Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . Происшествия Стихи Музыка Литература Недвижимость Знакомства Башфорум
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное

    
Поиск
 
    
Популярные новости:
    
Заработок для сайтов
    
Партнеры

Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив)
    
Календарь

Январь 2019 (2)
Ноябрь 2018 (20)
Апрель 2018 (8)
Март 2018 (13)
Февраль 2018 (2)
Декабрь 2017 (2)
    
Полезное

|
    
Реклама
M



Тарихи эпостар (Сөләймәнов)-33

Новости » Слово автору
Бына шунаң кеүек, шәжәрәләрҙә һәм риүәйәттәрҙә Сыңғыҙхандың тормош юлын, эшмәкәрлеген, башҡорттар менән бәйләнешен яҡтыртҡан “Сыңғыҙнамә” тигән атамаһы менән мәғлүм яҙма дастандың айырым мотивтары урын алған .
Тағы бер бәйләнеш хаҡында. Башҡорт шәжәрә, риүәйәттәрендә “Сыңғыҙнамә” мотивтары күҙәтелгән кеүек үк, һуңғыһында бөгөн булһын башҡорттоң иртәкселәре, риүәйәтселәре һәм сәсәндәре репертуарында һаҡланған “Яҡшы әҙәм менән яман әҙәм”, “Тоғро һүҙ”, “Йырау һүҙе” кеүек ҡобайырҙар һәм “ҡыҙҙы бикләп тотоу” мотивына ҡоролған новеллистик әкиәттәр менән ауаздаш миҫалдар осрай.
Шулай итеп башҡорттоң шәжәрәһе, риүәйәттәре, ҡобайырҙары, әкиәттәре менән эпик ҡомартҡылар, шул иҫәптән “Сыңғыҙнамә” тигән яҙма дастан араһындағы бәйләнештәрҙең ике яҡлы булыуы күҙәтелә.
Ошондай уҡ бәйләнеш “Аҡһаҡ Тимер” дастаны менән “Бояғымхан” тигән башҡорт йыры, башҡорттоң бүтән төркиҙәр менән уртаҡ “Тарғын менән Ҡужаҡ”, “Ҡарас менән Аҡша” кеүек эпостары араһындағы оҡшашлыҡ һәм уртаҡлыҡтарҙы ла шулай аңлатырға була.
“Сыңғыҙнамә” дастаны XVII быуаттарҙан уҡ башҡорт уҡымышлылары араһында киң билдәле булған. Был әҫәрҙе уҡый башлауың була — шунда уҡ башҡорт халҡының әкиәт репертуарына күптән ереккән таныш сюжеттарға юлығаһың. Иң тәүгеһе фольклор ғилемендә шартлы рәүештә “Хакимдың бикле ҡыҙы” (АТ 575) һәм “Мөғжизәүи юл менән ғоманлы булыу” (*875**)тигән ике мотивтың контаминацияһынан тора. Янына бер ниндәй ҙә ир заты инеүе һиҙелмәһә лә, Аҡ диңгеҙ эсендәге Мәлтә тигән шәһәр хакимы Алтын хандың Күрләүеч тигән ҡатынынан тыуған Ғөләмәлек Күрекленең һарайҙа бикле ултырыуына ҡарамаҫтан, ғоманлы булыуына ҡыҙҙың тәүҙә күргән көн яҡтыһы сәбәпсе тип аңлатыла. Аңлашыла торғандыр. Беҙгә новеллистик сюжеттарҙан таныш булған “Хакимдың бикле ҡыҙы” мотивының аҙағы шулай интерпретацияланғас, ғоманлы булыуына ҡарамаҫтан, хаким ҡыҙы ғиффәтен һаҡлап ҡалған булырға тейеш. Эйе. Дастанды ижад итеүселәр, осо осҡа ялғанһын өсөн, был мөһим моментты ла иҫәпкә алғандар. Ғөләмәлек Күрекле менән ҡауышҡан Тумауыл Мәргән (Сыңғыҙ хандың олатаһы) тәүге никах төнөнән һуң, йәнәһе: “Үзе быуаз — үзе ҡыз!” — тип ғәжәп була.
“Хакимдың бикле ҡыҙы” дастанда икенсе төрлө интерпретация алған һымаҡ, “Мөғжизәле юл менән ғоманлы булыу” мотивы ла төрлөсә вариантлашырға мөмкин.
“Мөғжизәле юл менән ғоманлы булыу” мотивы “Сыңғыҙнамә”нең үҙ эсендә үк вариантлашҡан осраҡ та бар. Ғөләмәлек Күрекле “көн яҡтыһынан тыуған” улы Дуйын Байан үлгәс, уның ҡатыны Аланғу ла (әйткәндәй, ул да Алтын хан нәҫеленән була), йәнәһе, күктән төшкән нурҙан ғоманлы була. Таныш мотив был осраҡта бына нисек интерпретациялана: йәнәһе, үлер алдынан үҙе үк иҫкәрткәнсә, Дуйын Байан Аланғуның сатырына (теге донъянан килеп) юғарынан нур булып инә лә бүре ҡиәфәтендә сығып китә — һәм ҡатын хан тәхетенә ирешәсәк Сыңғыҙға ауырға ҡала. Дастансы раҫлауынса, был хәлде, йәнәһе, Аланғу тирмәһе тирәһен төндә күҙәтеп тороусылар ҙа геуаһлай. Тик ул шуны иҫәпкә алып бөтөрмәгән. Әҫәргә Ялын тигән сит ҡәүем вәкилен индереүен индергән, әммә уны “эш менән тәьмин итмәгән”. Ә уны, үҙҙәренә аталаш булмағаны өсөн, Дуйын Байанды ҡыйырһытыуҙарынан шикләнеп, әсәләре Ғөләмәлек Күрекленең үтенесе буйынса, аталары Тумауыл Мәргән тарафынан ҡалмыҡ иленә ебәрелгән Бүдәнәтәй менән Билгүтәй, Ҡытайҙарҙан ҡасып барыусы ас халыҡтан һатып алып, еңгәләре Аланғуға бүләк иткән була: йәнәһе, уны яңғыҙлыҡтан ҡотҡаралар. Әҫәрҙә әйтелеүенсә, “Аланғу аны, төбен, асылын белеп, яҡшы” аҫырай. Аланғу менән бер тирмәлә йәшәгән шул ят ҡәүем кешеһенә башҡа персонаждарҙың ниңәлер шиге төшмәй. Дастанды уҡыусы, Сыңғыҙҙың атаһы, асылда, шул Ялын булыуы, ә Аланғуның тирмәһен һаҡлаусылар, ошо ҡатын менән бер ауыҙҙан бер һүҙҙән булып, уның тирмәһенә күктән нур булып төшөп: “Сыңғыҙ-сыңғыҙ”, — тип һамаҡлап, сығып киткән бүре хаҡында яһап һөйләүе лә ихтимал, тип уйларға урын бар.
“Сыңғыҙнамә” дастанының йыйылма тексын төҙөгәндә йәнә шундай бер легенда файҙаланылыуын да тойорға була. Н.Ф. Катанов теркәп ҡалдырған ул легенда буйынса, “донъя яралған мәлдә” йәшәгән “бер кәүҙәһендә биш баш, ун күҙ” булған бер заттың ҡатынының сәсе, хәттин ашып, оҙон була. Артынан эйәреп йөрөгән хеҙмәтсеһе уның толомон, ергә һөйрәлмәһен өсөн, табаҡҡа һалып, тотоп йөрөр булған. Бер саҡ уның үтә аҡыллы булыуына көнләшеп, теге кеше ҡатынының толомон киҫеп ташлай. Был сюжет та “Сыңғыҙнамә” дастанының йөкмәткеһенә яраҡлаштырылған. Бында, Сыңғыҙ хакимлыҡ итә башлағанда ғына, уға оппозицияла торған Ҡуңғарт бейҙең ҡыҙ ҡарындашы Бүртә Ҡучин шул тиклем оҙон сәсле итеп күрһәтелә. Тик оҙон сәс был осраҡта — аҡыл билдәһе ролен түгел, ә матурлыҡ билдәһе ролен атҡара.

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

Предыдущая страница | Страница 2 из 3 | Следующая страница
 
| Напечатать | Комментарии (0)
[24 декабря 2010] | Просмотров: 180 Опубликовал: admika Оцени статью!

Другие новости по теме:
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • Миҙгелемдә миҙгел йәшәне лә
  • Йәй
  • Сәйҙәш балҡышы
  • Яҙғынлыҡ - аҙғынлыҡ
  • Кәк-күк
  • «Ысҡынған» мәлдә. Рәдиф ТИМЕРШИН

  • Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

    Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

    {announce}
    {inform_bashtar}
    Новости
      Наконец-то: Во Всемирном курултае башкир сменится руководство 
      В аквапарке Планета запрещено проносить еду, так как они заставляют посетителей покупать втридорога в самом аквапарке 
      Бывшему участнику Башкирского чата Азамату Кильдигушеву окончательно отказали в возвращении в Россию 

    башкирская культура

      Ответ Белому шуту 
      Почему татарские актеры отказались сниматься в сериале «Зулейха» с Чулпан Хаматовой 
      В Башкортостане не забывают корни, даже если это идет вразрез политики нынешнего президента 

    история башкир

      Род древних башкир был сопоставим по размеру с хазарами. 
      ҠАНИФА ЮЛЫ 
      История не терпит лжи: открытое письмо башкирских историков 

    башкирская литература

      Яңы йыл байрамы 
      Әнисә Таһирова – ул башҡорт шиғриәте юғарылығы 
      Беренсе кластар өсөн байрам сценарийы 
      Яңы йыл 
      Яңы йыл тураһында шиғырҙар 
      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      «ДЕКАБРИСТЫ» И «ОЛИМПИЙЦЫ» 
      Һаумы Яңы йыл! 
      Башкирский Дед Мороз 
      Яңы йыл менән, дуҫтар! 
      Ап-аҡ ҡарға баҫа Яңы йылым 

    Башкирская политика

      Судьба человека: Рустэм Хамитов "Объект готов на 99%, поэтому если мы не завершим его строительство — прощения не будет. " 
      «По сути снимали сливки»: Радий Хабиров пообещал вернуть Башкирии имущество, переданное без конкурса 
      Азамат Галин о Радии Хабирове 

    башкирская кухня

      Кыҙыл эремсек 
      Как использовать микроволновку? 
      Как приготовить плов из баранины 

    Слово автору

      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      Салауат ӘБҮЗӘР: БЕҘ! 
      Подвиг штрафников-танкистов. Грузия 1992 г. 
    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на www.bash-portal.ru обязательна. Данная информация предназначена для лиц старше 18 лет.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .