Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . Происшествия Стихи Музыка Литература Недвижимость Знакомства Башфорум
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное

    
Поиск
 
    
Популярные новости:
    
Заработок для сайтов
    
Партнеры

Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив)
    
Календарь

Июль 2019 (5)
Январь 2019 (2)
Ноябрь 2018 (20)
Апрель 2018 (8)
Март 2018 (13)
Февраль 2018 (2)
    
Полезное

|
    
Реклама
M



Аяҡ баҫһын Әтәс йылы бәхет нурҙары менән!

Новости » Культура
Зал матур итеп биҙәлгән. Иң уртала – күркәм шыршы. Күңелле башҡорт бейеү көйө уйнай. Шул көйгә бейей-бейей төрлө кейем кейгән балалар сыға.
Алып барыусы.
Ап-аҡ яландар,
Ап-аҡ болондар,
Ап-аҡ ағастар,
Ап-аҡ олондар.
Тып-тын урманда
Саңғы шыуғанда,
Шыршыҡай күреп
Мин ҡалдым таңға.
Саҡырҙым уны
Беҙгә ҡунаҡҡа,
Ултырттым әле
Иң ҙур түр яҡҡа.
Матур биҙәлгән,
Хәҙер ул – ҡунаҡ,
Уның янында
Йөрөйөк уйнап.
Ҡыш бабай килер,
Бүләктәр бирер,
Барлыҡ балалар
Шатланып бейер.
Дәртле йыр менән
Йыл матур килһен,
Именлек, бәхет
Һәм муллыҡ бирһен!

(Ялпылдап Буран килеп инә.)

Буранғол.
Балалар! Мин – уҫал Буран,
Ҡай саҡ йомшарған булам,
Асыуыма ныҡ тейһәләр,
Көрттәргә тула урам.
Йәшел матур шыршыҡайҙы
Килтергәстен урмандан,
Һоҡланығыҙ ҡупшыҡайға,
Һеҙгә бүләк Бурандан.
Бөгөн мин йомшаҡ күңелле,
Итәйек әле байрам,
Дуҫлашайыҡ уйнап-көлөп,
Бар донья ҡалһын хайран.

(Маймыл килеп сыға.)

Маймыл.
Мин – Маймыл,
Мин – Маймыл,
Яратам ҡыланырға,
Һикерәм дә маймылланам,
Ваҡыт юҡ уйланырға…
(Ул балаларҙы ирештереп ҡылана. Балалар еңелсә бейеү көйөнә маймыл булып ҡыланып, бер береһенә ҡарашып бейеп йырлайҙар.)
Буранғол.
Шыршы янында ҡыланып
Мөмкин беҙгә бейергә,
Маймылланып әйләнәйек,
Ҡулды таяп бөйөргә.

Барыһы бергә.
Һин – маймыл, (хәрәкәттәр менән)
Мин – маймыл,
Минең ҡолағым шулай,
Минең ауыҙым былай,
Минең танауым тыржыҡ,
Холҡом бигерәк мыжыҡ,
Мин – маймыл,
Һин – маймыл,
Минең ауыҙым – шалпыҡ,
Минең танауым – тыржыҡ,
Холҡом ифрат та мыжыҡ.
Минең аяҡ – сабата,
Ҡулдарым – тарбай-һәнәк,
Маймыл йылын маймылланып
Шәп оҙатырға кәрәк.

Маймыл (ҡолағын ҡуйып). Нимә? Нимә кәрәк? Оҙатырға тиме? Кемде? Минеме? Уф! Һыҙлана минең йөрәк (йөрәген тота) …
(Мәскәй әбей сыға.)
Мәскәй (аптырап). Атааҡ, ҡара һин уны! Минһеҙ, әйтмәй-нитмәй, кәңәш­ләшмәй байрам итеп яталарсы!
Маймыл (уға зарланып). Ай-бай, ҡай­һылай шатланған булалар бит әле, эйеме? Ә был үтеп барған йыл – минең йылым, Маймыл йылы лаһа. (Маһа­йып.) Мин – бик матур, мин – иң-иң һомғол, мин – иң-иң аҡыллы! Минең һис тә киткем килмәйсе.
Буранғол. Әйҙә әле, балаларҙан һорайыҡ. Һинең генә йылың булдымы икән ни үткән йыл? (Балаларға өндә­шә.) Балалар, тағы ла ниндәй йыл булды әле Маймыл йылы?
Мәскәй әбей. Минең йылым!
Маймыл. Эйе, булды, ти, һинеке, бул­май теге. Кино йылы булды ул, белдеңме?
Мәскәй әбей. Һуң, шулай булғас, ми­нең дә йыл инде. Барлыҡ ен-бәрей, шайтан-убырҙар, мәскәйҙәр шул кино­ла йәшәй бит һуң…
Буранғол. Дөрөҫ, ә киләһе йыл – Экология һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы буласаҡ, ти­ҙәр. Шулай булғас, кемегеҙ тәбиғәтте, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында ши­ғыр һөйләр икән? (Балалар шиғыр һөйләй.)
Маймыл (үпкәләп). Минең бер кемгә лә кәрәгем ҡалманы, ахырыһы… Үҙемде үҙем маҡтамаһам, мине һис кем маҡтамаҫ.
Маймыл –матур,
Маймыл – батыр,
Үҙем – гүзәл,
Әй аҡыллы, әй алсаҡ,
Һәр саҡ шулай буласаҡ!
Мәскәй әбей. Әйҙә, аҡыллы булғас, өйрәт әле: нисек итеп Ҡарһылыуҙы бын­да килтермәҫкә? (Быш-быш һөйлә­шә­ләр.)
Буранғол.
Бөгөн күңел асабыҙ,
Матур итеп баҫабыҙ,
Әйҙә, бейейек күмәкләп,
Туҙһын итек-ҡатабыҙ!
(Күмәк бейеү. Һайыҫҡан йүгереп килеп сыға.)

Һайыҫҡан.
Шырыҡ-шырыҡ шыҡырыҡ,
Тыңлағыҙ бар тыҡ(ы)рыҡ!
Минән сәләм йыраҡҡа,
Килгән һәр бер ҡунаҡҡа!
Телеграмма! Телеграмма! Телеграмма!
Тыңлағыҙ, тыңлағыҙ, тыңлағыҙ!
«Ишетмәнек», тиеп тормағыҙ!
Телеграмма! Телеграмма!
Барыһы бергә. Кемдән? Ниндәй хә­бәр?
Һайыҫҡан.
Кемдән булһын! Алыҫ-алыҫ Ирәмәлдән,
Ҡыш бабай төйәгенән. (Уҡый.)

Һеҙгә ашығып килгәндә,
Миңә эҫе тойолдо,
Толобомдо сискәнемдә
Бүләктәрем ҡойолдо.
Ейәнсәрем Ҡарһылыуҙы
Алдан ебәрә торам,
Имен-аман барып етһен,
Ыжғырмай торһон Буран!
Байрам итә тороғоҙ,
Ейәнсәрем ҡаршылап,
Күрешеп ике ҡуллап,
Һөйләшегеҙ яҡшылап.
Күк Ирәмәл тауынан
Аҡбуҙатымда елеп
Етермен тиҙҙән килеп.
Ҡыш бабай.

Мәскәй әбей.
Ишеттең, Маймыл ағай,
Ҡарһылыуҙы йәшерәйек,
Әй, эҙләһен Ҡыш бабай.
Маймыл йылы тағы ҡалһын,
Килмәһен Әтәс-малай!

(Мәскәй әбей менән Маймыл быш-быш һөйләшеп сығып китәләр.)

Буранғол.
Ҡаршы алырбыҙ, һыйларбыҙ,
Ирәмәлдән аҡ боланға
Ултырып елһен генә!
Беҙҙең байрамға йәм биреп
Тиҙерәк килһен генә.

(Ҡарһылыу булып кейенгән Мәскәй әбей инә.)

Мәскәй әбей. Ә бына мин! Килеп тә еттем!
Буранғол. Һин кем?
Мәскәй әбей. Әстәғин… Кем тип ни… мин… ни… теге ниҙең ейәнсәре булам инде…
Буранғол. Балалар, таныйһығыҙмы?
Балалар. Юҡ, танымайбыҙ!
Буранғол. Кемдең ейәнсәре тинең әле?
Мәскәй әбей. Әй, әттәгенәһе… Кемдеке тип ни… Кем һуң әле шуның исеме? Ә-ә-ә, һаҡалтай бабайҙыҡы инде. Шүрәле, тиһәм, Шүрәле түгел инде… (Елкәһен тырнай. Башынан кәпәсе тө­шөп китә лә сәстәре туҙып килеп сыға.) Һуң, телеграмманы алдығыҙ ҙаһа!
Буранғол. (Хәйләкәр йылмайып балаларға күҙ ҡыҫа.) Алдыҡ, уҡыныҡ. Тимәк, һин Ҡарһылыу булаһың инде?
Мәскәй әбей. Әлбиттә, Ҡарһылыу инде. Ҡарһылыу булмай, суртым да түгел!
Буранғол. Әйҙәгеҙ, балалар, улай булғас, сәләмләйек Ҡарһылыуҙы.
Барыһы бергә. Һаумы, Ҡарһылыу!
Мәскәй әбей. Һау булмаһам, духтыр түгелһегеҙҙер әле.
Буранғол. Иҫән-һау ғына килеп еттеңме, һылыу?
Мәскәй әбей.
Һеперткемде һепертеп,
Билемде ныҡлы ҡыҫып,
Ен-бәрейҙәр сүплегенән
Тиҙ килеп еттем осоп.

Буранғол. Балалар, нисек уйлайһы­ғыҙ, беҙҙең алда ысынлап та Ҡар­һы­лыу­мы икән?
Балалар. Юҡ!!!
Буранғол. Ә-ә, һин – Мәскәй әбей. Кит бынан, алдаҡсы! Оло башың менән бала-саға кеүек шаярмаҡ булдыңмы беҙҙең менән!
Мәскәй әбей.
Ҡарһылыу минең өйөмдә,
Мейес башында,
Хәҙер уны иреткәнсе
Эсерәсәкмен һыра.
Тәмәке лә тарттырам,
Эҫе ҡуҙға баҫтырам.
Әкиәттәр һөйләтермен,
Йырҙар ҙа йырлатырмын,
Тамам иреп һыу булғансы
Мин уны уйнатырмын.

Буранғол. Балалар, нишләйбеҙ! Ҡар­һылыу иреп бөтә бит инде!
Алып барыусы. Балалар, Ҡарһылыу­ға тәмәке тартырға, һыра эсергә яраймы?
Балалар. Юҡ! Ярамай, әтеү ағыулана, һәләк була!
Буранғол. Мәскәй әбей, ни теләһәң, шуны һора, тик Ҡарһылыуҙы харап итә күрмә!
Мәскәй әбей. Минең шартым шул. Кем дә кем мин ҡойған ете йомаҡты сисә, шул Ҡарһылыуҙы ҡотҡара ала.
Буранғол. Балалар, һеҙ ризаһығыҙмы?
Балалар. Риза.
Буранғол. Әләйһәң, ҡой йомағыңды!
Мәскәй әбей. Алдан әйтеп ҡуям, минең йомаҡ – Тәбиғәт-әсәнән ҡоймаҡ, яуаптары – уймаҡ, уйлап ҡына әйтеп ҡуймаҡ.
Мәскәй әбей.
Сайыр ағыҙып илай,
Шиғырҙар, йырҙар тыңлай.
«Күлдәгем энәле – йәшел
Ҡышын һәм йәй көнө, – ти, –
Бер көн байрам итер өсөн,
Зинһар, киҫмә мине», – ти.
Уны уратыр бейеүсе,
Уны уратыр йырсы,
Ул беҙҙең йәшел …

Балалар. Шыршы.
Мәскәй әбей.
Әйтерһең, һары төймә,
Тамырын өҙә күрмә,
Үт ҡыуығың ауырыһа,
Гелән һыҙланып йөр(ө)мә
Төнәтмәһен яһап эс,
Шунда килер һиңә көс!

Балалар. Еҙ төймә.
Мәскәй әбей.
Һындырмағыҙ ҡосаҡлап,
Тиреп кенә йыйығыҙ.
Хуш еҫ биреп бешһен, тиеп,
Мейестәргә ҡуйығыҙ.
Әйткәндәй турғай, сәпсек:
«Китмәйем, илдә ҡалам,
Сөнки бында беҙҙең өсөн
Ҡышын аллана …».

Балалар. Балан.
Мәскәй әбей.
Буй-һыны бигерәк зифа,
Башҡортостанда үҫә.
Яҙғы ташҡын – тамсыла
Йәштәренә мансыла.
Яраламаһын һис кем
Үҙенең йәшел дуҫҡайын.
Урман булып шаулаһын
Беҙҙең ерҙә …

Балалар. Аҡ ҡайын.
Мәскәй әбей.
Һәр яҙ һайын, килендәй,
Ап-аҡ күлдәген кейә.
Шундай наҙлы – һыуыҡтарҙа
Үҙенә ҡырау тейә.
Һындырмасы сәскәләрен,
Ташыма ҡосаҡ-ҡосаҡ,
Шунда ғына емештәрен
Тирерһең услап-услап.
Мул уңыш бирһен һәр йыл
Ҡара емешле … .

Балалар. Муйыл.
Мәскәй әбей.
Сәтләүеге сеүәтәлә,
Үҙе хәс тә бәһлеүән.
Уны һындырмам, теймәм,
Шаулаһын, үҫһен …
(Автор йомаҡтары.)

Балалар. Имән.
Мәскәй әбей.
Буй-һынҡайы килбәтһеҙ, тип,
Кәмһетеп һин ҡарама.
Сана, саңғы, уҡ яһарға
Эшкинә ул … .
(Нияз Сәлимов)

Балалар. Ҡарама.
Мәскәй әбей. Әй, әттәгенәһе, йо­маҡ­тарым бөттө лә баһа.
Буранғол. Булды, булды:
Ете йомаҡ ҡойолдо,
Ҡойолдо ла сиселде,
Йыр муҡсайы тишелде.
Йыр йырлайыҡ.
Ҡарһылыу ишетһен,
Аҡ болан етеҙ елһен,
Шыршы-байрамға килһен!

(Ринат Хәйбуллин көйөнә “Мәрйендәр” йыры башҡарыла.)

Мәрйендәр түгелгән ҡарға,
Һибелеп, сәселеп киткән,
Ап-аҡ ҡарҙы биҙәкләп,
Ут-ҡыҙыл балаҫ иткән.
Кем юғалтҡан мәрйендәрен?
Кемдәр өҙөп төшөргән?
Буҙ турғайҙар сүпләй уны,
Һикерәңдәп өшөүҙән.
Уттай муйынсаҡ баландың
Күстәнәсе ҡоштарға.
Шул емеште сүпләй-сүпләй
Мөмкин булһын ҡышларға.

Мәскәй әбей. Ярар инде, шундай матур йырланығыҙ, йомаҡтарҙы систегеҙ, Ҡарһылыуҙы ебәрәйем. (Өс тап­ҡыр сәпәкәй итә.) Ен-бәрейҙәр, убырлы-шайтандар, ен алмаштырғандар, Ҡар­һылыуҙы аҡ боланы менән күҙ асып-йомғансы бында килтерегеҙ! (Ҡарһылыу килә.)
Ҡарһылыу. Һаумыһығыҙ, балалар!
Һаумыһығыҙ, дуҫтар, туғандар!
Балалар. Һаумы, һаумы, Ҡарһылыу!
(Бейеү көйө уйнай. Шыршы тирәләп Ҡарһылыу бейеп үтә.)
Алып барыусы (йырлай).
Беҙҙең байрамға ҡунаҡҡа
Матур Ҡарһылыу килгән,
Күлдәгенең итәгенә
Ынйы-йондоҙ сигелгән.
Әйҙә әле, Ҡарһылыу,
Арымай-талмай баҫ әле,
Уйнап-көлөп беҙҙеңсә
Күңелдәрҙе ас әле!
Ҡарһылыуҙың баҫыуы
Ап-аҡ мамыҡтай еңел,
Беҙ ҙә дәртләнеп бейейбеҙ,
Шатлыҡҡа тула күңел.
Бигерәк оҫта баҫа,
Ҡарҙары оса талғын,
Именлек-һаулыҡ килтерһен,
Сырхауҙар ситтә ҡалһын!

Ҡарһылыу (бейеп туҡтағас). Балалар, ә олатайым – Ҡыш бабайым килеп етмәгәнме ни әле? Бер-бер хәл килеп сыҡманымы икән?
Алып барыусы. Әйҙәгеҙ, балалар, күмәкләп саҡырайыҡ әле Ҡыш бабайҙы.
Бөтәһе бергә. Эй, Ҡыш бабай, һин ҡайҙа?
(12 башлы йылан – аждаһа Зәрҡүм килеп инә.)
Зәрҡүм. Кем мине саҡырҙы?
Балалар. Беҙ һине саҡырманыҡ.
Зәрҡүм. Ай -һай, әҙәм аҡтыҡтары, матур байрам үткәрмәкселәр, имеш. Көтөп тороғоҙ! (Һыҙғыра.)
(Ен-бәрейҙәр, убырлылар ҡырағай та­уыш менән ҡысҡырышып килеп сыға.)
Беренсе бәрей.
Беҙ ҙә байрамға килдек,
Килебеҙҙә беҙ елдек,
Саҡырмағас байрамға,
Беҙ үс алырға булдыҡ!

Икенсе бәрей.
Үс алайыҡ күмәкләп,
Үрт һалайыҡ, имгәкләп,
Һыу ташыһын күнәкләп,
Байрамдарын боҙайыҡ,
Ут төртәйек, уҙайыҡ!
Балалар. Китегеҙ! Байрамыбыҙҙы боҙ­мағыҙ!
Ҡарһылыу. Туҡтағыҙ әле, балалар, бергә-бергә байрам итәйек. (Зәрҡүм эргәһенә килеп ике ҡуллап күрешә.) Һаумыһығыҙ, Зәрҡүм олатай! Имен-аман ғына килеп еттегеҙме һуң?
Зәрҡүм. Һау булмаһам, сихырсы әбей түгелһеңдер әле! Һау! Һау!
Буранғол. Тормошоғоҙ, бала-сағаларығыҙ иҫән-һауҙармы?
Зәрҡүм (иламһырап). Имен булыу ҡайҙа ул: 12-се башым ауырта, 11-се күҙем һыҙлай, 10-сы ауыҙымды тыйып булмай, йырлай ҙа йырлай, 9-сы ауыҙ китмәксе төтәп, бар ерҙе үртәп…
Ҡарһылыу. Табипҡа күренергә кәрәк, олатай.
Зәрҡүм (күҙ йәштәрен һөртөп).
Табип та, табип, тиҙәр,
Ул миңә яҙыр ниҙәр?
Ни генә һуң ҡылайым?
Илайым да илайым.
Табип (сыға). Мине кемдер саҡырҙы түгелме?
Алып барыусы. Эйе, эйе. Бына Зәр­ҡүм олатайҙың башы ауырта, теше һыҙ­лай…
Табип.
Әйҙә, Зәрҡүм олатай,
Бейесе зыңҡылдатып!
Ауырыуың юғалһын,
Иҙәндәре һығылһын!

Зәрҡүм (бейей).
Уф, арыным!
Бейеп торам сыҙамай,
Ауыҙым да йырламай,
Күҙ ҡабағым асылды,
Ярһыуҙарым баҫылды.
(Ҡуяндар һикерешеп килеп сыға.)
Беренсе Ҡуян.
Беҙҙең йомарт Ҡыш бабай
Бына хәҙер килеп етер.

Икенсе ҡуян.
Әйҙәгеҙ, бер йырлайыҡ,
Ул юлын тиҙерәк үтер.
(Башҡорт халыҡ йыры «Аҡ ҡуян» баш­ҡарыла.)
Аҡ ҡуяндың балаҡайы
Мамыҡ ҡына була икән.
Ҡушымта:
Тая-тәти-рәтирәм!
Балаларҙың уйындары
Зауыҡ ҡына була икән.
Ҡушымта.
Шылтыр-шылтыр эләйек тә
Шылтыратып кейәйек.
Ҡушымта.
Әйҙә, дуҫтар, бергәләшеп
Уйнайыҡ та көләйек.
Ҡушымта.
Ҡарһылыу. Ҡайҙа һуң Ҡыш бабайыбыҙ?
Алып барыусы. Әйҙәгеҙ әле, тағы ла бер саҡырайыҡ Ҡыш бабайҙы.
Бөтәһе бергә.
Эй, Ҡыш бабай!
Күк бүрегә ултырып ел,
Кил инде байрамға, кил!

(Ҡыш бабай килеп инә. Уның өҫтөндә аҡ елән, еләнгә алты, һигеҙ мөйөшлө ҡыҙыл йондоҙҙар сигелгән, башында ҡамсат бүрек.)

Ҡыш бабай.
Тауҙар һәм урмандар аша
Һеҙгә ашҡынып килдем,
Байрамға һуңламайым, тип,
Күк бүрелә мин елдем.
Мәғрүр Ирәмәл тауында,
Уралымда төйәгем,
Һәр үҫемлеге ҡәҙерле,
Яратам һәр кейеген.
Һаумыһығыҙ, ололар!
Сәләм һеҙгә, балалар!
Һаумыһығыҙ, ҡош-ҡорттар,
Һыуһылыуҙар, аҡҡоштар,
Гүзәл ҡар бөртөктәре,
Клоундар, эт, ҡуяндар,
Байрамыбыҙҙы биҙәп
Матур шыршы ҡуйғандар.
Һеҙҙең менән бергә-бергә
Күңелдәр күтәрелһен,
Байрамыбыҙ һәр ерҙә лә
Тик күркәм үткәрелһен!

Барыһы бергә. Амин, шулай ғына була күрһен!
Алып барыусы. Бына, Ҡыш бабай, балалар күп итеп шиғыр, йыр-бейеү әҙерләнеләр.
Ҡыш бабай. Шулаймы ни? Әйҙәгеҙ әле, тыңлап-күреп ҡалайыҡ. Оҫта баш­ҡарыусыларға минең күстәнәстәрем дә күп кенә. (Сәпәкәй итә.) Айыуҙар, минең һандығымды индерегеҙ әле. (Ике айыу һандыҡ индерә. Артабан балалар­ҙың сығышы. Балаларҙың сығыштары тамамланыуға залда ыҙғыш-талаш, шау-шыу башлана.)
Зәрҡүм. Мин асыҡтым! Мин тал­сыҡ­тым! Мин хәҙер берәүҙе тотоп ашайым. (Балаларҙы баҫтыра башлай.)
Тәбиғәт-әсә һәм дүрт миҙгел килеп сыға.
Ҡыш бабай. Сеү, балалар, шаулашмағыҙ. Һаумы, Тәбиғәт-әсә, һаумы­һы­ғыҙ, миҙгелдәр! (Барып һәр береһе менән ҡуш ҡуллап күрешә.)
Тәбиғәт-әсә.
Һаумыһығыҙ, барса халыҡ,
Килеп еттек һуңға ҡалып,
Ығы-зығыны белеп,
Ашығып килдек елеп.
Бына, таныш булығыҙ:
Минең ҡыҙҙарым Аҡһылыу,
Йәшелбикә, Көнһылыу, Алтынсәс.

Алтынсәс. Әсәкәйебеҙ, беҙ бер-беребеҙҙе һағыныштыҡ.
Тәбиғәт-әсә. Шулайҙыр инде, балалар, бик һирәк осрашабыҙ шул.
Аҡһылыу. Аҡ ҡарҙар яуҙырып, бурандар уйнатып киләм мин әсәм йортона.
Йәшелбикә. Ер йөҙө асыҡ йәшел томанға уранып, тирә-яҡта хуш еҫле сәс­кәләр таждарын асҡас, ҡайтам мин. Мине Яҙ тиҙәр.
Көнһылыу. Ағас-ҡыуаҡ япраҡтары ныҡлап йәшәргәс, көс алғас, сәскәләр емешкә төйөнләнгәс, ер йөҙө йәйғор төҫлө күҙ яуын алып торғанда ҡайтам мин.
Алтынсәс. Еләк-емеш бешеп, бойҙай-арыш өлгөрөп көҙ еткәс, япраҡ-үлән­дәрҙе ҡыҙыл төҫтәргә манып мин киләм.
Тәбиғәт-әсә. Ейәндәрем дә бик күп минең, улар теп-теүәл ун ике. (Ун ике ай килеп инә. Нисегерәк итеп кейенергә икәнен һәр бала үҙе уйлап таба ала.) Борон, беҙҙә, башҡорттарҙа, йыл башы мартта башлана ине. Ул турала хатта халҡыбыҙҙың «Йыл башы» тигән мәш­һүр көйө лә бар.
Март.
Мин – Март айы – йыл башы,
Бурандарҙың юлдашы,
Үҙ исемем Буранай,
Көрттәргә ер тулған ай.

Апрель.
Ҡарҙар ергә һеңешкәс,
Ҡышты яҙ еңә төшкәс,
Туның һалһаң да ярай,
Мин килдем, Алағарай.

Май.
Умырзая күҙен аса,
Кәкүк ғүмерен һанай,
Инде сәсеүҙәр башланды,
Мин килдем бит – Һабанай.

Июнь.
Һыйыр-малдың һөтө арта,
Үҫә күпереп үлән,
Ошо айҙың аҙағында
Бесәндә күрше-күлән.
«Тарт!» – тип саҡыра тартай,
Килдем дә еттем – Һөтай.

Июль.
Иң эҫе мәл. Сиңерткәләр
Зыңғырҙай зыңғыр-зыңғыр,
Һәүкәшемдең һөтө ҡуйы,
Майыңды туғып өлгөр,
Ялан тулы сәскә-гөлдөр,
Ҡыҙарған емеш-еләк,
Тик йыйып ҡына өлгөр,
Бигерәк тә мул, бай ай,
Минең исемем Майай.

Август.
Инде ураҡ мәле етте,
Баш ҡоҫҡан арыш-бойҙай,
Баҡсала алма аллана,
Мин – ҡунаҡсыл Урағай.

Сентябрь.
Япраҡтарға һары төштө,
Тамамлайҙар ҡырҙа эште,
Яңы уңыш әпәй беште,
Тупһаға һарысай етте,
Балалар уҡыуға төштө.

Октябрь.
Өшөттөрә, ҡара һыуыҡ,
Боҙ-ямғыр индерә ҡыуып,
Әсе елдәр япраҡ йолҡа,
Мин – Ҡарасай, ҡырыҫ холҡом.

Ноябрь.
Ҡапыл ер китте яҡтырып,
Ап-аҡ шәл һалды туғай,
Бала-саға ҡар бәрешә,
Ҡырпағай килә буғай.

Декабрь.
Сана юлы төштө инде,
Тупһала буран тулай,
Һырғалаҡ шыуа балалар,
Ишек ҡағам –Аҡъюлай.

Ғинуар.
Тәҙ(е)рәмдә япраҡ-япраҡ
Селлә бабай һүрәте.
Тышта оҙаҡ йөрөп булмай,
Уҫаллығым күрһәттем,
Ҡолаҡты семтеп, ай-һай,
Бейетәм бит – Һыуығай.

Февраль.
Шығырҙатып мин туңдырам,
Ҡапҡаларҙы ел шаҡый,
Бик тиҙ генә үтеп китәм,
Иң ҡыҫҡа ай – мин Шаҡай.

Тәбиғәт-әсә. Бына, Алла бойорғас, бөтә балаларым, ейәндәрем менән бергә осрашырға насип булды. Әйҙәгеҙ, балалар, бергәләшеп йырлап-бейеп алайыҡ әле.
Бәләкәй шыршыға
Ҡышын бик һыуыҡ,
Урмандан шыршыны
Алып ҡайтып ҡуйҙыҡ,
Муйынсаҡ, мәрйендәр.
Тәтәйҙәр элдек,
Уратып йырланыҡ,
Уйнаныҡ, көлдөк.
Шыршыбыҙ бик күркәм,
Нурға күмелде,
Яңы йыл байрамы
Шундай күңелле.

Зәрҡүм. Ә мин барыбер берегеҙҙе ашайым.
Ҡыш бабай.

Әйҙә әле, Зәрҡүм ҡорҙаш,
Икебеҙгә меңәр йәш,
Уҫаллыҡты ташлайыҡ,
Тыпыр-тыпыр тыпырҙатып
Күмәк бейеү башлайыҡ.

(Ҡарһылыу йүгереп килеп Зәрҡүм менән бейергә төшә, Ҡыш бабай Мәскәй әбейҙе бейергә саҡыра. Күмәк бейеү.)
Ҡыш бабай. Арыным, булды! Хатта күңелем тулды, эҫеләп киттем!
Зәрҡүм. Әҙерәк ҡыҙып киттем, һыуыныр кәрәк, янам! Янам! Янам!
Ҡыш бабай. Ҡайҙа әле минең ейәнсәрҙәрем, ҡар бөртөктәре? Әҙерәк еләҫлек биреп әйләнһендәр әле. (Ҡар бөртөктәре бейеүе башҡарыла.)
Ҡарһылыу. Олатай, ә ниңә беҙҙең шыршыбыҙҙа йондоҙҙар тоҡанмаған?
Ҡыш бабай. Килтерегеҙ әле минең тылсымлы таяғымды!
Мәскәй әбей (ялп итеп килеп сыға ла таяҡты эләктерә һала.)
Ярылған минең килем,
Хәҙер ауырта билем,
Таяғыңа атланып
Осам мин ҡанатланып.

Ҡыш бабай. Атлана ғына күрмә, әтеү үҙең боҙға әйләнерһең, йөрәгең ту­ңыр…
(Мәскәй әбей таяҡты үҙенә ҡыҫа һәм ҡатып ҡала.)
Ҡыш бабай (өтәләнеп). Ай, әттәге­нәһе! Ни эшләнең һин, Мәскәйьямал?! Әйттем бит, ҡағылма, тип. (Мәскәй әбей ҡатҡан кеүек баҫып тора.)
Тәбиғәт-әсә. Уны уятырға бер генә мөмкинселек бар. Әгәр ҙә мәгәр балалар доньялағы иң яғымлы һүҙҙәрҙе әйтеп Мәскәй әбейгә ҡағылһалар, уның йөрәгендәге боҙ ирер, сөнки һәр йән эйәһенә лә йылы ҡараш, яҡшы мөғәмәлә кәрәк.
Ҡарһылыу. Әйҙәгеҙ, балалар, үҙем башлайым, булмаһа. Һөйөклө Мәскәйьямал инәй! Беҙ һине яратабыҙ!
Ҡуяндар. Матурҡайыбыҙ беҙҙең!
Ен-бәрейҙәр. Аҫылдарҙан-аҫыл затыбыҙ!
Буранғол. Иң-иң матур ыжғырыусы әбекәйебеҙ!
Зәрҡүм (мыҫҡылап.) Иң-иң йәш, иң саф, иң-иң һомғол мең дә ун биш йәшлек кенә ҡыҙыбыҙ бит һин! (Барып ҡосаҡлай.)
(Балалар мөмкин тиклем күберәк яғымлы һүҙҙәр әйтергә тейеш.)
Ҡыш бабай. Иң-иң яҡын ҡорҙашым минең!
Мәскәй әбей (һикереп китә). Ҡайһылай рәхәт! Мең-мең рәхмәт! Бындай һүҙҙәрҙе һис ҡасан ишеткәнем юҡ ине әле. Һүҙҙәрегеҙ йөрәгемә ағылды, май булып яғылды, тәндәрем хатта яҙылды. Мә, бабаҡайым, таяғың, төклө булһын аяғың!
Ҡыш бабай (таяғы менән шыршыға ҡағылып).
Шыршы, шыршы, ян инде,
Матурлап тоҡан инде!
Уттарың балҡып янһын,
Сыҡмаһын ғына янғын!

(Шыршылағы уттар балҡып китә. Алыҫ-алыҫта әтәс ҡысҡырғаны ишетелә.)

Ҡарһылыу. Олатай, Әтәс йылы етеп килә түгелме һуң?
Алып барыусы.
Далаларҙан, тауҙан, урмандарҙан
Елеп, сабып килгән пар аттар.
Илебеҙҙең барлыҡ мөйөшөнән
Йыйылдылар бында ҡунаҡтар.

Буранғол.
Бында бейей Ҡарһылыуҙар,
Кескәй ялтыр ҡарҙар,
Кейек-хайуан, ҡош-ҡорттар ҙа
Байрамда барҙар.

Ҡарһылыу.
Ҡулды ҡулға тотоношоп
Шыршыны уратайыҡ,
Яңы йылды ҡаршылайыҡ,
Бәхеттәр юрашайыҡ.

(Сыбар тауыҡ, уның артынын сафҡа теҙелгән һап-һары себештәр килеп сыға. Тауыҡ йырлай.)

Тауыҡ.
Сип-сип-сип, себештәрем,
Минең ғәзиз емештәрем,
Өйрәнегеҙ ер тырнап,
Ҡорттар ашағыҙ йыйнап,
Тибенегеҙ тиреҫтә,
Өлгөр булығыҙ эштә!
Ҡырт-ҡырт, туҡ-туҡ-туҡ,
Тамағығыҙ булыр туҡ!
Ҡанаттарҙы ҡағығыҙ,
Аяҡтарҙы яҙығыҙ!
Йөрөһәгеҙ йүгереп,
Үҫерһегеҙ ҙур булып,
Әтәс-тауыҡ бергә-бергә,
Йәшәрбеҙ кетәк тулып!
Сип-сип-сип, себештәрем,
Минең ғәзиз емештәрем!

(Арттарынан йүгереп йәш әтәс сыға. Ҡанаттарын ҡаҡҡылап тирә-яҡҡа һө­рән һала.)

Әтәс. Кикери-күк! Бында ҡалай халыҡ кү-ү-п! Һаумыһығыҙ, дуҫтарым!
(Ҡыш бабай Яңы йыл – Әтәс-малайҙы күтәреп ала.)
Ҡыш бабай. Бына һинең йылың да тыуҙы, һаумы, һаумы, Яңы йыл!
Әтәс.
Һаумы, һаумы Ҡыш бабай!
Ҡыш бабай – Селлә бабай!
Бик күп сер белгән бабай,
Үҙең йомарт, үҙең бай,
Үҙең ифрат та ябай.

Алып барыусы.
Бәхетле Яңы йыл елә
Елкенеп, ҡанатланып,
Әтәс йылы беҙгә килә,
Ҡаршылайбыҙ шатланып.

Әтәс. Һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ, балалар!
Һеҙгә бәхет, һеҙгә шатлыҡ,
Һеҙгә яңы бәрәкәт,
Имен-аман ошо йылда
Йәшәйек бергә рәхәт!

Ҡыш бабай.
Ҡотло булһын, ҡотло булһын,
Башлана Әтәс йылы,
Барыбыҙға ла килтерһен
Һаулыҡ һәм бәхет тулы!

Алып барыусы (Р. Янбулатова шиғыры).
Йылтыр-йылтыр уйынсыҡтар,
Йылтырайҙар шыршыла,
Их, күңелле, бик күңелле
Яңы йылды ҡаршылау.

Ҡарһылыу.
Шыршы матур, шыршы матур,
Шыршы һәр саҡ йәм-йәшел,
Энәләрен ҡоймай бер ҙә,
Һәр ваҡыт та йәп-йәш ул.

Ҡыш бабай.
Шыршы матур биҙәлһә,
Мин дә ифрат яратам,
«Ҡотло булһын Яңы йыл!» –тип
Һеҙгә бүләк таратам.

Буранғол.
Төклө аяғың менән,
Әтәс йылы, Яңы йыл!
Гел «биш»легә уҡыһындар,
Ҡыҙҙар, малайҙар быйыл!

Ҡыш бабай.
Һуғыш туҡтаһын бар ерҙә!
Торһон донъялар имен!
Яңы йыл бәхет килтерһен,
Шатлыҡлы булһын, тимен!

Әтәс.
Барығыҙға, барығыҙға
Шатлыҡ, бәхет өләшәм,
Доньялар матур торһон, тип
Кешелеккә өндәшәм.

Бөтәһе бергә.
Аяҡ баҫһын Әтәс йылы
Бәхет нурҙары менән.
Байрамыбыҙ дауам итһен
Шатлыҡ йырҙары менән.

(Кисә «Яңы йыл йыры» (Г. Юнысова һүҙҙәренә З . Мамалимов көйө) менән тамамлана.)
Башҡорт халыҡ ижадының 1 – 3 томдары, Г. Юнысова, Р. Янбулатова, Н. Сәлимов, Ф. Ғөбәйҙуллина, Д. Талхина әҫәрҙәре ҡулланып яҙылды.

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[30 ноября 2016] | Просмотров: 2324 Опубликовал: admin Оцени статью!

Другие новости по теме:
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • Миҙгелемдә миҙгел йәшәне лә
  • Яратабыҙ беҙ һеҙҙе!
  • Үҙебеҙсә йәшәйек!
  • Яҙғынлыҡ - аҙғынлыҡ
  • 2072 йылдың яҙында яуасаҡ ҡояшлы ямғырғ ...
  • «Ысҡынған» мәлдә. Рәдиф ТИМЕРШИН

  • Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

    Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

    {announce}
    {inform_bashtar}
    Новости
      Шаман из Якутии «идущий изгонять Путина» устроил массовый митинг в Чите 
      Почему молодежь Башкортостана уезжает из республики? 
      Наконец-то: Во Всемирном курултае башкир сменится руководство 

    башкирская культура

      Ответ Белому шуту 
      Почему татарские актеры отказались сниматься в сериале «Зулейха» с Чулпан Хаматовой 
      В Башкортостане не забывают корни, даже если это идет вразрез политики нынешнего президента 

    история башкир

      Род древних башкир был сопоставим по размеру с хазарами. 
      ҠАНИФА ЮЛЫ 
      История не терпит лжи: открытое письмо башкирских историков 

    башкирская литература

      Яңы йыл байрамы 
      Әнисә Таһирова – ул башҡорт шиғриәте юғарылығы 
      Беренсе кластар өсөн байрам сценарийы 
      Яңы йыл 
      Яңы йыл тураһында шиғырҙар 
      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      «ДЕКАБРИСТЫ» И «ОЛИМПИЙЦЫ» 
      Һаумы Яңы йыл! 
      Башкирский Дед Мороз 
      Яңы йыл менән, дуҫтар! 
      Ап-аҡ ҡарға баҫа Яңы йылым 

    Башкирская политика

      Смерть национальной журналистики Башкирии. Почему никого не нужно спасать? 
      "Мы никогда не были экстремистами": активисты "Башкорта" ответили Радию Хабирову 
      Фарс, диктатура и политическая незрелость команды Хабирова: итоги V Всемирного курултая башкир 

    башкирская кухня

      Кыҙыл эремсек 
      Как использовать микроволновку? 
      Как приготовить плов из баранины 

    Слово автору

      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      Салауат ӘБҮЗӘР: БЕҘ! 
      Подвиг штрафников-танкистов. Грузия 1992 г. 
    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на www.bash-portal.ru обязательна. Данная информация предназначена для лиц старше 18 лет.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .