Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . Происшествия Стихи Музыка Литература Недвижимость Знакомства Башфорум
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное

    
Поиск
 
    
Популярные новости:
    
Заработок для сайтов
    
Партнеры

Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив)
    
Календарь

Июль 2019 (5)
Январь 2019 (2)
Ноябрь 2018 (20)
Апрель 2018 (8)
Март 2018 (13)
Февраль 2018 (2)
    
Полезное

|
    
Реклама
M



Тәрбиәүи алым

Новости » Слово автору
Рикс Тәхиевич элекке ҙур ғына совхоздың, элекке партия сәркәтибе – донъялар баштүбән түңкәрелеп, үҙе йылы, үҙе йомшаҡ креслоһынан яҙғас, төшөнкөлөккә бипрелеүҙән, ары һуғылды, бире бәрелде, әммә күңеленә ятҡандай бер эш тә таба алманы. Ни өсөн тигәндә, бүтәндәргә аҡыл өйрәтеүҙән башҡаһын белмәй ине шул ул. Аптырағас, әүәлге ҡыҙыл тышлы билетын хәҙерге кәүшиккә алыштырып ҡараны, бәлки бөгөнгө ширҡә берәй ҡулай ғына – мәшәҡәте лә булмаған кәсебен тәҡдим итерҙәр, тип уйланы. Тик Рикс Тәхиевич һуңланы. Төшөмлө генә йылы урындар әллә ҡасан биләп бөтөлгән икән. Хәҙерге йәштәр сосораҡ та, әрһеҙерәк шул.
– Мына, ҡустым, һин миңә шуны әйт әле, – тип зарланғандай итте ул бер осрағанымда – ғәҙеллек тигән нәмә бармы был тормошта, нисек уйлайһың?
– Уныһын ҡайһы яҡтан ҡарайһың бит ағай, – тинем мин уға, кем өсөндөр ғәҙел һаналғаны икенсеһенә оҡшамай һәм киреһенсә. Шулай булған, булды һәм буласаҡ...
Рикс Тәхиевичтың бөгөнгө тормошҡа үпкәләү ҡатыш зарланыуҙарын һуңынан да күп тапҡырҙар ишетергә тура килде. Бигерәк тә һуҡмыш саҡтарында ғәҙелһеҙ мәғшиәт уның хәтеренә йышыраҡ төшә ине.
Бер мәлде беҙ уның менән төшөмлө генә урман эшенә эләктек. Дөрөҫөрәге, Рикс Тәхиевичты был эшкә үҙе шуҡ, үҙе бошмаҫ ҡәйнеше күндерә алды. Күндерҙе һәм еҙнәһе өсөн яуаплылыҡты ла үҙ өҫтөнә йөкмәне. Беҙҙең ише ябай кешегә ни кәсептең ниндәйе булһа ла бара, өйрәнелгән, икмәк-тоҙлоҡ түләһәләр шул еткән. Ә бына бәрхәт ябыулы өҫтәл артында ғына ултырып аҡса һуғырға күнеккән элекке сәркәтип “ҡара аттар” араһында үҙен нисектер кәмһетелгән кеше һымаҡ тойҙо: йүнләп һөйләшмәй ҙә, аралашмай ҙа.
Сираттағы ялға ҡайтҡанда ул, барыһын аптыратып, биш литрлыҡ һауыт менән... көмөшкә күтәреп килде.
– Егеттәр, мәйтәм, мин ошо кешене эштең ауырына әллә ни екмәҫкә тырышырһығыҙ тигән өмөттә ҡалам. Әжере ошонан булыр, – тип шайтан һыуын беҙгә тәҡдим итмәксе булды. Аптырашып ҡалған егеттәрҙең ошо һөмһөҙлөккә ҡаршы береһе бер ни тип өндәшә алманы. Уларҙың хәләл көсөн бер нисә йотом көмөшкәгә һатып алырға теләй. Шуға ла мөлдөрәмә тулы ҡырлы стаканға һонолоусы ла, ҡағылыусы ла табылманы. Элекке кеүек тамаҡ хаҡына әсе тир түгеүсе алйоттар хәҙер юҡ. Шуға мин эстән генә ҡыуанып ҡуйҙым. Ә стакандағы көмөшкәне хужаның үҙенә йоторға тура килде.
Йотоуын йотто ла ул, тик ошо көндән Рикс Тәхиевичыбыҙ, “ысҡынды” ла китте. Беҙ уның өсөн бил бөгәбеҙ, нишана, әҙләп-әҙләп кенә көмөшкә һемерә, эшкә йөрөмәй. Еҙнәһе өсөн уңайһыҙланып выждан ғазабы кисергән ҡәйнеше бер нисә тапҡыр һөйләшеп ҡараһа ла файҙаһы булманы.
– И-их, еҙнәкәй генәм! Сикәгә тейҙең дә баһа, ә! – тип ауыр һуланы көндәрҙең береһендә ҡәйнеше, тракторҙан былайыраҡ дырылдап һауа һелкеткән Рикс Тәхиевичкә асыҡтан-асыҡ нәфрәт менән ҡарап торғас, – аҡылға ултыра белмәһәң ултыртайым әле мин һине, ҡарт алаша!
Ул тоҡсайынан механик ҡырынғыс килтереп сығарҙы ла, шатыр-шотор килтереп борғослағас, ҡәҙерле еҙнәһенең апаруҡ ҡына булып тырпая башлаған үҫентеләрен аяуһыҙ ҡырҡырға тотондо. Беҙ аптырай төштөк: артабан ни булыр? Һаҡал-мыйыҡты ҡырып ҡына сәрхүшлектән ҡотолоп булһа икән...
Бактиһәң була икән! Салҡан төшөп ятҡан еҙнәй кеше уяныу түгел ыжламай ҙа. Киреһенсә. Эйәген күтәрә биреп, танау һыҙғыртыуын белде. Ошо ғәмәлдән ул, күрәһең, йоҡо аралаш булһа ла, оло кинәнес кисерә ине. Ә ҡәйнеш кәмитенең ғиләһен беҙ һуңғараҡ төшөндөк...
Иртән торғас та Рикс Тәхиевич, матур ғәҙәте буйынса, йыуынырға барып баҫты, ҡулын һабынлап сикәһенә тейҙерҙе һәм... таш һыны ише ҡатты ла ҡалды: һаҡал урынында юҡ ине. Көн яҙлыҡтырмай, шул ҡәҙәре рәхәтләнеп ҡырған әйбер ҡайҙа булған? Күҙҙәре ҙурайып киткән Рикс Тәхиевич ҡурҡынып ян-яғына ҡаранды, көмөшө һыҙырылып ала-ҡолаға әйләнгән көҙгөһөнә йәнә баҡты, өшөгән кешеләй яуырынын йыйырҙы.
– Нимә, Рикс Тәхиевич, әллә баш ауыртамы? – Ҡәйнеше ошо урында уның хәленә кермәксе итте, әммә:
– Кешелә һинең ни эшең? Тик кенә ят! – тигән тупаҫ яуап алды.
Рикс Тәхиевич ул көндө тағы “һуғып” ятты, төнгө ҡырыныу әмәле тағы ҡабатланды. Был юлы инде ысын-ысындан ҡурҡыуға ҡалды теге: йөнтәҫ-уҫал ҡаштары юғары сөйөлдө, асылған ауыҙы һалбырап төштө һәм йөҙө ағарынып китте. Ул ныҡ ҡалтырана ине.
– Берәй нәмә булдымы еҙнә, төҫөң ҡасҡан? Сирләп тораһың буғай. Дарыу бирәйемме? – Ғәйепһеҙ ҡараштарын уға төбәгән ҡәйнеше ихлас күңелдән бөтөрөндө, – мә, ҡабып ебәр. Еҙнәһе өндәшмәне. Ә был мәлдә башҡа ирҙәр көлөп ебәреүҙән саҡ тыйылып торалар ине. Ул көндө рухы ҡаҡшаған Рикс Тәхиевич бығаса булмағанса

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

Страница 1 из 2 | Следующая страница
 
| Напечатать | Комментарии (0)
[28 апреля 2010] | Просмотров: 163 Опубликовал: admin Оцени статью!

Другие новости по теме:
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • Йәй
  • Һайлауҙан һуң уйланыуҙар
  • Сәйҙәш балҡышы
  • Яҙғынлыҡ - аҙғынлыҡ
  • Кәк-күк
  • «Ысҡынған» мәлдә. Рәдиф ТИМЕРШИН

  • Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

    Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

    {announce}
    {inform_bashtar}
    Новости
      Шаман из Якутии «идущий изгонять Путина» устроил массовый митинг в Чите 
      Почему молодежь Башкортостана уезжает из республики? 
      Наконец-то: Во Всемирном курултае башкир сменится руководство 

    башкирская культура

      Ответ Белому шуту 
      Почему татарские актеры отказались сниматься в сериале «Зулейха» с Чулпан Хаматовой 
      В Башкортостане не забывают корни, даже если это идет вразрез политики нынешнего президента 

    история башкир

      Род древних башкир был сопоставим по размеру с хазарами. 
      ҠАНИФА ЮЛЫ 
      История не терпит лжи: открытое письмо башкирских историков 

    башкирская литература

      Яңы йыл байрамы 
      Әнисә Таһирова – ул башҡорт шиғриәте юғарылығы 
      Беренсе кластар өсөн байрам сценарийы 
      Яңы йыл 
      Яңы йыл тураһында шиғырҙар 
      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      «ДЕКАБРИСТЫ» И «ОЛИМПИЙЦЫ» 
      Һаумы Яңы йыл! 
      Башкирский Дед Мороз 
      Яңы йыл менән, дуҫтар! 
      Ап-аҡ ҡарға баҫа Яңы йылым 

    Башкирская политика

      Смерть национальной журналистики Башкирии. Почему никого не нужно спасать? 
      "Мы никогда не были экстремистами": активисты "Башкорта" ответили Радию Хабирову 
      Фарс, диктатура и политическая незрелость команды Хабирова: итоги V Всемирного курултая башкир 

    башкирская кухня

      Кыҙыл эремсек 
      Как использовать микроволновку? 
      Как приготовить плов из баранины 

    Слово автору

      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      Салауат ӘБҮЗӘР: БЕҘ! 
      Подвиг штрафников-танкистов. Грузия 1992 г. 
    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на www.bash-portal.ru обязательна. Данная информация предназначена для лиц старше 18 лет.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .