Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . Происшествия Стихи Музыка Литература Недвижимость Знакомства Башфорум
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное

    
Поиск
 
    
Популярные новости:
    
Заработок для сайтов
    
Партнеры

Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив)
Декор и дизайн интерьера элементы и предметы декора интерьера.
    
Календарь

Июль 2019 (5)
Январь 2019 (2)
Ноябрь 2018 (20)
Апрель 2018 (8)
Март 2018 (13)
Февраль 2018 (2)
    
Полезное

|
    
Реклама
M



Бәйге тамам, бәйге башлана!

Новости » Литература
Шыршы төбөндә, ҡоҙағый,
Йырлап күңел асаһың.
«Кризис беҙгә нипочем», – тип
Тыпыр-тыпыр баҫаһың.

Шыршы төбөндә, ҡоҙағый,
Ултырып сәйҙәр эсәйек.
«Йәшлек»тәр нимә тип яҙа,
Башватҡысын сисәйек.

Шыршы төбөндә, ҡоҙағый,
Эй, күңелле йөрөүе.
Һиңә генә булыр инде
«Тамашасы һөйөүе».

Шыршы төбөндә, ҡоҙағый,
Ишеттем шәп яңылыҡ.
Пенсиябыҙ эй күбәйгән –
Тегәйек беҙ дәү янсыҡ.

Шыршы төбөндә, ҡоҙағый,
Тәгәрәп китте бер тин.
Пенсиябыҙ арта бара
«Афарин, – тибеҙ, – Путин».

Шыршы төбөндә, ҡоҙағый,
Ятып ҡалған бер быйма.
Табам тигәс, табам бәпәй –
Мине, ҡоҙағый, тыйма.

Шыршы төбөндә, ҡоҙағый,
Йондоҙ һанай звездочет.
Нимә генә алһам да,
Бабайым һорай отчет.

Эй, дуҫҡайым, һиңә әйтәм
Яңы йылдың көнөндә,
Президентыбыҙ Рәхимов
Етһенсе, зинһар, йөҙгә.

Эй, дуҫҡайым, һиңә әйтәм
Яңы йыл табынында:
Йылмайып-көлөп кенә тор –
Йән киҫәгең ҡаршыңда.

Эй, дуҫҡайым, һиңә әйтәм
Яңы йылдың төнөндә.
Тәмәкеңде ташла инде,
Сәсәп үләң төтөндә.

Эй, дуҫҡайым, һиңә әйтәм
Яңы йыл байрамында
Юлбарыҫтай үкермәсе
Яңы йыл табынында.

Рәшиҙә МӨХӘМӘТДИНОВА.
Әбйәлил районы,
Ишҡол ауылы.

* * *
Шыршы төбөндә ҡоҙағый
Ит тартып, билмән яһай.
Сатай-ботай таҡмаҡ яҙам,
«Йәшлек»кә шул да ярай.

Шыршы төбөндә ҡоҙағый
Эҙләй үҙенә иптәш.
Таҡмаҡ теләһә ни әйтә,
Булмаһын, тим, үпкәләш.

Их, ҡоҙағый, һиңә әйтәм,
Ҡоҙа мине үбәсе.
Артыма әйләнеп ҡараһам,
Ике метр үңәсе.

Их, дуҫҡайым, һиңә әйтәм,
Туҙған бит калушҡайым.
Йәшем алтмыштан уҙһа ла,
Йәштәрҙән ҡалышмайым.

Шыршы төбөндә ҡоҙағый,
Төндә беҙгә ҡуна кил.
Тас булһа ла һалып ебәр,
Мөнир туған Ҡунафин.

Әминә ТҮЛӘШЕВА.
Йылайыр районы,
Һабыр ауылы.

Их, дуҫҡайым, һиңә әйтәм,
Яңы йылдарға барам.
Ирем китһә араҡыға,
Мин закускаға сабам.

Их, дуҫҡайым, һиңә әйтәм,
Яңы йылдың «батыры» –
Илле тәңкә генә тора,
Самапалдың лит(ы)ры.

Их, дуҫҡайым, һиңә әйтәм,
Яңы йылдар үтәсәк.
Шайтан һыуы туҡтамаһа,
Киләсәк тә бөтәсәк.

Шыршы төбөндә ҡоҙағый
Һөйләнә лә һөйләнә.
Асыуына тейҙениһәң,
Юлбарыҫҡа әйләнә.

Шыршы төбөндә ҡоҙағый,
Икенән үргән сәсен.
Кеше йәренә тағылып,
Төшөрөп йөрөй бәҫен.

Шыршы төбөндә – ҡоҙағый,
Ҡулында уның – ҡалай.
Пенсияһы килеп торһа,
Бабай булһа ла ярай.

Алма НУРИЕВА.
Саҡмағош районы,
Яңы Ҡото ауылы.

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[10 февраля 2010] | Просмотров: 291 Опубликовал: admin Оцени статью!

Другие новости по теме:
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • Үҙебеҙсә йәшәйек!
  • Шик
  • Шик
  • Ғөҙөр
  • Кәк-күк
  • «Ысҡынған» мәлдә. Рәдиф ТИМЕРШИН

  • Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

    Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

    {announce}
    {inform_bashtar}
    Новости
      Шаман из Якутии «идущий изгонять Путина» устроил массовый митинг в Чите 
      Почему молодежь Башкортостана уезжает из республики? 
      Наконец-то: Во Всемирном курултае башкир сменится руководство 

    башкирская культура

      Ответ Белому шуту 
      Почему татарские актеры отказались сниматься в сериале «Зулейха» с Чулпан Хаматовой 
      В Башкортостане не забывают корни, даже если это идет вразрез политики нынешнего президента 

    история башкир

      Род древних башкир был сопоставим по размеру с хазарами. 
      ҠАНИФА ЮЛЫ 
      История не терпит лжи: открытое письмо башкирских историков 

    башкирская литература

      Яңы йыл байрамы 
      Әнисә Таһирова – ул башҡорт шиғриәте юғарылығы 
      Беренсе кластар өсөн байрам сценарийы 
      Яңы йыл 
      Яңы йыл тураһында шиғырҙар 
      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      «ДЕКАБРИСТЫ» И «ОЛИМПИЙЦЫ» 
      Һаумы Яңы йыл! 
      Башкирский Дед Мороз 
      Яңы йыл менән, дуҫтар! 
      Ап-аҡ ҡарға баҫа Яңы йылым 

    Башкирская политика

      Смерть национальной журналистики Башкирии. Почему никого не нужно спасать? 
      "Мы никогда не были экстремистами": активисты "Башкорта" ответили Радию Хабирову 
      Фарс, диктатура и политическая незрелость команды Хабирова: итоги V Всемирного курултая башкир 

    башкирская кухня

      Кыҙыл эремсек 
      Как использовать микроволновку? 
      Как приготовить плов из баранины 

    Слово автору

      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      Салауат ӘБҮЗӘР: БЕҘ! 
      Подвиг штрафников-танкистов. Грузия 1992 г. 
    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на www.bash-portal.ru обязательна. Данная информация предназначена для лиц старше 18 лет.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .