Башкирский краевед с д.Аминева обьявил конкурс | Новости » Культура |
Әмин (Мөхәммәтәмин) Ҡолмырҙа улы, халыҡ хәтерендә Әмин батыр, Тимерсе Әмин исемдәре менән билдәле шәхес. Сураш батырҙын бер туған ҡустыһы, 1755-1756 йылғы ихтилалды башлаусыларҙын береһе. Тимер эшкәртеү серҙәрен белеп, ҡылыс-хәнйәрҙәр, һөңғө-уҡ баштары эшләгән. Яуыз Брагинды командаһы-ние менән дөмөктөрөргә аҡһакалдар фәтиха биргәс, Талҡаҫта балыҡ аулағанда ярҙан алыҫ булыуын иҫәпҡә алып, көслөрәк ян-уҡ кәрәк тигән уртаҡ фекергә килә батырҙар. Сураш батыр яҡын-тирә лә уҡты иң мәргән һәм алыҫҡа атыусы булһа ла, һөжүмден ышаныслы-уңышлы булыуы мөһим була. Бындай ҡорал эшләүҙе Әмингә тапшыралар. Эшләй Әмин был ҡоралды йәшертен генә. Арбалетҡа оҡшаған был ҡорал хәҙерге ваҡытта С. Петербург ҡалаһынын бер музейендә һаҡлана икән. Уҡтары ла кәмә таҡтаһын ярып тишерҙәй була.Белеүебеҙсә, Брагин экспедицияһы беҙҙең яҡтарға төҙөлөш өсөн аҫыл таштар эҙләп килә. Хәҙерге Әмин ауылы эргәһендәге Ташҡаҙған тауынын аҡ кварц таштарын һарайҙар төҙөүгә ҡулайлы күреп, урындағы халыҡты яллап, таш сығарта башлай. Башҡорттарға тимерлек тоторға тыйылған батша указына бойһонмаган Әмин һаҡҡа алына. Оҫталығын күреп, Брагин шарт ҡуйа. Йә, таштарҙы шаҡмаҡлап сабырҙай балталар эшләйһен, йә һөргөнгә китәһең. Эшләргә мәжбүр була, Әмин.Балтанын үтҡерлеген сабып ҡүрһәтҡән аҡ таш 1960 йылдар тирәһенә тиҡлем ауылыбыҙҙа һаҡлана. Фотола, ауылға ингән тыҡрыҡта ятҡан ташты музейға алырға килгәстәр, Буранбаев Барый Мирхәйҙәр улы (Темәс музейен юллап ойоштороусы) төшөрөп ала. Ауылдаштар, һулдан- уңға: Үтәмишев Салауат Фәтих улы (1933й.), Алтынбаев Рәхимйән Хәким улы (1930й.), Үтәмишев Моҙафар Һиҙиәт улы (1907й). Әлеге ваҡытта Салауат бабай ғына иҫән. Сабылған таштын артында ятҡан ҡара таш урынында әле.Хөрмәтле форумсылар! Ошо таш Өфөнен ҡайһы музейендә һаҡланғанын асыҡларға ярҙам итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Күреүселәр бар, аңыҡлап ҡайһыһында икәнен әйтә алмайҙар. Бәлки күреүселәр барҙыр. P.S. Һөйөнсөгә минән бер баш кипҡән ҡорот, йә, бер ус талҡан.
http://www.bashforum.net/index.php/topic/12074-әмин-брагин-ташы/page__pid__148348__st__00&#entry148348 |
|
| Напечатать | Комментарии (0) | +2 |
[10 мая 2012] | Просмотров: 504 Автор: admin | Оцени статью! |
Башкирский краевед с д.Аминева обьявил конкурс HTML ссылка на публикацию
[url=http://www.bash-portal.ru/news/newskultura/3963-bashkirskiy-kraeved-s-damineva-obyavil-konkurs.html]Башкирский краевед с д.Аминева обьявил конкурс[/url] BB ссылка на публикацию
http://www.bash-portal.ru/news/newskultura/3963-bashkirskiy-kraeved-s-damineva-obyavil-konkurs.html Прямой адрес публикации
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
«Йэшлек» гэзите сайтынан янылыктар: |
21 быуат сайтынан янылыктар: |
{allpages}