Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . Происшествия Стихи Музыка Литература Недвижимость Знакомства Башфорум
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное

    
Поиск
 
    
Популярные новости:
    
Заработок для сайтов
    
Партнеры

Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив)
    
Календарь

Июль 2019 (5)
Январь 2019 (2)
Ноябрь 2018 (20)
Апрель 2018 (8)
Март 2018 (13)
Февраль 2018 (2)
    
Полезное

|
    
Реклама
M



Тәҡдир

Новости » Слово автору
Зөлфәт

Ҡәһәрләнгән ике ҡош шикелле,
Беҙ осабыҙ таңға ҡәҙәрле.
Ҡысҡырабыҙ:
- Са-а-а-аҡ!
- Су-у-у:-уҡ!
Ҡауышыу юҡ.
Тейҙе беҙгә кемдең ҡәһәре!

Яңғыҙ ғына ергә килмәй кеше,
Йән йәндәше менән ярала.
«Йәндәремдең яртыһы!..» - тип юҡҡа
Әйтмәйҙәрҙер -
Тәҡдир арала...

Күрһәт миңә, тәҡдир, ғүмеремдә
Мин асырға тейеш йондоҙҙо!
Йондоҙ ҡабыҙырға тейешмендер,
Ә мин бына -
шырпы ҡабыҙҙым...

Шул йондоҙҙоң саҡырыуы йәшәй
Һәр күңелдә -
Һәм ул күңелдәр
Гөлгә, бәлки, һыйынырға тейеш,
Ә һыйына улар -
тимергә.
Йән менән Йән...
Ҡара-ҡаршы осоп
Үтер улар мең төн, мең көндө -
Ҡарғалмаған,
Ләкин мәңгелеккә
Ҡауыша алмаҫ Саҡ-Соҡ шикелле

Кем ҡарғаһын беҙҙе!
Төнгө урман
Ҡанаттарҙы йолҡа, ҡаната,
Ҡанаттан ҡам тама -
арабыҙҙа
Һаман шул уҡ, шул уҡ таң ата!

Ҡабат төнгә ҡыуа һине был таң,
Төн ебәрмәй мине -
нисә йыл
Ҡәһәрләнгән ике ҡош шикелле,
Беҙ осабыҙ һаман, осабыҙ.

Умырзая шыта ҡар аҫтынан,
Эйелә тал йәйге бәхетенән.
Һалмаҡ яуым булып япраҡ яуа,
Ҡыштар үтә урман өҫтөнән.

...Ерҙең ҡайһы төбәгендә, бәхетем,
Күҙәтәһең таңды тынлыҡта -
Бына ошо мәлдә, ошо хәлдә,
Миңә бик тә моңһоу минутта?

Һуҡмаҡ эҙләйһеңме, йөҙәһеңме?
Тораһыңмы кескәй пристандә
Аҡ туфлиҙа, аҡ күлдәкле
Ләкин
Бик тә бәхетһеҙ бер дастандай?

Тал баҫмала керҙәр сайҡайһыңмы,
Йәки төнгө серле ҡалала
Күнегәһеңме һин ят наҙҙарға
Һәм күҙҙәрҙе йомоп йәшәргә?
Ысҡынырға теләп тәҡдирҙәрҙең
Ҡотолғоһоҙ тартыу көсөнән,
Ауаз һалып, эҙләп, өҙгөләнеп
Осаһыңмы ҡитға өҫтөнән?

Ләкин ҡайҙа ҡына булһаң да һин,
Япа-яңғыҙ ҡалған төнөңдә
Күҙҙәреңде йом да,
тыңла төндө -
Нәҡ шул саҡта һинең күңелдә,

Меңәр йыллыҡ көл ҡаплаған ерҙән
Ҡалҡып сыҡҡан хәбәр шикелле,
Йөрәгеңде ҡыҫып, ауырттырып
Минең үлмәҫ һағыш ишетелер,

Шул мәңгелек тауыш ишетелер:
- Са-а-а-аҡ!
- Су-у-у-уҡ!

...Әүерелер ҡулдар пар ҡанатҡа...
Йәшәү - осош, кеше - таң ҡошо.
Кеше күңеле - Саҡ-Суҡ тауышылыр,
Кеше йәне - Саҡ-Суҡ һағышы...
1976

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[22 февраля 2011] | Просмотров: 177 Опубликовал: admika Оцени статью!

Другие новости по теме:
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • Сәйҙәш балҡышы
  • Яҙғынлыҡ - аҙғынлыҡ
  • 2072 йылдың яҙында яуасаҡ ҡояшлы ямғырғ ...
  • Ҡазан ҡалаһының 39-нсы кварталы янындағы ...
  • Кәк-күк
  • «Ысҡынған» мәлдә. Рәдиф ТИМЕРШИН

  • Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

    Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

    {announce}
    {inform_bashtar}
    Новости
      Шаман из Якутии «идущий изгонять Путина» устроил массовый митинг в Чите 
      Почему молодежь Башкортостана уезжает из республики? 
      Наконец-то: Во Всемирном курултае башкир сменится руководство 

    башкирская культура

      Ответ Белому шуту 
      Почему татарские актеры отказались сниматься в сериале «Зулейха» с Чулпан Хаматовой 
      В Башкортостане не забывают корни, даже если это идет вразрез политики нынешнего президента 

    история башкир

      Род древних башкир был сопоставим по размеру с хазарами. 
      ҠАНИФА ЮЛЫ 
      История не терпит лжи: открытое письмо башкирских историков 

    башкирская литература

      Яңы йыл байрамы 
      Әнисә Таһирова – ул башҡорт шиғриәте юғарылығы 
      Беренсе кластар өсөн байрам сценарийы 
      Яңы йыл 
      Яңы йыл тураһында шиғырҙар 
      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      «ДЕКАБРИСТЫ» И «ОЛИМПИЙЦЫ» 
      Һаумы Яңы йыл! 
      Башкирский Дед Мороз 
      Яңы йыл менән, дуҫтар! 
      Ап-аҡ ҡарға баҫа Яңы йылым 

    Башкирская политика

      Смерть национальной журналистики Башкирии. Почему никого не нужно спасать? 
      "Мы никогда не были экстремистами": активисты "Башкорта" ответили Радию Хабирову 
      Фарс, диктатура и политическая незрелость команды Хабирова: итоги V Всемирного курултая башкир 

    башкирская кухня

      Кыҙыл эремсек 
      Как использовать микроволновку? 
      Как приготовить плов из баранины 

    Слово автору

      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      Салауат ӘБҮЗӘР: БЕҘ! 
      Подвиг штрафников-танкистов. Грузия 1992 г. 
    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на www.bash-portal.ru обязательна. Данная информация предназначена для лиц старше 18 лет.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .