Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . Происшествия Стихи Музыка Литература Недвижимость Знакомства Башфорум
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное

    
Поиск
 
    
Популярные новости:
    
Заработок для сайтов
    
Партнеры

Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив)
    
Календарь

Июль 2019 (5)
Январь 2019 (2)
Ноябрь 2018 (20)
Апрель 2018 (8)
Март 2018 (13)
Февраль 2018 (2)
    
Полезное

|
    
Реклама
M



Таймаҫ мәҙәктәре

Новости » Слово автору
ӘХМӘМ АБЗЫЙ ФӘСТЕРӘ
Бер ваҡыт шулай, илленсе йылдарҙа, клубта гармун уйнап ултырһам, миңә мынау тиклем йоҙаҡ осоп килә бит. Мин уйнауҙы туҡтатмайса ғына, һул ҡул менән теге йоҙаҡты эләктереп алып, эргәгә “запасҡа” һалып ҡуйҙым. Әҙерәк ултырғас, яңыһы осоп килә, уны эләктереп, тағы алып мынауында ҡуйҙым.. Уйлайым: "Кем эше был? Туҡта, мин уйнағанда, Кәримә бейей ине. Сәлихйәндең эшелер был". Гармунды ҡуйҙым да, тамбурга сыҡтым. Яңы армиянан ҡайтҡан егеттәр пряшкалары менән шыҡылдата башланылар бит. Йәнәһе, мин армияла хеҙмәт итмәгәнмен. Мин бер үҙем, Хисмәт абзый ғына минең яҡлы. Сәлихйәнгә — мә йоҙағың!- тип ҡабырғаһына ебәрҙем. Хисмәт абзый, ә уның ике ҡулының да бармаҡтары юҡ ине, Шәкирҙең әпәй шүрлегенә менеп төштө. Кәлимуллаға берҙе майлағайным... Хәйбуллаһы сығып ҡасты . Сәрүәр апай йүгереп килгән. "Әхтәм, Ғәлиулла бәпесемә исмаһам теймә инде", — тип йөгөрөп сыҡҡан. "Һинә бәпес булһа, миңә пират ул", — тип Ғәлиуллаһының тәртәһен бөктөм. Сәкәй һикерңләй ине, үңәсенә бармаҡ менән "триугольник" ҡына ҡуйҙым. Әльмух: "Мин — морской!" — тип килә ине, "узелен" бәйләп ебәрҙем. Теге морской, сухопутный һалдатгарҙы воздушныйға әйләндергәс, ауыл ҡыҙҙарынан отбой булманы. Дәже Илкәнәй, Ялсыҡай, Эзәк, Юлдаштан килеп ҡыҙҙар: "Миңә Әхтәмде күрһәтегеҙ әле", — тип йөрөнөләр. Ләкин мин ныҡ торҙом, бepehендә бисәлеккә алманым..

*****

ҺИБӘТ БАБАЙ МАЖАРАЛАРЫ

Һибәт бабай гүмере буйы тракторсы булды. Ул hәp ваҡыт тураһын, дөрөҫөн һөйләгән бер ҡатлы кеше була тоғайны. Бер ваҡыт был "Беларус"ын ҡыҙҙыра алмай икән. Күршелә йәшәгән механикты саҡыра ла: "Бына, Зәйнулла, трактор ҡыҙмай", — ти икән. Зәйнулла еҙнә тракторҙы ҡыҙҙырып ҡарай ҙа: "Бәй, Һибәт абзый, бының искраһы бөткән бит", - ти. "Һы, ярай, улай булғас MTM-Fа барып искра алып киләйем әле", — ти Һибәт бабай. "Бар алып кил", — тип Зәйнулла еҙнә Һибәт бабайға күнәк тоттороп
MTM-ғa ебәрә.

*****

Бер ваҡыт Һибәт бабайға "Белорус"ы менән сөгөлдөр yтарғa ҡушҡандар. Агроном баҫыуғa килеп сөгөлдөр баҫыуын күрһәткән дә китеп барған.
Трактор менән сөгөлдөрҙе нисек эшкәртеүен бығаса күрмәгәс, Ьибәт бабай вис ҡырҡҡанда сыҡҡан. Ошо көндө совхозға райондан беренсе секретарь килә һәм уны шул баҫыуғы күрһәтергә алып баралар. Был ваҡытҡа Ьибәт бабай сөгөлдөрҙе "утап" бөтөп килгән була. Хужалар килгәнен күргәс, тракторын туҡтата ла улар янына килә. Совхоз директоры:
— Ьибәт абзый, һин нәмә эшләйһен?
— Сөгөлдөрҙе ҡырҡып бөткәнһең бит, — тип ҡоторона. Ә абзыйыбыҙ:
- Һи-и, бында юрунда, ана эсенә кереп ҡара! — ти икән түшен киреберәк.



*****

Шулай бер вакыт Һибәт бабай "Беларус'ы менән йәй көне тауҙан тшөп килә ә юлда 30-лап совхоз һарыҡтары ята һәм ул, тракторын туҡтата алмай, ҡайҡы берҙәренең өҫтөнән үтеп китә. Совхоз директоры быны саҡыртып:
— Һибәт абзый, ниңә һарыҡтарҙы тапаттың?! — тип ҡысҡыра.
— Иҫелә китмәй, бәй, улар минең тормоз тотмағанды күреп яттылар бит, тороп китһендәр ине! — ти, икән.

«Сугубо Таймаҫса» ғына

- Мөхәмәткирәй: -Ирек ҡайҙа киттең?
-Келәт араһына!
-Әхмәҙулла ҡайҙа бараһың?
-Кәзәгә!
-Ә Илгез һин?
-Нәзирәгә!

- Шәрәфетдин: - Шилма малай, ҡайҙа аҙналар буйына ҡайтмай йөрөйһөң, мына ҡайт әле!
-Хисам: Атаааай! бисәһеҙ ҡалдыраһың!

-Буранбай ҡайҙа киттең?
-Кюпҡа кинаға!
-Ирек кертмәһә ни эшләйһең?
-Күҙенә мөлдөрәп ҡарайымда, ул “бар инде”- тиһә, “пыыыыйййй” итеп ҡалам!

“Әхтәм абзый” репертуарынан

- Әле генә “Минең кеүек тирә яҡта сүкеш менән тура һуғыусы юҡ, ғүмеремдә сөйҙөң эргәһенә ҡыйыш һуҡҡаным юҡ” – тип ултырған Әхтәм абзый оло сүкеш менән мотоцикл двигателен уртаға яра алмай яфаланғанда баш бармағың осон двигательгә ҡуша һуғып иҙҙе.
Был намыҫына тейгән яңғылышлыҡты, түҙә алмаҫлыҡ ауыртыуҙы күрһәтмәҫкә тырышып, сүкеште яйлап ҡына ергә ҡуйҙыла, сәбәләнмәй бер метр самаһы радиус менән уң ҡулын һауанан уратып иҙелгән баш бармағын тотоп, эргәлә торған кешеләргә ни әйтергә белмәй “жОбаный” – тине зарураттан.



- Мин үҙем ғүмеремдә һарымҫаҡ ашағаным юҡ!
Әй туҡта,ҡайта анау йылы атайым менән һунарға сыҡҡанда бер тапҡыр Сәғиҙулла абзый ашатты бит әле. Бәй, алай тиһәң барыбер үҙем ашаманым, Сәғиҙулла абзый ашатты...

Әмир СОЛТАНГӘРӘЕВ.
2013 й. Таймаҫ ауылы

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[22 января 2015] | Просмотров: 817 Опубликовал: admin Оцени статью!

Другие новости по теме:
  • Таймаҫ мәҙәктәре
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • Йәй
  • Үҙебеҙсә йәшәйек!
  • Хәйерлегә булһын!
  • Яҙғынлыҡ - аҙғынлыҡ
  • «Ысҡынған» мәлдә. Рәдиф ТИМЕРШИН

  • Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

    Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

    {announce}
    {inform_bashtar}
    Новости
      Шаман из Якутии «идущий изгонять Путина» устроил массовый митинг в Чите 
      Почему молодежь Башкортостана уезжает из республики? 
      Наконец-то: Во Всемирном курултае башкир сменится руководство 

    башкирская культура

      Ответ Белому шуту 
      Почему татарские актеры отказались сниматься в сериале «Зулейха» с Чулпан Хаматовой 
      В Башкортостане не забывают корни, даже если это идет вразрез политики нынешнего президента 

    история башкир

      Род древних башкир был сопоставим по размеру с хазарами. 
      ҠАНИФА ЮЛЫ 
      История не терпит лжи: открытое письмо башкирских историков 

    башкирская литература

      Яңы йыл байрамы 
      Әнисә Таһирова – ул башҡорт шиғриәте юғарылығы 
      Беренсе кластар өсөн байрам сценарийы 
      Яңы йыл 
      Яңы йыл тураһында шиғырҙар 
      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      «ДЕКАБРИСТЫ» И «ОЛИМПИЙЦЫ» 
      Һаумы Яңы йыл! 
      Башкирский Дед Мороз 
      Яңы йыл менән, дуҫтар! 
      Ап-аҡ ҡарға баҫа Яңы йылым 

    Башкирская политика

      Смерть национальной журналистики Башкирии. Почему никого не нужно спасать? 
      "Мы никогда не были экстремистами": активисты "Башкорта" ответили Радию Хабирову 
      Фарс, диктатура и политическая незрелость команды Хабирова: итоги V Всемирного курултая башкир 

    башкирская кухня

      Кыҙыл эремсек 
      Как использовать микроволновку? 
      Как приготовить плов из баранины 

    Слово автору

      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      Салауат ӘБҮЗӘР: БЕҘ! 
      Подвиг штрафников-танкистов. Грузия 1992 г. 
    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на www.bash-portal.ru обязательна. Данная информация предназначена для лиц старше 18 лет.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .