Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . Происшествия Стихи Музыка Литература Недвижимость Знакомства Башфорум
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное

    
Поиск
 
    
Популярные новости:
    
Заработок для сайтов
    
Партнеры

Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив)
    
Календарь

Июль 2019 (5)
Январь 2019 (2)
Ноябрь 2018 (20)
Апрель 2018 (8)
Март 2018 (13)
Февраль 2018 (2)
    
Полезное

|
    
Реклама
M



Палагин, төйөнсөгөңдө төйнә!(Палагин! Собирай шмотки!)

Новости » Политика
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡорт йәштәре иттифағы, РФ Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы начальнигы Виктор Палагиндың отставкаһын талап итеп, 18 – 19 февралдә пикетҡа сыҡты .

Пикет талабы бер: Палагин, кит!

Палагин, төйөнсөгөңдө төйнә!(Палагин! Собирай шмотки!)Ә пикетты ойоштороусыларға килгәндә, йәштәр түбәндәге лозунгылар тотҡайны: «Беҙ ФСБ-ға түгел, ә Палагинға ҡаршыбыҙ!», «Палагин, һин именлек хеҙмәте «мискәһе»ндә бер ҡалаҡ дегет!», «Палагин, Рәсәй – демократик ил, 1937 йылды кире ҡайтарырға юл ҡуймаясаҡбыҙ!» һ.б. Башҡорт йәштәре иттифағына теләктәшлек күрһәтеп, республика райондарынан, күрше Ырымбур өлкәһенән вәкилдәр килгәйне. Был пикетҡа сығыр өсөн йәштәргә байтаҡ ҡына кәртәне үтергә тура килде. Ошонда ҡатнашырға йыйыныусы студенттарға хатта уҡыу йортонан ҡыуыу менән дә янанылар. Ғәҙел булмаған мөнәсәбәткә, тентеү, эҙәрлекләүгә үҙ ҡарашын белдерергә патриот йәштәр, шулай уҡ өлкәндәр ҙә килде барыбер. Ҡатнашыусылар һаны уведомлениела күрһәтелгәндән (уның буйынса ҡатнашыусы һаны 50 кеше) артып киткәнгә БЙИ рәйесе Фәүзил Маликовҡа ҡарата протокол да тултыр­ҙылар. Һуң, пикетсыларҙы яҡларға теләгән кешеләрҙе кире ҡайтарып булмай ҙа инде. Үҙ белдеге менән Палагинға ҡаршы фекерен белдерергә килгәндәргә «афарин!» тиергә генә ҡала.
Башҡорт милли йәштәр ойошмалары ағзалары төркөмө символик рәүештә ҡулдарын сынйырлап, ауыҙҙарын яулыҡ менән ҡаплап торҙо. Нин­дәй­ҙер шау-шыу көтөүселәр быға хатта аптыраны, ҡайһы бер формалылар уйлауынса, йәнәһе, танымаһындар өсөн биттәрен ҡаплағандар. Юҡ! Башҡорт йәштәре бер кемдән дә йәшенмәй! Ҡул сынйырлау Палагиндың мөһим һәм әһәмиәтле ваҡиғаларға ҡарата тыйыуҙарын аңлат­һа (ҡулдарыбыҙ бығаулы, бер нәмәгә иркебеҙ юҡ), ауыҙҙы ҡаплау махсус хеҙмәттәрҙең йәмәғәт ойошмаларының өндәшмәүен, үҙ һүҙен әйтмәй, шымып ҡалыуын теләүен күрһәтә. Бында ла яңылышалар.

Маҡсатыбыҙға ирешеү өсөн аслыҡ иғлан итәсәкбеҙ!

Ҡаршылағы бинанан пикетты күҙәтеүселәр булды, әлбиттә. Тик тәҙрә ҡорғандары артынан. Үрҙә әйтелгән агрессив кәйеф менән килгән ханым да ҡайҙалыр юҡ булды. Моғайын, ниәте барып сыҡмағас, шым ғына тайыу яғын ҡарағандыр. Йәштәр йәмәғәт ойошмалары үҙҙәрен законһыҙ эҙәрлекләүселәргә ҡаршы акцияларын дауам итәсәк. Мартта меңәрләгән кеше туплаған митингылар, артабан аслыҡ иғлан итеү көтөлә. Пикет тураһында мәғлүмәттәр бирҙертмәҫ өсөн матбуғат баҫмаларына ла янауҙар булды. Әммә беҙ, журналистар, бигерәк тә «Йәшлек» гәзите хеҙмәткәрҙәре, быға тиклемге имен, татыу Башҡортостан яҡлы.
Кемгә баҫым яһайҙар, РФ һәм БР Президенттарына, Конституция хоҡуғына гарант булараҡ, мөрәжәғәт итегеҙ.
Быға тиклем йәмәғәт ойошмалары көс структуралары менән уртаҡ тел таба алды. Палагин кеүек килмешәктәр генә һыуҙы болғатмаҡсы була.
Һынауҙар заманы етте, туғандар. Ваҡиғалар барышын беҙҙең гәзиттән, Башҡорт йәштәре иттифағы сайтынан (www.sbmrb.com) даими белеп барасаҡһығыҙ. Әлбиттә, «Өфө губернаһы яңылыҡтары» ағыулы сайты ла (www.ufagubnews.ru) үҙ фараздарын яҙасаҡ. Ышанырһығыҙ, ысын башҡорт булмаһағыҙ.

Фекерҙәр

Флорид БАГАЕВ, Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе урынбаҫары:
– Лозунгыларҙа күренеүенсә, беҙ тотош именлек хеҙмәтенә түгел, ә уның етәксеһенә ҡаршы. Сөнки ул килгәнсе, йыл ярым элек Башҡортостанда экстремизм булманы, был турала ишеткән дә юҡ ине. Беҙ үҙебеҙҙең сараларҙа сәләмәт тормошто пропагандалап, дискуссия клубтарында ла ошондайыраҡ әңгәмәләр ҡорһаҡ, хәҙер экстремистик ойошма түгеллегебеҙҙе раҫлауға ҡоролған маҡсаттан сығып эш итәбеҙ. Палагин «Уфагубъ» сайтына булышлыҡ итә, бер төптән эшләйҙәр. Беҙҙең ойошмаға ҡарата бик күп эҙәрлекләү, законһыҙ тентеүҙәр башланды. Иҫ киткес тупаҫ ҡыланалар, хатта тентеү барышында балаларҙың йомшаҡ уйынсыҡтарын тураҡлауға тиклем барып еттеләр. Беҙ бының менән риза булып тора алабыҙмы?! Был пикет һөҙөмтәһеҙ булһа, артабан да дауам итәсәкбеҙ, күпме кәрәк, шунса торасаҡбыҙ. Ул да ярҙам итмәһә, Палагин һаман урынында ҡалһа, аслыҡ иғлан итәсәкбеҙ.

Ф. КӘРИМОВ, Өфө ҡалаһы:
– Бөтә республика йәмәғәтселеге, район-ҡалалар вәкилдәре, үҙен илһөйәр тип һанаған һәм иртәгәһе көнөнә битараф булмаған һәр милләттәш, замандаш, фекер­ҙәш артабанғы акцияларҙа ла ҡатнашыр, тип өмөтләнәм. Бөгөн дә теләктәшлек күрһәтеп килдек. Күпме кәрәк, ҡасан һәм теләһә ҡайһы урында үҙ һүҙебеҙҙе, фекеребеҙҙе әйтергә тейешбеҙ.

Азат МЫРҘАШЕВ, студент:
– Төрлөсә ҡурҡытыуҙарға ҡарап торорға ярамай. Палагин кеүектәрҙең баш-баштаҡлығына сик ҡуйылырға тейеш бит. Күпме түҙергә мөмкин? Бөгөн мине тентеһәләр, иртәгә һәр беребеҙҙе, унан ниндәй аҙым яһарҙары ла билдәле. Хәҙер министрлыҡтарҙы ла тентей башланылар бит. Быларҙың башында мотлаҡ Баш­ҡортостанда ғауға ҡупһын тип теләгән кеше тора. Унан инде, йәнәһе, болғаныштарҙы баҫтырып, батырлыҡ күрһәтмәксе.

Смотреть оригинал на башкирском языке


Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[24 февраля 2010] | Просмотров: 111 Опубликовал: admin Оцени статью!

Другие новости по теме:
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • Йәй
  • Сәйҙәш балҡышы
  • Яҙғынлыҡ - аҙғынлыҡ
  • 2072 йылдың яҙында яуасаҡ ҡояшлы ямғырғ ...
  • Кәк-күк
  • «Ысҡынған» мәлдә. Рәдиф ТИМЕРШИН

  • Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

    Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

    {announce}
    {inform_bashtar}
    Новости
      Шаман из Якутии «идущий изгонять Путина» устроил массовый митинг в Чите 
      Почему молодежь Башкортостана уезжает из республики? 
      Наконец-то: Во Всемирном курултае башкир сменится руководство 

    башкирская культура

      Ответ Белому шуту 
      Почему татарские актеры отказались сниматься в сериале «Зулейха» с Чулпан Хаматовой 
      В Башкортостане не забывают корни, даже если это идет вразрез политики нынешнего президента 

    история башкир

      Род древних башкир был сопоставим по размеру с хазарами. 
      ҠАНИФА ЮЛЫ 
      История не терпит лжи: открытое письмо башкирских историков 

    башкирская литература

      Яңы йыл байрамы 
      Әнисә Таһирова – ул башҡорт шиғриәте юғарылығы 
      Беренсе кластар өсөн байрам сценарийы 
      Яңы йыл 
      Яңы йыл тураһында шиғырҙар 
      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      «ДЕКАБРИСТЫ» И «ОЛИМПИЙЦЫ» 
      Һаумы Яңы йыл! 
      Башкирский Дед Мороз 
      Яңы йыл менән, дуҫтар! 
      Ап-аҡ ҡарға баҫа Яңы йылым 

    Башкирская политика

      Смерть национальной журналистики Башкирии. Почему никого не нужно спасать? 
      "Мы никогда не были экстремистами": активисты "Башкорта" ответили Радию Хабирову 
      Фарс, диктатура и политическая незрелость команды Хабирова: итоги V Всемирного курултая башкир 

    башкирская кухня

      Кыҙыл эремсек 
      Как использовать микроволновку? 
      Как приготовить плов из баранины 

    Слово автору

      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      Салауат ӘБҮЗӘР: БЕҘ! 
      Подвиг штрафников-танкистов. Грузия 1992 г. 
    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на www.bash-portal.ru обязательна. Данная информация предназначена для лиц старше 18 лет.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .