Иң бороңғо карталарҙың береһе |
История, Слово автору | |
Мәхмүд Ҡашғариҙың “Диуану лүғәт әт-түрк” (1074 йылда яҙылып бөткән) әҫәренең ҡулъяҙма күсермәһенә теркәлгән боронғо географик карта.Уны, ғәҙәттә, төркиҙәрҙең иң боронғо географик картаһы, тип атап йөрөтәләр, ләкин уның һис кенә лә “иң боронғо” түгеллегендәлилләүсе бабалар ҡомартҡылары – ҡая таштарға һыҙылған донъя атластары ла бар. Башҡорт ерҙәре һәм сал-боронғо мәркәзебеҙ Өфө ҡалаһы ла (№32) күрһәтелгән был ҡиммәтле ҡомартҡылағы бер килке объекттарҙы мин ғәрәп цифрҙары менән нумерлап-аңлатып сыҡтым, бына шуларҙың исемлеге:1. Иҙел.2. Жәйхун — Яйыҡ.3. Рәмил — Ирәмәл (Урал тауҙары).4. Рәмил — Ирәмәл (Урал тауҙары).5. Бесермән – хәҙерге Саратов.6. Көбстан – Бүрестан (хәҙерге Башҡортостан). Боронғо телебеҙҙә көб – бүре, ә көбәк – ҡулға эйәләштерелгән ата бүре (эт); ә көбәсәк – ҡулға эйәләштерелгән әсә (инә) бүре (эт). Карталағы Көбстан – бер бөтөн тәшкил итеүсе, үҙҙәрен әсә бүре һәм ата бүре тоҡомдары (үҫәргән-төркиҙәр) итеп һанаусы туғандаш ике ырыуҙың (фратрияның) дәүләте.Мифология буйынса, был фратрия тармаҡтарының исем-аталышы ошолай хасил:
1. Көб-әс-әр-әк (бүре-әсә-ир-аға) – Көб-әсәрәк (сәрәк, сиреү); шунан килә боронғо сығанаҡтарҙағы әс (ас), сәр (царь), сир, сер (сэр), серк этнонимдары. Һәм шулай уҡ, “әсәрәк”кә -ән сығанаҡ килеш ялғауы теркәлеп, — әсәрәк+ән= Үҫәргән. Шулай уҡ “әсәрәк”те ҡыҫҡартып әйтеп, әрәк (арий) тип тә йөрөткәндәр һәм “әрәк”тән “ирек” – ирекле кешеләр (арийҙар) төшөнсәһе формалашҡан. Был тармаҡтың ораны “Асаба” (әсә-апа) булған.2. Көб-әт-әр-әк (бүре-ата-ир-аға) – Көб-әтәрәк (төрөк); шулай уҡ был кешеләр ҙә әрәк – ирекле арийҙар булған. Орандары “Атаҡа” (ата-аға).Ошо икәүҙән бер бөтөн тәшкил итеүсе бөйөк ҡәбиләнең исем-аталыштарын бергә теркәп, төрк-сир-бөтөн тип төркөмләп йөрөткәндәр; дөйөм орандары ла ике оранды бергә теркәүҙән хасил: Атаҡа+Асаба= Таҡасаба – Туҡсаба (хәҙерге үҫәргәндәрҙең бер килкеһе, хәҙер инде айырымланған ырыуҙарҙың, Ҡыпсаҡ менән Үҫәргәндең, бер үк оран йөрөтөүенән сәйерһенеп, буғай, тарихи хаҡиҡәтте боҙоп, “ораныбыҙ – Муйтән” тип маташалар.Бөйөк Төрки ҡағанат дәүләттәре ошо “түрк-сир-будун”дар тарафынан төҙөлгән, — Өргөн – Инәсәй (Орхон – Енисей) таш ядкәрҙәрендәге ырын-яҙыуҙар тап шулар хаҡында һөйләй.7. Тараз.8. Шәһәр.9. Нәзлә — һыуыҡ ер.10. Жанбаҡ.11. Бишбалыҡ.12. Мәсин — Ҡытай.13. Жабға — Япония.14. Фаику урман йаҡур Алманиһә — өҫтөн (башлыса) урман яғыр Алмания.15. Ҡашмир.16. Жәбил Ҡыбчаҡ – ҡурҡаҡ ҡыпсаҡ.17. Мискин Ҡыфчаҡ — меҫкен (ярҙамсыһыҙ, бисара, ярлы) ҡыпсаҡ.18. Мискин Ҡыфчаҡ – шундай уҡ.Картанан күренеүенсә, ул замандың ҡыпсаҡ төркөмдәре Дон һәм Днепр аралығындағы далала йәшәгән. Күңелгә яғышһыҙ “ҡурҡаҡ ҡыпсаҡ”, “меҫкен ҡыпсаҡ” ҡушаматтары иһә “ҡыпсаҡ” этнонимының килеп сығышына бәйле. Ағас көпсәгенә бәйле халыҡ этимологияһын ситтә ҡалдырып, ғалимдарға – тарихҡа мөрәжәғәт ҡылайыҡ.Көнбайыш Төрки ҡағанатта хакимлыҡ иткән баяғы Көб-әсә тармағы сирҙарҙың (үҫәргәндәрҙең) бер төркөмө 646 йылда басмыл – ҡарлыҡ – уйғыр берләшмәһе тарафынан вәхшиҙәрсә бик ҡаты ҡыйратылып, ифрат ҡурҡаҡланып та меҫкенләнеп ҡалған ҡалдыҡтары Көбстандың (хәҙерге Башҡортостандың) көнсығыш сигенә — Ҡыртыш (Иртыш) йылғаһы буйына ҡаса һәм, дошщмандарға ҡаршы ҡулына ҡорал тотоп һуғышырҙай ғәййәр ирҙәр булыуҙан тамам төңөлөп, этнонимдарындағы ғорур әр (ир, арий) элементынан ваз кисеп (баш тартып), “ир”һеҙ ябай “көбәсәк” – инә эт хәленә ҡалырға мәжбүр була; ә ирлегеңдән (арийлығыңдан) баш тартыу ул заманала ҡурҡаҡлыҡтың, меҫкенлектең эталоны һаналғанлыҡтан, сирҙарҙың шул төркөмдәренә “”көпсәк”лек (ҡыпсаҡлыҡ) йәбештерелә. Бына, ҡаҙаҡ тарихсыһы Рөстәм Абдуманаповтың яҙыуынса, С.Г. Кляшторныйҙың фекере: “кыпчак – прозвище-оберег с уничижительным значением “злочастный, неудачный, злополучный”. Это значение слова возникло, по мнению ученого, как подмена этнонима “сир” в ритуальной практике после падения сирского каганата в 646 году”. Тармар ҡылынған бик күп “әс-ир”ҙәрҙе Мысыр ғәрәптәренә ҡоллоҡҡа (мәмлүклеккә) һаталар, шул “әс-ир”ҙән әсир – пленный төшөнсәһе барлыҡҡа килә.19. Руси сәхабә — урыҫ-йомарт.20. Бәжәнәк.21. Дербенд Хазаран.22. Мжал-Басҡун – көслө баҫҡынсылар.23. Хуаризм.24. Табаристан арғи.25. Алдым ҡала.26. Саҡалба – саҡ-албан (хәҙерге Алания – Осетия).27. Ҡариаҡу Татар – татар ауылы (йорто).28. Ҡариаҡу Башҡорт – башҡорт-бәжәнәктәр (печенегтар) ауылы (йорто).29. Барсмәнд – барс-эйә — Берсилия иле.30. Аж — Ижау, Ижевск.31. Ҡоббә — көмбәҙле бина, Ағиҙелгә Ҡариҙел ҡойған саталыҡта – Ағиҙелдең уң ярында (Нуриман районының Аҡбирҙе аулынан 2,5 км көньяҡ-көнсығыштараҡ) урынлашҡан боронғо Ҡыҙ-ҡала; хәҙер уның емеректәре Ҡыҙ-ҡала-тау тип атала (Археологическая карта Башкирии, М., 1976, 140-сы бит, №1184).32. Иуфә — Өфө, Ҡариҙелдең һәм Ағиҙелдең уң ярындағы сатала – хәҙерге Өфө урынында.33. Ҡушан.34. Варнак — Варяг. Йыһат Солтанов.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[7 ноября 2008] | Просмотров: 396 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Иң бороңғо карталарҙың береһе HTML ссылка на публикацию
[url=http://www.bash-portal.ru/news/newshistory/53-i1187-boro11871171o-kartalar1177y1187-bere1211e.html]Иң бороңғо карталарҙың береһе[/url] BB ссылка на публикацию
http://www.bash-portal.ru/news/newshistory/53-i1187-boro11871171o-kartalar1177y1187-bere1211e.html Прямой адрес публикации
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}