Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . Происшествия Стихи Музыка Литература Недвижимость Знакомства Башфорум
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное

    
Поиск
 
    
Популярные новости:
    
Заработок для сайтов
    
Партнеры

Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив)
Совет где можно заказать дипломную работу be-student24.ru.
    
Календарь

Июль 2019 (5)
Январь 2019 (2)
Ноябрь 2018 (20)
Апрель 2018 (8)
Март 2018 (13)
Февраль 2018 (2)
    
Полезное

|
    
Реклама
M



Үҫәргән-Үҫен календары

Новости » Слово автору
Кешелек донъяһының бөйөк ҡаҙанышы булған календарҙар — боронғо бабаларыбыҙҙың дин ихтыяждарын (Ай-хоҙай календары, Көн-хоҙай календары), игенселеккә (боронғо Үҫәргән-Үҫен, боронғо Египет, боронғо майя календарҙары) һәм һунарсылыҡҡа-малсылыҡҡа (башҡорттоң боронғо мөсәл календары) бәйле иҡтисади ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү өсөн төҙөлгәнлектәре мәғлүм. Был юлы һүҙ боронғо Үҫәргән-Үҫен башҡорттарының игенселек календары тураһында башланғанлыҡтан, башҡаларҙың ғына түгел, хатта башҡорт уҡыусыларының да араһында ошондайын аптыраш тыуырға мөмкин: “игенселек? Боронғо башҡортта, ҡайҙан килеп, булһын, ти, ул игенселек? Ғүмер Илаһи күскенселек менән донъя көткән, мал-тыуары артынан, ел ҡайҙа иҫһә — шунда тәгәрләгән ҡамғаҡтай, икһеҙ-сикһеҙ дала буйлап күсенеп йөрөгән дәһә ул?!.”
Эйе, үкенескә ҡаршы, ошоғаса ташҡа баҫылып сыҡҡан һәм сыға торған тарих дәреслектәребеҙ, ғилми мәҡәләләребеҙҙең күберәге, авторҙарының тонсоҡторғос торғонлоҡтан арынмауҙары, үҙ аллы фекерләй алмауҙары арҡаһында, әле булһа шул “кире ҡағылмаҫлыҡ хаҡиҡәтте” — башҡорт халҡына колонизаторҙар ҡаралап яҡҡан яланы раҫлай бирә. Әммә бындайын “ташҡа үлсәйем” ғилмилекте селпәрәмә килтереүсе абруйлы урыҫ тарихсыһы, боронғо төрки донъяның яҡшы белгесе С.А. Плетневаның тикшереү һөҙөмтәләрен “Хәтерхитап”тың I томында уҡ биргәйнем инде. Шулай уҡ кешелек донъяһының тәүдине — донъялағы бөтә диндәрҙең ата-әсәһе — тап ошо Күк Уралда башҡорт ерендә, аҫаба-башҡорт аңында башланып яралыуын һәм донъяға таралыуын, тәүдиндәге башҡорттарҙан “мал-тыуар аҫыратыусы” хоҙайыбыҙ Темәс//Таммуз да, һәм уның хәләл ефете — “иген иктертеүсе” хоҙайбикәбеҙ Аҫаба//Инана ла тап ошо кешелек Тәүтөйәге Башҡортостанда, салдарҙан-сал Темәс//Таммуз ауылыбыҙ ҡаршыһындағы изгеләрҙән-изге Рапат//Ғәрәфәт һәм Йағалса//Ҡайалса тауҙары изге ҡорамдарында төйәкләнеп “йәшәгәнлектәрен” дә етерлек аңлатҡайным. Хәҙерге төрлө диндәрҙәге күптәргә мәғлүм ҡайһы хоҙай исемдәренең боронғо ҡайһы иген-хоҙай (һәр иген төрө үҙе бер хоҙай булған) исеменән күсермәлеген дә тумбыта биреп ҡуйғайным. Һәм, боронғо (б.э. тиклем ХVII быуатҡаса) гөрләп торған башҡорт тәгәрмәсҡалаһы Арҡайымдың башҡорт ҡалаһы булғанлығы хәҙер инде бәхәслекһеҙ икәнен бөтәбеҙ ҙә белгәнлектән, башҡорттарҙың кәм тигәндә шул б.э. тиклем ХVII быуаттан уҡ, башҡа төрлө һөнәр-шөғөлдәре менән бергә, юғары мәҙәниәтле игенселәр ҙә икәнлеген дәлилләүсе “шаһәҙәтнамә”гә — тәгәрмәсҡалабыҙ янындағы бик боронғо һуғарыулы иген баҫыуҙарына бармаҡ менән төртөп күрһәтә алабыҙ. Өҫтәүенә, боронғо изге китаптарға, шул иҫәптән тораға (тәүратҡа) ла таянып, “Урал батыр” эпосының тыуыуына сәбәпсе булған Зороастризм динен Асылыкүлебеҙ буйында барлыҡҡа килтереүсе реформасы Сураш-Тора бәктең тәүҙә — Арҡайымда, аҙаҡ, үҙе кеүек үк үҫәргәнле, ләкин реформа дошманы Муса пәйғәмбәрҙән ҡыуылып китеп, хәҙерге Афғанстан төньяғындағы боронғо дәүләтебеҙ Бәкторала йәшәүен; ә тәүдинде реформалап “боҙоусы” шул Сураш-Тора бәккә ҡаршы күтәрелмеш бөйөк халыҡ ихтилалы етәксәһе һәм Тораның тәүге “биш китаб”ының ижадсыһы Муса пәйғәмбәр иһә тәүдин дошманы Сураш-Тора яҡлыларҙың “көфөр” дин үҙәгенә әүерелмеш тәгәрмәсҡалабыҙ Арҡайымды ер менән тигеҙләтеүен; ошо ҡапма-ҡаршы пәйғәмбәрҙәребеҙҙең икеһе лә бер үк Үҫәргән кешеләре булыуын, ә Муса пәйғәмбәр зираты Башҡортостанда икәнлеген һәм әйтелгән ваҡиғаларҙың бөтәһе лә нәҡ шул б.э. тиклем ХVII быуатта булғанлығын ентекле иҫбатлағайным. Шулай уҡ изге Тора китабын боронғо йәһүд-еврейҙар боронғо башҡорт-үҫәргәндәрҙән тәржемәләп күсереп алғанлығын да яҙғайным. Әйтәйек, “Гильгамеш” һәм “Урал батыр” эпостары бер-береһенең сағыу көҙгөләре булғандай, Торалағы Дәү Хоҙай итеп ләҡәпләнмеш Яхве-Элохимдың (Яҡ-апа-Илаһымдың) төп өс батырлығы ла Авесталағы шулай уҡ Дәү Хоҙай Ахура-Мазда итеп ләҡәпләнмеш Урал батырҙыҡылай (сағыштырып ҡарайыҡ):
Яхве. Әжәл менән алыша, халҡын үлемһеҙ яһай.
Урал. Әжәл менән алыша, туған тәбиғәтте, халҡын үлемһеҙ яһай.
Яхве. Йыланды һәм аждаһаны ҡылысы менән тураҡлай.
Урал. Йыланды һәм аждаһаны (дейеүҙе) ҡылысы менән тураҡлай.
Яхве. Туфан һыуына ҡаршы көрәшә, уны быуып еңә.
Урал. Туфан һыуына ҡаршы көрәшә, уны дейеүҙәр кәүҙәһе менән быуып еңә.
Тағы ла бер берҙәйлек: Тора “биш китаб”ының ижадсыһы Муса пәйғәмбәрҙе лә, Рим ҡалаһын нигеҙләүсе башҡорт бабалары Ромул менән Ремды ла, боронғо Үҫәргән императорҙары Үҫәргән//Саргонды һәм Әлми Көн-биҙе лә, уларға тиң легендар Ек-Мәргән батырҙы ла, имеш, ташландыҡ сабый бала хәлендә һыу буйынан табып алғандар (шуға күрәлер, үҫәргәнле әсәләр әлегәсә бәпесте “һыуҙан табып алып ҡайта”)...
Ырыуҙашы Сураш-Тораның тәүдинде боҙмош көфөр диненән тәүдинде ҡурсалап ҡалыусы Муса пәйғәмбәр табынған тип һаналған Яхве-хоҙай ысынында тәүдин хоҙайҙары иерархияһында (ул иерархия I томда аныҡ бирелде) кем булған һәм исеме ҡайҙан килеп сығып нимә аңлатҡан?
Беренсенән, Торалағы исем-ләҡәптәре һаҡланып килеп еткән барса хоҙайҙарҙың, дәрәжә һәм вазифалары буйынса, шул уҡ тәүдин хоҙайҙары менән бер иш икәнлеген күрәбеҙ:
Яхве-Элохим (Илаһым) — Донъя-Ғаләм-Тереклекте бар ҡылыусы Дәү Хоҙай Имир (гермафродит-хөнәсә) менән бер тиң.
Ашера (ышыра) — Дәү Хоҙай Имирҙың изге инәлек ағзаһы Баҡас//Аҫаба//Инана менән бер тиң.
Таммуз (атамыз) — Дәү Хоҙай Имирҙың изге аталыҡ ағзаһы Темәс//Тора менән бер тиң.
Астарта (әсә-тарта) — бөтә тереклек-үҫемлекте, нур һибеп, “ҡолағынан тартып үҫтереүсе” изге хоҙайбикә (яртылаш хоҙайбикә, яртылаш бәндә) Көн-Шүлгән менән бер тиң.
Баал (бағал — бағыусы, мөгөҙлө үгеҙ-хоҙай) — бөтә тереклек-үҫемлекте ямғыр яуҙырып бағыусы изге хоҙай (яртылаш хоҙай, яртылаш бәндә) Ай-Урал менән бер тиң.
Хоҙайҙар һәм хоҙайбикәләр менән йәмғиәттең айырым ҡатлам кешеләре — Асамандар//Шамандар аша бәндәләрҙең аралашыу ысулы ла шул уҡ тәүдиндәгесә күрһәтелә.

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

Страница 1 из 5 | Следующая страница
 
| Напечатать | Комментарии (0)
[16 февраля 2009] | Просмотров: 319 Опубликовал: admin Оцени статью!

Другие новости по теме:
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • Йәй
  • Һайлауҙан һуң уйланыуҙар
  • Сәйҙәш балҡышы
  • Яҙғынлыҡ - аҙғынлыҡ
  • Кәк-күк
  • «Ысҡынған» мәлдә. Рәдиф ТИМЕРШИН

  • Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

    Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

    {announce}
    {inform_bashtar}
    Новости
      Шаман из Якутии «идущий изгонять Путина» устроил массовый митинг в Чите 
      Почему молодежь Башкортостана уезжает из республики? 
      Наконец-то: Во Всемирном курултае башкир сменится руководство 

    башкирская культура

      Ответ Белому шуту 
      Почему татарские актеры отказались сниматься в сериале «Зулейха» с Чулпан Хаматовой 
      В Башкортостане не забывают корни, даже если это идет вразрез политики нынешнего президента 

    история башкир

      Род древних башкир был сопоставим по размеру с хазарами. 
      ҠАНИФА ЮЛЫ 
      История не терпит лжи: открытое письмо башкирских историков 

    башкирская литература

      Яңы йыл байрамы 
      Әнисә Таһирова – ул башҡорт шиғриәте юғарылығы 
      Беренсе кластар өсөн байрам сценарийы 
      Яңы йыл 
      Яңы йыл тураһында шиғырҙар 
      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      «ДЕКАБРИСТЫ» И «ОЛИМПИЙЦЫ» 
      Һаумы Яңы йыл! 
      Башкирский Дед Мороз 
      Яңы йыл менән, дуҫтар! 
      Ап-аҡ ҡарға баҫа Яңы йылым 

    Башкирская политика

      Смерть национальной журналистики Башкирии. Почему никого не нужно спасать? 
      "Мы никогда не были экстремистами": активисты "Башкорта" ответили Радию Хабирову 
      Фарс, диктатура и политическая незрелость команды Хабирова: итоги V Всемирного курултая башкир 

    башкирская кухня

      Кыҙыл эремсек 
      Как использовать микроволновку? 
      Как приготовить плов из баранины 

    Слово автору

      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      Салауат ӘБҮЗӘР: БЕҘ! 
      Подвиг штрафников-танкистов. Грузия 1992 г. 
    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на www.bash-portal.ru обязательна. Данная информация предназначена для лиц старше 18 лет.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .