Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . Происшествия Стихи Музыка Литература Недвижимость Знакомства Башфорум
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное

    
Поиск
 
    
Популярные новости:
    
Заработок для сайтов
    
Партнеры

Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив)
    
Календарь

Июль 2019 (5)
Январь 2019 (2)
Ноябрь 2018 (20)
Апрель 2018 (8)
Март 2018 (13)
Февраль 2018 (2)
    
Полезное

|
    
Реклама
M



Юҡ ителгән бөйөк һәйкәл

Новости » Слово автору
1.Эпостарыбыҙ төйәге
Сал боронғо — теләһә ниндәй хәлдәрҙә лә бөтә киләсәк быуындар өсөн ғәҙәттән тыш ҡыҙыҡлы дәүер булып ҡаласаҡ, сөнки ул үҙенән һуңғы бөтә юғарыраҡ үҫештең нигеҙен тәшкил итә.
Ф. Энгельс.
Үткәндәрҙе хөрмәт итеү — бына мәғрифәтлелекте ҡырағайлыҡтан айырыусы һыҙат. А.С. Пушкин.


Ошо изге ерҙе барып күреү теләге әллә ҡасандан күңелемдә хыял булып йәшәне.
Бына, ниһәйәт, 1980 йылдың көҙө.
Күп йылдар һәм юлдар аша эҙләнеп килеп, сал һәм гүзәл эпостарыбыҙҙың төйәге булған Асылыкүл ярында баҫып торам. Ана ята һыу ситендә алтын тараҡ ялҡылдатып башҡорттоң Арта-би сура Ана ҡото (Анахита) — Һыуһылыуыбыҙ сәс тарап ултырған, уның алтмыш ҡолас оҙонлоғондағы ҡара-йылтыр толомдарына тотоноп, Заятүләк батырыбыҙ тылсымлы һыу аҫты батшалығына сумып төшөп киткән шыма яҫы таш (Өҫтәлташ). Ана тора яр башында, Ҡарағастау морононда, уның толпар Күкбуҙатын (ҡайһы бер варианттарҙа Аҡбуҙатын) бәйләп ҡалдырған урын. Бына һыуаҫты донъяһынан, ажарлы Аҡбуҙатҡа атланып, сысҡан һыртлы аҫыл ҡола йылҡыларҙың икһеҙ-сикһеҙ өйөрөн эйәртеп, Заятүләк һыу шарлатып килеп сыҡҡан, ер тетрәтеп менеп киткән һөҙәк үр. Аунап ята һыу ситендә Аҡбуҙаттың тояҡтары аҫтынан һынып-ҡубынып төшкән тирмә төбө дәүмәллек ҡаяташтар, ялпаҡ сағыл һырттарында уйылып ҡалған Аҡбуҙаттың оло ҡаҙан ҙурлыҡ тояҡ эҙҙәре... Быларҙы мин быуат башында ошо ерҙә тыуып үҫкән, заманында волисполком тарафынан «зерә юғары вазифа»ға — «Асылыкүлдең мөдире» итеп тәғәйенләнгән, хәҙер, сал ҡартлыҡ көнө килеп, аяҡ-ҡулдан ҡалып, урынында ҡуҙғала алмай ятҡан ауыл аҡһаҡалы Ҡасимов Әхмәтсолтан Әбелҡасим улын хәстә түшәгенән күтәреп торғоҙоп, һөйләтеп, уның тормош йәмәғәте Ғәтиә Шәймәрҙән ҡыҙынан һәм (шулай уҡ аяҡтан ҡалған) тағы ла бер ауыл ҡарты Ҡытаев Батыргәрәй Мөхәммәт-Гәрәй улынан да һорашып, бөтә ишеткәндәремде ҡағыҙға паспортлаштырып, һәм башҡалар аша ла юллап килеп күрҙем...
«Үткән тураһында хәстәрлек — бер үк ваҡытта киләсәк тураһында ла хәстәрлек ул, — ти ғалим. — үҙ ғаиләңде, үҙеңдең бала саҡ тәьҫораттарыңды, үҙ өйөңдө, үҙ мәктәбеңде, үҙ ауылыңды, үҙ ҡалаңды, үҙ илеңде, үҙ мәҙәниәтеңде һәм телеңде, бөтә Ер шарын һөйөү кешенең әхләҡи тотороҡлоғо өсөн кәрәк... Патриотизмға саҡырыу ғына аҙ, уны хәстәрлекле тәрбиәләргә — тыуған илгә, уның тарихына... мөхәббәт тәрбиәләргә кәрәк» (академик Д. Лихачев. Үҙеңә һәм киләсәк быуындарға. «Правда» гәзите, 1979, 10 ноябрь).
Ҡылғанлы сал дала уртаһында түп-түңәрәк ҡояш-тәңкәләй ялтлап ятҡан тылсымлы диңгеҙ (уны башҡаса атап булмай!) Асылыкүл, фирүзә төҫлө асыҡ-йәшел тулҡындарын ҡандай ҡыҙыл ҡырсынташлы тирәс-ярҙарына ҡағып, дәүерҙәрҙең серен һөйләп тә көйләп, утыҙ сажинлы яр текәһе аҫтында баҫалҡы ғына шаулай. Ул, моғайын, һеҙҙең тәрән дәүерҙәргә ерегеүсе күңел һәм рух тарихтарығыҙ, әҙәбиәт менән сәнғәт башланғыстарығыҙ бит өҙөлмәҫ алтын сылбырҙары менән миңә килеп тоташҡан, һеҙ әле минең сал иңемде ҡолас ташлап кискәнегеҙ, минең тәрән диңгеҙҙәй тулышҡан мең-мең йыллыҡ моң-серҙәремдең тамсыһын да ала алғанығыҙ юҡ, тип һамаҡлай...
Башҡорт әҙәбиәтенең күп томлы тарихын яҙыу алдынан «Ағиҙел»дең түңәрәк өҫтәле янында «Башҡорт әҙәбиәте тарихы хаҡында һөйләшеү» («Ағиҙел»/9, 1979) ваҡытында филология фәндәре кандидаты Вафа Әхмәҙиев әйткән фекерҙәр бик тә урынлы. «Билдәле булыуынса, тине ул, — башҡорт халҡының әҙәби мираҫы ике составлы — фольклорҙан һәм яҙма әҙәбиәттән тора. Былар икеһе бергә башҡорт халҡының революцияға тиклемге рухи мәҙәниәтенең ҙур бер өлөшөн тәшкил итә... План-проспектта фольклорҙың яҙма әҙәбиәткә йоғонтоһо мәсьәләһе үҙәк мәсьәләләрҙең береһе итеп ҡуйыла... Фольклор яҙма әҙәбиәткә образдар системаһы, поэтикаһы, теле, стиле, йөмәткеһе менән йоғонто яһай килгән һәм яҙма әҙәбиәттең халыҡсанлығын, милли үҙенсәлеген байытыусы сығанаҡ булып хеҙмәт иткән... Шуға күрә, әҙәбиәт тарихында ауыҙ-тел ижады ҡомартҡылары яҙма әҙәбиәткә мөнәсәбәтендә генә өйрәнелгән хәлдә лә, беренсе томдың инеш өлөшөндә халыҡ ижадының күләме, жанрҙары, йөкмәткеһе һәм рухи тормошта тотҡан ҙур роле хаҡында ентекле бер бөтөн һүҙ әйтелергә тейеш, тип уйлайым. Был беҙҙең әҙәбиәт тарихын байытасаҡ һәм революцияға тиклемге һүҙ сәнғәтенең үҫеше һәм характеры тураһында тулыраҡ фекер йөрөтөргә мөмкинлек бирәсәк». Тимәк, бик хаҡлы рәүештә, әҙәбиәтебеҙҙең алтын тамырҙарын тәшкил иткән фольклорға, уның әҙәбиәткә мөнәсәбәтен асыҡлауға ныҡ иғтибар биреләсәк «Әҙәбиәт тарихы» томында. Инде ошо изге маҡсатты үтәүҙең практик яҡтарына килһәк, был, баяғы түңәрәк өҫтәл тирәһендә һөйләшеүҙә ҡатнашҡан икенсе бер ғалим, филология фәндәре кандидаты Рәшит Шәкүр билдәләүенсә, «шул уҡ ваҡытта әҙәбиәт тарихын өйрәнеү туп-тура әҙәбиәткә һәм әҙәбиәтселәргә ҡағылмаған ҡайһы бер бүтән мәсьәләләрҙе лә ҡуясаҡ көн тәртибенә. Әҙәбиәт тарихсыһы, мәҫәлән, беренсенән, әҙәби күренештәрҙе һәм факттарҙы халыҡ тарихы, был тарихтың төрлө этаптары менән бәйләй һәм аңлата белергә тейеш. Икенсенән, беҙҙең белгестәр араһында ошо уҡ планда тарихи география тигән төшөнсәне иғтибарға алып эш итә белеү аҡһаңҡырай әле. Дөрөҫ, бында хәҙерге Башҡортостандың тарихи географияһына арналған махсус хеҙмәттәрҙең булмауына һылтанырға ла мөмкин. Ләкин барыбер һәр бер әҙәбиәтсе үҙе өйрәнгән дәүерҙе һәр йәһәттән дә яҡшы белергә бурыслы. Әҙәбиәт белгестәре тарихсылар, археологтар, этнографтар, диалектологтар туплаған мәғлүмәттәргә таянған хәлдә генә үҙ фәндәренең серҙәрен дөрөҫ сисә аласаҡтар». Ҡиммәтле практик әһәмиәте булған аҙаҡҡы һөйләм, ҡыҫҡа ғына әйткәндә, мәсьәләне комплекслы тикшереүгә ҡайтып ҡала; яҙма сығанаҡтар килеп етмәгән сал осорҙарҙың тарихын өйрәнгәндә был иң ышаныслы һәм емешле ысул булып тора.
Түңәрәк өҫтәл янындағы һөйләшеүҙә филология фәндәре доҡторы, профессор Ғайса Хөсәйенев тә алға һөрҙө ошо фекерҙе: «Милли әҙәбиәт тарихын халыҡ, ил тарихы, заман менән тығыҙ берлектә, төрлө әҙәбиәттәр менән бәйләнештә яҡтыртыу ғилми-тикшеренеү эштәренең методологик нигеҙҙәрен тағы ла камиллашҡаныраҡ, теоретик кимәлдең юғарыраҡ булыуын, фәнни концепцияларҙың яңылығын талап итә. Был иһә традицион тикшереү методтары, күнегелгән алымдар менән генә сикләнмәйенсә, яңысараҡ, киңерәк тикшеренеү методтарын, материалға системалы һәм комплекслы (мин баҫымланым. — Й.С.) килеүҙе һорай». Тимәк, махсус үҙ фәнен яҡшы белеү һәм ут күрше фәндәрҙән мәғлүмәтле булыу менән бергә, академик Н.И. Конрад һүҙҙәре менән әйткәндә, «...филолог ысын киң күләмдә тарихсы булырға тейеш» (Н.И. Конрад. Запад и Востоҡ. М., 1972, 11-енсе бит; артабан күрһәтелә: Н.И. Конрад).
Ә Башҡортостан һәм башҡорттарҙың боронғо һәм урта быуаттар тарихы — тыуған яҡтарыбыҙ үткәндәренең иң аҙ өйрәнелгән өлкәһе ул... Шул уҡ ваҡытта «Башҡортостан һәм башҡорттар тураһындағы тарихи белемдәрҙең дөйөм торошо, һәм шулай уҡ Башҡортостандың бик боронғо замандарҙан алып беҙҙең көндәргәсә дөйөмләштерелгән тарихын тыуҙырыу бурысының өлгөрөп еткәнлеге Башҡортостандың боронғо һәм урта быуаттар тарихының тоташ проблемалар теҙмәһен генә түгел, ә ул дәүерҙәрҙең системалаштырылған тарихын да эшләп биреүҙе кисектергеһеҙ итеп ҡуя» (Р.Г. Кузеев. Источники по истории Башкирии до ХVI в. Ҡарағыҙ: Южноуральский археографический сборник, 1 сығарылыш, Өфө, 1973; 133 — 134-енсе бит-тәр; артабан күрһәтелә: Р.Г. Кузеев, ЮАС).

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

Страница 1 из 3 | Следующая страница
 
| Напечатать | Комментарии (0)
[14 января 2009] | Просмотров: 124 Опубликовал: admin Оцени статью!

Другие новости по теме:
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • Йәй
  • Сәйҙәш балҡышы
  • Яҙғынлыҡ - аҙғынлыҡ
  • 2072 йылдың яҙында яуасаҡ ҡояшлы ямғырғ ...
  • Кәк-күк
  • «Ысҡынған» мәлдә. Рәдиф ТИМЕРШИН

  • Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

    Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

    {announce}
    {inform_bashtar}
    Новости
      Шаман из Якутии «идущий изгонять Путина» устроил массовый митинг в Чите 
      Почему молодежь Башкортостана уезжает из республики? 
      Наконец-то: Во Всемирном курултае башкир сменится руководство 

    башкирская культура

      Ответ Белому шуту 
      Почему татарские актеры отказались сниматься в сериале «Зулейха» с Чулпан Хаматовой 
      В Башкортостане не забывают корни, даже если это идет вразрез политики нынешнего президента 

    история башкир

      Род древних башкир был сопоставим по размеру с хазарами. 
      ҠАНИФА ЮЛЫ 
      История не терпит лжи: открытое письмо башкирских историков 

    башкирская литература

      Яңы йыл байрамы 
      Әнисә Таһирова – ул башҡорт шиғриәте юғарылығы 
      Беренсе кластар өсөн байрам сценарийы 
      Яңы йыл 
      Яңы йыл тураһында шиғырҙар 
      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      «ДЕКАБРИСТЫ» И «ОЛИМПИЙЦЫ» 
      Һаумы Яңы йыл! 
      Башкирский Дед Мороз 
      Яңы йыл менән, дуҫтар! 
      Ап-аҡ ҡарға баҫа Яңы йылым 

    Башкирская политика

      Смерть национальной журналистики Башкирии. Почему никого не нужно спасать? 
      "Мы никогда не были экстремистами": активисты "Башкорта" ответили Радию Хабирову 
      Фарс, диктатура и политическая незрелость команды Хабирова: итоги V Всемирного курултая башкир 

    башкирская кухня

      Кыҙыл эремсек 
      Как использовать микроволновку? 
      Как приготовить плов из баранины 

    Слово автору

      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      Салауат ӘБҮЗӘР: БЕҘ! 
      Подвиг штрафников-танкистов. Грузия 1992 г. 
    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на www.bash-portal.ru обязательна. Данная информация предназначена для лиц старше 18 лет.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .