Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . Происшествия Стихи Музыка Литература Недвижимость Знакомства Башфорум
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное

    
Поиск
 
    
Популярные новости:
    
Заработок для сайтов
    
Партнеры

Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив)
    
Календарь

Июль 2019 (5)
Январь 2019 (2)
Ноябрь 2018 (20)
Апрель 2018 (8)
Март 2018 (13)
Февраль 2018 (2)
    
Полезное

|
    
Реклама
M



Шағир Тойғонға 60 йәш тулыуға арналған юбилей кисәhе

Новости » Слово автору
Шағир Тойғонға 60 йәш тулыуға
арналған юбилей кисәhенең

Сценарий

Режиссеры – Салауат Итбаев.
Алып барыусы – Илсөйәр Fәзетдинова.

«Далан» төркөмө башҡарыуында яртылаш
Тойғон hүҙҙәренә яҙылған «Эй, Ырымбур,
Ырымбур!» йыры яңғырай hәм шул ыңғайға
аҡрын ғына шаршау асыла. Сәхнә түрендәге «60» эмблемаhының сағыу балҡышы ҡараш-
тарҙы иркәләй. Йыр тамамланыу менән Илсөйәр Fәзетдинова, кисәне алып барыусы булараҡ, тамашасы алдына сыға.

Алып барыусы. Хәйерле кис, ҡәҙерле дуҫтар, туғандар, милләттәштәр!
Һаумыhығыҙ, хөрмәтле шиғриәт hөйөүселәр, әҙәбиәт дуҫтары, ҡәләм оҫталары, сәхнә әhелдәре, мөхтәрәм ҡунаҡтар!
Бына беҙ тағы ла ошо мөhабәт, күркәм залда шиғриәт байрамына, күңел hәм матурлыҡ тантанаhына йыйылдыҡ. Байрамыбыҙҙы иhә «Далан» төркөмө егеттәренең Ырымбур хаҡындағы йыры менән башлап ебәрҙек. Был юҡҡа түгел. Сөнки Ырымбур ере лә Башҡортостанға hут биргән тәрән тамырҙарҙың береhе ул. Ошо яҡтарҙан сыҡҡан байтаҡ аҫыл заттар иhә беҙҙең әйткәндәргә ҡеүәт була ала. Хәйер, тауҙың бейеклеген күрер өсөн ситкәрәк китеп ҡарарға кәрәк – быныhы инде hүҙ уйнатыу түгел, ә ысынбарлыҡ.
Ысынбарлыҡта иhә әҙәбиәт өлкәhендә лә бөгөн ырымбурҙарҙың тос өлөшө бар. Уларҙы исемләп атайыҡ:
Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараhы рәйесе, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияhы лауреаты, филология фәндәре докторы, баш ҡалабыҙ Өфөнөң почетлы гражданины Рауил Бикбаев;
Тарих, тел hәм әҙәбиәт институтының элекке директоры, академик, яҙыусы Зиннур Ураҡсин;
Халыҡ тарихына бәйле ҡыйыу фекерҙәр тыуҙырған арҙаҡлы яҙыусы Йыhат Солтанов;
Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыhы, педагогия фәндәре докторы, әҙәбиәт белгесе Рафаэль Аҙнағолов;
Шағир, Башҡортостан комсомолының Fәлимов Сәләм исемендәге республика премияhы лауреаты Хисмәт Юлдашев
hәм бөгөнгө юбиляр – Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараhы рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Федерацияhының hәм Башҡортостан Республикаhының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сергей Чекмарев hәм Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, шағир hәм прозаик, йәмәғәт эшмәкәре Риф Fәлим улы Тойғонов.
Әйҙәгеҙ, ҡәҙерле тамашасылар, юбилярҙы сәхнәгә саҡырайыҡ.
Алҡыштар оҙатыуында Тойғон залдан сәхнәгә күтәрелә лә үҙенә тәғәйен урынға ултыра.

Алып барыусы. Тәүге ҡотлау hүҙе – Башҡортостан Республикаhы Хөкүмәтенең мәҙәниәт, спорт, мәғлүмәт саралары, милли hәм йәштәр сәйәсәте бүлеге мөдире Буранбай Рәфҡәт улы Күсәбаевҡа.

Б.Р.Күсәбаев ҡотлауы.

Алып барыусы. Ә хәҙер сәхнәгә Башҡортостан Республикаhы Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай депутаты, күренекле шағирә Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡованы саҡырабыҙ.

Г.Р.Ситдиҡова ҡотлауы.

Алып барыусы. Шағир тантанаhын, ижадсы байрамын йыр дауам итә. Юбиляр hүҙҙәренә композитор Fәзиз Дәүләтбирҙин яҙған йыр: «Юҡ, барыбер hине онотоп булмай». Райман Ишбаев башҡара.

Йыр яңғырай.

Алып барыусы. Тормош hәр саҡ осраштыра
Үҙенең ишеләрен.
Күп түгел дә кеүек ерҙә
Һағыныр кешеләрем.
Шөкөр итәм барлығына,
Кәрәкмәй тик артығы.
Йырҙың hымаҡ hағыныуҙың да
Булмаҫ миндә йыртығы.
Ошо хәлем бер саҡ мине
Аяғымдан йығыр ҙа...
Һағыныуҙан яҙылғандыр
Иң беренсе шиғыр ҙа.
Шуға мин дә ҡәләм алдым –
Холҡома күрә таман.
Хәҙер күпте аңлар йәштә –
Йыртыҡлы үҙе заман.
Бөтәйтергә теләй уны
Һағыныр кешеләрем.
Аҙ күрмәнем был донъяның
Тешhеҙен, тешлеләрен...
Йылдар үткәс, төшөндөм мин
Йәшәйештең серенә:
Шәхес булыу – дан ишәйтеү
Халҡына hәм еренә.
Улар иhә шундай шәхес –
Ижадташ күршеләрем.
Шиғыр яҙам...
Булғанға ла
Һағыныр кешеләрем!

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

Страница 1 из 3 | Следующая страница
 
| Напечатать | Комментарии (0)
[28 февраля 2011] | Просмотров: 223 Опубликовал: admika Оцени статью!

Другие новости по теме:
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • Йәй
  • Йәй
  • Сәйҙәш балҡышы
  • Яҙғынлыҡ - аҙғынлыҡ
  • 2072 йылдың яҙында яуасаҡ ҡояшлы ямғырғ ...
  • «Ысҡынған» мәлдә. Рәдиф ТИМЕРШИН

  • Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

    Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

    {announce}
    {inform_bashtar}
    Новости
      Шаман из Якутии «идущий изгонять Путина» устроил массовый митинг в Чите 
      Почему молодежь Башкортостана уезжает из республики? 
      Наконец-то: Во Всемирном курултае башкир сменится руководство 

    башкирская культура

      Ответ Белому шуту 
      Почему татарские актеры отказались сниматься в сериале «Зулейха» с Чулпан Хаматовой 
      В Башкортостане не забывают корни, даже если это идет вразрез политики нынешнего президента 

    история башкир

      Род древних башкир был сопоставим по размеру с хазарами. 
      ҠАНИФА ЮЛЫ 
      История не терпит лжи: открытое письмо башкирских историков 

    башкирская литература

      Яңы йыл байрамы 
      Әнисә Таһирова – ул башҡорт шиғриәте юғарылығы 
      Беренсе кластар өсөн байрам сценарийы 
      Яңы йыл 
      Яңы йыл тураһында шиғырҙар 
      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      «ДЕКАБРИСТЫ» И «ОЛИМПИЙЦЫ» 
      Һаумы Яңы йыл! 
      Башкирский Дед Мороз 
      Яңы йыл менән, дуҫтар! 
      Ап-аҡ ҡарға баҫа Яңы йылым 

    Башкирская политика

      Смерть национальной журналистики Башкирии. Почему никого не нужно спасать? 
      "Мы никогда не были экстремистами": активисты "Башкорта" ответили Радию Хабирову 
      Фарс, диктатура и политическая незрелость команды Хабирова: итоги V Всемирного курултая башкир 

    башкирская кухня

      Кыҙыл эремсек 
      Как использовать микроволновку? 
      Как приготовить плов из баранины 

    Слово автору

      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      Салауат ӘБҮЗӘР: БЕҘ! 
      Подвиг штрафников-танкистов. Грузия 1992 г. 
    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на www.bash-portal.ru обязательна. Данная информация предназначена для лиц старше 18 лет.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .