Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . Происшествия Стихи Музыка Литература Недвижимость Знакомства Башфорум
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное

    
Поиск
 
    
Популярные новости:
    
Заработок для сайтов
    
Партнеры

Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив)
    
Календарь

Июль 2019 (5)
Январь 2019 (2)
Ноябрь 2018 (20)
Апрель 2018 (8)
Март 2018 (13)
Февраль 2018 (2)
    
Полезное

|
    
Реклама
M



Эй халҡым, халҡым... Башҡорт йәмәғәтселек хәрәкәте тураһында уйланыуҙар

Новости
Эй халҡым, халҡым...

Башҡорт йәмәғәтселек хәрәкәте тураһында уйланыуҙар

Эй халҡым, халҡым... Башҡорт йәмәғәтселек хәрәкәте тураһында уйланыуҙарБына 2016 йылдын дүрт айы ла үтеп китте. Ә Рәсәй менән Башҡортостанда социаль – иҡтисади көрсөк һаман дауам итә. Прогноздарға ҡарағанда, көрсөк тағы бер йылға һуҙылырға йыйына. Көнбайыш Европа илдәре менән АҠШ Рәсәйгә һалған санкцияларын алырға уйламай. Уларҙын позицияһы – Ҡырым ярымутрауынан Рәсәй баш тартырға тейеш. Ә Рәсәй һаман ул территорияны үҙенеке тип бөтөнләй халыҡ - ара конвенцияларҙы, килешеүҙәрҙе үтәргә теләмәй. Нимә менән бөтөр Рәсәй һәм көнбайыш Европа, АҠШ араларындағы ҡапма – ҡаршылыҡ – уныһын Хоҙай ғына белә.
Ә Рәсәйҙен эске сәйәсәтенә килгәндә, Федераль үҙәк күптән илде ысынбарлыҡта унитар дәүләткә әйләндәрҙе инде. Айырыуса, вертикаль власть төҙөү курсынан милли республикалар ҙур зыян күрҙе. Уларҙын күптәре /Татарстан республикаһынан башҡа / дәүләтселеген юғалтты инде тиһән дә була. Республикаларҙын барыһы ла тиерлек үҙ конституцияларын һәм закондарын Рәсәйҙекенә тура килтереп бөттө . Тик дәүләт теле һәм уны дөйөм белем биреү мәктәптәрҙә мәжбүри уҡытыу тураһында ғына закондар ҡалды.
Башҡортостанға килгәндә, унын әле 4 позицияһы бар. Беренсеһе – республиканын үҙ конституциялы булыуы, икенсеһе - вәкәләттәрҙе бүлешеү тураһындағы ике яҡлы Килешеүгә өлгәшеү мөмкинселеге, өсөнсөһө. дүртенсеһе - башҡорт теленен дәүләт статусы һәм уны мәжбүри уҡытыу тураһында закондары.
Ошо дүрт позициянан мәхрүм ителһән, ул саҡта Рәсәй картаһындағы Башҡортостан Республикаһы тигән урында ниндәйҙер губерния йәғни край үҫеп сығасаҡ. Ни эшләп шундай хәлгә килеп еттек ? Нинә йылдан йыл позицияларыбыҙҙы бирәбеҙ? Кем ғәйепле?

Халыҡтын үҙбилдәләнешен милли зыялылар билдәләй

Ин беренсе сиратта, халҡыбыҙҙын милли зыялылары, интеллигенцияһы ғәйепле. Өфөнөн күп кенә юғары уҡыу йорттарында башҡорт милләтенән булған фән докторҙары, кандидаттары, профессорҙар, академиктар эшләй. Уларҙын берәүе лә тиерлек сәйәсәт менән шөғөлләнмәй. Милли матбуғатта ғына түгел, хатта интернет сайттарында ла мәҡәлә менән сығыш яһамайҙар. Яҙыусылар ҙа илде, халыҡты ҡурсалап, республика матбуғатында публицистик әҫәрҙәр баҫтырмай. «Ағиҙел” журналында бер генә журналист Мәхмүт Хужин яҙа ине, ә хәҙер унын да мәҡәләләре һирәгәйҙе. Ә бит республикала 250 –нән ашыу яҙыусы иҫәпләнә. Уларҙын күптәре – башҡорт яҙыусылары. Кәрәкмәгән темаға романдар, повестар, хикәйәләр яҙған булалар. Әммә уларҙы бит барыбер йәштәр уҡып бармай. Халыҡ, республиканын әлеге яҙмышы уларҙы борсомай, ахыры. Ваҡыты менән генә ҡайһы бер әҙиптәр сәйәсәткә ҡағылышлы ниндәйҙер әҫәрҙәр сығарған булалар. Унда ла улар ғәфү итә алмаҫлыҡ тарихи хаталар ебәреп ҡуялар. Былтыр 2015 йылда Төбәк – ара йәмәғәт ойошмаһы “Урал» башҡорт халыҡ үҙәгенен 25 – йыллыҡ юбилейенә арналған «Урал” башҡорт халыҡ” үҙәге тип аталған яны китап сыҡҡайны. Китаптын авторы яҙыусы Әхмәр Ғүмәр улы Үтәбаев. Шунда «Урал” үҙәге рәйесе Р.Ш.Исәнов минә ; “Ирек ҡустым, китапта һинен турала яҙылған”-тигәс, мин уны ҡарап сығырға булдым. Эй , унда аҙаҡҡы үҙәк рәйесе маҡталған да маҡталған. Үҙем турала китап битен асҡас, минен менән булған хәлде автор бер йылға һунлап күрһәткән. Айрат Дилмөхәмәтовтын 2005 йылдын апрель айында республика власына ҡаршы ойошторған акция ваҡыты 2006 йыл тип билдәләгән булып сыға. Нинә яҙыусы әҫәр яҙғанда мәғлүмәттәрҙе тикшереү маҡсатында башҡаларҙан да һорамаған икән ? Гел Р.Ш. Исәновҡа ғына ышанып булмай бит.
Ғалимдарыбыҙға килгәндә , унда ла шул уҡ хәл. Ҡайһы саҡта уларҙын интернет сайттарында йәки бәғзе газета биттәрендә яҙған мәҡәләләренә аптырап ҡуяһын. Бер мәртәбә «Бонус” газетаһында йәш ғалим Азат.Бердиндын “ Башкирия должна быть автономией. По – другому ей нельзя управлять исторически” /2013 йыл январь / исемле мәҡәләһен уҡығайным. Унда ул әлеге Федерация субъекты булып торған Башҡортостанды тағы ла түбәнерәк элекке автономия статусына төшөргә кәрәклеген иҫбатлай. Был мәҡәләгә ҡаршы үҙемә лә “ Халыҡ һүҙе “ газетаһында отпор бирергә тура килде.Эй халҡым, халҡым...

Башҡорт йәмәғәтселек хәрәкәте тураһында уйланыуҙар

Бына 2016 йылдын дүрт айы ла үтеп китте. Ә Рәсәй менән Башҡортостанда социаль – иҡтисади көрсөк һаман дауам итә. Прогноздарға ҡарағанда, көрсөк тағы бер йылға һуҙылырға йыйына. Көнбайыш Европа илдәре менән АҠШ Рәсәйгә һалған санкцияларын алырға уйламай. Уларҙын позицияһы – Ҡырым ярымутрауынан Рәсәй баш тартырға тейеш. Ә Рәсәй һаман ул территорияны үҙенеке тип бөтөнләй халыҡ - ара конвенцияларҙы, килешеүҙәрҙе үтәргә теләмәй. Нимә менән бөтөр Рәсәй һәм көнбайыш Европа, АҠШ араларындағы ҡапма – ҡаршылыҡ – уныһын Хоҙай ғына белә.
Ә Рәсәйҙен эске сәйәсәтенә килгәндә, Федераль үҙәк күптән илде ысынбарлыҡта унитар дәүләткә әйләндәрҙе инде. Айырыуса, вертикаль власть төҙөү курсынан милли республикалар ҙур зыян күрҙе. Уларҙын күптәре /Татарстан республикаһынан башҡа / дәүләтселеген юғалтты инде тиһән дә була. Республикаларҙын барыһы ла тиерлек үҙ конституцияларын һәм закондарын Рәсәйҙекенә тура килтереп бөттө . Тик дәүләт теле һәм уны дөйөм белем биреү мәктәптәрҙә мәжбүри уҡытыу тураһында ғына закондар ҡалды.
Башҡортостанға килгәндә, унын әле 4 позицияһы бар. Беренсеһе – республиканын үҙ конституциялы булыуы, икенсеһе - вәкәләттәрҙе бүлешеү тураһындағы ике яҡлы Килешеүгә өлгәшеү мөмкинселеге, өсөнсөһө. дүртенсеһе - башҡорт теленен дәүләт статусы һәм уны мәжбүри уҡытыу тураһында закондары.
Ошо дүрт позициянан мәхрүм ителһән, ул саҡта Рәсәй картаһындағы Башҡортостан Республикаһы тигән урында ниндәйҙер губерния йәғни край үҫеп сығасаҡ. Ни эшләп шундай хәлгә килеп еттек ? Нинә йылдан йыл позицияларыбыҙҙы бирәбеҙ? Кем ғәйепле?

Халыҡтын үҙбилдәләнешен милли зыялылар билдәләй

Ин беренсе сиратта , халҡыбыҙҙын милли зыялылары, интеллигенцияһы ғәйепле. Өфөнөн күп кенә юғары уҡыу йорттарында башҡорт милләтенән булған фән докторҙары, кандидаттары, профессорҙар, академиктар эшләй. Уларҙын берәүе лә тиерлек сәйәсәт менән шөғөлләнмәй. Милли матбуғатта ғына түгел,хатта интернет сайттарында ла мәҡәлә менән сығыш яһамайҙар. Яҙыусылар ҙа илде, халыҡты ҡурсалап, республика матбуғатында публицистик әҫәрҙәр баҫтырмай. «Ағиҙел” журналында бер генә журналист Мәхмүт Хужин яҙа ине, ә хәҙер унын да мәҡәләләре һирәгәйҙе. Ә бит республикала 250 –нән ашыу яҙыусы иҫәпләнә. Уларҙын күптәре – башҡорт яҙыусылары. Кәрәкмәгән темаға романдар, повестар, хикәйәләр яҙған булалар. Әммә уларҙы бит барыбер йәштәр уҡып бармай. Халыҡ, республиканын әлеге яҙмышы уларҙы борсомай, ахыры. Ваҡыты менән генә ҡайһы бер әҙиптәр сәйәсәткә ҡағылышлы ниндәйҙер әҫәрҙәр сығарған булалар. Унда ла улар ғәфү итә алмаҫлыҡ тарихи хаталар ебәреп ҡуялар. Былтыр 2015 йылда Төбәк – ара йәмәғәт ойошмаһы “Урал» башҡорт халыҡ үҙәгенен 25 – йыллыҡ юбилейенә арналған «Урал” башҡорт халыҡ” үҙәге тип аталған яны китап сыҡҡайны. Китаптын авторы яҙыусы Әхмәр Ғүмәр улы Үтәбаев. Шунда «Урал” үҙәге рәйесе Р.Ш.Исәнов минә ; “Ирек ҡустым, китапта һинен турала яҙылған”-тигәс, мин уны ҡарап сығырға булдым. Эй , унда аҙаҡҡы үҙәк рәйесе маҡталған да маҡталған. Үҙем турала китап битен асҡас, минен менән булған хәлде автор бер йылға һунлап күрһәткән. Айрат Дилмөхәмәтовтын 2005 йылдын апрель айында республика власына ҡаршы ойошторған акция ваҡыты 2006 йыл тип билдәләгән булып сыға. Нинә яҙыусы әҫәр яҙғанда мәғлүмәттәрҙе тикшереү маҡсатында башҡаларҙан да һорамаған икән ? Гел Р.Ш. Исәновҡа ғына ышанып булмай бит.
Ғалимдарыбыҙға килгәндә , унда ла шул уҡ хәл. Ҡайһы саҡта уларҙын интернет сайттарында йәки бәғзе газета биттәрендә яҙған мәҡәләләренә аптырап ҡуяһын. Бер мәртәбә «Бонус” газетаһында йәш ғалим Азат.Бердиндын “ Башкирия должна быть автономией. По – другому ей нельзя управлять исторически” /2013 йыл январь / исемле мәҡәләһен уҡығайным. Унда ул әлеге Федерация субъекты булып торған Башҡортостанды тағы ла түбәнерәк элекке автономия статусына төшөргә кәрәклеген иҫбатлай. Был мәҡәләгә ҡаршы үҙемә лә “ Халыҡ һүҙе “ газетаһында отпор бирергә тура килде.

Икенсенән, башҡорт йәмәғәтсеелеге үҙе ғәйепле. Өфөлә, республиканын райондарында, ҡалаларында башҡорт йәмәғәт берекмәләре йүнле эшләмәй. 20-се быуаттын 90-сы йылдарындағы осор менән сағыштырғанда, бөгөнгө ваҡыттағы башҡорт йәмәғәтселегенен айырмаһы ер менән күк араһындағы кеүек. Электәре “Урал” үҙәге, “Аҡ тирмә” ойошмаһы гөрләп тора ине. Хәҙер ҙә ул берекмәләр Өфөлә бар. Әммә уларҙын етәкселәре булып 90-сы йылдарҙағы милли хәрәкәттә ҡатнашмаған элекке чиновниктар тора. Бөтә донья башҡорттар ҡоролтайынын башында ла шулар ҡуйылған. Улар халыҡ менән бергә эшләй белмәй. Миҫал өсөн, Бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайын ғына алайыҡ Уларҙын абруйһыҙ ойошмаһы тураһында күп яҙалар, һөйләйҙәр, әммә шулай ҙа бер - ике кәлимә һүҙ менән әйтеп китеүе кәрәктер. Федераль властар республикаларҙы, дәүләт булараҡ, бөтөрөү сәйәсәте алып барғанда, ҡоролтай ҙа Башҡортостандын “Президент” титулын юҡҡа сығарыуҙа ҙур роль уйнаны. Ул атаманы яҡлау урынына, ҡоролтай әһелдәре, киреһенсә, яны “хаким” тигән исем уйлап табып, властҡа тәҡдим итеп ҡараны. Райондарҙан. ҡалаларҙан “ Президент” атамаһын алмаштырмауҙы талап итеп килгән йәмәғәт әһелдәренә улар ынғай мөнәсәбәттәрен белдерә алманы. Ул ғына ла түгел, республиканын Конституцияһын үҙгәрткәндә, унын закондарын Рәсәйҙекенә тура килтергәндә, бөтә донъя башҡорттар ҡоролтайы бер тапҡыр ҙа үҙ позицияһын белдереп, мөрәжәғәт. хат менән властарға сыҡманы. Унын башҡорт йәмәғәт берекмәләре менән бергә эшләмәүе, кадрҙар сәйәсәтенә ҡарата үҙ кандидаттарын күрһәтмәү – былар барыһы ла ҙур етешһеҙлек. Әлеге ваҡытта ҡоролтай халыҡты һәм республиканы упҡынға алып барып терәне. Ҡотҡара алырмы халыҡты, республиканы – ваҡыт күрһәтер.

Башҡорт йәмәғәт берекмәләренен эшмәкәрлегенә килгәндә, бында ла бер ниндәй тәртип юҡ.

Республиканын, халыҡтын позицияһын яҡлау буйынса бер ниндәй асыҡ саралар үткәрелмәй. Электәре “Күк бүре”, “Башҡорт” ойошмалары нимәлер ойоштора торғайны, ә хәҙер ундай акциялар бөттө. Аҙаҡҡы тапҡыр 2015 йылдын 11 октябрендә “Күк бүре” пикет үткәрергә тип ҡала властарына уведомление биргәйне, ә улар акция үткәреүҙе тыйҙы. Ул ғына ла түгел, һунынан хоҡуҡ һаҡлау агенттары вуздарҙын ректораттарына инеп, сәйәси акцияларҙа ҡатнашҡан студенттарҙы уҡыу йорттарынан ҡыуыуҙы талап итеп йөрөгәндәр. Бында БДУ ғына түгел, тағы бер нисә вузға ингәндәр. Шуға күрә лә һунынан студенттар ҡурҡып, йәштәр ойошмаларына һирәк йөрөй башланы.
Ошондай ҡурҡытыуҙар арҡаһында башҡорт йәштәр берекмәләре 2016: йылдын ғинуарынан алып, бер ниндәй акция үткәрмәне. Башҡа федераль фирҡәләрҙен төбәк бүлектәре, хоҡуҡ ҡурсалау ойошмалары бер нисә асыҡ саралар үткәрҙе. Был өлкәлә башҡорт берекмәләре башҡаларҙан артта ҡалды. Бойондороҡһоҙ ойошмаларҙан Төбәк – ара йәмәғәт ойошмаһы “ Урал” башҡорт халыҡ үҙәге бар. Унын рәйесе Р.Ш. Исәнов 2015 йылда уҡ саммит үткәрелгәс тә үҙәктен яны рәйесен тәҡдим итәм тине. Әммә ул үҙенен вәғәҙәһен үтәмәне. Хәҙер “Урал” үҙәге бөтөнләй эшен туҡтатты. Унда элекке идара ағзаларынын береһе лә йөрөмәй. Бер яҙыусы З.Толомгузин генә Р.Ш.Исәнов эргәһендә ҡалған ине, хәҙер ул да унан китте. Күп кенә милләттәштәр “ Р.Ш. Исәнов нисек кеше күҙенә күренеп йөрөй ул Уны бит Калинин районы ҡоролтай рәйесе, “Юрматы” ырыуы башлығы, “Башҡорт тархандар” ойошмаһынын рәйесе итеп һайлағандар. ә ул бер ниндәй эш күрһәтмәй “ -тигән хәбәрҙәр ишетергә тура килә.

Республиканын райондарында, ҡалаларында хәл тағы ла мөшкөллөрәк.
Республиканын көньяҡ төбәгендә бер Салауат ҡалаһында, Ишембай районында ғына башҡорт ойошмаларынын эшләүе ишетелә. Ишембай районында шул Торатау тауын урындағы халыҡ ҡурсалап тора инде. Ә ҡалған ҡалаларҙа, райондарҙа йәмәғәтселек эше әүҙем түгел.
Һунғы вағытта Ғафури районындағы халыҡтын әүҙемлеге тураһында хәбәрҙәр ишетелә башланы. Бында халыҡ район етәксеһенен башбаштаҡлығына ҡаршы күтәрелгән икән. Урал аръяғы райондарынан Әбйәлил районында башҡорт ойошмаһы эшләй башлаған.
Ә Өфөлә ошо дүрт ай эсендә Башҡорт милли хәрәкәт ветерандарынын инициативаһы буйынса йәмәғәт ойошмаларынын вәкилдәре, пенсионерҙар, “Аҡтамыр” берекмә ағзалары сәйәси мәсьәләләрҙе көн тәртибенә ҡуйып, йыйылыштар үткәрә башланы. 2015 йылдын 24 декабрендә беренсе ултырыш булды. Һунынан ике аҙна һайын йыйылырға тотондоҡ. Тәүҙә кешеләр килмәне. Аҙаҡ яйлап-яйлап кешеләр күбәйеп китте. Һәр ултырышта асыҡ хаттар, мөрәжәғәттәр ҡабул итеп, интернет сайттарына ҡуйып барҙыҡ. Интернетта барған мәғлүмәт һуғышында үҙ позициябыҙҙы белдереп һәр бер һөжүмгә отпор биреп торҙоҡ. Беҙҙен хаттарҙы, мөрәжәғәттәрҙе башҡа ойошмалар ҙа үҙ сайттарына ҡуйып барҙы. Шулай итеп Өфөлә башҡорт халҡын “мәғлүмәт һуғышынан” ҡурсалаусы булып берҙән – бер беҙҙен йыйылыш булды.

Республикалағы коррупция тураһында

Башҡорт халҡынын һәм республиканын әлеге хәлендә ғәйепле итеп власть органдарында ултырған башҡорт милләтенән булған чиновниктарҙы атарға кәрәк. Ошо йылдын ғинуар айында интернетта Башҡортостан ришүәт алыу буйынса Рәсәйҙә 2-3 урынды биләй тип яҙылғайны. Был мәғлүмәттәргә ышанырға тура килә. «Аҡтамыр “ ойошмаһынын етәксеһе булараҡ, республиканын мәғариф системаһында коррупциянын “сәскә атыуы” тураһында хәбәрҙармын. Ул турала интернет селтәрендә лә сығыш яһарға тура килде. Коррупциянын « ояһы “ итеп республиканын ике дәүләт структураһы аталды. Береһе – Мәғариф министрлығы булһа, икенсеһе – Башҡортостан Республикаһынын Мәғариф Үҫеш Институты (ректор – Мәзитов Р.Ғ). Айырыуса Мәғариф үҫеш институты (ректор Мәзитов Р.Ғ) тураһында йәмәғәт фекере тулған. Унын ректорына “ шаҡмаҡ” тип ҡушамат тапҡандар. Интернетта унын исеменә асыҡ хат яҙғандар. Хатта Р.Г.Мәзитовтын 500 мен һум эш хаҡы алыуы билдәләнгән. Ин мөһиме, үҙенен ышаныслы кешеләрен эштә күп тотмай икән. Ин күбе, ике-өс йыл эшләтә лә, һунынан унын урынына икенсе кешене эшкә ала. Анлашыла инде, сөнки унын мутлыҡтарын белгән кеше менән оҙаҡ эшләү ҡурҡыныс. Ә инде БДИ ваҡытында уларҙын миллионлап килемдәргә туйыныуы һәм уларға фатирҙар һатып алыуы тураһындағы хәбәрҙәргә ышанырға тура килә.
Мәғариф министрлығы аппаратынын эшмәкәрлеге тураһында ла нимә генә ишетмәйһен. Ин мөһиме, ике тиҫтәге йылдар осоронда министрлыҡтын финанс – хужалыҡ эшмәкәрлегенә бер ниндәй тикшереү үткәрелмәгән. 2015 йылдын көҙөндә үк башҡорт йәмәғәт әһелдәре тикшереүҙе талап итеп , республика башлығы исеменә мөрәжәғәт иткәйнеләр. Ләкин тикшереүҙе гел күсереп килделәр. Ҡасан министрлыҡтын бухгалтерияһын тикшерерҙәр, әлегә билдәһеҙ. Мәғариф министрлығы аппаратынын ҡайһы бер мутлыҡтарын фашлауҙа беҙҙен “ Аҡтамыр “үҙәгенен дә ниндәйҙер хеҙмәте бар. Һунғы ике йыл эсендә министрлыҡта эшләгән дүрт хеҙмәткәрҙе отставкаға ебәреүҙә булышлыҡ күрһәтте. Әлеге мәлдә лә ул министрҙын бер урынбаҫарын отставкаға китеүен талап итә. Йәмәғәтселек әлеге көрсөк заманында министрға нинә аппаратта күп кеше тоторға тигән һорау ҡуя.? Ни өсөн тиһән, министрҙын 4 урынбаҫары һәм бер ярҙамсыһы бар?...
Коррупциянын милләте юҡ. Ул беҙҙен милли башҡорт мәктәптәрен, балалар баҡсаларын да солғап алған. Һәр мәғариф етәксеһе, булһынмы ул директор йәғни район мәғариф бүлеге түрәһе, үҙенен кланын эргә тирәһендә йыйырға тырыша. Ә һунынан, ул мутлыҡ ҡыла башлай. Ә Өфөлә һунғы ваҡытта был өлкәлә бер ниндәй контроль юҡ. Башҡорт менталитеты менән өлгөрөп етмәгән Милләттен сәйәсәт менән шөғөлләнмәүендә һәм әлеге упҡын хәленә барып терәлеүендә тағы бер ғәйепте атарға кәрәктер. Ул милләттен менталитетына ҡағыла. Бөгөнгө Башҡортостандағы башҡорт милләтенен менталитеты революция тиклемге башҡорттарҙын менталитетынан 180 градусҡа үҙгәргән. Ул ваҡыттағы башҡорт милләте күпкә берҙәмерәк булған.
Республикала йәшәгән башҡорттарҙын күптәре үҙ һүҙендә тора белмәгән. ҡурҡаҡ, ҡуйылған маҡсатына ирешә алмаған, һәлмәк, баһымсаҡлыҡ, күндәм сифаттарына эйә. Ин мөһиме, улар араһында шәхестәр юҡ тиерлек. Шәхәстәрҙен юҡлығы - ҡоллоҡ менән бер. Бигерәк тә шундай менталитет хәҙерге башҡорт йәштәренә хас.
Ләкин бынан да яманыраҡ беҙҙен халыҡ. ә йәштәрҙе һөйләргә лә түгел, үҙ хоҡуҡтарын белмәй һәм уларҙы ҡурсалау ғына түгел, ғөмүмән, киләсәктә хоҡуҡтар өсөн көрәшергә бөтөнләй теләмәй. Ә бит Конституция буйынса Рәсәй, шулай уҡ беҙҙен Башҡортостан хоҡуҡи дәүләттәр.. Хәҙер элекке совет заманынан айырмалы рәүештә хоҡуҡтарҙы яҡлап , халыҡ – ара кимәлгә лә күтәрелергә мөмкинселектәр бар. Үкенескә ҡаршы, был йүнәлештә берәү ҙә эшләргә уйламай.

Тәүге этапта ин мөһиме республикала граждан йәмғиәте булдырыу мәсьәләһе тора. Унын өсөн хоҡуҡи яҡтан бөтә мөмкинселектәр бар кеүек.. Йәмәғәт палатаһы. «Йәмәғәт контроленен нигеҙҙәре тураһында” исемле федераль закон һ.б. . Ләкин ысынбарлыҡта Башҡортостанда Йәмәғәт палата йүнләп эшләмәй. Эшләгән осраҡта ла, халыҡ мөнфәғәттәрен яҡлап бармай. Ә башҡорт йәмәғәт берекмәләре шул Йәмәғәт палатаһы ултырыштарында, йыйылыштарында әүҙем ҡатнашып торһа, күп кенә халыҡтын, республиканын дөйөм мәсьәләләрен хәл итеүе енеләйер ине.

Республиканын һәм халыҡ мәнфәғәттәрен ҡурсалау йүнәлешендә тағы бер мөмкинселекте билдәләү кәрәктер. Ул да булһа, власть органдарында башҡорт милләтле депутаттарҙын һәм чиновниктарҙын булыуы. Ни өсөн башҡорттар урындағы һәм республикалағы хакимиәт даирәләрендә аҙ йәғни бөтөнләй юҡ. Башҡалар нисектер. ә мин уны ин беренсе милли кадрҙар сәйәсәтенен булмауы менән анлатыр инем. Был мәсьәлә М.Ғ.Рәхимов заманынан уҡ хәл ителмәй килә. Суверенитетҡа тиклемге осорға уҡ был сетерекле мәсьәләне башҡорт яҙыусылары күтәрҙе. Республикала ғына түгел, был турала Рәсәй массалы мәғлүмәт сараларында «башҡорт мәсьәләһен» яҙыусы – публцист Ғәзим Шафиков күтәрҙе. Мортаза Рёхимов 1993 йылда Президент булып һайланғас, милли кадрҙар мәсьәләһен хәл итеп ҡараны. Ниһайәт, ҡала башлыҡтары итеп, 1994 йылдан башлап, башҡорттарҙы ҡуйырға тотондолар. Ләкин бындай сәйәсәт ваҡытлыса ғына булды шул. Һунынан М.Ғ.Рәхимов « башҡорт мәсьәләһен” үҙенен яҡташлыҡ кланы мәнфәғәттәренән хәл итә башланы. Башҡорт милли хәрәкәте «башҡорт мәсьәләһен” йәмәғәтселек мәнфәғәттәренән хәл ителеүен талап иткәйне, әммә ул талаптар үтәлмәне.

;Ғөмүмән, был «башҡорт мәсьәләһе” менән БДБҠ шөғөлләнергә тейеш. Уға бөтә шарттар ҡуйылған.. Ләкин һеҙҙен күреүегеҙсә, ул структура ғөмүмән үҙе белеп эшләмәй.. Бындай осраҡта бойондороҡһоҙ башҡорт йәмәғәт берекмәләренә генә бөтә өмөт. Ләкин улар берләшә алырмы, ваҡыт күрһәтер.

Депутаттарға килгәндә, бында ысынлап та Өфөләге күп кенә башҡорт милләтенән булған яҙыусылар, ғалимдар, журналистар һайлауҙарға үҙ кандидатураларын күрһәтеп бармай. Уларҙын күптәре йәмәғәтселектен йәғни чиновниктарҙын әйтеүен көткән һымаҡ. Бына быйыл да Дәүләт Думаға депутаттар һайлауҙары була Үҙен үҙе күрһәтеүселәр араһында башҡорттар булырмы икән? Әллә барса халыҡҡа һәм йәмәғәтселеккә мөрәжәғәт яһарғамы? Шундай һорауҙар һәр бер милләттәште борсорға тейештер.

Шулай итеп, юғары яҙылған мөғлүмәттәр нигеҙендә башҡорт халҡынын һәм республиканын әлеге хәле буйынса түбәндәге сараларҙы үткәреү һәм эшләү талап ителә

1.Республиканын һәр бер районында, ҡалаһында барса башҡорт халҡына йәмәғәтселек эргәһендә тупланыу сәбәпле урындарҙа башҡорт йәмәғәт берекмәләре төҙөлөү талап ителә.

2.Рәсәй илендә барған сәйәси ваҡиғаларҙы. үҙгәрештәрҙе. иҫәпкә алып, башҡорт халҡынын үҫеш программаһын төҙөү һәм стратегияһын билдәләү.

3.Бойондороҡһоҙ башҡорт йәмәғәт берекмәләрен бер көскә туплау һәм уларҙын эшмәкәрлеген көйләү талап ителә. Был изге эште ниндәйҙер бер йәмәғәт ойошмаһы үҙ өҫтөнә алырға бурыслы.

Ғөмүмән, республиканын дәүләтселеген ҡотҡарыу өсөн башҡорт халҡын һәм йәмәғәтселеген киренән 20-се быуаттын 90 - сы йылдарындағы изге эшмәкәрлегенә ҡайтарыу талап ителә.

Йомғаҡлау ниәтенән 90-сы йылдарҙағы яҙыусы – публицист В.Ғүмәровтын «Хаттат” поэмаһынан бер өҙөк менән тамамлағы килә. Эй халҡым. халҡым ...

Ҡасан һин аяғүрә ҡалҡып,
Тиндәргә ин терәп атларһын ?
Иреклек ҡанундарын яттан ятларһын?

Ирек Агишев – йәмәғәт эшмәкәре

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник - vk.com/ismagilovsagit
Автор: ismagilovsagit

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[4 мая 2016] | Просмотров: 1487 Опубликовал: admin Оцени статью!

Другие новости по теме:
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • Йәй
  • Һайлауҙан һуң уйланыуҙар
  • Яҙғынлыҡ - аҙғынлыҡ
  • Кәк-күк
  • «Ысҡынған» мәлдә. Рәдиф ТИМЕРШИН
  • «Байыҡ» йыл һайын ойоштороласаҡ

  • Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

    Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

    {announce}
    {inform_bashtar}
    Новости
      Шаман из Якутии «идущий изгонять Путина» устроил массовый митинг в Чите 
      Почему молодежь Башкортостана уезжает из республики? 
      Наконец-то: Во Всемирном курултае башкир сменится руководство 

    башкирская культура

      Ответ Белому шуту 
      Почему татарские актеры отказались сниматься в сериале «Зулейха» с Чулпан Хаматовой 
      В Башкортостане не забывают корни, даже если это идет вразрез политики нынешнего президента 

    история башкир

      Род древних башкир был сопоставим по размеру с хазарами. 
      ҠАНИФА ЮЛЫ 
      История не терпит лжи: открытое письмо башкирских историков 

    башкирская литература

      Яңы йыл байрамы 
      Әнисә Таһирова – ул башҡорт шиғриәте юғарылығы 
      Беренсе кластар өсөн байрам сценарийы 
      Яңы йыл 
      Яңы йыл тураһында шиғырҙар 
      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      «ДЕКАБРИСТЫ» И «ОЛИМПИЙЦЫ» 
      Һаумы Яңы йыл! 
      Башкирский Дед Мороз 
      Яңы йыл менән, дуҫтар! 
      Ап-аҡ ҡарға баҫа Яңы йылым 

    Башкирская политика

      Смерть национальной журналистики Башкирии. Почему никого не нужно спасать? 
      "Мы никогда не были экстремистами": активисты "Башкорта" ответили Радию Хабирову 
      Фарс, диктатура и политическая незрелость команды Хабирова: итоги V Всемирного курултая башкир 

    башкирская кухня

      Кыҙыл эремсек 
      Как использовать микроволновку? 
      Как приготовить плов из баранины 

    Слово автору

      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      Салауат ӘБҮЗӘР: БЕҘ! 
      Подвиг штрафников-танкистов. Грузия 1992 г. 
    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на www.bash-portal.ru обязательна. Данная информация предназначена для лиц старше 18 лет.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .