Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . Происшествия Стихи Музыка Литература Недвижимость Знакомства Башфорум
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное

    
Поиск
 
    
Популярные новости:
    
Заработок для сайтов
    
Партнеры

Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив)
    
Календарь

Январь 2019 (2)
Ноябрь 2018 (20)
Апрель 2018 (8)
Март 2018 (13)
Февраль 2018 (2)
Декабрь 2017 (2)
    
Полезное

|
    
Реклама
M



Легендалар һәм риүәйәттәр (Сөләймәнов)-18

Новости » Слово автору
Ғөмүмән, һатылған ҡыҙ яҙмышы хаҡындағы тормош-көнкүреш риүәйәттәре һағыш менән һуғарылған йырҙан айырылғыһыҙ. “Ғилмияза” риүәйәте – бына шуның баҙыҡ бер миҫалы була ала. Был риүәйәттә сит ерҙәрҙә интеккән башҡорт ҡыҙы Ғилмиязаны үсле кешеләр һатып ебәрә.
Әҫәр менән танышҡас, йәш ҡыҙ варварлыҡ дәүеренең мәрхә-мәтһеҙ ҡанундарының (ҡон алышыу, кеше менән сауҙа итеү) ҡор- баны булып хәтерҙә ҡала. Риүәйәттә Ғилмиязаның ҡаҙаҡ далаһын-да әсирлектәге трагик хәлен күҙ алдына килтерерлек деталдәр бай-таҡ. Ул, бала саҡта уйнап үҫкән Атҡарғай тауын һағынып, илай, шул хаҡта йыр сығарып йырлай:
Һаҡмар һыуы аға ҡибла табан
Урал тауы битләп, көн битләп;
Тыуған илкәйемә ҡайтыр инем,
Аяҡтарым талһа ла, имгәкләп.
Сөнки ҡыҙҙың бала сағы, тимәк, ирекле көндәре, шул образ менән бәйләнгән. Атҡарғай тауы әҫәрҙә тыуған ерҙе кәүҙәләндерә. Ирек, бәхет төшөнсәһе лә шул тау образы аша бирелә. Шулай ит-еп, проза менән йыр бер-береһен тулыландырып килеп, тотош бер драматик картина тыуҙыра. Унда ҡыҙҙың тыуған илен ни тиклем һағыныуы, иреккә һыуһауы йөрәк менән тоймалы, күҙгә күренмәле итеп һүрәтләнгәндәй була.
Һатылған һәм әсирлеккә юлыҡҡан Ғилмияза, Энйәбикә ише ҡыҙҙарҙың яҙмышы хаҡында һүҙ барғанда, риүәйәтселәр ҡот ос-ҡос шундай бер деталде күҙ уңынан ысҡындырмаусан. Ул меҫкен-дәрҙең табанын телеп, шул яраға ваҡ ҡына итеп туралған ат ҡылы һалыр булғандар. Яра уңала. Әммә күп йөрөргә мөмкинлек бирмәй. Шуға ла Ғилмиязаның аяҡтары талһа, имгәкләп булһа ла, тыуған илгә ҡайтыу хаҡында әйткәне ике мәғәнәгә эйә. Ҡәбәхәт-лектең сигенә етеп, әле әйткәнсә, ғүмер буйы интектерә торған яз-аға дусар иттереүҙәрен иҫәпкә алмаған сүрәттә лә, һатылған һәм әсир ҡыҙҙың тыуған илен ни тилем ныҡ яратыуы, ҡайтыу теләген-ең унда ни хәтлем көслө булыуы ифрат та уңышлы итеп образлы әйтелгән, тип һығымта яһарға булыр ине. Әгәр инде һатылыу мәс-хәрәһе, әсирлектәге интегеүҙәре йөрәгенә һалған яранан тыш, табанында бетәү яра булыуын да иҫәпкә алһаҡ, ул “образлылыҡ”- тың тетрәндергес булыуына төшөнөрбөҙ. Сөнки ундай яра менән ҡол ҡыҙҙың әллә ҡайҙа китә алмаҫына, иңгәкләмәй сараһы булма-уына асыҡ төшөнөрбөҙ.
Ғөмүмән, “Ғилмияза”, “Энйебикә” ише риүәйәттәрҙә ирекһеҙ әсир ҡыҙ яҙмышы проблемаһы тыуған ил тойғоһо проблемаһы ме-нән үрелеп килә. Ғилмиязаны ла, Энйебикәне лә тыуған илдә ни көтә? Улар уны белмәйҙәр ҙә, уныһы уларҙы ҡыҙыҡһындырмай ҙа. Бары ҡайтыу, бары ҡайтыу теләге генә биләй уларҙы. Был ҡыҙҙар өсөн ирек һәм тыуған ил айырылмаҫ төшөнсә.
Ошо төшөнсә «Йәнифә» риүәйәте героиняһы өсөн дә актуаль. Тик уның художестволы хәл ителеше генә икенсе төрлө. Шул икен-се төрлөлөк ҡатын-ҡыҙ яҙмышы мәсьәләһенең дә икенсе төрлө яҡ-тыртылыуына сәбәпсе булған. Эш ниҙә һуң? Эш шунда. Төп герои-ня булған Йәнифә бала сағынан уҡ бәхетһеҙ. Ул бөтөнләй яҡлаусыһыҙ үкһеҙ етем бала була. Уны ла һатып ебәрәләр. Уны сит илдән килгән оло йәштәге һарт (үзбәк) сауҙагәре ала. Ҡарт менән йәш айырмаһының ҙур булыуы – етем ҡыҙ бала яҙмышына төшкән өҫтәлмә бәхетһеҙлек ул. Дөрөҫ, Йәнифә бәлиғенә инмәйенсә, ҡарт уның менән никахҡа инмәй тора. Әммә, ҡушылыусыларҙың урын-ын алмаштырыу менән ҡушылдыҡ үҙгәрмәй, тигән кеүек, был ни-кахты кисектереүҙән ҡарт менән ҡыҙҙың йәше тиңләшмәй. Үҙ ти-ңе менән никахлаша алмауы – Йәнифәнең тағы бер бәхетһеҙлеге. Әммә, тормош ни тиклем ҡараңғы тойолмаһын, кес кенә булһа ла, унда бер яҡты нөктә булырға тейеш. Юҡһа кеше үлә. Йәнифәгә лә тәтей ундай нөктә: ҡыҙы Рәхимә уның бар өмөтө, бар ҡыуанысы була. Бары уның арҡаһында ғына, ҡатын үҙенең тыуған яғын ҡай-тып күреү бәхетенә ирешә. Бындай форсат, ҡартының васыяты бу-йынса, ҡы-ҙына ете йәш тулғас, тыуа байбисә булыуына күнегеп өлгөргән Йәнифә алдында. Ошо урында: “Тыуған илде һөйөү темаһы риүәйәттә ҡайһылай ҙа ыңғай хәл ителгән! Көткәне алдына килгәникән,” – тип Йәнифә менән бергәләп ҡыуанғы килә. Тыуған ауылына ҡайтып төшөү менән, үҙе тол һәм үҙе йәш был байбисәгә, үҙ-ара талашҡандай, унан да, бынан да яусылар килә башлауы ла көсәйтеп ебәрә был тойғоно. Тыуған илде һөйөү темаһы, ысынлап та ыңғай хәл ителә. Әммә беҙ көткәнсә түгел. Тап ошо урында был тема йөҙ ҙә һикһән градусҡа боролош яһағандай була. Хикмәт ни-ҙә? Хикмәт шунда: Йәнифә яусыларҙың тәҡдименән, тимәк, мәңге-леккә тыуған ерендә ҡалыу мөмкинлегенән дә, баш тарта. Ни өсөн? Йәнифәнең был ҡарарының үҙ логикаһы бар. Ҡатынлыҡҡа һоратыу-сыларға биргән яуабында асыла уның логикаһы. Ана ул ни тип яуап биргән ул: “Хәҙер мине .., байлығыма ҡыҙығып, талашалар. Үҙемдең ғүмерем ҡайғырып үтте. Инде баламды, иленән айырып, ҡайғыға ҡалдырмайым!” Ғүмер буйы илем, ерем, тип һарғайған Йәнифә бына шулай балаһының бәхете хаҡына үҙ бәхетенән баш
тарта. Оло йөрәкле әсә генә бындай аҙымға бара ала, әлбиттә. Тим-әк, тормош ни тиклем иҙмәһен, уның рухын һүндерә алмаған, ке-шелек сифатының сафлығын боҙоуға өлгәшмәгән.
Йәнифәнең был ҡарары, бер ниндәй ҙә намыҫ, йәлләү тойғо-һо кисереп тормайынса, үҙен сит илгә һатып ебәреүсе таш йөрәк тыуғандарын (ағайы менән еңгәһен) ғәйепләү акты мәғәнәһенә лә эйә.
”Алтынсәс” риүәйәтендә лә ҡатын-ҡыҙ яҙмышы темаһы уны мал урынына һатыу юҫығында хәл ителә. Ә һатыу ҡатын-ҡыҙҙы урлау темаһының эҙемтәһе рәүешендә ҡарала. Бирҙеғол атлы уҙа-мандың Алтынсәс тигән ҡатынын ҡаҙаҡтар урлай ҙа үҙҙәренең байына һата. Был риүәйәттә Алтынсәс йөҙөндә яҙмышына баш эй-мәҫ, иректе көтөп ятмай, уны яулау өсөн, әүҙем ҡуҙғалыусы ҡатын образы һынлана. Йөклө хәлендә лә әсирлеккә юлығып, унда ул табып, уны тоҡҡа һалып йөкләп ҡасып ҡайтырға үҙендә көс табыуы уның образына мәртәбә генә өҫтәй.
Ун ике генә йәшендә ағаһы тарафынан ҡаҙаҡтарға һатылған Энйебикәгә лә яҙмыш бәхетле киләсәк юрамай. Киреһенсә, килә-сәге уға йә илен һағынып, һарғайып, сит илдә ят бауырҙар араһында ғүмерлеккә тороп ҡалырға мәжбүр булған Ғилмияза-ның, йә Йәнифәнең яҙмышын уртаҡлашыу хъәүефен генә әҙерләй. Әммә, эш үтмәҫ элек, ул да, Алтынсәс кеүек үк, ҡаҙаҡ әсирлегенән ҡасып ҡайтырға үҙендә көс таба. “Алтынсәс кеүек үк”, тигәс тә: “Ул бит бала йөкләгән килеш ҡайта”, – тип әйтер кемдер. Эйе, әммә ул ҡаҙаҡтың һайлам атын менеп ҡаса. Ә Энйебикә, бала ғына булыуына, етмәһә,табанын ярып, туралған ҡыл һалыуҙарына ҡармаҫтан йәйәүләп ҡасып, ҡабатлай Алтынсәстең подвигын. Шуға күрә лә әһәмиәттәре яғынан улар ҡылған ғәмәлдәре оҡшаш ҡына түгел, бер үк әһәмиәткә эйә.

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

Предыдущая страница | Страница 2 из 3 | Следующая страница
 
| Напечатать | Комментарии (0)
[24 декабря 2010] | Просмотров: 83 Опубликовал: admika Оцени статью!

Другие новости по теме:
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • Йәй
  • Һайлауҙан һуң уйланыуҙар
  • Сәйҙәш балҡышы
  • Яҙғынлыҡ - аҙғынлыҡ
  • Кәк-күк
  • «Ысҡынған» мәлдә. Рәдиф ТИМЕРШИН

  • Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

    Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

    {announce}
    {inform_bashtar}
    Новости
      Наконец-то: Во Всемирном курултае башкир сменится руководство 
      В аквапарке Планета запрещено проносить еду, так как они заставляют посетителей покупать втридорога в самом аквапарке 
      Бывшему участнику Башкирского чата Азамату Кильдигушеву окончательно отказали в возвращении в Россию 

    башкирская культура

      Ответ Белому шуту 
      Почему татарские актеры отказались сниматься в сериале «Зулейха» с Чулпан Хаматовой 
      В Башкортостане не забывают корни, даже если это идет вразрез политики нынешнего президента 

    история башкир

      Род древних башкир был сопоставим по размеру с хазарами. 
      ҠАНИФА ЮЛЫ 
      История не терпит лжи: открытое письмо башкирских историков 

    башкирская литература

      Яңы йыл байрамы 
      Әнисә Таһирова – ул башҡорт шиғриәте юғарылығы 
      Беренсе кластар өсөн байрам сценарийы 
      Яңы йыл 
      Яңы йыл тураһында шиғырҙар 
      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      «ДЕКАБРИСТЫ» И «ОЛИМПИЙЦЫ» 
      Һаумы Яңы йыл! 
      Башкирский Дед Мороз 
      Яңы йыл менән, дуҫтар! 
      Ап-аҡ ҡарға баҫа Яңы йылым 

    Башкирская политика

      Судьба человека: Рустэм Хамитов "Объект готов на 99%, поэтому если мы не завершим его строительство — прощения не будет. " 
      «По сути снимали сливки»: Радий Хабиров пообещал вернуть Башкирии имущество, переданное без конкурса 
      Азамат Галин о Радии Хабирове 

    башкирская кухня

      Кыҙыл эремсек 
      Как использовать микроволновку? 
      Как приготовить плов из баранины 

    Слово автору

      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      Салауат ӘБҮЗӘР: БЕҘ! 
      Подвиг штрафников-танкистов. Грузия 1992 г. 
    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на www.bash-portal.ru обязательна. Данная информация предназначена для лиц старше 18 лет.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .