Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . Происшествия Стихи Музыка Литература Недвижимость Знакомства Башфорум
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное

    
Поиск
 
    
Популярные новости:
    
Заработок для сайтов
    
Партнеры

Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив)
    
Календарь

Июль 2019 (5)
Январь 2019 (2)
Ноябрь 2018 (20)
Апрель 2018 (8)
Март 2018 (13)
Февраль 2018 (2)
    
Полезное

|
    
Реклама
M



Яман аяҡ түрҙе бысрата

Новости » Политика
Яман аяҡ түрҙе бысратаГәзитебеҙҙең үткән һандарының береһендә милләт-ара ыҙғыш тыуҙырыусы, башҡорт халҡын мыҫҡыллаусы интернет-сайттар хаҡында яҙып сыҡҡайныҡ инде. Был бигерәк тә, исемен алмаштырһа ла, шул уҡ асылда ҡалыусы «Уфагубъ» (хәҙер «Новости Уфимской губернии» тип атала) сайтына ҡағыла. Уны экстремистик тип табып, эшмәкәрлеген туҡтатыуын талап итһәләр ҙә, ямғырҙан һуң сыҡҡан ағыулы бәшмәк шикелле «һә» тигәнсе ҡалҡып сыҡты һәм ағыуын тағы ла нығыраҡ сәсә башланы. Ни эшләмәк кәрәк, нәфрәткә – нәфрәт, мыҫҡылға – мыҫҡыл. Беҙҙең яуап шундай.

«Губернасы»ларҙың үҙен-үҙе тотторғаны

«Беҙ – ирекле, беҙҙе күп халыҡ уҡый, яҙмаларҙы көтөп ала», – тип яр һалһалар ҙа, «Уфагубъ»тар ҙа үҙҙәренең кемдеңдер ҡоло икәнен күрһәтте. Үҙ аллы бер аҙым да атлай алмай был имгәк. Һуңғы көндәрҙәге материалдарына ғына күҙ һалайыҡ: Федераль именлек хеҙмәткәрҙәре БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Артур Иҙелбаевтың фатирында тентеү үткәргәндә тартып алған видеояҙмаларҙың береһе сайтҡа ҡуйылды. Ундағы кадрҙар (А. Иҙелбаевтың улы Ирхан телефонына егеттәрҙең һорауы буйынса төшөргән була) «Башҡорт» хәрби-патриотик лагерында ҡатнашыусыларҙың «йәшел берет»ҡа имтихан биргәнен һүрәтләй. Яҙманы ҡараһаң, майҙан уртаһында алышҡан егеттәрҙең бер-береһенә бер ниндәй ҙә нәфрәте күренмәй. Шулай уҡ лагерға көслөк менән килтерелмәгәне сағыла. Ә «губернасы»лар яҙыуынса, йәнәһе, БЙИ сафына йәш егет­тәрҙе шулай ҡанға батырып туҡмап алалар. Етмәһә, ике иптәшенә ҡаршы бер үҙе алышҡан егеттең Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе урынбаҫары, һәр сарала ла иң әүҙем ҡатна­шыусыларҙың береһе – Флорид Багаев икәнен таныуы ҡыйын да түгел. Шуныһы ҡыҙыҡ: видеояҙманы ФИХ хеҙмәткәрҙәре «Уфагубъ»тыҡыларға ҡайһылай тиҙ еткергән. Был уларҙың бер төптән эшләүенә ишара түгелме ни? Палагин ҡолдарының фантазиялары кәмей башланы, буғай – нимә уйлап сығарырға бел­мәйҙәр.

Шәхестәребеҙгә тағы ҡара яғалар...

Сайт һуңғы мәғлүмәттәрендә Әхмәтзәки Вәлиди исеменә тағы ла бысраҡ һипмәксе була. Имеш, Вәлиди граждандар һуғышы йылдарында 15 урыҫ офицерын атып үлтергән. Һуң, һуғышта күпме башҡорт һәләк булды? Уларҙы кем атҡан? Бөтә донъяға билдәле ғалим, шәрҡиәтсе исеменә һаман «фашист кәңәшсеһе» тип яла яғалар. Әйткәндәй, был «губернасы»лар шул тиклем наҙан, тарихты ғына түгел, бөгөнгөнө лә белмәйҙәр. Ҡурҡаҡ йомран шикелле өңдәренә инеп сумғандар ҙа Палагин кеүектәрҙең «ҡаты-ҡото»һон кимереп, үҙ төкөрөктәренә йыуынып йәшәй бирәләр. Уларса, йәнәһе лә, башҡорттарҙан бер генә лә ғалим, иҡтисадсы, талантлы артист, ғөмүмән, билдәле кеше юҡ. Ошоларҙы яҙып ултырған әҙәмде уҡымышлы тип әйтеп буламы?
«Уфагубъ» сайтында улты­рыусылар сәйәсәттә лә, иҡтисадта ла һәм башҡа әһәмиәтле тармаҡтарҙа ла шул тиклем һай йөҙә. Аналитик мәҡәләләр – улар өсөн буй етмәҫлек маҡсат. Шунлыҡтан, ахыры, республикала үткәрелеп килгән мәҙәни сараларҙы хурлап, ағыу сәсә башланылар. Шундайҙарҙың береһе – «Һылыуҡай» гүзәллек конкурсы. Хатта элекке эшҡыуар, хәҙер инде башҡорт халҡы тарихы буйынса «белгес» булып киткән Н. Швецов БР прокуроры Хуртинға ғариза ла яҙған, имеш. Уныһын, билдәле, сайтҡа ҡуйҙылар. Тик йәл: ошоға тиклем «һылыуҡай»ҙар тарафынан үҙҙәренән көлөүселәргә ҡарата әсе һәм тос бер ниндәй ҙә яуап юҡ...

Палагин әфәнденең Марий Илендәге «батырлыҡ»тары

Федераль именлек хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы начальнигы Виктор Палагин йөрөгән ерендә экстремизм эҙләй икән. Беҙҙең республикаға килгәнсе ул Марий Илендә ошо уҡ хеҙмәтте етәкләгән. Быға ҡағылышлы Палагиндың «көрәштәш»е – «Уфагубъ» сайтының «йөҙөк ҡашы» Николай Швецов бына нимә яҙа: «...Виктор Палагин Марий Илендә милләтселекте ҡоротто, Башҡортостанда ла был күренеште юҡ итәсәк». Палагиндың Йошкар-Олалағы эшмәкәрлеге, ысынлап та, Швецов яҙғансараҡ булған шул. Мәғлүмәттәр буйынса, ул тәүҙә «News12» исемле сайт (беҙҙәге «губернасы»ларҙыҡы кеүек инде) төҙөгән, мари халҡынан көлгән. Ә инде халыҡ берләшеп сайтҡа ҡаршы сыҡҡан икән, милләттәштәрҙе талаштырған, балалар баҡсаларын яптырған, бөтә көсөнә халыҡты икегә айырырға тырышҡан. Башҡортостанда ла Палагин әфәнде ошо сценарий буйынса эшләй. Уның һәм уның кеүектәрҙең маҡсаты бер – беҙҙә бола ҡуптарыу. Был иһә халыҡҡа, илгә һәләкәт килтерәсәк. Илдә башҡорттар ғына йәшәмәй. Палагиндар, «губернасы»лар, әпкәләйҙәр, ҡолойҙар үҙҙәренә, ғаиләләренә генә зыян килтерә. Уларға, үҙ балағыҙҙы ашаусы Кронос (боронғо грек мифологияһындағы илаһ. Үҙенән өҫтөнлөк алмаһындар өсөн тыуған балаларын йотоп торған) булмағыҙ, тип әйтке килә.
Һәр төрлө шашыныуҙар эҙһеҙ үтмәйәсәк. Юғары көстәр барыһын да баланста тота. Кем артыҡ ҡотора, үҙ ағыуына үҙе сәсәйәсәк. Амин! Тағы шуныһы: күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигән мәҡәлде иҫтә тотайыҡ әле». Был юҫыҡта милләттәштәргә дәррәү һәм берҙәм бу­лырға, йоҡонан уянырға кәрәк.
Әгәр бөгөн бер милләттәшебеҙҙе ҡотҡосолар баҫымынан яҡлай алмаһаҡ, иртәгә улар тотош милләтебеҙгә йәбешәсәк. 1937 йылдың әсе һабаҡтарын онотмайыҡ, йәмәғәт!

Нургөл БУРАНБАЕВА.

Әйткәндәй. «Губернасы»лар сайтындағы бер генә комментарийҙы ҡарап үтеү менән аңралыҡтың ни тиклем көслө булыуын күрәһең. Мәҫәлән, түбәндәгене уҡыйыҡ әле (үҙгәртелмәйенсә бирелә):
«Уникальный номер комментария: 46187
Весь мировой кризис случился из-за Башкир! Это они подвели всю Россию вложив наши денежки в американские банки так как у них там полно банкиров их национальности! Они имели за это огромные откаты!
Это они неизвестно куда двинули весь золотой запас русского золота и алмазов, добытого на размежованных чукотских землях!»
Ошоно аҡыллы фекерләй белгән кеше яҙған, тип әйтеп буламы? Беҙҙең үҙен ысын башҡорт тип һанаған бер башҡорт булһа ла миллиондарын сит ил банкыһына һалһа, бик ҡыуаныслы хәл булыр ине. Етмәһә, Америка банкыларында беҙҙекеләр ултыра, ти. Шәп хыял, әлбиттә. Тик донъя финанс көрсөгөн башҡорттар түгел, бына «губерна»ныҡылар кеүек уйлай белмәгән һәм уйларға яратмаған әҙәмдәр барлыҡҡа килтергәндер, бәлки...

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[25 февраля 2010] | Просмотров: 124 Опубликовал: admin Оцени статью!

Другие новости по теме:
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • Йәй
  • Сәйҙәш балҡышы
  • Яҙғынлыҡ - аҙғынлыҡ
  • 2072 йылдың яҙында яуасаҡ ҡояшлы ямғырғ ...
  • Кәк-күк
  • «Ысҡынған» мәлдә. Рәдиф ТИМЕРШИН

  • Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

    Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

    {announce}
    {inform_bashtar}
    Новости
      Шаман из Якутии «идущий изгонять Путина» устроил массовый митинг в Чите 
      Почему молодежь Башкортостана уезжает из республики? 
      Наконец-то: Во Всемирном курултае башкир сменится руководство 

    башкирская культура

      Ответ Белому шуту 
      Почему татарские актеры отказались сниматься в сериале «Зулейха» с Чулпан Хаматовой 
      В Башкортостане не забывают корни, даже если это идет вразрез политики нынешнего президента 

    история башкир

      Род древних башкир был сопоставим по размеру с хазарами. 
      ҠАНИФА ЮЛЫ 
      История не терпит лжи: открытое письмо башкирских историков 

    башкирская литература

      Яңы йыл байрамы 
      Әнисә Таһирова – ул башҡорт шиғриәте юғарылығы 
      Беренсе кластар өсөн байрам сценарийы 
      Яңы йыл 
      Яңы йыл тураһында шиғырҙар 
      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      «ДЕКАБРИСТЫ» И «ОЛИМПИЙЦЫ» 
      Һаумы Яңы йыл! 
      Башкирский Дед Мороз 
      Яңы йыл менән, дуҫтар! 
      Ап-аҡ ҡарға баҫа Яңы йылым 

    Башкирская политика

      Смерть национальной журналистики Башкирии. Почему никого не нужно спасать? 
      "Мы никогда не были экстремистами": активисты "Башкорта" ответили Радию Хабирову 
      Фарс, диктатура и политическая незрелость команды Хабирова: итоги V Всемирного курултая башкир 

    башкирская кухня

      Кыҙыл эремсек 
      Как использовать микроволновку? 
      Как приготовить плов из баранины 

    Слово автору

      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      Салауат ӘБҮЗӘР: БЕҘ! 
      Подвиг штрафников-танкистов. Грузия 1992 г. 
    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на www.bash-portal.ru обязательна. Данная информация предназначена для лиц старше 18 лет.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .