Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . Происшествия Стихи Музыка Литература Недвижимость Знакомства Башфорум
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное

    
Поиск
 
    
Популярные новости:
    
Заработок для сайтов
    
Партнеры

Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив)
    
Календарь

Июль 2019 (5)
Январь 2019 (2)
Ноябрь 2018 (20)
Апрель 2018 (8)
Март 2018 (13)
Февраль 2018 (2)
    
Полезное

|
    
Реклама
M



Зигат Султанов. Сибирское ханство и другие

Новости » Слово автору
«Тарих атаһы» тип аталмыш мәшһүр Геродот (б.э. тиклем 490 — 425 йылдарҙа йәшәгән) яҙмаларынан уҡ боронғо башҡорт ҡәбиләләренең Волга, Кама, Иҙел, Ағиҙел, Яйыҡ, Иртыш, Обь йылғалары бассейндарында ныҡлы ултыраҡланып, йәки ярым күсмәле тормош ҡороп көн күреүҙәре мәғлүм (ҡарағыҙ: Йыһат Солтанов. Хәтерхитап. Өфө — 2002; 76 — 93, 366 — 383-өнсө биттәр). Бөйөк илгиҙәр ул мәғлүмәттәрҙе Күрек (Греция) иленән беҙҙең яҡтарға үҙе килеп, беҙҙең тарихсы һәм географ бабаларҙан үҙе һорашып яҙып алған һәм ғәжәйеп теүәллеккә ирешкән. Әммә беренсе мәғлүмәттәрҙе гректарға, Геродотҡа тиклем үк, Проҡоннес ҡалаһынан Каистробий улы Аристей (б.э. тиклем VII быуатта ижад иткән), хәҙерге Свердлов, Ҡорған, Төмән өлкәләре буйлап аҡҡан һәм Тоболға ҡойған Әсәт (Исеть) йылғаһы буйҙарында булып ҡайтҡас, үҙенең атаҡлы «Аримаспейя» поэмаһында еткергән. Хәҙер ҙә унда, Аристей йөрөп үткән ерҙәрҙә, Башҡортостандың Себер юлы аборигендары — Ҡыуаҡан, Барын-Табын, Ҡара-Табын, Ҡатай, Терҫәк, Һалъйыуыт һ.б. ырыу башҡорттары йәшәй (Р.Г. Кузеев. Происхождение башкирского народа. М., 1974; 56-нсы бит). Шуныһы ла бик мөһим: Аристей беҙҙең бабаларҙың Болан (грекса Аполлон) хоҙай культын, ошо яҡтарҙан алып ҡайтып, гректарға еректергән, ә был иһә (болан) боронғо мәжүси диндәге башҡорттарҙың Ғәйнә ҡәбиләһенең хоҙайы булып тора («Әйнә менән Ғәйнә» мифын ҡарағыҙ).
Аристей уҙамандың үҙе күреп белеүенсә, ҡитғабыҙҙың шул өлөшөндә ҡәбиләләр түбәндәгесә урынлашҡан: «исседон»дар — йәғни Әсәт (Исеть) йылғаһы буйы башҡорттары; уларҙан төньяҡтараҡ «аримаспи»ҙар — йәғни әр-им (ир-ҡыҙ) йәки икенсе (ижектәрҙе кирегә әйләндереп) әйтелештәге шул уҡ Имир (ҡыҙ-ир) исемле гермафродит тәүбаба-хоҙайға табыныусы аҫабалар (башҡорттар), сөнки «аспи» — аҫаба тип еңел аңлашыла. Улар төйәкләнгән ер — хәҙерге Пермь өлкәһе булырға тейеш, сөнки «Пермь» атамаһы баяғы «аримаспи»ҙы ҡап-уртаға бүлеп, «әйләндереп» әйтеүҙән хасил: аспи-арим (аҫаба-ир-ҡыҙ) — ас-пиарим — Пермь. Аристей уҙаман баяғы Болан-Аполлон культын хәҙерге Пермь өлкәһендәге аборигендарҙан — Ғәйнә ҡәбиләһе башҡорттарынан ҡабул ҡылыуын әйткәйнек.
«Аримаспи»ҙарҙан артабаныраҡ, ти, Аристей, алтын эйәләре грифтар, уларҙан да төньяҡтараҡ диңгеҙ (Төньяҡ Боҙло оҡеан) менән сикләнгән ерҙә — «гиперборей»ҙар йәшәй...
Грифтар йәшәгән ер — гриф-ҡоштарға табыныусыларҙың иле, тимәк. «Гриф» һүҙенән әлегәсә «ғөрөф» (табыныу йолаһы), «герб» тигән һүҙҙәребеҙ бар; шулай уҡ башҡорттоң бик боронғо танытма-гербы булған һарауыстарыбыҙҙың Ҡатай һәм Әйле ҡәбиләләре өлгөләрендә ап-асыҡ гриф ҡошо һүрәттәрен күрәбеҙ (С.И. Руденко. Башкиры. М. — Л., 1955; 306-нсы бит). Аристей урынлаштырыуындағы ғәйнәләрҙән төньяҡтараҡ, тимәк, ҡатайҙарҙың һәм әйлеләрҙең бабалары йәшәгән.
«Гиперборей»ға килһәк, бөтә ғалимдар ҙа уны «һыуыҡ яҡ» тип аңлата һәм был ысындан да шулай. Серле һүҙҙең асылы башҡорт халыҡ ижадының бик боронғо ҡомартҡыһында аныҡ асыла: «балтаһыҙ-таҡтаһыҙ күпер бурай» (табышмаҡтың яуабы — ҡышҡы һыуыҡ, йәғни йылға өҫтөнә боҙ-күпер һала). Был «күпер-бурай» боронғо заманда, моғайын, «һепер-борай» тип әйтелгән — Аристей ҙа «һиперборей» тип яҙып алған шуны. «Һепер» һүҙенән — «Себер», һыуыҡ климатлы яҡтың исеме килеп сыҡҡан. Әйткәндәй, Себер башҡорттары йәшәгән ерҙең климатын Геродот (IV, 28) бик теүәл билдәләй: ундағы ҡыштар ғәҙәттән тыш һыуыҡ, һыуҙар туңа, унда ҡыш — һигеҙ ай, йәй дүрт ай дауам итә, ти ул. Скифтарҙың (йәғни үҫәргәндәрҙең бабаларының) һөйләүенсә, тип дауамлай тарихсы (IV, 31), ул яҡтарҙа күҙ асҡыһыҙ бурандар булып, һауаны һәм ерҙе ап-аҡ «ҡош мамыҡтары» ҡаплай — йәғни ҡар яуа. Халҡыбыҙҙың баяғы йомаҡтар китабында быныһы ла теркәлгән: 295. Ҡабара ла ҡабара, ҡабарынған мамыҡтай. 296. Аҡ мамыҡ менән бөтә донъя тулған. 297. Ҡара ерҙең өҫтөнә ҡаҙ мамығы кем һипкән?..
Геродотта (IV, 22) «иирик» — башҡорттоң Ирәкте ҡәбиләһе тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәт бар: улар һунарсылыҡ менән көн күрә, һунарсы улъяһын, ағас башында һағалап ултырып, уҡ атып йәрәхәтләй ҙә, атына атлана һалып, этен саптыртып, януарҙы ҡыуып тота, ти ул. Һәм шулай уҡ ХIХ быуатта боронғонан күсереп яҙылған Ирәкте башҡорттары шәжәрәһендә лә уларҙың һунарсылыҡ менән көн күреүҙәре, ә айыуҙы, ағас башына «һәндерә яһап боҫоп, ҡарауыллап тороп атыу»ҙары, ирәктеләрҙең элек Иртыш, Тобол йылғалары буйҙарында йәшәүҙәре, шунан Миәс, Чусовая йылғалары буйлап ҙур кәмәлә Кама буйына күсенеүҙәре һәм хәҙерге Пермь ҡалаһы торған урында Айыусы салаһын ҡороуҙары әйтелә (Башкирские родословные. Уфа, «Китап», 2002; 359 — 360-ынсы биттәр). Күренеүенсә, Иртыштан алып Камағаса төньяғыбыҙ йылғалары буйлап һыу юлын тәү башлап Ирәкте башҡорттары үҙләштергән һәм ХVI быуат аҙағында Себер ханлығын бөлдөрөүсе юлбаҫар Тимофей Ермак та Каманан алып Иртышҡаса тап шул һыу юлынан килгән...
Әйткәндәй, Ирәкте башҡорттары шәжәрәһендә уларҙың Таҙлар ырыуы башҡорттарына уткүрше булып йәшәгәнлектәре бәйән ителһә, Геродотта ла (IV, 23, 25) шулай. «Бейек тауҙар (йәғни Урал. — Й.С.) итәгендә, — ти ул, — ирҙәре лә, ҡатындары ла тыумыштан уҡ таҙ (ялтас) башлы, осло танаулы (курносые), ҙур эйәкле кешеләр көн күрә... Кейемдәре скифтарҙыҡынса (йәғни үҫәргәндәрҙекенсә). Ағас емештәре менән туҡланалар. Тамаҡтарын туйҙырған ул ағастың исеме — понтик, уның бейеклеге инжир ағасыныҡылай, борсаҡ ҙурлыҡ, ләкин эсендә ҡаты тешле емештәр бирә. Емештәр өлгөргәс, уларҙы туҡыма үтәләй һығалар, емештәрҙән ҡуйы һәм ҡуңыр төҫтәге һут ағыла, ул һуттың исеме — әсеһе. Был һутты улар ялай һәм һөткә болғатып эсә, ә ул һуттың ҡуйҡымынан ләпәшкеләр (көлсә) яһайҙар ҙа шуның менән туҡланалар... Һәр кем ағас ҡоршау аҫтында йәшәй: ҡышҡыһын — ағас ҡоршауҙы тығыҙ аҡ кейеҙ менән көпләп, ә йәйгеһен — кейеҙһеҙ. Бер кем дә рәнйетмәй уларҙы, сөнки улар изгейән, тиҙәр. Һис ниндәй һуғыш ҡоралы юҡ уларҙа. Күршеләренең бәхәсләшеүен тап ошолар тикшерә, ә һыйыныр урын эҙләп уларға ҡасып килгәндәрҙе бер кемдең дә йәберләргә хаҡы юҡ; был халыҡтың исеме — аргиппей (йәки арғыбай)... Таҙларҙан көнсығыштараҡ исседондар йәшәгәнлеге теүәл билдәле». Тимәк, таҙлар — Әсәт йылғаһы башындағы аят күле тирәһендәрәк көн күргән.
Геродот таҙларының теп-теүәл башҡорт таҙлары икәнлеге текстан уҡ аңлайышлы: ағастың исеме «понтик» — әлегәсә «мөнтәк» йәки «миндек» һүҙҙәребеҙҙән шәйләнә (башҡа төрки телдәрҙә был һүҙҙәр юҡ), ә был иһә беҙҙең ҡышҡылыҡҡа мөнтәп (тәлгәштәрен һындырып) алып баулаған балан емеше, йәиһә мунсала сабыныу өсөн миндекләп бәйләгән ҡайын япрағы (миндек); «әсеһе» — балан ҡатығы, ә «әсеһерәү» — әсе аҙыҡ теләү, әселәү. Башҡорт халҡы әлегәсә, тап Геродот әйткәнсә, балан емешен бешереп, туҡыма (иләк) үтә һутын (әсеһен) һығып ала; бешергәнгә күрә лә ул ҡуңыр төҫтә һәм ҡуйы (балан ҡатығы). Шул һут ҡуйҡымын майланған таҡтаға ҡойоп (ҡаҡ ҡойоу), «ләпәшкәләп» киптергәс, ул тап Геродот әйткәнсә тамаҡ туйҙырмаҡҡа (сәйнәп ашарға) яраҡлы балан ҡағы була. Ә «ағас ҡоршауҙы тығыҙ аҡ кейеҙ менән көпләп» яһалған йорт — башҡорт тирмәһе икәнлеге бәхәсһеҙ. Геродоттан күренеүенсә, эскерһеҙ һәм игелекле Таҙлар ырыуы башҡорттарын күршеләре ҡушма һүҙ менән «арғыбай» тип ләҡәпләгәндәр; боронғо төрки телдә «арығы» — саф, «бай» — йомарт мәғәнәһендә булып, икеһе бергә «саф күңелле йомарт халыҡ» тигәнгә ҡайтып ҡала һәм Геродот әйткәндәргә мас килә.
Ә ни өсөн баштары таҙ (тасай) һуң? Быныһы ла сер түгел: борон замандарҙа Таҙлар ырыуы башҡорттары тасай башлы фаллос-хоҙайға — Атасҡа табынғанғандар (ундайҙарҙы 922 йылда ибн-фаҙлан да күргән), шул «атас»тан тас/таҙ/Таҙлар ырыу атамаһы яһалған. Был ырыу кешеләре, ошо Атас (фаллос) хоҙайға оҡшарға бик тырышып, сәстәрен ялтаслатып ҡырып алғандар; өҫтәүенә, сабый саҡтан уҡ балаларының башын ҡаты тирәсләп (быуып), баш һөйәген фаллосҡа оҡшаш киртекләп үҫтергәндәр (башҡорттағы «киртек баш» тигән әйтем шунан ҡалғандыр). Ошондай яһалма ишаратланған баш һөйәктәрен археологтар тап Геродот төҫмөрләткән төбәктә — Әсәт, Тора йылғалары буйындағы ҡорғанлы ҡәберлектәрҙән тапҡандар (История Урала с древнейших времен до 1861 г., М., 1989; 121-енсе бит). Башҡорт халҡы Ислам динен ҡабул ҡылғандан һуң, башҡорттоң Таҙлар ырыуы ла мәжүсилектән (фаллосҡа табыныуҙан) һәм шуға бәйле баш һөйәктәрен яһалма киртекләүҙән арынып, Таҙлар тигән ырыу исемдәрен генә ошо көндәргәсә килтереп еткергәндәр. Һуңынан төрлө тарафтарға таралған таҙларҙың бер өлөшө ХVIII быуатта ла Обь һыуына ҡойоусы йылғаның буйында йәшәп, уға Таз йылғаһы тигән исем бирелгән. Шул уҡ быуатта Башҡортостандың Себер юлында Тазлар ылыҫы (волосы) булған. Быуаттар дауамында Башҡортостандың көньяҡ-көнбайышына күсенгән ул башҡорт ырыуы кешеләре хәҙерге Борай районының Таҙтүбә, Иҫке Таҙлар, Яңы Таҙлар һәм Йәнсура районының Таҙлар ауылдарында көн күрә. Шуныһы ҡыҙыҡ: Геродот баба «осло танаулы» (курносые) тип яҙып ҡалдырған шул ҡиәфәттәрен үҙгәртмәгәндәр, буғай, сөнки 1926 йылғы йорттарҙы иҫәпкә алыу (перепись) кенәгәһендә һуңғы ауыл ике исем менән: Тазларово һәм Курноскина тип теркәлгән...
Геродоттан (IV, 13) беҙ боронғо башҡорт ырыуҙарының заманына күрә дәүләт формаһына — ҡәбилә хәрби берлектәренә ойошоуын һәм ер-һыу өсөн бер-береһен ҡыҫырыҡлап йәшәүҙәрен күрәбеҙ: «һепербурайҙарҙан тыш, аримаспиҙарҙан башлап бөтә был ҡәбиләләр һәр саҡ күршеләренә ябырылғандар. Аримаспиҙар исседондарҙы илдәренән ҡыҫырыҡлап сығарған кеүек үк, исседондар — скифтарҙы (үҫәргәндәрҙе. Й.С.). Көньяҡ диңгеҙ янында йәшәгән ҡумырыҡтар иһә скифтар ҡыҫымы аҫтында илен ҡалдырып китә».
Һуңғы һөйләмдә Ҡумырыҡ башҡорттарының (хәҙер улар Башҡортостандың Архангел районындағы Аҙау һәм Тирәкле ауылдарында йәшәй), үҫәргәндәр ҡыҫымы аҫтында хәҙерге Каспий диңгеҙе янынан ҡубынып, хәҙерге Керчь (боронғо исеме Ҡумырыҡ) боғаҙы буйына күсенеүҙәре тураһында һүҙ бара. Ә Аҙау ауылының исеме — боронғо ҡумырыҡтар йәшәгән яҡтың Аҙау (Азов) диңгеҙе исеменән, был иһә «Уҙаҡ-Туҙаҡ — һуңғы балабәшнәк» тигән эпосыбыҙҙа сағыла (Башкирское народное творчество, том 1. Эпос. Уфа, 1987; 239-ынсы бит).

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

Страница 1 из 4 | Следующая страница
 
| Напечатать | Комментарии (0)
[23 июня 2010] | Просмотров: 211 Опубликовал: admin Оцени статью!

Другие новости по теме:
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • Сәйҙәш балҡышы
  • Яҙғынлыҡ - аҙғынлыҡ
  • Ғөҙөр
  • 2072 йылдың яҙында яуасаҡ ҡояшлы ямғырғ ...
  • Кәк-күк
  • «Ысҡынған» мәлдә. Рәдиф ТИМЕРШИН

  • Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

    Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

    {announce}
    {inform_bashtar}
    Новости
      Шаман из Якутии «идущий изгонять Путина» устроил массовый митинг в Чите 
      Почему молодежь Башкортостана уезжает из республики? 
      Наконец-то: Во Всемирном курултае башкир сменится руководство 

    башкирская культура

      Ответ Белому шуту 
      Почему татарские актеры отказались сниматься в сериале «Зулейха» с Чулпан Хаматовой 
      В Башкортостане не забывают корни, даже если это идет вразрез политики нынешнего президента 

    история башкир

      Род древних башкир был сопоставим по размеру с хазарами. 
      ҠАНИФА ЮЛЫ 
      История не терпит лжи: открытое письмо башкирских историков 

    башкирская литература

      Яңы йыл байрамы 
      Әнисә Таһирова – ул башҡорт шиғриәте юғарылығы 
      Беренсе кластар өсөн байрам сценарийы 
      Яңы йыл 
      Яңы йыл тураһында шиғырҙар 
      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      «ДЕКАБРИСТЫ» И «ОЛИМПИЙЦЫ» 
      Һаумы Яңы йыл! 
      Башкирский Дед Мороз 
      Яңы йыл менән, дуҫтар! 
      Ап-аҡ ҡарға баҫа Яңы йылым 

    Башкирская политика

      Смерть национальной журналистики Башкирии. Почему никого не нужно спасать? 
      "Мы никогда не были экстремистами": активисты "Башкорта" ответили Радию Хабирову 
      Фарс, диктатура и политическая незрелость команды Хабирова: итоги V Всемирного курултая башкир 

    башкирская кухня

      Кыҙыл эремсек 
      Как использовать микроволновку? 
      Как приготовить плов из баранины 

    Слово автору

      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      Салауат ӘБҮЗӘР: БЕҘ! 
      Подвиг штрафников-танкистов. Грузия 1992 г. 
    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на www.bash-portal.ru обязательна. Данная информация предназначена для лиц старше 18 лет.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .