Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . Происшествия Стихи Музыка Литература Недвижимость Знакомства Башфорум
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное

    
Поиск
 
    
Популярные новости:
    
Заработок для сайтов
    
Партнеры

Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив)
Стратегия управления репутацией www.apanshin.ru.
    
Календарь

Январь 2019 (2)
Ноябрь 2018 (20)
Апрель 2018 (8)
Март 2018 (13)
Февраль 2018 (2)
Декабрь 2017 (2)
    
Полезное

|
    
Реклама
M



Сәмреғош ҡанат ҡаға-14

Новости » Слово автору
* *

... Колхоздан ике ғаиләне күрше райондағы завод урманына зелпе тамыры сығарыу өсөн ебәрергә ҡарар ителгән. Был эш Ҡара Ҡәюм ағайға йөкләтелгән, иптәш hайлауҙы ла уның үҙенә тапшырғандар. Ҡәюм ағай беҙгә килгән.
– Әйҙә, Хафиз ҡорҙаш, тәүәккәлләп йыйынайыҡ та китәйек шул йәйләүгә. Мин ике ҡыҙымды алырмын, ә hин улың менән ҡыҙыңды алып бар. Һыу буйында ҡаҡланып ятҡансы, тегендә беҙгә булышып, әҙме-күпме хеҙмәт көнө эшләрҙәр. Күпме зелпе тамыры төшөрhәк, шунса хеҙмәт көнө яҙыласаҡ.
Атайым уйлап торҙо ла ризалашты. Яңы ерҙәр күреп, донъя гиҙеп ҡайтыу беҙҙә айырыуса ҙур ҡыуаныс тыуҙырҙы.
Тәүҙә атайымдар үҙҙәре генә ат егеп, йәйләү өсөн урманда урын hайлап ҡайттылар. Унан арбаларға кейем-hалымдарҙы, аҙыҡ-түлек, hауыт-hабаларҙы hәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы тейәнек тә бергәләп сәфәр сыҡтыҡ. Атайымдарҙың әйтеүенә ҡарағанда, илле саҡрым самаhы юл үтергә кәрәк ине беҙгә.
Билдәләнгән урынға кискә табан ғына килеп еттек. Ҙур аҡлан ситендәге кескәй инеш ағып ятҡан ышыҡ hәм иҫ киткес матур урын. Атайҙар инде ҡыуыш ҡороп, аш бешереү өсөн саталы ағастар ҙа ҡағып ҡуйғандар икән. Йөктәрҙе йәhәт кенә бушаттыҡ та, инеш аръяғындағы ҡуйы урман ситендәге сыбыҡ-сабыҡтарҙы йыйып, усаҡ тоҡандырып ебәрҙек hәм картуф бешерергә керештек. Ҡыуыш эргәhенә йәйелгән турпыша өҫтөнә ҡоролған табындағынан да тәмлерәк картуфты, ҡурай еләге hәм ҡарағат япраҡтары hалып ҡайнатылған хуш еҫле сәйҙе эскәнебеҙ булмағандыр, моғайын. Ә ҡаршылағы ғәжәп тә төҙ олонло, баштары менән зәңгәр күкте байҡарға ынтылғандай үҫкән ҡарағайҙар, ап-аҡ кәүҙәле нәфис ҡайындар, улар артынан ҡыуып етергә тырышҡандай япраҡтарын мул ебәреп, ҡыуаҡ-ҡыуаҡ булып ултырған йүкә, сәтләүек ағастары «хуш килдегеҙ!» тигән хужаларҙай, ҡыуанышып баш эйгәндәй тойола. Бындағы хуш еҫтәрҙән, тылсымлы гүзәллектән еңелсә генә баш әйләнә хатта.
Ҡояш байығанда ал нурҙарға төрөнгән урман айырыуса балҡып торҙо ла әкрен генә тоноҡланып hүнде hәм тын юлдарын иркенәйтеүсе hалҡынса эңер-меңергә төрөнә башланы. Киң күңелле йәшел урман, балаларын әүрәткән әсә hымаҡ, үҙенең иң наҙлы көйҙәрен көйләп, беҙҙе тәмле йоҡоға оҙатты.
Икенсе көн иртәнге сәйҙе эскәс тә, Ҡәюм ағай менән атай урман төпкөлөнә инеп китте. Тиҙҙән уларҙың ерҙе дөпөлдәтә соҡоп, эшкә керешкәндәре ишетелде.
Нәҙек кенә ҡытыршы олонло, ваҡ япраҡлы, ал сәскә ата торған зелпе ағасы беҙҙең урманда ла осраштыра, ләкин бик hирәк, ә бында, завод урманында, зелпеләр йүкә йәки сәтләүек hымаҡ ҡыуаҡ-ҡыуаҡ булып ултыра икән. Атайҙар был ағастарҙың олонон сабып ташлайҙар ҙа, тамырҙарының йыуаныраҡ өлөшөн юллап, ерҙе аҡтарырға тотоналар. Улар юллап алған тамырҙарҙы беҙ ҡыуыш алдына ташый торҙоҡ hәм, ҡалаҡ буйы самаhы ғына итеп балта менән тураҡлағандан hуң, ҡайырыларын hыҙырырға керештек. Бына бер мәлде урман эсенән атайымдың моңло ғына бер көйгә йырлап ебәргәне ишетелде:

Йылға hыуҙарына ҡарап,
Сәсен тарай бер матур.
Сәс төптәре hары алтын,
Һарғайта ла шул матур.

Ағайым миңә мәғәнәле итеп күҙ ҡыҫып алды: ишетәhеңме, йәнәhе, йырҙың кем хаҡында булыуын?! Бик ишетәм. Атайға, әлбиттә, йәш бисәкәйенән айырылып, был урманға китеүе бик үк еңел булмағандыр. Шәмсебанат әсәй бәпес көтөп ҡалды...
Зелпе тамырының ҡайырыhы автомобиль тәгәрмәстәре яhау өсөн резина ҡайнатыуға кәрәкле икән, ләкин уны hыҙырып алыуы ғына ҡыйын, әгәр ҙә ул бер аҙ елләп, кипшенеп тә ятhа, балта төйҙәhе менән туҡмап та ҡуптарырмын тимә.
Ыҙалана торғас, бының бер хәйләhенә лә төшөнөп алдыҡ. Урман ҡарауылсыhы атайҙарға зелпе тамырын тәүҙә ҡаҙанға hалып бер аҙ бешекләп алырға кәңәш иткән. Ошо әмәлде белеп алғандан hуң беҙҙең эштәр яйға hалынды.
Ҡәюм ағай ауылдан колхоздың баҫыуҙағы кешеләргә аш бешерә торған ҙур бер ҡаҙанын алып килде. Хәҙер инде тамырҙы тәүҙә күп итеп әҙерләйбеҙ ҙә бер юлы hалып ҡайнатабыҙ hәм турпыша өҫтөндә йыйнаулашып «hөйәк кимерәбеҙ». Аҙаҡ эш шундай тәртипкә hалынды: атайҙар ат менән урмандың зелпе ағасы айырыуса шәп үҫкән төпкөлдәренә китеп, көн буйына эшләйҙәр ҙә, табыштарын арбаға тейәп, ат менән ҡайтаралар, ә беҙ уны тураҡлайбыҙ, ҡаҙанға hалып бешекләйбеҙ ҙә ҡайырыhын hыҙырабыҙ. Был эш өсөн иң яйлы ҡорал әлеге лә баяғы шул сабата яhай торған шөшлө булып сыҡты.

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

Страница 1 из 3 | Следующая страница
 
| Напечатать | Комментарии (0)
[16 февраля 2011] | Просмотров: 1207 Опубликовал: admika Оцени статью!

Другие новости по теме:
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • Миҙгелемдә миҙгел йәшәне лә
  • Яҙғынлыҡ - аҙғынлыҡ
  • Кәк-күк
  • «Ысҡынған» мәлдә. Рәдиф ТИМЕРШИН

  • Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

    Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

    {announce}
    {inform_bashtar}
    Новости
      Наконец-то: Во Всемирном курултае башкир сменится руководство 
      В аквапарке Планета запрещено проносить еду, так как они заставляют посетителей покупать втридорога в самом аквапарке 
      Бывшему участнику Башкирского чата Азамату Кильдигушеву окончательно отказали в возвращении в Россию 

    башкирская культура

      Ответ Белому шуту 
      Почему татарские актеры отказались сниматься в сериале «Зулейха» с Чулпан Хаматовой 
      В Башкортостане не забывают корни, даже если это идет вразрез политики нынешнего президента 

    история башкир

      Род древних башкир был сопоставим по размеру с хазарами. 
      ҠАНИФА ЮЛЫ 
      История не терпит лжи: открытое письмо башкирских историков 

    башкирская литература

      Яңы йыл байрамы 
      Әнисә Таһирова – ул башҡорт шиғриәте юғарылығы 
      Беренсе кластар өсөн байрам сценарийы 
      Яңы йыл 
      Яңы йыл тураһында шиғырҙар 
      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      «ДЕКАБРИСТЫ» И «ОЛИМПИЙЦЫ» 
      Һаумы Яңы йыл! 
      Башкирский Дед Мороз 
      Яңы йыл менән, дуҫтар! 
      Ап-аҡ ҡарға баҫа Яңы йылым 

    Башкирская политика

      Судьба человека: Рустэм Хамитов "Объект готов на 99%, поэтому если мы не завершим его строительство — прощения не будет. " 
      «По сути снимали сливки»: Радий Хабиров пообещал вернуть Башкирии имущество, переданное без конкурса 
      Азамат Галин о Радии Хабирове 

    башкирская кухня

      Кыҙыл эремсек 
      Как использовать микроволновку? 
      Как приготовить плов из баранины 

    Слово автору

      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      Салауат ӘБҮЗӘР: БЕҘ! 
      Подвиг штрафников-танкистов. Грузия 1992 г. 
    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на www.bash-portal.ru обязательна. Данная информация предназначена для лиц старше 18 лет.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .