙә Темәс ауылында туҡталды. Бында ул урындағы кирбес заводының эшмәкәрлеге һәм Башҡортостандың Милли музейының Темәс филиалында реконструкция эштәренең барышы менән ҡыҙыҡһынды, Темәс психоневрология интернатының төҙөлә башлаған яңы бинаһын ҡараны. Темәс кирбес заводының уңышлы эшләүе күптәргә өлгө булып тора. Премьер-министр Күлтабан ауылында мегаферма төҙөлөшөн һәр саҡ күҙәтеү аҫтында тота. Әлегә бында тәүге сиратты төҙөү буйынса эштәрҙең 97 проценты башҡарылған, йәйгелеккә ул юғары тоҡомло 630 баш һыйырҙы ҡабул итергә әҙер буласаҡ. Ә инде икенсе сираты төҙөлгәс, уларҙың һаны 1280 башҡа етәсәк. Баймаҡ районы буйлап эш сәфәренең һуңында Раил Сәлих улы Ҡуянтау ауылында тәжрибә-сәнәғәт хужалығы эше һәм Баймаҡ ҡалаһын төҙөкләндереү менән танышты. Сибай ҡалаһы ла Премьер-министрҙың маршрутына ингәйне. Бында былтыр декабрҙә нигеҙ һалынған боҙ һарайында төҙөлөш эштәренең ниндәй кимәлгә етеүе, Урал аръяғы йылылыҡ-энергостанцияһын киңәйтеү буйынса башҡарылған эштәр һәм Сибай ҡалаһында торлаҡ төҙөлөшө мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынды.Хәйбулла районында Премьер-министр сәнәғәт, хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формалары һәм яҙғы сәсеү эштәренә әҙерлек мәсьәләләрен иғтибарға алды.
Эш сәфәре һуңында Раил Сәлих улы Бүребай тау-байыҡтырыу комплексының инженерҙары менән осрашты.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[30 марта 2010] | Просмотров: Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}