Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . Происшествия Стихи Музыка Литература Недвижимость Знакомства Башфорум
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное

    
Поиск
 
    
Популярные новости:
    
Заработок для сайтов
    
Партнеры

Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив)
    
Календарь

Июль 2019 (5)
Январь 2019 (2)
Ноябрь 2018 (20)
Апрель 2018 (8)
Март 2018 (13)
Февраль 2018 (2)
    
Полезное

|
    
Реклама
M



СБМ: Башҡорт халҡына хат

Новости » Политика
Хөрмәтле милләттәштәр, туғандар, башҡорттар!

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзалары! Һеҙгә башҡорт йәштәре халҡыбыҙ, динебеҙ, тарихыбыҙ һәм телебеҙҙең киләсәге өсөн борсолоп, янып, йөрәктән әрнеп ошо хат аша өндәшә.

Ни өсөн тотош халыҡ яҙмышын милли үҙ аңы булмаған Мурзагулов, Хасановтар кеүек кешеләр хәл итергә тейеш?
Әлеге мәлдә милләтебеҙ, республикабыҙ бик ауыр ваҡыт кисерә. Күреп тораһығыҙ,белеп тораһығыҙ. Башҡорт телен генә алғанда ла – ул, дәүләт теле булараҡ бөтә даирәләрҙә лә инҡар ителә башланы. Хәҙер Башҡортостан исеме лә дәүләт мәғлүмәт агентлығы хәбәрҙәрендә, дәүләт телевиденияһы тапшырыунда, хатта президенттың шәхси блогында Башкирия тип мыҫҡыллап яҙыла. Ҡалаға кергәндә юл ҡүрһәткестәре лә хәҙер Башҡортостандың дәүләт телдәре тураһындағы законды боҙоп бер телдә генә яҙыла. Милләтәштәребеҙҙән “Быдло” тип көлгән маңҡорт етәксене - башҡорттарҙҙан тағы ла нығыраҡ көлһөн типме милли дәүләт телевиденияһының етәксеһе итеп ҡалдыралар.
“Рәсәй башҡорттары” программаһы буйынса ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙгә ярҙам күрһәтеү бөтөнләй туҡтатылды. Ошоға саҡлы республикаға фиҙаҡар хеҙмәт иткән башҡорт милләтенән булған етәкселәребеҙгә нахаҡта ғәйепләнеп, юҡ бар енәйәт эштәре асыла. Мәскәүҙән килгән, милли үҙенсәлекте аңламаған өс тауыҡ менән дә идара итмәгән кешеләр тарафынан, халҡыбыҙ өсөн бик күп эшләгән, Башҡортостандың элекке етаселеге, президенты мыҫҡыллауға дусар ителә! Милли проблемаларҙы күтәргән башҡорт етәкселәренә экстримист тигән мөһөр тағылып эштәренән ҡыуыла. Быға тиклем милләтебеҙҙән интернет аша мыҫҡыл итеп көлгән Габдрафиков, Бигнов ишле кешеләрҙең тоҙһоҙ яҙмалары башҡорт милли матбуғаттында баҫыла, уларға премиялар тапшырыла. Республика, милләт хаҡында бөтә Рәсәйгә хөсөт таратҡан кешеләр мәғлүмәт агентлыҡтарын етәкләй, пресс-секретарҙар булып тәғәйенләнә.

Ни өсөн беҙ экстремист булмаҫ өсөн үҙ телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, ғөреф ғәҙәттәребеҙҙе, динебеҙҙе онотоп, башҡорт телендә һөйләшмәй, тарихыбыҙҙы белмәй, һаҡламай, ислам динен тотмай йәшәргә тейешбеҙ? Ошо буламы инде яңы милләт-ара татыулыҡты яҡшырта торған яңы сәйәсәт??! Ни өсөн республикала яңы милләт-ара сәйәсәт башҡорт милли мәнфәғәттәрен боҙоу аша эшләнергә тейеш? Башҡорт милли кадрҙарын эҙәрлекләү, уларҙы эштән бушатыу, зинданға ябыу өсөн был йыл милләт –ара татыулыҡ йылы итеп аталдымы ни?
Бөгөн илдә иҡтисади, социаль хәлдәр ҡатмарлаша, көндән көн аҙыҡ-түлеккә, яғыулыҡҡа хаҡтар артҡандан-арта. Ошондай көсөргәнешле мәлдә ни өсөн тағы ла илдәге хәлде киҫкенләштереп, халыҡтың милли тойғоларында уйнарға?
Ни өсөн тотош халыҡтың тормошонда мөһим рол уйнаған ойошма яҙмышын милли үҙ аңы булмаған, республиканан ситта йәшәгән Мурзагулов кеүек чиновниктар хәл итергә тейеш?

Кисә генә БСТ-ының иллеләгән хеҙмәткәре эштән китеү тураһында ғариза яҙҙы. Ә бит улар беҙҙең иң егәрле милли кадрҙар ине. Һеҙҙең туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ, һәр береһенең йәш балалары, ауылдарҙа өлкән ата-әсәләре бар. Уларҙы бөгөн яҙмыш упҡынына башҡорт булғандары өсөн этәрҙеләр, туған телдәрендә тапшырыуҙар эшләргә теләгәндәре, беҙҙең милли зауығыбыҙҙы ҡәнәғәтләндергәндәре, беҙгә эфирҙан башҡортса һөйләгәндәре өсөн эштәренән ҡыуылдылар! Улар бит беҙҙең милли йәш интелегенциябыҙ. Улар бөгөн һеҙҙең битарафлыҡтың тәүге ҡорбандары!
Һуҡыр тауыҡҡа барһы ла бойҙай тип артабан да ултырһағыҙ, эшһеҙ туғандарығыҙ артасаҡ! Барыбыҙҙы ла бөртөкләп сүпләп бөтәсәктәр! Күпме була түҙерга!
Кисә генә бик күп башҡорт балаларына белем биргән яҙыусы ғалим Мирас Иҙелбаевтың улын, йылдар буйы илебеҙ өсөн, халҡым тип янып йәшәгән, һәр саҡ мәнфәғәттәребеҙҙе яҡлаған милли лидерыбыҙҙы, королтай башҡарма комитеты ағзаһы Артур Иҙелбаевты төрмәгә яптылар. Был һеҙҙең битарафлығыҙҙың икенсе ҡорбаны! Ни өсөн тиһегеҙме? Үткән ҡоролтай ултырышында һеҙҙең күҙегеҙҙе асырға тырышҡаны өсөн. Милләтең шундай тура һүҙле ҡыйыу улдары булмаһа- кем илебеҙҙе һаҡлар? Кем милләт, ата-бабаларыбыҙ алдында бурыстарын үтәр?

Ил ағалары, ил әсәләре һеҙгә өндәшәбеҙ!!! Һеҙ бит бөтәгеҙ ҙә беҙҙең хоҡуҡтар ҡыҫылғанды аңлайһығыҙ, шул хаҡта үҙ-ара фекер алышаһығыҙ. Һәр берегеҙ яҡындарығыҙ менан шул хаҡта һөйләшәһегеҙ. Аңлау, борсолоу менан ҡарайһығыҙ. Тик ни өсөн һуң һеҙ шул президент хакимиәтендә эшләгән, аҡса еҫенә аңдары томаланған малай-шалайҙарҙан ҡуян кеүек ҡалтырап үҙ фекерегеҙҙе әйтергә ҡурҡаһығыҙ? Ни өсөн һеҙ милләтебеҙҙең абруйлы шәхестәре йыуаш бейә һымаҡ һайт тигәнгә тайтлап, юғарынан әйткән һәр бер һүҙҙе ҡеүәтләп ултыраһығыҙ? Һеҙҙең дә бит балаларығыҙ, ейәндәрегеҙ бар. Нимә һеҙ әллә уларҙың киләсәктә башҡорт булып йәшәүҙәренә ҡаршыһығыҙмы? Етәрегеҙ! Ҡурҡмағыҙ!
Ашағанын ашап, йәшәгәнен йәшәп, алған дәрәжәләрен алып, яҡындарығыҙҙы күҙле башлы итеп донъя теүәлләнде тип һәүәтемсә генә йәшәмәгеҙ? Милләт өсөн дә, киләсәк өсөн дә йәшәргә, үҙ һүҙҙегеҙе айтергә ваҡыттыр бит?
Әгәр ҙә һеҙ милләт проблемаларына битараф, әпкәләй Солтанмуратовты, президент аппараты ҡушыуы буйынса, рәйес итеп ҡалдыраһығыҙ икән, һеҙ ҡурҡаҡ һәм әпкәләй булып йәштәр алдында, киләсәк алдында, МӘҢГЕЛЕК ТАРИХТА үҙ бәҫегеҙҙе төшөрәсәкһегеҙ!
Һеҙҙең йәмғиәт алдында күрһәткән хеҙмәттәрегеҙ, ҙур эшләгән эштәрегеҙ, ҡарар иткән ҡарарҙарығыҙ бихисап, баһалап бөткөһеҙҙер, әммә рух, ата – бабалар аманаты алдында һеҙ сүпкә әүереләсәкһегеҙ! Намыҫ ҡушыуы буйынса, йөрәгегеҙҙе тыңлап ғүмерегеҙҙә бер тапҡыр булһа ла дөрөҫ тауыш бирегеҙ. Ҡайҙа ҡамсылайҙар – шунда боролорған арбаға егелгән ишәк булмағыҙ. Йылдар үткәс балаларығыҙға ниндәй васият әйтерһегеҙ? Ейәндәрегеҙгә ниндәй фатиха бирәрһегеҙ? “Мин ғүмер буйы йөрәк, выждан ҡушыуы буйынса йәшәмәнем, мин нимә ҡуштылар шуны үтәнем”- тип балаларығыҙҙың, ейәндәрегеҙҙең, күҙҙәренә ҡарап – “ҡурҡаҡ булып йәшәгеҙ” тигән васият ҡалдырасаҡһығыҙмы?
Башҡорт халҡының ил ағалары, ил инәләре – киләсәктәге милләт яҙмышы бөгөн һеҙҙең ҡулда. Йә һеҙ маңҡорттар кеүек ҡушҡанды эшләп милләтебеҙҙең йөҙөн юғалтасаҡһығыҙ, йә мәңгегә халҡыбыҙҙың тарихында ил ағалары, милли батырҙарыбыҙ булып ҡаласаҡһығыҙ һәм киләсәктә милләткә үҫеш юлын күрһәтәсәкһегеҙ! Ни өсөн тотош халыҡ яҙмышын милли үҙ аңы булмаған Мурзагулов, Хасановтар кеүек кешеләр хәл итергә тейеш? Ни өсөн тотош халыҡ яҙмышын милли үҙ аңы булмаған Мурзагулов, Хасановтар кеүек кешеләр хәл итергә тейеш?

Әгәр ҙә һеҙ юғарынан маңҡорт чиновниктар тарафынан күрһәтелгән, битараф, БУЛДЫҠҺЫҘ Солтанморатовты татлы һүҙҙәргә ышанып ҡоролтай рәйесе итеп ҡалдырһағыҙ, Башкорт йаштаре иттифағы ағзаларын, милли хәрәкәт лидерҙарын Артур Иҙелбаевты, Айрат Димөхәмәтовты, Фәнзил Әхмәтшинды хаҡ аҫтынан сығарыуҙы талап итмәһәгеҙ, БЕҘ Башҡорт йәштәре иттифағының 20 ағзаһы аслыҡ иғлан итәсәкбеҙ.

Беҙҙең һаулыҡ өсөн, ғүмер өсөн милләт алдында һеҙ яуаплы!!!!

Милләтебеҙ йәштәрен дә һаклай алмаһағыҙ, яҡлай алмаһағыҙ, һеҙгә - ОЯТ!!!!!

Ағайҙар, апайҙар башығыҙҙы күтәрегеҙ! Фатир, вазифа, депутат мандаты өсөн намыҫығыҙҙы һатмағыҙ, ҡурҡмағыҙ!
Йәштәр һеҙҙең менән, оятҡа ҡалмағыҙ!!!!

БАШҠОРТ ЙӘШТӘРЕ ИТТИФАҒЫ 26 февраль 2011 йыл

Источник - http://sbmrb.com/index.php?dn=news&to=art&id=221

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[26 февраля 2011] | Просмотров: 186 Опубликовал: admin Оцени статью!

Другие новости по теме:
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • Йәй
  • Тағы һеҙҙе ҡотлайым инде...
  • Сәйҙәш балҡышы
  • Яҙғынлыҡ - аҙғынлыҡ
  • 2072 йылдың яҙында яуасаҡ ҡояшлы ямғырғ ...
  • «Ысҡынған» мәлдә. Рәдиф ТИМЕРШИН

  • Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

    Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

    {announce}
    {inform_bashtar}
    Новости
      Шаман из Якутии «идущий изгонять Путина» устроил массовый митинг в Чите 
      Почему молодежь Башкортостана уезжает из республики? 
      Наконец-то: Во Всемирном курултае башкир сменится руководство 

    башкирская культура

      Ответ Белому шуту 
      Почему татарские актеры отказались сниматься в сериале «Зулейха» с Чулпан Хаматовой 
      В Башкортостане не забывают корни, даже если это идет вразрез политики нынешнего президента 

    история башкир

      Род древних башкир был сопоставим по размеру с хазарами. 
      ҠАНИФА ЮЛЫ 
      История не терпит лжи: открытое письмо башкирских историков 

    башкирская литература

      Яңы йыл байрамы 
      Әнисә Таһирова – ул башҡорт шиғриәте юғарылығы 
      Беренсе кластар өсөн байрам сценарийы 
      Яңы йыл 
      Яңы йыл тураһында шиғырҙар 
      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      «ДЕКАБРИСТЫ» И «ОЛИМПИЙЦЫ» 
      Һаумы Яңы йыл! 
      Башкирский Дед Мороз 
      Яңы йыл менән, дуҫтар! 
      Ап-аҡ ҡарға баҫа Яңы йылым 

    Башкирская политика

      Смерть национальной журналистики Башкирии. Почему никого не нужно спасать? 
      "Мы никогда не были экстремистами": активисты "Башкорта" ответили Радию Хабирову 
      Фарс, диктатура и политическая незрелость команды Хабирова: итоги V Всемирного курултая башкир 

    башкирская кухня

      Кыҙыл эремсек 
      Как использовать микроволновку? 
      Как приготовить плов из баранины 

    Слово автору

      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      Салауат ӘБҮЗӘР: БЕҘ! 
      Подвиг штрафников-танкистов. Грузия 1992 г. 
    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на www.bash-portal.ru обязательна. Данная информация предназначена для лиц старше 18 лет.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .