Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . Происшествия Стихи Музыка Литература Недвижимость Знакомства Башфорум
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное

    
Поиск
 
    
Популярные новости:
    
Заработок для сайтов
    
Партнеры

Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив)
Почему ломаются кондиционеры описал ARTcity.dp.ua.
    
Календарь

Июль 2019 (5)
Январь 2019 (2)
Ноябрь 2018 (20)
Апрель 2018 (8)
Март 2018 (13)
Февраль 2018 (2)
    
Полезное

|
    
Реклама
M



Парлы үтһен ғүмер юлдары

Новости » Культура
Ғәләмәт тиҙ үҙгәреп торған шаулы заманда йәшәүебеҙ арҡаһында эргә-тирәбеҙҙә булған ҡайһы бер ваҡиғаларға әллә ни иғтибар итеп бармайбыҙ, үҙ мәшәҡәтебеҙ, эшебеҙ менән сабып, башҡаларҙың тормошона ла күҙ һалмайбыҙ, ҡыҙыҡһынмайбыҙ. Кемгәлер, бәлки, бәләкәй генә ярҙам, йылы һүҙ кәрәктер, тип тә уйламайбыҙ. Шул арҡала тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына күренгән мәсьәләләрҙең дә оло социаль проблемаға әйләнеп китеүен һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ. Ә бына дүрт йыл элек ҡалабыҙҙа «Аулаҡ өй» клубы ойошторған Фәймә Батыр ҡыҙы Ниғмәтуллинаны, башҡалар яҙмышына битараф булмаған кешеләрҙең береһе, тип һис икеләнмәй әйтергә булыр ине. Яңғыҙҙарҙы ҡауыштырыу, үҙ ишен таба алмағандарға пар табыу буйынса ҙур эш алып бара ул. «Аулаҡ өй» клубы эшләй башлағандан алып уның ярҙамы менән 208 пар ҡауышҡан, яңғыҙҙар өсөн 219 кисә ойошторолған. Дүрт йылда 17 бәпес тыуған.


Парлы үтһен ғүмер юлдарыПарлы үтһен ғүмер юлдарыФәймә Батыр ҡыҙы тураһында бөгөн ярты республика халҡы белә, тиһәк тә, хата булмаҫ. Әлеге ваҡытта республикала эшләп килгән 27 таныштырыу клубы араһында иң уңышлыһы һәм әүҙеме тип нәҡ ул ойошторған клуб һанала. Бер урында ғына тормаған, һәр саҡ алға ынтылған Фәймә Ниғмәтуллина үҙ эшен йылдан-йыл киңерәк йәйелдерә бара. Башта ул кисәләрен ете районда ғына ойошторһа, бөгөн Учалы, Баймаҡ, Сибай ҡалаларында клуб филиалдары уңышлы эшләй. Яңыраҡ Өфө ҡалаһында “Пар алма” тигән тағы бер филиал асҡан. Киң танылыу алған клуб етәксеһе үҙ командаһы менән Башҡортостан юлдаш телеви­дение­һының “Алтын тирмә”, “Бә­хетнамә” тапшырыуҙарында ла йыш сығыш яһай. “Бәйләнештә” селтәрендә “Аулак ой, Айгуль” тигән төркөм асҡан. Унда кисәгә килә алмаған яңғыҙҙар таныша, танышҡандары дуҫлыҡтарын ин­тернет селтәрендә дауам итә ала. Фәймәнең ыңғай эшен күп кенә ауыл хакимиәте башлыҡтары, клуб мөдирҙәре, китапханасылар ҙа хуплап күтәреп алған һәм һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙер. Был йәһәттән бигерәк тә Баймаҡ етәкселәре әүҙемлек күрһәтә, улар кисәләрҙең нисек уҙыуы менән яҡындан ҡыҙыҡһынып тора, күп халыҡ йыйылған урында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен һаҡлау буйынса ярҙам итә, дежур патрулдәр ҡуя. Бәлки, шуғалыр ҙа иң күп сара тап ошо районда уҙа. Улар ике аҙнаға бер уҙып торһа ла, бындағы халыҡ дәртлелеге, әүҙемлеге менән башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәрҙән айырыла һәм кисәгә 200-ләп кеше йыйыла. “Аулаҡ өй” кисәләренә йөрөүселәр үҙҙәренә мотлаҡ пар эҙләргә, ҡауышырға тейеш тигәнде аңлатмай. Бындай осрашыуҙар буш ваҡытты күңелле һәм файҙалы итеп үткәреү мөмкинлеге лә ул.

Хәҙер һәр кисәнең йөкмәткеһе, айырым темаһы бар. Байрамдар уйын-көлкө, йыр-бейеү, күңелле сәй табыны менән ойошторола. Уларҙа халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеүгә лә ҙур иғтибар бирелә. Ә инде сараның эскеһеҙ үтеүе иһә уға айырыуса йәм өҫтәй. “Аулаҡ өй” клубының хәҙер үҙ йолалары бар һәм, һәр ҡауышҡан илленсе парға алтын балдаҡ бүләк итергә, тип ҡарар ителгән. Көҙгөһөн ике йөҙөнсө бу­лып өйләнешкән пар – Баймаҡ районының Билал ауылынан 52 йәшлек Зифа апай менән Әбйәлил районынан Варис ағай тәүгеләрҙән булып алтын балдаҡ хужаһы булды. Улар­ҙың туйы, тәүге тапҡыр тормош­ҡа сыҡҡан Зифа апайға туй күлдәге кейҙереп, барыһы менән бергәләп, йолаларға таянып уҙғарылған.

Зифа апай ошоға тиклем туй күлдәге, никах балдағы кеймәгән. “Үҙемде туй күлдәге кейгәнмен икән тип бик йыш төштә күрә инем. Туй күлдәге кейгән ҡатын-ҡыҙҙарға һәр ваҡыт аҡ көнләшеү менән ҡараным. Кейәүҙә тип уйлаһындар өсөн, бер ваҡыт никах балдағы ла алдым, үкенескә күрә, күп тә үтмәй, уны урлаттым. Һәр ваҡыт Хоҙайҙан үҙемә ғаилә бәхете, парлы ғүмер кисереүемде ялбарып һораным. Тормош юлым да еңелдән булманы. Аллаһы Тәғәлә яратҡан ҡолона һынауҙар аша бәхет бирә, тип ышандым. Ҡаланан ауылға күсеп ҡайтҡас, ниңә беҙҙең ауылда ла төрлө осрашыу кисәләре үткәрелмәй икән, тип уйлай инем. “Аулаҡ өй” кисәһе үткәрелгәнен ишеткәс, яңғыҙаҡтарҙы хәстәрләгән кешеләр барлығын белеп ҡыуандым. Барлыҡ ялбарыуым, хыялым Фәймә Ниғмәтуллина арҡаһында тормош­ҡа ашты. Ул үткәргән “Аулаҡ өй” кисәһендә табыштыҡ һәм, күп тә үтмәй, ҡауыштыҡ”, – тип шатлығы менән уртаҡлашты ул.

Парлы үтһен ғүмер юлдарыКлубтың эшмәкәрлеге менән яҡындан танышыу маҡсатында беҙ ҙә “Аулаҡ өй” кисәһендә ҡатнаштыҡ. Залға килеп инеү менән урта һәм оло йәштәгеләрҙең күберәк булыуы иғтибарҙы йәлеп итте. Быға ғәжәпләнергә лә кәрәкмәйҙер, хәҙер йәштәр өсөн күңел асыу, буш ваҡытын үткәреү урындары күп. Кисәгә Магнитогорск, Учалы, Бай­маҡ ҡалаларынан, Әбйәлил, Бе­лорет райондарынан бик күп ҡунаҡ килгән. Кемдеңдер үҙенә, икенсе береһенең туғанына йәки танышына пар күҙләү уйы булһа, өсөнсөләрен иһә үҙебеҙҙең телдә йырлашып, аралашып ултырыу уйы килтергән. Сараны музыкаль яҡтан биҙәү өсөн бейеүселәр, алып барыу­сылар, аккомпаниатор саҡырылған. Ҡунаҡтарға әҙерләнгән самауырлы сәй табыны ла кисәгә йылылыҡ өҫтәгәндай.
Йәшерәк ҡунаҡтар араһынан Әбйәлилдән килгән өс егет менән аралашабыҙ:

– Белоретта бындай кисәләргә йәштәр әҙерәк килә икән, ә бына Баймаҡта халыҡ күп йыйыла, йәштәр ҙә күп. Вахта ысулы менән ситкә йөрөп эшләйбеҙ. Тик эш тип кенә йәшәп булмай, инсафлы, тәрбиәле берәй ҡыҙҙы кәләш итеп алырға ине. Шуға күрә бындай кисәләргә кәләш күҙләү уйы менән киләбеҙ. Хәҙерге ҡыҙҙар насар тип әйтеп булмай, шулай ҙа уларҙың ҡайһы саҡта артыҡ заманса булып китеүе ҡурҡыта. Ауыл клубтарында дискотекаларҙа шешәһе менән һыра тотоп эсеп йөрөгән, тәмәке тартҡан ҡыҙҙар ҙа йыш осрай. Ә “Аулаҡ өй”гә килгән ҡыҙҙар үҙҙәрен барыбер тыйнағыраҡ тота. Бында, бәлки, ололар менән бер рәттән күңел асыу, улар эргәһендә тәрбиә ҡанундарын һанлау, ололарҙы хөрмәт итеү ҙә ҙур роль уйнайҙыр.

“Аулаҡ өй”ҙөң йыш ҡунағы булған, Магнитогорск ҡалаһынан Сәриә апай ҙа бындай кисәләрҙе ойоштороусы булыуына ҡыуаныуын йәшермәй:
– Бөгөн “Аулаҡ өй” клубы тураһында төрлө фекер йөрөй. Берәүҙәр унда йөрөүҙе килешеп етмәгән шөғөл тип һанаһа, икенселәре, бигерәк тә яңғыҙлыҡтың әселеген үҙ иңендә татығандары, ойоштороусыларға рәхмәтен белдерә. Йәшем 68-гә етһә лә, бер кисәне лә ҡалдырмаҫҡа тырышам. Таныштарымды, хеҙмәттәштәремде лә үҙ артымдан эйәртәм. Әлбиттә, хатта туғандарым араһында ла мине аңламаусылар, оло башың менән йәштәр кеүек йөрөргә оялмайһыңмы, тиеүселәр ҙә бар. Беҙ бит ниндәйҙер яҙыҡ эш менән булышырға йыйылмайбыҙ. Бейеп-йырлап, матур итеп, үҙебеҙсә күңел асабыҙ. Магнитогорск ҡалаһында йәшәһәк тә, милли костюмдарыбыҙҙы алып, әхирәттәребеҙ менән гастролгә сыҡҡандай тейәнеп сығып китәбеҙ. Күптәр бындай таныштырыу клубтарына сәйерһенеп ҡарай. Клубҡа килгәс тә, кем менәндер ҡауышырға тигән талап юҡ бит.

Фәймә (Айгөл) Ниғмәтуллинаның әүҙемлеген, эшен ең һыҙғанып башҡарыуын уның республикалағы таныштырыу клубтары араһынан икенсе тапҡыр гран-при алыуы ла асыҡ күрһәтә. Быйыл да ул 27 алып барыусы араһынан иң яҡшыһы тип табыла һәм миҙал, 15 мең һум аҡса, 5 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнә. Киләсәккә пландары ла ҙур Фәймәнең. Яҡын арала бындай кисәләрҙе райондың Инйәр ауылында ла ике аҙнаға бер тапҡыр үткәреп торорға тип планлаштыр­ған. Шулай уҡ сәләмәтлеге буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр, кем менәндер танышырға теләге булып та, кисәгә килергә уңайһыҙланғандар менән айырым эш алып барыласаҡ.

Эльза МӨХӘМӘҘИЕВА.
Белорет ҡалаһы.

Автор фотолары.

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[15 января 2016] | Просмотров: 1225 Опубликовал: admin Оцени статью!

Другие новости по теме:
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • Йәй
  • Һайлауҙан һуң уйланыуҙар
  • Сәйҙәш балҡышы
  • Яҙғынлыҡ - аҙғынлыҡ
  • Кәк-күк
  • «Ысҡынған» мәлдә. Рәдиф ТИМЕРШИН

  • Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

    Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

    {announce}
    {inform_bashtar}
    Новости
      Шаман из Якутии «идущий изгонять Путина» устроил массовый митинг в Чите 
      Почему молодежь Башкортостана уезжает из республики? 
      Наконец-то: Во Всемирном курултае башкир сменится руководство 

    башкирская культура

      Ответ Белому шуту 
      Почему татарские актеры отказались сниматься в сериале «Зулейха» с Чулпан Хаматовой 
      В Башкортостане не забывают корни, даже если это идет вразрез политики нынешнего президента 

    история башкир

      Род древних башкир был сопоставим по размеру с хазарами. 
      ҠАНИФА ЮЛЫ 
      История не терпит лжи: открытое письмо башкирских историков 

    башкирская литература

      Яңы йыл байрамы 
      Әнисә Таһирова – ул башҡорт шиғриәте юғарылығы 
      Беренсе кластар өсөн байрам сценарийы 
      Яңы йыл 
      Яңы йыл тураһында шиғырҙар 
      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      «ДЕКАБРИСТЫ» И «ОЛИМПИЙЦЫ» 
      Һаумы Яңы йыл! 
      Башкирский Дед Мороз 
      Яңы йыл менән, дуҫтар! 
      Ап-аҡ ҡарға баҫа Яңы йылым 

    Башкирская политика

      Смерть национальной журналистики Башкирии. Почему никого не нужно спасать? 
      "Мы никогда не были экстремистами": активисты "Башкорта" ответили Радию Хабирову 
      Фарс, диктатура и политическая незрелость команды Хабирова: итоги V Всемирного курултая башкир 

    башкирская кухня

      Кыҙыл эремсек 
      Как использовать микроволновку? 
      Как приготовить плов из баранины 

    Слово автору

      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      Салауат ӘБҮЗӘР: БЕҘ! 
      Подвиг штрафников-танкистов. Грузия 1992 г. 
    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на www.bash-portal.ru обязательна. Данная информация предназначена для лиц старше 18 лет.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .