Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . Происшествия Стихи Музыка Литература Недвижимость Знакомства Башфорум
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное

    
Поиск
 
    
Популярные новости:
    
Заработок для сайтов
    
Партнеры

Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив)
    
Календарь

Июль 2019 (5)
Январь 2019 (2)
Ноябрь 2018 (20)
Апрель 2018 (8)
Март 2018 (13)
Февраль 2018 (2)
    
Полезное

|
    
Реклама
M



Үҙ алиментымды үҙем алам

Новости » Слово автору
Үҙ алиментымды үҙем алам
Юмореска


Атай-әсәйҙең, ҡасан башлы-күҙле булаһың, йәшең дә 40-ҡа етеп бара, күптән өйләнергә ваҡыт бит инде һиңә, тип ҡолаҡты кимереүҙәренән туйып, үҙем самалап йөрөгән Хәми абҙыйҙың фартауай ҡыҙы Ләйләгә туйлап тормайынса ғына өйләндем дә ҡуйҙым.
Баҡһаң, иркә генә үҫкән Ләйлә баҙарға, магазиндарға йөрөүгә күнекмәгән икән. Хәҙер бына үҙемә башҡарырға тура килә. Көн һайын ҙур сумка тотоп алыш-биреш иткән урындарға сабам. Тора-бара хатта эштән ҡайтышлай уҡ сумкамды тултырып ҡайтырға өйрәндем.
Хеҙмәт хаҡын үҙем тотонғас, магазиндарға эштән ҡайтышлай һуғылыу миңә бик уңайлы булһа ла, минең ҡатындың үҙ ҡулында аҡсаһы булмағас:
– Ҡайҙа ҡуяһың һин зарплатаңды? – тип миңә шикле ҡарай башланы был. Минең ғәйепле бала һымаҡ аптырап, ҡаушабыраҡ ҡалыуым уның шикләнеүен тағы ла көсәйтеп ебәрҙе. Бер көндө ҡатын ҡулына ниндәйҙер рәсми ҡағыҙ килтереп тотторҙо ла:
– Мә, имзаңды ҡуй! – тип аҡайған күҙҙәре менән ҡарамаһынмы.
– Нимәгә ҡул ҡуйырға? – тим, аптырашлы ҡараш менән.
– Алимент ҡағыҙы! Ҡуй-ҡуй, давай, имзаңды, ҡуймаһаң судҡа барырһың! – ти бит был.
Мин аптырауҙан ҡатып ҡалдым. Йә хоҙай, мәйтәм, ояты ни тора, үҙ ҡатының хөкөмгә саҡыртһын әле. Эштән ҡайтышлай берәй ерҙә йөҙ грамм һалған да юҡ бит исмаһам. Асыуымдан мин быға:
– Һин нимә, ҡоторҙоңмо, әллә шаяртаһыңмы, бисәкәй! Бөгөн бит беренсе апрель түгел, – тим, беҙҙең бесәйҙеке һымаҡ һорғолт күҙҙәренә нығыраҡ аптырап ҡарап. Тик күҙҙәрендә иман нуры күренмәй...
Хәҙер бит тормош үҙгәреп тора. Оҙаҡламай миңә ала торған хеҙмәт хаҡымды үҙемә тейешлеһен генә бирә башланылар, сөнки бисәгә алиментты тотоп ҡалалар. Шуға ла хәҙер эштән ҡайтышлай ауыр сумка күтәреп ҡайтмайым. Уның ҡарауы ҡатындың хәле ауырайҙы. Айына ике тапҡыр почтаға алимент аҡсаһын алырға барырға кәрәк. Баҙар, магазиндарға ла үҙенә йүгерергә тура килә хәҙер.
Дөрөҫ, тәүҙәрәк сер бирмәҫкә тырышты. Һуңғараҡ түҙемлеге бөтөп:
– Алимент юллап күпме аҡса, күпме нервым бөттө. Инде хәҙер комиссионный сбор тигән булып аҡса тотоп ҡалалар, ләғнәт һуҡҡырҙары! – тип һуҡрана, зарлана башланы был.
Ә минең хәлдәр улай уҡ мөшкөл түгел. Баштараҡ эштә ведомосҡа ҡул ҡуйғанда уңайһыҙланырға тура килһә лә, һуңынан быға күнегеп киттем.
– Ни эшләп былай аҡсаң кәмене, әҙ ала башланың? – тип ҡыҙыҡһыныусыларға:
– Кредитҡа ҡатын алған инем, шуны рәхәтләнеп түләйем, – тип шаяртам да ҡуям. Хатта былай бик һәйбәтерәк тә әле: ялынып аҡса һорап ҡатын күҙенә ҡарап тораһы юҡ, үҙемә тейгәне – үҙ ҡарамағымда.
Ләйлә быны һиҙә, һөмһөрө ҡойолоп йөрөй. Етмәһә бер көндө һалҡын тейҙереп, сирләп тә китте.
Сүп өҫтөнә сүмәлә тигәндәй, ошо саҡ кесе ҡыҙыбыҙ Сәлимә ишек алдынан йүгереп инде лә:
– Әсәй, һинең һөйөнөс ҡағыҙың килде! – тип әсәһенә алиментҡа килгән аҡса ҡағыҙын тотторҙо.
Ләйлә уға аҡайып ҡараны ла, аҡса ҡағыҙын тартып алып, үҙе ятҡан мендәр аҫтына тыҡты. Мендәр аҫтында ҡағыҙ, уның өҫтөндә ҡатын өс көн яттылар.
Өсөнсө көндө түҙмәне, мине үҙ янына саҡырып:
– Ғәптерәй, йәнем, минең тауыҡ һурпаһы ашағым килә, – тине бахыр ғына булып. Минең өндәшмәй тороуымды үҙенсә аңланы ахырыһы.
– Алимент аҡсаңды алырһың, – тип өҫтәне.
– Һе, миңә бирмәҫтәр бит әле уны.
– Доверенность яҙырмын.
Ошолай итеп, үҙ ҡатынымдың ышаныс ҡағыҙы менән үҙемдән килгән алиментты үҙем барып алып, әүәлгесә баҙарға оло сумканы тултырып аҙыҡ-түлек алып ҡайтырға киттем.

Дим ҒИЗЗӘТУЛЛИН.

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[28 апреля 2010] | Просмотров: 236 Опубликовал: admin Оцени статью!

Другие новости по теме:
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • Һайлауҙан һуң уйланыуҙар
  • Яҙғынлыҡ - аҙғынлыҡ
  • Шик
  • Ғөҙөр
  • Кәк-күк
  • «Ысҡынған» мәлдә. Рәдиф ТИМЕРШИН

  • Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

    Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

    {announce}
    {inform_bashtar}
    Новости
      Шаман из Якутии «идущий изгонять Путина» устроил массовый митинг в Чите 
      Почему молодежь Башкортостана уезжает из республики? 
      Наконец-то: Во Всемирном курултае башкир сменится руководство 

    башкирская культура

      Ответ Белому шуту 
      Почему татарские актеры отказались сниматься в сериале «Зулейха» с Чулпан Хаматовой 
      В Башкортостане не забывают корни, даже если это идет вразрез политики нынешнего президента 

    история башкир

      Род древних башкир был сопоставим по размеру с хазарами. 
      ҠАНИФА ЮЛЫ 
      История не терпит лжи: открытое письмо башкирских историков 

    башкирская литература

      Яңы йыл байрамы 
      Әнисә Таһирова – ул башҡорт шиғриәте юғарылығы 
      Беренсе кластар өсөн байрам сценарийы 
      Яңы йыл 
      Яңы йыл тураһында шиғырҙар 
      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      «ДЕКАБРИСТЫ» И «ОЛИМПИЙЦЫ» 
      Һаумы Яңы йыл! 
      Башкирский Дед Мороз 
      Яңы йыл менән, дуҫтар! 
      Ап-аҡ ҡарға баҫа Яңы йылым 

    Башкирская политика

      Смерть национальной журналистики Башкирии. Почему никого не нужно спасать? 
      "Мы никогда не были экстремистами": активисты "Башкорта" ответили Радию Хабирову 
      Фарс, диктатура и политическая незрелость команды Хабирова: итоги V Всемирного курултая башкир 

    башкирская кухня

      Кыҙыл эремсек 
      Как использовать микроволновку? 
      Как приготовить плов из баранины 

    Слово автору

      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      Салауат ӘБҮЗӘР: БЕҘ! 
      Подвиг штрафников-танкистов. Грузия 1992 г. 
    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на www.bash-portal.ru обязательна. Данная информация предназначена для лиц старше 18 лет.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .