Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . Происшествия Стихи Музыка Литература Недвижимость Знакомства Башфорум
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное

    
Поиск
 
    
Популярные новости:
    
Заработок для сайтов
    
Партнеры

Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив)
    
Календарь

Июль 2019 (5)
Январь 2019 (2)
Ноябрь 2018 (20)
Апрель 2018 (8)
Март 2018 (13)
Февраль 2018 (2)
    
Полезное

|
    
Реклама
M



Иҙеүкәйҙең Ҡабардинды тар-мар ҡылғаны; Фирҙәүесте ҡотҡарып, Сатмыр хандың кейәүе булғаны8

Новости » История
Оҙон-оҙон юл буйлап
Сатмыр ханға барғанда,
Уйһыу ерҙә бер егет
Йәйрәп йоҡлап ятҡанда,
Битенә ҡунған себенде
Һирпеп ҡыуып, еләҙләп,
Егет башын алдына
Һалып, мандап* ултырған
Бер һылыу ҡыҙ янына
Иҙеүкәй барып сыҡҡан, ти.

Иҙеүкәйҙе күргәс тә,
Егетенең битенән
Ҡыҙы үбеп уятҡан.
Иҙеүкәй мән был егет
Иҫән-һаулыҡ һорашҡан.
Шул саҡ тағы саянан
Һунарсылай кейенгән,
Талай егет, һөйләшеп,
Бергә килеп йығылған.

Ҡыҙ алдында йоҡлаған
Ҡалмыҡ иле эсендә
Ҡабардин тигән хан икән.
Янындағы һылыу ҡыҙ
Йырсы маҡтап йырлаған,
Фирҙәүес тип дан алған,
Сатмыр хандың ҡыҙы икән.

Был ҡыҙ өсөн күп йылдар
Ярты ил биреп Сатмырға,
Үҙенә һөйөп алырға
Ҡабардин күп интеккән, ти.
Аҙаҡ сиктә, бирмәгәс,
Ҡалымына күнмәгәс,
Һарай ҡыҙҙары менән
Яланға сыҡҡан сағында,
Ҡабардин аңдып торған да
Урлап алып киткән, ти.

Һынын күргәс Иҙеүкәйҙең,
Бер урында биш баҫып,
Ауыҙлыҡ тешләп, сорғотоп,
Ҡолағыны ҡайсылап
Торған атҡа күҙ һалғас:
— Кем һин, егет, ҡайҙан һин?
Ҡайҙа китеп бараһың? —
Тип, Ҡабардин һорашҡан.
Иҙеүкәй исемен әйтмәгән,
Батырлығын йәшермәй,
Ат өҫтөндә уйнаған;
Күлдән осороп ҡош атып,
Ханды хайран ҡалдырған,
Хан үҙенә саҡырған.
Бер аҙ тороп эш күргәс,
Ханға Иҙеүкәй оҡшағас,
Ул Иҙеүкәйҙе ҙурлап,
Һарайына баш ҡылған.
Ҡабардин һәр эшендә
Туҡтамышҡа таянған.
Ике ҙур хан бер булғас,
Сатмыр хан да ҡыҙ юллап
Килеүенән тыйылған.

Иҙеүкәй ҙә тик ятмай,
Ҡабардиндың асыуын
Туҡтамышҡа ыҡлаған.
Сапаҡ телле Иҙеүкәй,
Сәсән һүҙле Иҙеүкәй,
Ҡабардиндың бар яуын,
Күҙ терәгән бар илен, —
Гел үҙенә ҡаратып,
Һарайында тарҡаулыҡ
Оҙаҡламай тыуҙырған.
Арала яу ҡуҙғалған,
Өс көн, өс төн һуғышҡан.
Аҙаҡ сиктә Иҙеүкәй
Өҫтөн булып дан алып,
Хан һарайыны баҫып,
Ҡабардинды үлтергән.
Үҙенә серҙәш ҡорбашын
Ҡалмыҡ иленә хан иткән;
Сатмыр хандың ҡыҙыны
Атаһы янына илткән.

Ҡыҙы ҡайтҡас, Сатмыр хан
Илен йыйып, туй яһап,
Иҙеүкәйҙе данлаған;
Ҡыҙын биреп тағы ла,
Бары эшкә баш итеп,
Уны вәзир яһаған.

www.komartky.ru

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[21 февраля 2010] | Просмотров: 180 Опубликовал: admin Оцени статью!

Другие новости по теме:
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • Миҙгелемдә миҙгел йәшәне лә
  • Ҡотолоу юҡ һеҙҙән!
  • Яратабыҙ беҙ һеҙҙе!
  • Яҙғынлыҡ - аҙғынлыҡ
  • 2072 йылдың яҙында яуасаҡ ҡояшлы ямғырғ ...
  • «Ысҡынған» мәлдә. Рәдиф ТИМЕРШИН

  • Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

    Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

    {announce}
    {inform_bashtar}
    Новости
      Шаман из Якутии «идущий изгонять Путина» устроил массовый митинг в Чите 
      Почему молодежь Башкортостана уезжает из республики? 
      Наконец-то: Во Всемирном курултае башкир сменится руководство 

    башкирская культура

      Ответ Белому шуту 
      Почему татарские актеры отказались сниматься в сериале «Зулейха» с Чулпан Хаматовой 
      В Башкортостане не забывают корни, даже если это идет вразрез политики нынешнего президента 

    история башкир

      Род древних башкир был сопоставим по размеру с хазарами. 
      ҠАНИФА ЮЛЫ 
      История не терпит лжи: открытое письмо башкирских историков 

    башкирская литература

      Яңы йыл байрамы 
      Әнисә Таһирова – ул башҡорт шиғриәте юғарылығы 
      Беренсе кластар өсөн байрам сценарийы 
      Яңы йыл 
      Яңы йыл тураһында шиғырҙар 
      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      «ДЕКАБРИСТЫ» И «ОЛИМПИЙЦЫ» 
      Һаумы Яңы йыл! 
      Башкирский Дед Мороз 
      Яңы йыл менән, дуҫтар! 
      Ап-аҡ ҡарға баҫа Яңы йылым 

    Башкирская политика

      Смерть национальной журналистики Башкирии. Почему никого не нужно спасать? 
      "Мы никогда не были экстремистами": активисты "Башкорта" ответили Радию Хабирову 
      Фарс, диктатура и политическая незрелость команды Хабирова: итоги V Всемирного курултая башкир 

    башкирская кухня

      Кыҙыл эремсек 
      Как использовать микроволновку? 
      Как приготовить плов из баранины 

    Слово автору

      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      Салауат ӘБҮЗӘР: БЕҘ! 
      Подвиг штрафников-танкистов. Грузия 1992 г. 
    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на www.bash-portal.ru обязательна. Данная информация предназначена для лиц старше 18 лет.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .