Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . Происшествия Стихи Музыка Литература Недвижимость Знакомства Башфорум
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное

    
Поиск
 
    
Популярные новости:
    
Заработок для сайтов
    
Партнеры

Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив)
Novoline Penovo
    
Календарь

Январь 2019 (2)
Ноябрь 2018 (20)
Апрель 2018 (8)
Март 2018 (13)
Февраль 2018 (2)
Декабрь 2017 (2)
    
Полезное

|
    
Реклама
M



ҠАНИФА ЮЛЫ

Новости » История
ҠАНИФА ЮЛЫДанлыҡлы Ҡанифа юлы Йылайыр районы Байғужа ауылы яғынан Хәйбулла районына Михайловка ауылы эргәһенән килеп инә, Ивановка, Атингән ауылдары янынан үтеп Ырымбур өлкәһенең Шөкәрә, Сембер ауылдары янынан Орск ҡалаһына табан юл ала. Юл Таналыҡ һәм Һаҡмар йылғалары уртаһындағы һырт (хребет) буйлап иң бейек ерҙәрҙән үтә. Ҡанифа юлы буйлап барһаң, тирә-яҡ бик алыҫ-алыҫтарға тиклем, 100-әр километрҙарға күренә. Мәҫәлән, Ивановка эргәһендәге Ҡанифа юлына баҫһаң, ҡышҡы кистәрҙә Аҡъяр, Атингән, Федоровка, Әбүбәкер, Яковлевка, яланда ятҡан башҡа ауылдарҙың уттарын күрергә була. Көндөҙ Хәйбулланың икенсе сигендә ятҡан Турат, Сәғит тауҙары, бөтө тирә-яҡ ус төбөндәгеләй. Юл буйында убалар күп кенә. Мәҫәлән, Михайловка, Ивановка, Байғусҡар, һәм башҡа ауылдар янында. Үкенескә ҡаршы, уларҙың күптәре юҡҡа сыға бара. Беренсе нәүбәттә, был тарихи юл боронғо башҡорттарға йәйләүҙән ҡышлауға күсенеп йөрөүҙә хеҙмәт иткәндер. Башҡорттар көтөүлектәрҙе алмаштырыу маҡсатында Урал тауҙарынан Арал диңгеҙенә тиклем күсенеп йөрөгәндәр (исемдәренең яңғырашы ла оҡшаш).

Был хәл «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу» эпосында асыҡ күренә. Һис юғы, был арауыҡтағы халыҡтар бик тығыҙ аралашып йәшәгәндәр. Башҡорттар Урал тауҙарында, Һаҡмар буйҙарында ҡышлап, йәйләр өсөн бик алыҫтарға күсенгән. Мәҫәлән, Үҫәргәндең бер улы Таймаҫ. Уның ете улы булған: Шишәй, Бишәй, Аҫҡаҡ, Ҡунаҡ (бүре), Абанды (Абаҙы), Сураш-бей, Ҡыҙрас-бей. («Быуаттар һәм быуындар», Р.Г.Насиров, 35-се бит).

Шишәйҙең ерҙәре Йылайыр һәм Һаҡмар йылғаларынан Яйыҡ йылғаһының Уртазым ҡәлғәһенә тиклем булған. Бишәй менән Аҫҡаҡ Йылайыр һәм Ҡаҫмарт йылғаларынан Яйыҡ йылғаһындағы Орлов һәм Таналыҡ ҡәлғәләренә тиклемге ерҙәрҙе биләгәндәр. Ҡунаҡ менән Апандының ерҙәре Ҡаҫмарт һәм Һаҡмар йылғаларынан Яйыҡ йылғаһындағы Таналыҡ һәм Тирәкле ҡәлғәләренә тиклем булған. Сураш менән Ҡыҙрас Һүрәм һәм Ҡаҫмарт йылғаларынан Яйыҡ йылғаһындағы Орск һәм Илек ҡәлғәләренә тиклемге ерҙәрҙә йәшәгәндәр (66-сы бит). Таймаҫ улдарына Урал йылғаһынан Эйек йылғаһына тиклемге араны бүлеп биргән, һәм улар бер-береһенең ерҙәренә теймәгәндәр, үҙ ерҙәрендә көтөүҙәрен йәй буйы 100-әр саҡрымдарға күсереп алып йөрөгәндәр. Төп тирмә торған ауылдар ер үк исем менән аталып йөрөтөлгәндәр. Таймаҫтың дүртенсе улы Ҡунаҡтың (Бүре) ерҙәре Ғәлекәй (Йылайыр районы), Хәйбулла районы ауылдары Аҡъюл, Сик, Вәзәм, Әбеш, Бүре (Һаҡмар бүреһе), Арыҫланғол, Ырымбур өлкәһе ауылдары Башбүре, Урта бүре (Ҡатралы), Имәнтамаҡ, Ҡороюл, Тирәкле һәм башҡа ике тиҫтәнән ашыу Һаҡмар, Ҡаҫмарт, Эйек, Яйыҡ йылғалары буйындағы ауылдарҙы биләгән (35-се бит). Аҫҡаҡ һәм уның улдары йәшәгән ауылдар: Хәйбулла районындағы Утарбай, Ултыраҡ, Нурмөхәмәт, Бикбау, Ботороз (был ауылдар хәҙер юҡ инде), Ырыҫбай, Ивановка, Аҡташ, Ырымбур өлкәһендәге Бикбау, Үтәғол ауылдары һәм Гөбөрлө йылғаһы буйы ерҙәре, Ейәнсура районы Бикбау һәм башҡа ауылдар. Был ерҙәр Иван IV тарафынан Ярлыҡау грамотаһы менән нығытылған булған. Шулай итеп, Таналыҡ һәм Һаҡмар йылғаларының аҫҡы өлөшөндәге Ҡанифа юлы Үҫәргән ырыуы тоҡомдары ерҙәре эсендә уртаҡ юл булған тип фаразлайым. Башҡорттарҙың Үҫәргән, Ҡыпсаҡ, Бөрйән, Түңгәүер, Тамъян ырыуҙыры бер-береһе менән аралашыу өсөн, ошо данлыҡлы Ҡанифа юлын ҡулланғандыр. Был юлдың Хәйбулла, Бөрйән, Баймаҡ, Әбйәлил райондары аша үтеүе лә юҡҡа түгел.

Алтын Урҙа тарҡалып ханлыҡтарға бүленгәндән һуң, ошо ерҙәр Нуғай, Себер, Ҡазан (ҡала), Әстрәхән ханлыҡтары уртаһында ҡалғас, Нуғай юлы исеме менән аталған. Ошо ханлыҡтар был юлды Нуғайҙар менән аралашыу өсөн файҙаланғандар. 18-се быуатта башҡорттар йәшәгән ерҙәрҙе дүрт юлға бүлеп йөрөткөндәр: Ҡаҙан юлы, Уса юлы, Себер юлы, Нуғай юлы (46). Рәсәйҙең дүрт тарафына хәҙерге Башҡортостан территорияһынан дүрт ҙур юл үткән. Был юл буйлап бик күп яуҙар үткән. 1739-сы йылдарҙа Ҡараһаҡал яуы ошо ерҙәрҙә барған. Ошо яуҙан һуң был яҡтарҙа Исәт почта тракты тәртипкә килтерелгән, стандары билдәләнгән (32). Ивановка һәм Михайловка ауылдары араһында Ҡанифа юлынан юл айырылып, Ҡараян (был ауыл хәҙер юҡ) ауылы эргәһендә Һаҡмарҙы аша сығып, Урал һырттарының арғы яғына тартыла. Алдар батырҙы ошо юлдан Ҡазан төрмәһенә алып киткәндәр. Ҡараян янында Алдар батыр мәмерйәһе лә бар (30-сы бит). Крәҫтиән-азатлыҡ һуғышында Пугачевҡа Нуғай юлы Үҫәргән волосынан старшина Һабыр Ҡотлонбәков (1200 һуғышсы менән), Бикбау Сөйөшов, Ҡыуат Асаинов, йөҙ башы Юлдыбай, Төркмән Йәнсәйетов һәм башҡа бик күптәр ҡушылған (43-сө бит). Халыҡтың асыуы шул тиклем көслө булған. Яҡындағы Зилаир, Уртазым, Таналыҡ, Гөбөрлө, Верхнеяицк, Ҡыҙыл ҡәлғәләре, Преображенск, Ҡана заводтары драгундпры һәм һалдаттары баш күтәреүселәргә ҙур ҡаршылыҡ күрһәтә алмаған. 1755 йылдарҙа Батырша яуы ла Талҡаҫ күле тирәһендә башланып, Үҫәргән. Түңгәүер, Бошман-Ҡыпсаҡ ерҙәре буйлап, Нуғай юлынан үткән (31). XVIII-XIX быуаттарҙа алдау юлы менән рус колонизаторҙары башҡорт ерҙәрен күпләп тартып ала башлағандар. Шул ваҡытта ошо тирәлә күп рус ауылдары барлыҡҡа килгән: Сембер, Шөкәрә, Петровка, Федосеевка, Казанка, Поповка, Писаревка, Переволачан-Лапшин, Самарск, Михайловка, Федоровка, Яковлевка, Анновка, Васильевка, Сидоровка, һ.б. Башҡортостан Рус дәүләтенә ҡушылғас, башҡорттарҙы 20 йәштән 45-50 йәшкә тиклем оҙайлы ваҡыттарға көньяҡ-көнсығыш сикте һаҡлау хеҙмәтенә йәлеп иткәндәр.

Троицктан Орск ҡәлғәһенә тиклемге 1239 саҡрым хәрби һыҙыҡты һаҡлағандар. Орск, Ырымбур ҡәлғәләрен төҙөүҙә лә төп көс башҡорттарға төшкән, урмандан ағас ташығандар, йылға буйлап ағыҙғандар. Был юл буйлап сик һағы хеҙмәтенә йөрөгәндәр. Шулай итеп, Көньяҡ Уралда халыҡта Ҡанифа тип исемләнгән юл төп юл булған, тигән һығымта яһарға мөмкин. Башҡортостан Рәсәй составына ингәс, Рәсәй күп кенә ҡәлғәләр төҙөй башлай: Өфө, Орск, Ырымбур, Верхнеуральск (Верхнеяицк), Йылайыр.һ.б.. Урал тауҙары буйлап заводтар төҙөлә: Преображенск, Кананикольск, Белорет, Һатҡы, Ҡатау, Әүжән, Тирлән, Мейәс, Златоуст һ.б. Был ҡәлғә-ҡалалар, заводтар араһында йәйен-ҡышын йөрөү өсөн, Урал йылғаһының көнсығыш яғынан Себер магистралы тимер юлын һалынғанға тиклем, Ҡанифа (Ҡуңыр буға) юлы төп юл булып хеҙмәт иткәндер. Бер үк ваҡытта ул почта тракты вазифаһын да үтәй. Был тракт Верхнеуральск ҡәлғәһенән Һаҡмар һәм Таналыҡ йылғалары уртаһындағы һырт буйлап килә, артабан икегә айырыла. Береһе Орск ҡалаһына, икенсеһе Һаҡмар һәм Урал йылғалары уртаһынан Ырымбурға тиклем бара.

Хәҙерге ваҡытта икенсе тармаҡ әһәмиәтен юғалтҡан, сөнки Ырымбурға һәр яҡлап трассалар төҙөлгән. Бына шул була инде данлыҡлы Ҡанифа юлы. Юлды бутамаҫ өсөн (сөнки ябай юлдар ҙа бик күп), Ҡанифа юлы буйына убалар яһауҙары бар. Борон күперҙәр аҙ саҡта ҙур һыу кисмәҫ өсөн уңайлы ла булған инде. Рус дәүләтенә ҡушылғас, трассалар һалмаҫ борон дәүләт эштәрен башҡарыу өсөн дә ҙур файҙа килтергән был юл. Ырымбур губернаһының Силәбе, Троицк, Верхнеуральск, Орск, Ырымбур ҡәлғәләрен тоташтырып, почта тракты хеҙмәтен дә үтәгән. Рәсәйҙең сик һыҙығында ятҡан ҡәлғәләргә хеҙмәткә йөрөү юлы ла булғандыр ул юл. 1886 йылғы Ырымбур губернияһы Орск өйәҙенең иҫке почта тракты стандары исемлегендә Ҡанифа юлы буйлап ятҡан ауылдар исемлеге бирелгән (167-се бит). Беҙҙең Хәйбулла районынан Аҡнаҙар, Урыҫбай, Аҡъюл, Ҡаҙырша, Утарбай, Ултраҡ, Бикбау, Йәнтеш, Аҡъяр, Турат, Әбүбәкер, Байғусҡар, Мәмбәт, Бурибай, Юлбарыҫ, Әҙел һәм башҡа ауылдар бар.

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник не указан
Автор не указан

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[14 февраля 2018] | Просмотров: 814 Опубликовал: admin Оцени статью!

Другие новости по теме:
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • Сәйҙәш балҡышы
  • Яҙғынлыҡ - аҙғынлыҡ
  • 2072 йылдың яҙында яуасаҡ ҡояшлы ямғырғ ...
  • Кәк-күк
  • Туйға теләк
  • «Ысҡынған» мәлдә. Рәдиф ТИМЕРШИН

  • Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

    Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

    {announce}
    {inform_bashtar}
    Новости
      Наконец-то: Во Всемирном курултае башкир сменится руководство 
      В аквапарке Планета запрещено проносить еду, так как они заставляют посетителей покупать втридорога в самом аквапарке 
      Бывшему участнику Башкирского чата Азамату Кильдигушеву окончательно отказали в возвращении в Россию 

    башкирская культура

      Ответ Белому шуту 
      Почему татарские актеры отказались сниматься в сериале «Зулейха» с Чулпан Хаматовой 
      В Башкортостане не забывают корни, даже если это идет вразрез политики нынешнего президента 

    история башкир

      Род древних башкир был сопоставим по размеру с хазарами. 
      ҠАНИФА ЮЛЫ 
      История не терпит лжи: открытое письмо башкирских историков 

    башкирская литература

      Яңы йыл байрамы 
      Әнисә Таһирова – ул башҡорт шиғриәте юғарылығы 
      Беренсе кластар өсөн байрам сценарийы 
      Яңы йыл 
      Яңы йыл тураһында шиғырҙар 
      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      «ДЕКАБРИСТЫ» И «ОЛИМПИЙЦЫ» 
      Һаумы Яңы йыл! 
      Башкирский Дед Мороз 
      Яңы йыл менән, дуҫтар! 
      Ап-аҡ ҡарға баҫа Яңы йылым 

    Башкирская политика

      Судьба человека: Рустэм Хамитов "Объект готов на 99%, поэтому если мы не завершим его строительство — прощения не будет. " 
      «По сути снимали сливки»: Радий Хабиров пообещал вернуть Башкирии имущество, переданное без конкурса 
      Азамат Галин о Радии Хабирове 

    башкирская кухня

      Кыҙыл эремсек 
      Как использовать микроволновку? 
      Как приготовить плов из баранины 

    Слово автору

      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      Салауат ӘБҮЗӘР: БЕҘ! 
      Подвиг штрафников-танкистов. Грузия 1992 г. 
    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на www.bash-portal.ru обязательна. Данная информация предназначена для лиц старше 18 лет.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .