Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . Происшествия Стихи Музыка Литература Недвижимость Знакомства Башфорум
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное

    
Поиск
 
    
Популярные новости:
    
Заработок для сайтов
    
Партнеры

Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив)
    
Календарь

Июль 2019 (5)
Январь 2019 (2)
Ноябрь 2018 (20)
Апрель 2018 (8)
Март 2018 (13)
Февраль 2018 (2)
    
Полезное

|
    
Реклама
M



Көмөш ҡыңғырауҙар тағып, Ергә Яңы йыл килә!

Новости » Культура
(байрам сценарийы) 8-11 кластар
Уҡыусылар шыршы янында. Музыка яңғырай.
1-се алып барыусы:
Иҫең китер. Ерем бөгөн
Тылсымлы бер һарай кеүек.
Осҡон күҙле бала-саға
Шыршыҡайға ҡарай көлөп.
2-се алып барыусы:
Ә шыршыҡай шундай матур:
Оҡшаш башҡорт һылыуына,
Сулпыларын таҡҡан төҫлө
Яңы йылдың тыуыуына
1-се алып барыусы:
Шатлыҡтарҙың тулы сағы,
Яңы йылым, үт, үт түргә!
Күңел көткән ҡыуанысты,
Ышанысты илт һин Ергә!
2се а.б. Хәйерле кис, дуҫтар!
1-се а.б. Һеҙҙең барығыҙҙы ла ҡупшы шыршы янында, Яңы йыл кисәһендә күреүебеҙгә бик шатбыҙ!
2-се а.б. Беҙҙә бер байрам кисәһе лә йыр-моңһоҙ, бейеүһеҙ булмай. Әйҙәгеҙ әле, дуҫтар, шыршы тирәләй йырлап-бейеп алайыҡ.
Йыр, бейеү, уйын-көлкө. Уйын “Кәрләләр һәм бәһлеүәндәр” (“Карлики и великаны”).
2-се а.б. Ә хәҙер ҡотлау өсөн һүҙҙе мәктәп директоры Ю.Й.Рәхмәтуллинға бирәбеҙ. (директор йәки завуч ҡотлай )
1-се а.б. Тиҙҙән каникул етә. Их, рәхәт, дәрес әҙерләргә кәрәкмәй, иртәнсәк иртә торорға кәрәкмәй. Телевизор,компьютер, телефон, “аська-смска”… Кайф!
2-се а.б. Эй, каникул, тигәндәй! Ә һин беләһеңме, был һүҙ нимә аңлата?
Белмәһәң, белеп ҡуй, латин теленән тәржемә иткәндә “канис” – “эт”, “каникула” – “бәләкәй эт” тигәнде аңлата. Аллалар алдындағы хеҙмәттәре өсөн үлгәндән һуң күккә күтәрелеп, йондоҙ булып балҡыған Орионды тоғро эттәре оҙатып бергә киткән. Йәйгеһен улар бигерәк тә балҡып яна икән. Тәүҙә йәйге ялдарҙы “каникула” тип йөрөтә башлағандар, һуңынан башҡаларына ла был исем йәбешкән.
1-се а.б. Эй, йоморо баш, тороп тор. Әйҙә, дуҫтарыбыҙ менән байрамға арналған “Йоморо баш” уйынын уйнап алайыҡ әле. Тикшереп ҡарайыҡ, баштары ысынлап та йоморомо, әллә шаҡмаҡ микән?! Әллә оҙонса микән?!
2-се а.б. Шулай итеп, мини-викторинаны башлайбыҙ.
1. Ер шарында Яңы йылды иң тәүҙә ҡайҙа байрам итә башлағандар икән? (“М” хәрефенә башлана). Яуап: Месопотамия, б.э.т.3000й.
2. Рәсәйҙә балмаскарад үткәреп 1 ғинуарҙа Яңы йыл ҡаршылауҙы нисәнсе йылда кем индергән? (1700 йыл, Петр I)
3. Яңы йылдың төп биҙәге нимә? (шыршы – елка)
4. Ҡыш Бабай ҡайҙа йәшәй? (Ирәмәлдә). Ә Дед Мороз? (Великий Устюг)
5. Европаның бер илендә Яңы йыл алдынан булған иҫке әйберҙәрен тәҙрәнән тышҡа ташлайҙар. Ҡайһы илдә? (Италия)
6. Яңы йылда сәғәт нисә тапҡыр һуға? (12 тапҡыр)
7. 12 һанын тағы нимәлә ҡулланабыҙ? (12 ай, 12 йыл)
8.Мосолман календарында нисәнсе йыл бара? (1436 йыл)
9. Лапландия ниндәй ил ул? (унда Санта Клаус йәшәй)
10. Ни өсөн Ҡарбабайҙың танауы ҡыҙыл? (өшөгән).
Шыршыны әйләнеп тағы ла бейеп алабыҙ. Бейегәндә ҡулдан-ҡулға уйынсыҡ Ҡыш бабайҙы тапшырабыҙ. Көй туҡтағанда кемдә ҡала, шул йомаҡ әйтә, шиғыр һөйләй, теләктәр әйтә.
2-се а.б.Дуҫтар, быйылғы Яңы йылдың төп геройҙары кемдәр әле ул, иҫемә төшөрә алмай торам? (Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Һарыҡ, Кәзә, Яңы йыл).
1-се а.б. Ә һеҙ Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы ҡаршы алырға әҙерме? Әҙер булһағыҙ, әйҙәгеҙ, бергәләп саҡырайыҡ!
Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килеп инә.
Ҡыш бабай: Һаумыһығыҙ, балалар!
Ҡарһылыу: Сәләм, дуҫтар!
Балалар: Һаумы-һаумы, Ҡыш бабай! Сәләм-сәләм, Ҡарһылыу!
Ҡыш бабай: Кәйефегеҙ шәпме?
Балалар: Эйе, эйе, бик шәп, байрамса!
Ҡыш бабай: Шәп булғас, әйҙәгеҙ, бергәләп бейеп-йырлап алайыҡ!
Шыршы тирәләй бейеү, Ҡыш бабайҙы бейетеү.
Ҡыш Бабай: Ах-ох, арыным, тирләнем-бештем. Минең Ҡар бөртөктәрем ҡайҙа йөрөй икән, һауаны елләтеп ебәрерҙәр ине.
Ҡар бөртөктәре бейеүе
Ҡыш Бабай: Балалар, беҙ Ҡарһылыу ҡыҙым менән һеҙгә бик алыҫтан, әллә нисә тау-урман аша артылып килеп еттек.
Ҡарһылыу: Юлда мин үҙемә яңы дуҫтар таптым. Улар тураһында һеҙ ҙә ишеткәнегеҙ барҙыр әле.
2-се а.б. Кемдәр һуң улар? Исемдәрен әйтеп һөйләһәңсе.
Ҡарһылыу: Ә исемдәрен хәҙер бергәләп асыҡлайбыҙ инде. (мөсәл буйынса йыл хужалары тураһында йомаҡтар әйтеш. Дөрөҫ яуапҡа – күстәнәс)
Йомаҡтар (йәнлектәр)
1. Ауыҙынан ут сәсеп, килә ерҙе һелкетеп. Батыр бер ҙә ҡурҡманы - …. тураны.
2. Аҡ ҡына, йомшаҡ ҡына, бүре менән төлкөнән ҡурҡа шул ул саҡ ҡына.
3. Ҡош һауала, егет яуҙа, …. ә нимә тауҙа һынала?
4. Һин матур, һин сибәр – һиңә ҡарап туймайҙар – кем тураһында һүҙ бара?
5. Бәләкәй генә ҡоҙаса , итәктәрен ел аса.
6. Дүрт аяҡ, бер ҡармаҡ.
7. Бер ере лә ауыртмай – сырҡылдай ҙа мырҡылдай.
8. Һоро бүре килде, өйөм ситен ҡырҙы.
9. Ишек алдында сүмәлә, аҫтында дүрт бағана,
алдында ике һәнәк, артында – һепертке.
10. Юлаҡ-юлаҡ көпөһөн бер ҙә сисмәй кейә ул.
11. Майлы ҡайышым юлымда, тота алмайым ҡулымда.
1-се а.б. Был төркөмдә бер йәнлек етмәй. Кем ул – беләһегеҙме, дуҫтар? (һарыҡ – дөрөҫ яуапҡа йондоҙ ). Баҡырыҡ та баҡырыҡ, баҡырыҡ менән тулды тыҡырыҡ.
2-се а.б. Был ниндәй йәнлек инде, беләһегеҙме, дуҫтар? (яуаптар, пауза). 2015 йылдың хужаһы – Һарыҡ, мөсәл буйынса Ҡуй, тип әйтәләр.
Ҡыш бабай: Тап шулай, киләһе йыл Ҡуйҙыҡы.
1-се а.б. Дуҫтар, ә һеҙ беләһегеҙме, Көнсығыш илдәре легендаһы буйынса, Будда үҙенең эргәһенә йәнлектәрҙе саҡырған. Тик йәнлектәрҙең ун икеһе генә килгән. Будда уларға бик рәхмәтле булған һәм һәр береһенә бер йылды бүләк иткән.
2-се а.б. Шулай итеп, 2015 йылға Күк Һарыҡ хужа буласаҡ. Тыштан ҡарағанда, һаҡ һәм ҡурҡаҡ ҡына күренһә лә, Һарыҡ бик ныҡыш, ҡайһы берҙә – үтә лә ныҡыш һәм тиҫкәре. Ләкин ижади яҡтан бик көслө. Был йылда тыуғандар ижади эштәр менән шөғөлләнергә яраталар.
1-се а.б. Һарыҡҡа маҡтау йыры йырлап ишеттерәһегеҙме әллә, дуҫтар? (бәәәәәәә! Һарыҡ тураһында кем күберәк белә?)
Һарыҡ – йорт хайуаны. Төрлө тоҡомдарын үрсетәләр. Йөнөнән башлыҡ-шарфтар, ойоҡ-бейәләйҙәр, кейеҙ-юрған эшләйҙәр, балаҫ һуғалар…
2-се а.б. Дуҫтар, әйҙәгеҙ Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға һүҙ бирәйек.
(Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу һөйләй. Барыһы ла хуплап, алҡышлап торалар.)
Ҡыш Бабай: Бик күп юлдар үтеп, тау-урмандар, икһеҙ-сикһеҙ ҡырҙар аша килдек һеҙгә. Һәр ерҙә ҡыҙым менән беҙҙе ҡыуанып ҡаршы алдылар. Бик күп аҡыллы, зирәк балалар менән таныштыҡ. Әле бына ҡыуанып ҡарап торам, һеҙҙә лә бындай балалар күп икән! Афариндар!
Ҡарһылыу: Байрам менән һәммәгеҙҙе ҡотлайым , дуҫтар!
Яңы йыл ҡанат ҡаға аҡ даланлы аҡ ҡышта.
Алып килһен был йыл һеҙгә күп белем, һаулыҡ, муллыҡ.
Илебеҙҙе ташламаһын бөтөнлөк, барлыҡ, туҡлыҡ.
2-се а.б. Ә хәҙер Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыуҙы бейетеп алайыҡ.
Бейейҙәр, башҡалар ҙа уларға ҡушыла.
Ҡыш бабай: Ҡарһылыу ҡыҙым, әйҙә инде беҙ иң яҡшы уҡыусыларҙы бүләкләйек. Беҙгә бит аманат тапшырырға ҡушҡайнылар. Һеҙҙең яҡташығыҙ, медицина фәндәре кандидаты, БР-ң атҡаҙанған табибы Мусин З.Х. иң яҡшы уҡыусыларға үҙенең бүләктәрен бирергә ҡушты.
Ҡарһылыу: Шулай итәйек, ҡартатай. Унан һөнәрлеләр һөнәрҙәрен күрһәтер.
Ҡыш бабай уҡыу алдынғыларына бүләктәр тарата, маҡтай. Башҡалар алҡышлайҙар. Һөнәрлеләр бейей, шиғыр һөйләй, йырлай. Ҡарһылыу күстәнәстәр өләшә.
1-се а.б. Дуҫтар, лототронға яҡыныраҡ килегеҙ, отошһоҙ билеттар уйнатыла!!!
Лотерея билеттарын уйнатыу.
2-се а.б. Дуҫтар, йылдың хужаһы булғас, Һарыҡ үҙе Яңы йылды барып алһын. Ә беҙ уйын уйнай торайыҡ.
Артабан – “Мәскәй әбей” (“Баба-Яга”)уйыны. Һарыҡ Яңы йылды алып килә. Яңы йылдың ҡулында Алтын асҡыс һәм Көмөш ҡыңғырау.
1-се а.б. Бар тирә яҡ һөттәй ап-аҡ,
Йым-йым итеп ҡар көлә.
Көмөш ҡыңғырауҙар тағып,
Нурҙай балҡып, беҙгә Яңы йыл килә!!!
Яңы йыл: Мин – Яңы йыл. Ашығып килдем,
Теләктәрҙең иң изгеһен алып килдем:
Һау-сәләмәт булығыҙ,
Бәхет-уңыш менән генә
Үтһен ғүмер юлығыҙ!
Хужаһына тапшырайыҡ
Яңы Йылдың асҡыстарын.
Берҙәм атлап артылайыҡ
Киләһе йыл баҫҡыстарын!
Һарыҡҡа Алтын асҡысты тоттора.
Ҡыш бабай: Һай афарин, улым! Амин, шулай булһын! Ә Көмөш ҡыңғырауҙы балаларға тапшыр – Көмөш ҡыңғырау тауышы бер ҡасан да тынмаһын. Балалар мәктәпкә ҡыуанып, белем алырға килһендәр! Уҡытыусыларын тыңлаһындар. Мәктәп әлегеләй балҡып торһон!
Ҡарһылыу: Донъялар имен булһын!
Яңы йыл Көмөш ҡыңғырауҙы алып барыусыларға тапшыра. Улар ҡыңғырауҙы сыңлатып, шыршы тирәләй әйләнеп сығалар.
Ҡыш бабай: Балалар, беҙ Ҡарһылыу ҡыҙым менән юлға сығайыҡ, башҡа яҡтарҙа ла балалар беҙҙе көтәләрҙер. Яңы йыл улым, ә һин балалар менән байрамды дауам ит.
Яңы йыл: Ярай, олатай, һеҙгә хәйерле юл теләйбеҙ!
Ҡарһылыу: Дуҫтар, Һеҙгә артабан да уңыштар, һаулыҡ, бәхет юлдаш булыуын теләйбеҙ! Икенсе йыл осрашҡанға тиклем һау булығыҙ!
Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу балалар менән һаубуллашып, сығып китәләр.
2-се а.б. Байрам кисәбеҙҙе дауам итәйек. “Тауыш-2015”, “Эшләпә” уйындарын уйнап алайыҡ.
Уйындар үткәрелә.
Яңы йыл: Дуҫтар, мин бында йоморо башлы аҡыллы балалар күп тип ишеттем дә бүләктәр алып килдем. Әйҙәгеҙ, ярыштарға йомғаҡ яһайыҡ.

Газеталар, йондоҙҙар, костюмдар конкурстарына йомғаҡ яһала., бүләктәр тапшырыла (жюри тарафынан).

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[26 ноября 2016] | Просмотров: 2698 Опубликовал: admin Оцени статью!

Другие новости по теме:
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • Яңы йылды көтөү , ымһыныу юҡ
  • Яратабыҙ беҙ һеҙҙе!
  • Хәйерлегә булһын!
  • Яҙғынлыҡ - аҙғынлыҡ
  • 2072 йылдың яҙында яуасаҡ ҡояшлы ямғырғ ...
  • «Ысҡынған» мәлдә. Рәдиф ТИМЕРШИН

  • Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

    Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

    {announce}
    {inform_bashtar}
    Новости
      Шаман из Якутии «идущий изгонять Путина» устроил массовый митинг в Чите 
      Почему молодежь Башкортостана уезжает из республики? 
      Наконец-то: Во Всемирном курултае башкир сменится руководство 

    башкирская культура

      Ответ Белому шуту 
      Почему татарские актеры отказались сниматься в сериале «Зулейха» с Чулпан Хаматовой 
      В Башкортостане не забывают корни, даже если это идет вразрез политики нынешнего президента 

    история башкир

      Род древних башкир был сопоставим по размеру с хазарами. 
      ҠАНИФА ЮЛЫ 
      История не терпит лжи: открытое письмо башкирских историков 

    башкирская литература

      Яңы йыл байрамы 
      Әнисә Таһирова – ул башҡорт шиғриәте юғарылығы 
      Беренсе кластар өсөн байрам сценарийы 
      Яңы йыл 
      Яңы йыл тураһында шиғырҙар 
      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      «ДЕКАБРИСТЫ» И «ОЛИМПИЙЦЫ» 
      Һаумы Яңы йыл! 
      Башкирский Дед Мороз 
      Яңы йыл менән, дуҫтар! 
      Ап-аҡ ҡарға баҫа Яңы йылым 

    Башкирская политика

      Смерть национальной журналистики Башкирии. Почему никого не нужно спасать? 
      "Мы никогда не были экстремистами": активисты "Башкорта" ответили Радию Хабирову 
      Фарс, диктатура и политическая незрелость команды Хабирова: итоги V Всемирного курултая башкир 

    башкирская кухня

      Кыҙыл эремсек 
      Как использовать микроволновку? 
      Как приготовить плов из баранины 

    Слово автору

      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      Салауат ӘБҮЗӘР: БЕҘ! 
      Подвиг штрафников-танкистов. Грузия 1992 г. 
    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на www.bash-portal.ru обязательна. Данная информация предназначена для лиц старше 18 лет.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .