Яңы йыл салаты
Хикәйә
Табиптар сирҙең иң ышаныслы һаҡланыу сараһы итеп грипҡа ҡаршы прививҡа яһатыуҙы һанай. Һуңғы йылдарҙа ҡыш бик инәлтеп кенә килә башланы. Быйыл да шулай булды. Оҙаҡ ҡына ваҡыт ҡар яуманы. Ғинуарҙың икенсе яртыһында ғына беҙҙе шатландырып ер өҫтөн ҡар ҡапланы. Етмәһә ниндәйҙер йоғошло грипп халыҡ араһында таралып өлгөрҙө. Бигерәк тә балалар учреждениаларында бындай күренеш күҙгә күренеп таралды. Күп кенә ойошмаларҙа халыҡ массалары ауыҙлыҡтар кейеп йөрөргә мәжбүр булды.
Табип билдәләгән дарыуҙарға ҡарағанда үләндәрҙең, емеш-еләктәрҙең шифаһы көслөрәк һәм һөҙөмтәлерәк булыуына һәр кем үҙ тәжрибәһендә инанғандыр, моғайын. Был ысынлап та шулай.
Тымауҙы күп төрлө үлән, махсус ҡайнатма, халыҡ рецепы менән дауалап була. Ә табиптар бындай осраҡта урамға сыҡмаҫҡа, өйҙә ултырырға кәңәш итә. Мин дә шундай ысул менән дауаланырға булдым. Тағы бер ысул өйрәндем, әгәр ҙә мәгәр һыуыҡ тейҙерәһең килмәһә, көн дә кис ятыр алдынан йә һарымһаҡ йә һуған ашарға кәрәк. Бик булмаһа һуғанлы салат ашағыҙ. Был ҡағиҙәне мин еренә еткереп башҡарам һәм башҡаларға ла шуны тәҡдим итәм.
Сөскөрөп йөрөй торғас, Яңы йыл алдынан сәсрәп тигәндәй ауырып киттем. Тамаҡ шеште, төкрөктө йотоп та булмай. Телевизорҙа бер сериал бара ине. Шуны ҡарап диванда ята торғас, әбей менән бабайҙың нисек итеп һыуыҡтан дауаланырға өйрәткәндәрен отоп алып, улар өйрәткәнсә һарымһаҡты әрсеп танауҙың ике тишегенә тығып ҡуйҙым. Вәт малай эсетә башламаһынмы, түҙеп торорлоҡ түгел. Бер нисә минуттан һарымһаҡты танауҙан тартып алдым. Шунан китте сөскөрөү, бышҡырыу, хатта торған ерҙән һикереп-һикереп китәм. Күҙҙән ере-ере йәш бөртөктәре тәгәрләп сыға башланы. Бына шунда һарымһаҡтың шул хәтле көслөлөгөн тойҙом.
Шулай бер нисә мәртәбә эшләгәс, әсетеү һиҙелмәй башланы. Әллә танау өйрәнде, әллә тегенең көсө бөттө инде. Мин был ысул менән мауығып китеп, өсөнсө сеанс эшләгәндә, һаҡһыҙланып һарымһаҡты төпкәрәк тығып ебәргәнмен. Киттем бит бер ваҡыт сөскөрөп, бышҡырып түҙеп тә булмай. Сөскөргән һайын ыштан төбөнә лә тамыҙып ебәрәм. Өс бүлмәне бер итеп йүгереп тигәндәй йөрөй башланым. Һарымһаҡты танау тишегенән сығарып булмай ҙа ҡуя. Нимә ҡылырға? Ике күҙҙән суптырлап йәш тама башланы. Туҡта әле, нишләп мин былайтып торам тип, ванна бүлмәһенә инеп йән көсөмә танауҙы һемгерергә тотондом. Шунан бик оҙаҡ яфаланғас ҡына, теге һарымһаҡ килеп сыҡты.
Бына шулай үҙ белдегең менән файҙаланып дауаланыу уйламағанда-нитмәгәндә ошондай күңелһеҙ хәлдәр менән дә тамамланып ҡуя икән ул. Әммә ләкин дауаланыуҙың файҙаһы тейҙе.
Яңы йылды бик күп төрлө һыуған, һарымһаҡ ҡушып эшләнгән салаттар менән ҡаршы алдыҡ. Берәүҙең дә сөскөргән-бышҡырғаны ҡолаҡҡа салынманы. Өй эсе – шатлыҡ һәм ҡыуаныс менән тулды.
Яңы йыл табынында беҙҙәң дә бәхетлерәк кеше булмағандыр. Ҡыш ҡышлығын итә икән ул. Бөтә ер өҫтөн ап-аҡ ҡар ҡапланы. Яңы яуған ҡарға ҡарап беҙҙең дә күңелдәр күтәрелде. Бала-саға шыршы тирәһендә әйләнде. Сөнки ”Ҡыш бабай бүләге” тип ҡупшы шыршыҡай төбөнә төрлө бүләктәр ҙә йәшереп ҡуйғайныҡ. Ә беҙ өлкәндәр һығылып торған Яңы йыл өҫтәле тирәләй ултырып Яңы йыл ҡотлауҙарын ҡараныҡ.
С. СӘҒИТОВА.
Өфө ҡалаһы.