Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . Происшествия Стихи Музыка Литература Недвижимость Знакомства Башфорум
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное

    
Поиск
 
    
Популярные новости:
    
Заработок для сайтов
    
Партнеры

Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив)
    
Календарь

Июль 2019 (5)
Январь 2019 (2)
Ноябрь 2018 (20)
Апрель 2018 (8)
Март 2018 (13)
Февраль 2018 (2)
    
Полезное

|
    
Реклама
M



Зигат Султанов. Сибирское ханство и другие - 2

История, Слово автору
Сей злодей царствовал споҡойно только шесть дней; в седьмой открылся бунт: темник Мамай, сильный и грозный, возмутил орду, умертвил Темирхожу, перешел с луговой (Башҡортостан яғынан. — Й.С.) на правую сторону Волги и назвал ханом какого-то Абдула»...
Урыҫ тарихсыларының был «ниндәйҙер Абдул» тип атаған кешеһе беҙҙең өсөн һис тә ниндәйҙер ҙә, билдәһеҙ ҙә зат түгел — Мамай тиклем Мамай билдәһеҙ ҡара һөйәкте һис кенә лә хан тәхетенә ултыртмаҫ — уның өсөн ысын хан исеменән хакимлыҡ ҡылыу төп шарт бит. Соҡсонобораҡ ҡараһаң, үлтерелгән Мар хандың баяғы икенсе улына барып юлығаһың — уның исеме урыҫ йылъяҙмаларында «Абалак» тип тә, «Абулак» тип тә яҙылған һәм һуңғыһы ысынында Абдулаһ (Абдул) икәнен ҡыйынлыҡһыҙ шәйләйһең. Күрәһең, Мамай батырыбыҙҙың төтөнө тура йөрөгән — Алтын Урҙа тәхетенә үҙ башҡортон — Себер ханы тоҡомон килтереп мендергән.
Абдул хандың артабанғы яҙмышы билдәле түгел, әммә ул да фажиғәле үлгән (үлтерелгән) булһа кәрәк. Йәшләй етем ҡалған Агиш менән Аласағыр (Ағалаҡ) исемле улдарын уларҙың ҡартәсәһе (Уаҡҡас ҡыҙы) яғынан бер туған олатаһы Муса (Уаҡҡас улы) аҫырап үҫтерә. Аласағыр (ҡаҙаҡса Алашағыр) үҙенең атаҡлы өс туған ағаһы Мамай-Нар-Ҡасим ярҙамында Көнсығыш Себер далаларындағы аҙып-туҙып йөрөүсе аҙай ҡаҙаҡтары ҡәүемен бер ҡорға уҡмаштырып, хан булып ултыра; ҡаҙаҡтар ул ханлыҡты хандың исеме менән Алашағыр урҙаһы тип йөрөтәләр, аҙаҡ ул Алаш-Урҙа булып таныла. Был осорҙа Себер тәхетендә Хыҙыр улы Мәмәт (урыҫ йылъяҙмаларындағы Мамант-Солтан, Марҙың ейәне) ултырып, вафатынан һуң Ҡасим (Ҡасай) исемле улы хан булып ҡала. Был хан бик тә тәүәккәл, ҡыйыу, дыуамал булып танылғанлыҡтан, башҡорттар уны, донъяны ватып-емереп йөрөүсе боронғо бабаһы Мамай ханға (1480 йыл үлтерелгән) оҡшатып, буғай, “Мамай-Ҡасим” тип, ә баяғы Алаш-Урҙа ҡаҙаҡтары иһә, дыуамал нар-дөйә атанылай (айғырылай) күреп ололап, “Нар-Ҡасим”, “Нар-бәк Ҡасим”, “Нарыҡ Ҡасим” тип тә ләҡәпләйҙәр, шуға күрә лә уның өлкән улы Сураны урыҫтар “Чюра Нарыков” тип яҙғандар. Ә был әҫәрҙә уны, Мусаның үҙ улы Мамай мырҙа менән бутамаҫ өсөн, Мамай-Нар-Ҡасим тип алдым.
Ул заманда бер яҡтан Төркиә — Ҡырым — Ҡазан берләшмәһе, икенсе яҡтан Рәсәй — Нуғай Урҙаһы башҡорттары араһында ҡаршылыҡ тыуып, ике яҡ та боронғо Үҫәргән биләмәһе Әстерханды (Үҫәргән батшалар шәжәрәһендәге Баба-Төкләҫтең зираты шунда булып, хәҙерге заман караптар төҙөү заводының бинаһы аҫтында ҡалған) үҙҙәренең ҡулы аҫтында тотоу өсөн көрәш алып бара, йыш ҡына ул ҡанлы бәрелештәргә килтерә. 1530 йылда Ҡырым ханы Мөхәммәт-Гәрәйҙең улы Ислам-Гәрәй башҡорттарҙың (Нуғай Урҙаһының) бойондороҡлоһо булған Әстерханды баҫып алып, тәхетенә менеп ултырғас, ҡаны ҡыҙышҡан Мамай-Нар-Ҡасим үҙенең өс туған ҡустыһы Агишты (Агиштың ошоғаса, мәҫәлән, 1521 йылдан алып, Әстерханда Хөсәйен хандың бәкләрбәге, йәғни прембер-министры булып хеҙмәт иткәнлеге күренә) Себер тәхетендә хан итеп ҡалдырып, Иҙел тамағына етди һуғыш сәфәренә ҡуҙғала. Бер ынтылыуҙа уҡ Әстерханды ҡырымдарҙан тартып ала, Ислам-Гәрәйҙе ҡыуып ебәреп, хан тәхетенә үҙе ултыра. Шул уҡ йылда Мәскәү кенәзе Василий ҙа ҡуҙғалып, Ҡазан ханлығын йығырға бик күп ғәскәр ебәргәс, Ҡазан ханы Сафа-Гәрәй, ярҙам һорап, нуғай урҙаларына ла, Әстерханға ла мөрәжәғәт итә бер юлы. Мәскәү менән тығыҙ берлектә йәшәгән Ҙур Нуғай Урҙаһы (баш ҡалаһы Көн-Өфө) кенәзе Исмәғил иһә Сафа-Гәрәйҙең үтенесен кире ҡаға, әммә уның бер туғаны — Бәләкәй Нуғай Урҙаһы (баш ҡалаһы Һарайсыҡ) хакимдары Йософ мырҙа, Әстерхан ханы Мамай-Нар-Ҡасим менән берлектә, урыҫтарға ҡаршы Ҡазанға ярҙам ҡулы һуҙалар: Мамай-Нар-Ҡасимдың өлкән улы Сура батыр етәкселегендәге ун меңлек һәм Бәләкәй Нуғай Урҙаһынан был юлдарҙың авторының туп-тура бабаһы Ябынсы Яҫауыл (урыҫ йылъяҙмаларының береһендә ул “Яглыч-князь” тип теркәлгән) башлығындағы атлы ғәскәр (иҫәбе билдәһеҙ) юлландырыла, һөҙөмтәлә урыҫтар Ҡазанды алыуҙан төңөлөп кире борола. Шул китеүҙән Сура батыр менән Ябынсы Яҫауыл үҙҙәренең ғәскәрҙәре менән бергә Ҡазан ханлығында хеҙмәттә ҡалып, тарихта ла мәғлүмдәр.
Шуны ла әйтергә кәрәк: 1530 — 1532 йылдарҙағы Әстерхан ханы Мамай-Нар-Ҡасим Мәмәт улын урыҫ тарихсылары уға тиклем күп йылдар элек Оло Урҙа (элекке Алтын Урҙа) ханы булған һәм Әстерханда йәшәгән, 1490/1491 йй. үлтерелгән Ҡасим Мәхмүт улы менәнме, әллә 1521 йылда башҡорттар (нуғайҙар) менән ҡанлы алышта дөмөктөрөлгән ҡаҙаҡ ханы Ҡасим менәнме бутайҙар. Башҡорт ханы Мамай-Нар-Ҡасим был юлы үлтерелмәгән, ә, күп тә тормай, Ҡафҡаз сиркәштәре тарафынан ҡыуылып, 1532 йылда уның урынына Әстерхан тәхетенә Аҡкүбек Мортаза улы (1480 йылда үлтерелгән Алтын Урҙа ханы Әхмәттең ейәне) ултыртыла. Мамай-Нар-Ҡасим Себерҙәге тәхетенә ҡайтып китә — шуның менән баяғы өс туған ҡустыһы Агиштың да ҡыҫҡа ваҡытлы Себер ханы булыуы ослана, Әстерханға хеҙмәткә йүнәлә ул (бәктәр башлығы булып).
1533 йылда Әстерхан хандар шәжәрәһенән Абдрахман хан тәхеткә ултырғас, ул саҡтағы Бәләкәй Нуғай Урҙаһы кенәзе Сәйет-Әхмәт йәки “Сәйдәк” менән уның аралары боҙолошоп, 1536 йылда һуғыш башлана. Шуның шауҡымынан Нуғай Урҙаһында үҙ-ара низағ ҡубып, көстәр икегә бүленеп, Абдрахман хан яҡлы Агиш, Аласағыр ғаиләләре Әстерханға ҡаса, был төркөмдә Аласағыр мырҙа, Ҡолдәүләт мырҙа, Сүнсәләй мырҙа, Һары мырҙа (Агиш улы) — бөтәһе 30 ғаилә була. Мамай-Нар-Ҡасим (йәки Шәйех-Мамай) был ыҙғышта Сәйет-Әхмәт яғын ала (һуңғараҡ ҡаршы китһә лә). 1537 йылдың оҡтябрь аҙағында Мамай-Нар-Ҡасим етәкселегендәге башҡорт-нуғайҙар Әстерханды ала, Абдрахман ханды тәхетенән ауҙарып, урынына уның ейәнен — Ҙур Нуғай Урҙаһы кенәзе Исмәғилдең һеңлеһенең улы Дәрүиш-Ғалиҙы хан (1537 — 1539) итеп ултырта. Агиш, Сүнсәләй мырҙалар Ҡазанға ҡаса, шунда хеҙмәткә яллана.
Тарихта соҡсонған һайын, нығыраҡ шул асыҡлана: тарихсыларыбыҙ тарафынан ошоғаса бер-береһенән Ҡытай стеналары менән айырып йөрөтөлгән, бер-береһенә ете ят итеп күрһәтелгән нуғай урҙалары, Себер ханлығы, Әстерхан ханлығы һәм Оло Урҙа (элекке Алтын Урҙа) һәм күпмелер дәрәжәлә Ҡазан ханлыҡтары бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә йәшәгән, әйтелгән ханлыҡтарҙың тәхеттәрендә күпселеген Үҫәргән (боронғоса йәткәндә нуғай) батшалар шәжәрәһенән сыҡмыш хандар һәм кенәздәр ултырған. Шуның бер килке миҫалын өҫтәрәк бәйән иттек, артабан китәйек инде.
Бишенсе быуын Себер ханы, һуңынан Алтын Урҙаның ханы Хыҙырҙың Мамант (Мәмәт, Мамат) тигән улына ла, атаһы Хыҙыр кеүек үк, Алтын Урҙа тарихының тап боронғо Мамай ханыбыҙ ҡалҡып сыҡҡан осоронда һәм уға бәйле рәүештә, хан тәхетенә ултырыу насип була. Сөнки ғәййәр Мамай батырыбыҙ 1370 — 1371 йылдарҙа мәрхүм Хыҙырҙың артынан тәхеткә ултырмыш ҡустыһы Морат хандың да, унан һуңғы Ғәзиз хандың да баштарына етеп, Иҙелдең уң яғындағы шул Алтын йәки Һарай урҙаһын һәм Иҙелдең һул яғындағы үҙенең башҡорт-Нуғай Урҙаһын (Башҡортостанды) берләштерә лә, Хыҙыр хандың бәлиғ булмаған улы баяғы Мамант солтанды (урыҫ йылъяҙмаларындағы Мамант-салтанды) хан итеп күтәреп (1370 й.), уның исеменән хакимлыҡ ҡыла башлай ҡитғала. Оло яуҙары менән урыҫ илдәрен ҡаҡшатып йөрөгән батырыбыҙҙың шанлы ғүмере 1380 йылда хыянатсы әрмәндәр ҡулынан өҙөлә, Мамант хан да Алтын Урҙа тәхетендә оҙаҡ ултырмай, буғай (күпме йәшәгәнлеге, үлгән йылы билдәһеҙ). Унан ҡалған уланды ла Муса йорто һыйҙыра үҙенә; ул, буласаҡ Мамай-Нар-Ҡасим йәки шәйех-Ҡасим, «Үҫәргән тәүәрихе»ндә Мамай Ҡасим тип теркәлһә, урыҫ йылъяҙмаларында «йәш Мамат-салтан» исемендә билдәле. Был улан да йәшлегенән үк һуғыш эшенә ныҡлап керешеп, әленән-әле урыҫтарға һөжүм итеп, ҡалаларын ватып-емереп йөрөй. Шундай һуғыштарының уңышһыҙ бөткән береһе Никонов йылъяҙмаһына теркәлгән: «1400 г. В пределах Червленого Яру в караулех возле копор у Дону князь великий Олег с Пронским и князи с Муромским и Козельским избиша множество татар, и царевича Мамат-салтана яша и иных князей ординских» (Н.М. Карамзин, т. V, гл. II, 320-нсе бит). Беҙҙең өсөн бик мөһим был һөйләмгә, беренсенән, башҡорттоң ике һүҙе («күпер», «йәше») шул килеш кереп киткән; өҫтәрәк телгә алынған, малай ғына сағында уҡ ғәййәр Мамай батыр булышлығында бөйөк Алтын Урҙа ханы булған Мамант менән уның ошо улы Маматтың исемдәре бик оҡшаш, урыҫ ҡолағы өсөн бер-береһенән айырғыһыҙ булғанлыҡтан, йылъяҙмасы һуңғыһын маматтарҙың «йәше» тип асыҡлап айырымлай; икенсенән, уны сифатлаусы «царевич», «салтан» һүҙҙәре йәш Маматтың ысынлап та баяғы Мамант хан улы икәнлегенә шик ҡалдырмай.
Шулай итеп, баяғы шәжәрәләге Мар һәм Бикбулат исемдәре менән сикләнгән билдәһеҙ арауыҡтың быуындар һаны (5) асыҡланды: 1. Мар. 2. Хыҙыр. 3. Мамант. 4. Мамат йәки Мамай Ҡасим. 5. Бикбулат.
Күсем хан шәжәрәһендәге һәр быуындың уртаса һуҙымын — яҡынса 28 йылды — шул бишкә ҡабатлаһаҡ, килеп сыға Марҙан алып Бикбулатҡа тиклемге 140 йыл. Шуны һуңғы сик — Бикбулат үлтерелгән 1563-тән 140-ты алып ташлаһаҡ, табыла яҡынса һан 1423 — Мар хандың үлтерелгән яҡынса йылы һәм бөтәһе лә үҙ урынына ултыра, осо осҡа ялғана.
Шулай итеп, тап Есипов яҙғанынса, Хыҙырҙың улы йәғни Мар ейәне үҫеп етеп, үҙенең ҡануни Себер хандары тоҡомо икәнлеген иҫенә төшөргән дә ҡартатаһы Марҙы яҡынса 1423 йылда үлтереүсенең йәғни үҙенең олатаһы Уаҡҡастың башына еткән һәм, Уаҡҡас ултырған Тора (хәҙерге Төмән) ҡалаһының көлөн күккә осороп, Иртыш аръяғында үҙенең Үҫәргән башҡорттарының хоҙайы исемендәге Әсә-бүре, ә ҡыҫҡартып әйтелештә Сәбүр (Себер) ҡалаһын ҡороп, хан тәхетенә менгән. Датаһы ла билдәле — Блез де Виженер тигән француз сәйәхәтсеһенең 1573 йылда Парижда нәшер ҡылынған һәм урыҫсаға тәржемәһендә «Описания польского королевства и порубежных с ним стран» тигән китабында ул:
«Четвертая орда, новейшая по времени, возникшая позже всех названных, Оҡкасийская или Ногайская, еще недавно отделившаяся от Заволжской, ибо после того, как один из подданных великого хана Оҡкас (Уаҡҡас. — Й.С.), личность чрезвычайно мужественная и отважная, был казнен (баяғы үҙ ейәне Мамант хан тарафынан. — Й.С.), его сыновья, в количестве 30, отделились от Заволжцев (Алтын Урҙанан айырылғандар. — Й.С.) и удалились в оҡрестности Сарайской крепости оҡоло 1450 года. В короткое время род их до того размножился и усилился, что теперь это самая многолюдная из всех орд. Живут они севернее других, в более холодной стране (Башҡортостанда. — Й.С.) в соседстве с Московией (Яуыз Иван Ҡазан ханлығын алғас, Башҡортостан ысынлап та «московия»ға сиктәш булып ҡала. — Й.С.) На восточной ее границе... потомки Оҡкаса поныне господствуют над ногайцами, которые не знают еще употребления монеты; вся их торговля состоит в обмене рабов, скота и лошадей» (История Татарии в материалах и доҡументах. М., 1937; 83 — 84-енсе биттәр).
Тимәк, Көн-Өфө-Тора һәм аҙаҡ Себер-Тора ханы Уаҡҡас бабабыҙ яҡынса 1450 йылда ҡатил ҡылынған.
Ә 4-енсе быуын Мамат йәки Мамай Ҡасимға килгәндә, был ғәййәр егет, баяғы Юрматы башҡорттары шәжәрәһенән асыҡ күренеүенсә, шул ҡәбиләнең Сәсле Дәрүиш (йәки Дервиш-Али) бей ҡыҙына өйләнә, шул никахтан ике ул тыуа: Бикбулат (ҡушаматы Борнаҡ) һәм Ядкәр. Сәсле Дәрүиш, үҙенең бер бөртөк тә улы-ҡыҙы булмағанлыҡтан, ике малайҙы сабый саҡтарынан уҡ үҙенә алып, аҫырап үҫтерә. Малайҙарҙың өлкәненең «Борнаҡ» ҡушаматына ҡыҙыҡлы аңлатма бар: «Борнаҡ» тип уны шуның өсөн атанылар: һис бер улы-ҡыҙы юҡлыҡ сәбәптән, бороно аҡ аттың ҡуйынына һалып, ат исеме бирҙеләр. Аталары — нуғай (Үҫәргән башҡорто. — Й.С.), йәш ваҡытында вафат ине. Сәсле Дәрүиш бейҙең ҡулында үҫкәндәр ине...»
Марҙың икенсе улы Абдулдың күпмелер ваҡыт Алтын Урҙа ханы булыуын яҙғайныҡ инде. Абдулдан Агиш, Ағалаҡ (Аҡсағыр) исемле ике уғлан ҡалыуы ла билдәле.
Әйтеп үтеүебеҙсә, Мар хандың ейәне — Себер ханы Мамант үлгәндән һуң, ҡыҫҡа ғына ваҡыт тәхеттә Абдул (Абалаҡ) улы Агиш ултырып ала, аҙаҡ уны Әстерхан хеҙмәтендә һәм Ҡазан бейе сифатында күрәбеҙ...

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

Страница 1 из 3 | Следующая страница
 
| Напечатать | Комментарии (0)
[23 июня 2010] | Просмотров: 241 Опубликовал: admin Оцени статью!

Другие новости по теме:
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • Йәй
  • Сәйҙәш балҡышы
  • Яҙғынлыҡ - аҙғынлыҡ
  • 2072 йылдың яҙында яуасаҡ ҡояшлы ямғырғ ...
  • Кәк-күк
  • «Ысҡынған» мәлдә. Рәдиф ТИМЕРШИН

  • Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

    Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

    {announce}
    {inform_bashtar}
    Новости
      Шаман из Якутии «идущий изгонять Путина» устроил массовый митинг в Чите 
      Почему молодежь Башкортостана уезжает из республики? 
      Наконец-то: Во Всемирном курултае башкир сменится руководство 

    башкирская культура

      Ответ Белому шуту 
      Почему татарские актеры отказались сниматься в сериале «Зулейха» с Чулпан Хаматовой 
      В Башкортостане не забывают корни, даже если это идет вразрез политики нынешнего президента 

    история башкир

      Род древних башкир был сопоставим по размеру с хазарами. 
      ҠАНИФА ЮЛЫ 
      История не терпит лжи: открытое письмо башкирских историков 

    башкирская литература

      Яңы йыл байрамы 
      Әнисә Таһирова – ул башҡорт шиғриәте юғарылығы 
      Беренсе кластар өсөн байрам сценарийы 
      Яңы йыл 
      Яңы йыл тураһында шиғырҙар 
      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      «ДЕКАБРИСТЫ» И «ОЛИМПИЙЦЫ» 
      Һаумы Яңы йыл! 
      Башкирский Дед Мороз 
      Яңы йыл менән, дуҫтар! 
      Ап-аҡ ҡарға баҫа Яңы йылым 

    Башкирская политика

      Смерть национальной журналистики Башкирии. Почему никого не нужно спасать? 
      "Мы никогда не были экстремистами": активисты "Башкорта" ответили Радию Хабирову 
      Фарс, диктатура и политическая незрелость команды Хабирова: итоги V Всемирного курултая башкир 

    башкирская кухня

      Кыҙыл эремсек 
      Как использовать микроволновку? 
      Как приготовить плов из баранины 

    Слово автору

      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      Салауат ӘБҮЗӘР: БЕҘ! 
      Подвиг штрафников-танкистов. Грузия 1992 г. 
    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на www.bash-portal.ru обязательна. Данная информация предназначена для лиц старше 18 лет.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .