Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . Происшествия Стихи Музыка Литература Недвижимость Знакомства Башфорум
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное

    
Поиск
 
    
Популярные новости:
    
Заработок для сайтов
    
Партнеры

Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив)
    
Календарь

Июль 2019 (5)
Январь 2019 (2)
Ноябрь 2018 (20)
Апрель 2018 (8)
Март 2018 (13)
Февраль 2018 (2)
    
Полезное

|
    
Реклама
M



Яңы йыл байрамы кисәһен башлап ебәреү өсөн сценарий

Новости » Культура
Лариса Абдуллина
ЙЫЛАН МАЛАЙҘЫҢ НИҢӘ ЯҢЫ ЙЫЛҒА БАРҒЫҺЫ КИЛМӘЙ?
(Яңы йыл байрамы кисәһен башлап ебәреү өсөн сценарий)
Ҡатнашалар:
Йылан малай
Бесәй ҡыҙ
Бүре ағай
Ҡыш бабай
Мангуст
Бала (1)
Бала (2)

Уртаға талаша-тартыша Бүре ағай менән Бесәй ҡыҙ килеп сыға.
Бесәй ҡыҙ. Зинһар өсөн, ебәр инде мине, Бүре ағай! Мин бит Яңы йыл кисәһенә ашығам. Үҙең беләһең – Аждаһа йылы тамамлана. Имен-аман ғына уны Йылан иле вәкиленә тапшырыуҙы Аждаһа бабай миңә йөкмәтте!
Бүре ағай. Нисек ебәрәйем инде мин һине, ә, Бесәйкәй? Бынау ҡышҡы һыуыҡта ҡулыңа йылы өйҙә йәшәп һимергән Бесәй килеп эләкһен дә, һин, имеш, уны йәлләп ысҡындырып ебәр! Ха-ха-ха! Булмай... Асыҡтым мин! Һин барһаң, бармаһаң да, Йылан илселәре йылды килеп алып китәсәктәр. Унда һинең ҡатнашыуың мотлаҡ та түгел!
Бесәй ҡыҙ. Илсегә үлем юҡ, тигәнде ишеткәнең юҡмы ни, Бүре ағай?
Бүре ағай. Туҡта, ә нишләп тап һин әле һуң ул илсе тигәндәре? Аждаһа һынлы аждаһанан, етмәһә! Алдайһыңдыр һин, ашайым барыбер! Их, тәмлекәс тәк тәмлекәс!..
Бесәй ҡыҙ. Аждаһа бабай бит, һин кешеләргә иң яҡын йәшәгән йәнлек, шул уҡ ваҡытта йөрөүҙә лә ирекле, урманға ла сыға ла китәһең, тине.
Бүре ағай. Уныһы дөрөҫ, башҡа йор хайуандарын кеше гел ҡарап, ҡурсып ҡына йөрөтә ул. Йә бикләп тота. Иректә йөрөһәң дә, тырнаҡтарыма килеп ҡапҡаның юҡ ине әле, тәмле улья – һмеҙ ҡалъя!
Бесәй ҡыҙ. Юҡ, юҡ, теймә, ашама инде мине, Бүре ағай! Әйҙә, Яңы йыл кисәһенә! Шунда һине үҙем һыйлармын! Ҡыш бабай килтергән күстәнәстәрҙең бөтәһен дә һиңә бирермен!
Бүре ағай. Күстәнәс! Ха-ха-ха! Бесәйкәй, һин минән көләһеңме әллә? Мин бит ул алып килгән теге Сникерс, Марс кеүек шоколадтар, чипсы-мипсы ашамайым. Миңә ит кәрәк, аңлайһыңмы, ит! Һине бит Ҡуянға ла оҡшаталар, моғайын, итең дә уныҡы кеүек тәмлелер?
Бесәй ҡыҙ. Ай-ай-ай! Ҡотҡарығыҙ! Бүре ағай, зинһар өсөн...
Бүре ағай ауыҙын асып, Бесәй ҡыҙҙы йотам ғына тигәндә, ҡаҡ салҡан ауып китә.
Бүре ағай. Бәй, бәй, нимә булды ул? Әллә ток һуҡты инде? Һин әллә тере бесәй түгелме ул?
Йылан малай инә.
Йылан малай. Бүре ағай, нишләп улай Яңы йыл кисендә үҙеңдән кесерәктәрҙе яфалайһың? Бесәй ҡыҙҙың ҡысҡырғаны бөтә урманға яңғырап тора бит!
Бүре ағай. Шундуҡ, һөйләшмәй-теймәй генә йоторға уйланым бит инде. Юҡ, шул Бесәйҙең шыңшығанын, мырылдағанын тыңлап торҙом шул, йүләр! Һин нимә, Йылан малай, мине сағырға итәһеңме әллә? Мине һәләк итеп һиңә файҙа юҡ – Бесәй ҡыҙ тырнағын батырһа, нисек һәләк булғаныңды ла һиҙмәй ҡалырһың!
Йылан малай. Яңы йыл кисендә бер кем дә берәүҙе лә зыянларға уйламай, Бүре ағай! Ебәр һин Бесәй ҡыҙҙы! Киләһе йылдың хужаһы булараҡ, һиңә итле бәлештәр вәғәҙә итәм. Әйҙә, беҙҙең менән байрамға!
Бүре ағай. Ә-ә-ә! Итле бәлештәр! (Салҡан ятҡан килеш Бесәй ҡыҙҙың тотҡан ҡойроғон ысҡындырып ебәрә). Теге Миңнурый әбей бешергән бәлештәр кеүекме?
Йылан малай. Эйе, эйе, тап шундай! Тик һин Яңы йыл кисәһенә килмәй ҡалма, йәме!
Бүре ағай. Ярар, ярар! (Үҙенең әллә отолоуын, әллә ысынлап та ҡунаҡҡа саҡырылыуын аңламай тора). Ә һин мине алдамайһыңмы һуң, Йылан малай? Беҙҙә хәйләләп башҡаларҙы алдағандарҙы юха йылан, тип йөрөтәләр!
Йылан малай. Бына инде, башланды тағы ла... Нимә булһа ла йыландар ғәйепле! Әйттем бит инде өләсәйемә, бармайым ошо байрамға, тип! Һуң, Бүре ағай, мин һиңә зыян итергә булһам, ағыуландырғансы сағыр ҙа ҡуйыр инем. Улай итмәнем бит, бары тертләтеп кенә алдым. Бесәй ҡыҙҙы ебәрһен өсөн! Ә һин юха йылан тип ирештерә башланың...
Бүре ағай. Ҡара әле һин уны! Үҙенә күрә ғәрсел булып сыҡты бит был малай! Кешеләр ана шулай хайуандарға, йәнлектәргә исем ҡушып, нахаҡҡа бәлә тағып бөткән ул. Үҙҙәрен белмәйҙәр! Йәнлектәрҙе иң ныҡ рәнйетеүселәр ҙә улар бит! Ана, ауылдарында ниндәй генә мал юғалһа ла – минән күрәләр. Бүренең ауыҙы ашаһа ла – ҡан, ашамаһа ла – ҡан, тигән булалар етмәһә. Юҡҡа күңелең ҡырылмаһын! Кем белә, бәлки, һинең Бесәй ҡыҙыңды ашамаҫ та инем әле, әлеге лә баяғы, Бүре – яуыз, тигәндәренә генә ҡойроғонан эләктереп алғайным... Ярар, мин ҡайтып, байрамса кейенеп киләйем! Рәхмәт саҡырыуығыҙға!
Бүре ағай сыға.
Бесәй ҡыҙ. Рәхмәт инде, Йылан малай! Һин килеп өлгөрмәһәң, мин нишләр инем... Мин йәшәгән өйҙөң иң өлкән кешеһе – өләсәйҙәре юҡҡа ғына йыландар иң аҡыллы, һиҙгер, зирәк хайуандар, тимәй, күрәһең! Ул хатта аҡ йылан күргән кеше бәхетле, бик бәхетле була тип әйтә!
Йылан малай. Тимәк, ул минең өләсәйем хаҡында һөйләй! Ул бик-бик ҡарт! Урман төпкөлөндә йәшәй. Илле йылға бер сығып әйләнһә, әйләнә, әйләнмәһә – юҡ. Бер ҡайҙа йөрөмәһәм дә ете ҡат ер аҫтында йылан көйшәгәнен һиҙәм, тип, кешеләрҙең әйтемен ҡулланып, беҙҙе көлдөрөп ала ул.
Бесәй ҡыҙ. Ана бит, йыландарҙың изгелеге хаҡында үҙең дә беләһең!
Йылан малай. Эй, Бесәй ҡыҙ, һин шулай тиһең дә ул, ә бына минең, дөрөҫөн әйткәндә, Яңы йыл байрамына барырға бер теләгем дә булманы. Ни өсөн тиһеңме? Сөнки йыландар хаҡында кешеләр күберәк насар хәбәр һөйләй. Хатта яман итеп һөйләшкәндәрҙе лә йылан телле, тип атайҙар. Йылан тураһында бер йүнле нәмә ишетермен, тимә.
Йылан малайҙы Мангуст муйынынан эләктереп ала.
Ой-ой-ой! Нимә булды ул? Кем минең тәнемә тырнағын батыра?
Мангуст. Был мин, йылан малай, Мангуст! Нимә һин ерле-юҡтан байрамға барғым килмәй, тип зарланып тораһың ул, ә!? Бик барғың килмәһә, бәлки, мин һинең тәнеңә тырнағымды нығыраҡ батырайым? Һинең бит балаларҙы ҡыуандырғың килмәй! Етмәһә, быйыл Ҡыш бабай Яңы йыл кисәһенә махсус саҡырыу менән үткәрә. Унда ете йәнлектең ҡултамғаһы булмаһа, балалар байрамға инә алмай. Ә йәнлектәр үҙҙәренә зыян килтермәгәндәрҙең ҡағыҙына ғына ҡул ҡуя! Тап хайуандарҙы рәнйетмәгән балалар беҙҙе көтөп тора, ә һин – тыуасаҡ йыл хужаһы, нишләп бында балауыҙ һығаһың?
Йылан малай. Юҡ, юҡ, мин зарланмайым, бары балаларҙы ғына йәлләйем!
Бесәй ҡыҙ. Мангуст дуҫ, ебәр инде Йылан малайҙы! Ул бит изгелекле Аҡ йыландың ейәне – бына күрерһең, киләһе йылға бәхет, ҡот өләшеп китәсәк ул!
Мангуст. Ебәрмәйем, ул бит, ана, һаман зарлана!
Йылан малай. Ебәрмәһәң, ебәрмәйһең инде: өләсәйем Аҡ йылан бөтә донъяғыҙға именлек теләп ҡалды, шул тормошҡа ашһын! Ә мин, балаларҙы уңайһыҙ хәлгә ҡалдырып, байрамға барғым да килеп тормай...
Бесәй ҡыҙ. Нишләп уңайһыҙ хәлгә ҡалдыра ти, Йылан малай? Улар бит һине көтә!
Мангуст. Бындай бәләсел йылан күргәнем юҡ ине әле!
Бесәй ҡыҙ. Аждаһа бабай ҙа ана шулай ти ҙә ул! Мине лә Яңы йылға шуға илсе итеп ебәрҙе ул. Кешеләр мине яуыз тиҙәр, ти, уларға күренеп йөрөгөм килмәй, ти. Ә һин, ти, кешеләрҙә лә йәшәйһең, Мәскәй әбей менән дә көн итәһең, тормошта ла, әкиәттә лә геройһың, шуға һине аралашсы итеп тәғәйенләнем, ти.
Йылан малай. Ана, китаптарҙы асып ҡарағыҙ: бөтә шиғырҙар Бесәйгә, Ҡуянға, Бүрегә, Кәзәгә, Һыйырға һәм башҡа хайуандарға арналған. Ә миңә бағышланған бер шиғыр юҡ. Балалар мине ҡунаҡ итәм тип, нимә һөйләргә белмәй торасаҡ.
Мангуст. Нишләп юҡты һөйләйһең, тропик илдәрендә, йылы яҡтарҙа һин иң изге хайуан һаналаһың! Һиндә ниндәйҙер сихри көс бар, хатта минең юғалып ҡалған саҡтарым булды. Ҡыҙыл китап, фильмдар, йәнһүрәттәр геройҙары – һеҙҙең тоҡомдан. Балалар һеҙҙең хаҡта белмәй тип уйлама, бик күп белә.
Йылан малай Мангустҡа әйләнеп ҡарауы була, тегенеһе уны ысҡындыра.
Мангуст. Ана, әйттем бит, һин сихри көскә эйә тип! Изге көскә эйә!
Йылан малай. Ысынлап шулай тиһегеҙме, дуҫтар?
Бесәй ҡыҙ, Мангуст. Эйе, тап шулай. Юҡҡа ғына башҡорттарҙа борондан аҡ йылан – изгелек билдәһе, тимәгәндәр!
Йылан малай. Башҡорттарҙың йолаларын һин ҡайҙан беләһең, Мангуст? Һин бит тропик йәнлек, бында нисек килеп сыҡтың?
Мангуст. Ҡыҙыҡ хәбәр һөйләп ҡуйҙың, Йылан малай! Бөгөн бит Яңы йыл байрамы! Мөғжизәләр барлығына ышанмайһыңмы әллә? Әйҙәгеҙ, тиҙерәк байрамға! Ҡыш бабай күптән көтә!
Йылан малай. Эйе, сәғәттәр Яңы йыл етеп килеүен күрһәтә, ашығайыҡ, дуҫтар!
Бесәй ҡыҙ. Тиҙерәк, дуҫтар, тиҙерәк!
Өсәүләшеп залдың уртаһына килеп инәләр. Унда Ҡыш бабай менән балалар бейеп йөрөй.
Ҡыш бабай. Һаумыһығыҙ, төп ҡунаҡтар! Бик оҙаҡ көттөрөп йөрөйһөгөҙ! Ҡарағыҙ әле, йәнлектәрҙе рәнйетмәгән балалар ни тиклем күп бында!
Мангуст, Бесәй ҡыҙ, Йылан малай. Һаумыһығыҙ, Ҡыш бабай! Һаумыһығыҙ, балалар! Байрамдар ҡотло булһын!
Балалар күмәкләшеп иҫәнләшә.
Ҡыш бабай. Йәгеҙ әле, балалар, яңы тыуып килгән йылға арналған шиғырҙарығыҙҙы уҡығыҙ!
Йылан малай. Ә улар бармы ни?
Мангуст. Их, һин!
Бесәй ҡыҙ. Әйттек бит, башҡорт ерендә йәнлектәргә хөрмәт ҙур тип!
Бала (1).
Еләк йыйған саҡта ҡырҙа
Йыланды күрҙем былтыр:
Ҡайыш кеүек үҙе нәҙек,
Бөтә тәне – яп-ялтыр!

Апай әйтте:
“Ҡурҡма!” тине, –
– Был йыландың балаһы.
Уның да тап һинең кеүек
Бар донъяға бағаһы.

Сынаяҡҡа һөт һалдым да,
Ҡарап торҙом алыҫтан.
Килеп ҡунаҡ булды йылан,
Ул да йөрөп асыҡҡан.

Ҡыш бабай. Ҡалай матур уҡының, ҡыҙым! Рәхмәт һиңә! Ысынлап та, йыландарҙан ҡурҡырға, уларҙы рәнйетергә ярамай! Ни көтһәң, шул алдыңа килә, ти бит өлкәндәр. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә тыуыр йылдан тик именлек, муллыҡ һорайыҡ. Кешеләргә йылан зирәклеге теләйек!
Бесәй ҡыҙ. Башҡорттар, мең йыл йәшәгән йылан аждаһаға әйләнә, тиҙәр. Шуға ла мин һеҙгә былтырғы йылдың хужаһы булған Аждаһа бабайҙан ҡайнар сәләмдәр килтерҙем.
Йылан малай. Үҙем тураһында шиғыр миңә лә оҡшаны! Рәхмәт!
Мангуст. Күрҙеңме инде!
Бала (2). Мин дә шиғыр һөйләһәм буламы?
Ҡыш бабай. Була, улым, була! Рәхим ит!
Бала (2).
Йылан мөгөҙөн күрһәтһә,
Бәхеткә, ти өләсәйем.
Йылан аяғын күрҙеңме –
Тәхеткә, ти әсәйем.

Был зирәк йәнлек хаҡында
Бик күп хикәйәт беләм.
Имеш, уның тажы – алтын,
Өҫтөндә – көмөш елән.
Ҡыш бабай. Вәт рәхмәт балаларға!
Ошо рәүешле Яңы йыл кисәһе асыла, артабан һәр бала шөғөлөн күрһәтеп, йырлап-бейеп, кисә дауам итә. Аҙағында Ҡыш бабай менән Бесәй ҡыҙ сығып китә, ә Йылан малай менән Мангуст күстәнәстәр өләшә. Бүрегә итле бәлеш бирәләр.

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[26 ноября 2016] | Просмотров: 913 Опубликовал: admin Оцени статью!

Другие новости по теме:
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • Миҙгелемдә миҙгел йәшәне лә
  • Үҙебеҙсә йәшәйек!
  • Хоҙай һулышы
  • Яҙғынлыҡ - аҙғынлыҡ
  • 2072 йылдың яҙында яуасаҡ ҡояшлы ямғырғ ...
  • «Ысҡынған» мәлдә. Рәдиф ТИМЕРШИН

  • Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

    Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

    {announce}
    {inform_bashtar}
    Новости
      Шаман из Якутии «идущий изгонять Путина» устроил массовый митинг в Чите 
      Почему молодежь Башкортостана уезжает из республики? 
      Наконец-то: Во Всемирном курултае башкир сменится руководство 

    башкирская культура

      Ответ Белому шуту 
      Почему татарские актеры отказались сниматься в сериале «Зулейха» с Чулпан Хаматовой 
      В Башкортостане не забывают корни, даже если это идет вразрез политики нынешнего президента 

    история башкир

      Род древних башкир был сопоставим по размеру с хазарами. 
      ҠАНИФА ЮЛЫ 
      История не терпит лжи: открытое письмо башкирских историков 

    башкирская литература

      Яңы йыл байрамы 
      Әнисә Таһирова – ул башҡорт шиғриәте юғарылығы 
      Беренсе кластар өсөн байрам сценарийы 
      Яңы йыл 
      Яңы йыл тураһында шиғырҙар 
      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      «ДЕКАБРИСТЫ» И «ОЛИМПИЙЦЫ» 
      Һаумы Яңы йыл! 
      Башкирский Дед Мороз 
      Яңы йыл менән, дуҫтар! 
      Ап-аҡ ҡарға баҫа Яңы йылым 

    Башкирская политика

      Смерть национальной журналистики Башкирии. Почему никого не нужно спасать? 
      "Мы никогда не были экстремистами": активисты "Башкорта" ответили Радию Хабирову 
      Фарс, диктатура и политическая незрелость команды Хабирова: итоги V Всемирного курултая башкир 

    башкирская кухня

      Кыҙыл эремсек 
      Как использовать микроволновку? 
      Как приготовить плов из баранины 

    Слово автору

      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      Салауат ӘБҮЗӘР: БЕҘ! 
      Подвиг штрафников-танкистов. Грузия 1992 г. 
    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на www.bash-portal.ru обязательна. Данная информация предназначена для лиц старше 18 лет.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .