Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . Происшествия Стихи Музыка Литература Недвижимость Знакомства Башфорум
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное

    
Поиск
 
    
Популярные новости:
    
Заработок для сайтов
    
Партнеры

Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив)
    
Календарь

Июль 2019 (5)
Январь 2019 (2)
Ноябрь 2018 (20)
Апрель 2018 (8)
Март 2018 (13)
Февраль 2018 (2)
    
Полезное

|
    
Реклама
M



Йәйге лагерь: Бәләкәстәр ял итә, ә өлкәндәр – типтерә

Новости
Йәйге лагерь: Бәләкәстәр ял итә, ә өлкәндәр – типтерәӘбйәлил районында балаларҙың йәйге ялын ойоштороу элек-электән ҙур проблема булды. Эш шунда: урманға, йылға-күлдәргә, ғөмүмән, хозур тәбиғәткә эйә булған Әбйәлилдең бер ҡасан да тәбиғәт ҡосағында үҙенең балалар өсөн ял лагеры булманы. Үткән быуаттың икенсе яртыһында пионер лагеры өсөн Ҡусҡар урта мәктәбенең бинаһы файҙаланылды, артабан, егерменсе быуаттың 90-сы йылдарында, Яҡтыгүл төбәгендә «Ҡараташ» лагеры төҙөлөп, балалар унда бер нисә йыл ял итеп ҡалды. Ил иҡтисади көрсөк кисергән буталышлы йылдарҙа лагерҙы Магнитогорск ҡалаһының аҡсалы кешеләре һатып алды. Үткән тиҫтә йылдарҙа балалар йәй көндәрен ваҡытлыса ял лагеры итеп үҙгәртелгән Ташбулат урта мәктәбендә үткәрергә мәжбүр булды.

Төрлө сәбәптәр арҡаһында Магнитогорск ҡалаһының предприятиелары Әбйәлил районындағы ял йорттарын яба башлағас, район етәкселеге Ҡолоҡас ауыл янындағы ял йортон районға ҡайтара алды. Былтыр уның ихатаһын, ундағы йорттарҙы район үҙәгенең һәр ойошма-предприятиелары хеҙмәткәрҙәре тиҫтәләгән өмәгә сығып, тәртипкә килтерҙе. Ремонт эштәренә республика, район ҡаҙнаһынан тиҫтәләрсә миллион һум аҡса сарыф ителде. Лагерҙы йыһазландырыуға ғына республиканан 25 миллион һум аҡса бүленде. Республика яғынан төҙөлөшкә ҙур иғтибар бирелеүенең сәбәбе шунда: алдағы йылдарҙа «Ирәндек» район-ара ял лагеры буласаҡ, тип күҙаллана. Һөҙөмтәлә, 2012 йылда «Ирәндек» лагеры рәсми рәүештә асылды һәм балаларҙы ҡабул итә башланы. Әбйәлил балаларының тәбиғәт ҡосағында үҙҙәренең ял итеү урыны булыуына, йөҙәрләгән баланың йәй көндәрендә яҡшы шарттарҙа һаулыҡтарын нығытыуына ҡыуанырға ғына ҡала. Әммә...
Һуңғы ваҡытта балаларҙың ял лагеры тирәләй төрлө имеш-мимештәр йөрөй башланы. Йәнәһе, лагерь үҙенең тәғәйенләнеше буйынса файҙаланылмай, уны урындағы түрә-ҡара төрлө кисәләр, корпоративтар үткәреү өсөн файҙалана. «Имеш-мимеш»тәр район кимәленә сығып, сессияла депутаттар ауыҙынан ишетелгәс, ошо мәсьәлә буйынса үҙебеҙҙең журналист тикшереүен үткәрергә булдыҡ. Бер кешенең кеҫә телефонына төшөрөлгән видеояҙма иһә журналист тикшереүен тиҙләтеүгә этәргес бирҙе. Унда лагерҙа үткән туй мәжлесе (!) төшөрөлгәйне.

Оло Ҡыҙыл йылғаһы буйындағы матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан «Ирәндек» лагеры тышҡы биҙәлеше менән әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. Тик уның ихатаһына еңел генә инеп китәм тип уйлама ла: һиҙгер һаҡ хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре лагерға килгән һәр кемде «юғарынан» рөхсәт булһа ғына ихатаға үткәрәләр. Минең район гәзитенән икәнде һәм ихата менән генә танышырға теләүемде белгәс, үткәрҙеләр. Ысынлап та, лагерь яҡшы төҙөкләндерелгән, һәр ерҙә тәртип, балаларға ял итеү өсөн шарттар булдырылған. Ихата эсендә лагерҙың бер хеҙмәткәре менән һөйләшеп киттек. Һүҙ ыңғайында бында ниндәй саралар үткәрелеүе тураһында һорап ҡуйҙым. Уның әйтеүенсә, лагерь көн-төн гөрләп тора. Көндөҙ ул балалар тауышына күмелһә, кистәрен бында төрлө кимәлдәге «текә» кешеләр кәйеф-сафа ҡора икән: «Киләләр, «кәләш»тәре менән дә киләләр, төн уртаһына тиклем ял итәләр. Балаларҙың ялы башланырҙан алдағы осорҙоң ял көндәрендә түрә-ҡара тулҡын булып килә торғайны. Хәҙер тынысыраҡ...»

Ҡайтыу юлына сыҡҡас, Ҡолоҡастың осондағы йорт алдында утын ярыу менән булышҡан бер нисә ир-егет янына туҡтаным. Исемдәрен белмәһәм дә, таныштар ине. Улар ҙа мине таныны, ҡул биреп, сәләмләштек, хәл-әхүәл һорашҡас, уларҙан: «Нисек, йәй етеү менән ауыл халҡы өсөн тынысһыҙ көндәр башландымы?», тип һорап ҡуйҙым. «Нимә, гәзиткә яҙаһыңмы, Зөлфәр ағай? Урыҫтар еребеҙгә килә башлағас яҙырға кәрәк ине. Хәҙер нимә... поезд китте инде,» – булды яуап. Был һүҙҙәргә яуап биреүе ҡыйын ине. Сөнки ауылдың матур ҡайынлығы араһына бер урам булып төҙөлгөн ҡала кешеләренең һарай кеүек йорттарын һүтеп алып булмай. Район власы тарафынан һатылған, айырым ауыл кешеләре һатҡан ер участкалары бөгөн законлы рәүештә сит-яттарҙың ҡулында. Әңгәмәселәрем әйтеүенсә, ҡала кешеләре ял көндәре килеп, кәйеф-сафа ҡоралар, уларҙың ихатаһынан сыҡҡан музыка тауышы төн уртаһына тиклем ауыл өҫтөндә тора икән. «Артыҡ ныҡ ҡыланмайҙар, үҙҙәрен тәртипле тоторға тырышалар. Зыяндары теймәй,» – тип тамамланды был туралағы һөйләшеү. Ә бына балалар лагерына ҡағылышлы һүҙ сыҡҡас, ҡолоҡастар ярһып китте. «Нимәһен йәшереп торорға, – тип һүҙ башланы әңгәмәселәремдең береһе. – Асҡарҙа йәшенеп эсергә, гулять итергә түрәләргә, аҡсалы кешеләргә урын бөткәндер, күрәһең. Шулай булмаһа, бында килеп оятһыҙ рәүештә типтермәҫтәр ине. Исемдәрен әйтмәйем, әммә кемдәр килгәнен, уларҙың нимә ҡыланғандарын бөтә ауыл белеп тора. Кем әйтмешләй, беҙ ҡапсыҡта ятмай. Туй үткәрһәләр, оятһыҙ рәүештә кейенеп, ауыл урамдары буйлап йөрөйҙәр, йәнәһе, киленгә һыу юлы күрһәтәләр. Төрлө юбилейҙар билдәләгәндә таңға тиклем музыка, ҡысҡырыу, салют тауыштарынан ҡолаҡ тона. Ҡыҫҡаһы, настоящий бордель. Ярай әле балаларҙың ялы башланып, лагерҙан ғифрәт тауыштары ишетелмәй ҡалды.» Әңгәмәселәремдең икенсеһе әйтеүенсә, лагерь ҡаланыҡылар ҡулында булғанда унан тик балалар тауышы ғына ишетелеп торған, ҡала кешеләренән берәү ҙә килеп, шулай тәртипһеҙ ҡыланмаған. Уның фекеренсә, етәкселәрҙең ошо ҡыланышын ауыл балалары күрә. Бына шуныһы хафаландыра. «Лагерҙың районға ҡайтарылыуы, әлбиттә, бик ҡыуаныслы хәл. Уны, белеүебеҙсә, күмәк көс менән рәткә килтерҙеләр, йыһазландырҙылар, бының өсөн әллә күпме аҡса сарыф ителгәндер, моғайын. Балалар өсөн тәғәйенләнгән учреждениела етәкселәрҙең типтереүе бер ниндәй ҡалыпҡа һыймай. Шуныһы ҡыҙыҡ: туй, башҡа саралар үткәреүҙән килгән аҡса кемдең кеҫәһенә инә икән?» тигән һорау менән әңгәмәселәрем һөйләшеүҙе ослап ҡуйҙылар.

Башта әйткәнемсә, мәсьәлә район кимәленә лә сыға. Уны район советы депутаты Айрат Әминев район советының 9-сы ултырышында күтәрә. Шуға күрә, был тәңгәлдә фекерен белеү маҡсатында, депутаттың үҙе менән осраштыҡ.

– Эйе, проблеманы мин күтәрҙем, – тине Айрат Зиннәт улы. – Бынан бер йыл элек күмәкләп лагерҙы асҡанда һәр кем ихлас шатланды. Мин дә ҡыуандым, үҙемдең сығышымда лагерҙың районға ҡайтарылыуының райондың һуңғы 3-4 йылда өлгәшкән иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе, тип әйттем, лагерға ысын күңелдән дискотека ҡорамалы бүләк иттем, артабан да ихлас хеҙмәттәшлек итәсәгемә ышандырҙым. Нимә килеп сыҡты һуң? Мин мәғариф учреждениеларының аҡса эшләүенә ҡаршы түгел, закон ҡуша икән, әйҙә аҡса эшлә, тик эскелек ойоштороп түгел. Бында бит нисек килеп сыға: дәүләт учреждениеһы яйлап шәхси мәнфәғәттә файҙаланыла башланы. Лагерҙа мунса бар һәм унда кемдәр генә йыуынмай. Һуңынан, балалар унда йыуынып, ауырыу йоҡторһа, кем яуап бирер? Мин был яҡтарға йыш йөрөп торам, шуға ла ял көндәре чиновниктарҙың лагерға ағылыуын, бында төрлө саралар үткәрелеүен яҡшы беләм. Ярай, саралар ҙа үткәрелһен, тик уға финанс контроль булырға тейеш. Әгәр кемдәрҙер үҙҙәренә аҡса эшләргә теләй икән, шәхси кафеларын асһындар. Ә балалар лагеры уларҙың шәхси милке түгел. Был турала фекеремде мин райондың мәғариф бүлеге етәкселегенә еткерҙем, әлегә яуап юҡ. Бынан тыш район советының бюджет һәм эшҡыуарлыҡ буйынса даими комиссияһына килеп тыуған мәсьәләгә асыҡлыҡ индереүҙе һорап хат менән мөрәжәғәт иттем. Минең фекерем шулай: киләсәктә балаларҙың ял лагерында баш-баштаҡлыҡ ҡылыуҙарға юл ҡуйылырға тейеш түгел. Һәм ҡуйылмаясаҡ та.

Бына шулай, бөгөнгө чиновник шундай хәлгә барып етте, ул хатта балалар кеүек изге йәндәр өсөн тәғәйенләнгәндән дә үҙенә өлөш сығарырға, байырға тырыша, уларҙың өмөтөн, ышанысын, шатлыҡ-ҡыуаныстарын аяҡ аҫтына һалып тапай, бөгөнгөһөнә һәм киләсәгенә төкөрөп ҡарай. Хәйер, илебеҙ тотош коррупцияға батҡан бер мәлдә, бындай күренештәр диңгеҙҙәге тамсы кеүектер. Шулай ҙа, ул тамсы ҙур һыуға әйләнеп, оло бәләләр тыуҙырмаҫ элек, тейешле саралар күрелһә, яҡшы булыр ине.

Зөлфәр АМАНГИЛДИН,
РФ-ның һәм БР-ҙың журналистар союзы ағзаһы,
Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре.
Әбйәлил районы.

Обсудить на форуме
Поделиться:
Источник - e-mail
Автор: Зөлфәр АМАНГИЛДИН

 
| Напечатать | Комментарии (0)
[27 июня 2013] | Просмотров: 246 Опубликовал: admin Оцени статью!

Другие новости по теме:
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • Йәй
  • Сәйҙәш балҡышы
  • Яҙғынлыҡ - аҙғынлыҡ
  • 2072 йылдың яҙында яуасаҡ ҡояшлы ямғырғ ...
  • Кәк-күк
  • «Ысҡынған» мәлдә. Рәдиф ТИМЕРШИН

  • Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

    Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

    {announce}
    {inform_bashtar}
    Новости
      Шаман из Якутии «идущий изгонять Путина» устроил массовый митинг в Чите 
      Почему молодежь Башкортостана уезжает из республики? 
      Наконец-то: Во Всемирном курултае башкир сменится руководство 

    башкирская культура

      Ответ Белому шуту 
      Почему татарские актеры отказались сниматься в сериале «Зулейха» с Чулпан Хаматовой 
      В Башкортостане не забывают корни, даже если это идет вразрез политики нынешнего президента 

    история башкир

      Род древних башкир был сопоставим по размеру с хазарами. 
      ҠАНИФА ЮЛЫ 
      История не терпит лжи: открытое письмо башкирских историков 

    башкирская литература

      Яңы йыл байрамы 
      Әнисә Таһирова – ул башҡорт шиғриәте юғарылығы 
      Беренсе кластар өсөн байрам сценарийы 
      Яңы йыл 
      Яңы йыл тураһында шиғырҙар 
      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      «ДЕКАБРИСТЫ» И «ОЛИМПИЙЦЫ» 
      Һаумы Яңы йыл! 
      Башкирский Дед Мороз 
      Яңы йыл менән, дуҫтар! 
      Ап-аҡ ҡарға баҫа Яңы йылым 

    Башкирская политика

      Смерть национальной журналистики Башкирии. Почему никого не нужно спасать? 
      "Мы никогда не были экстремистами": активисты "Башкорта" ответили Радию Хабирову 
      Фарс, диктатура и политическая незрелость команды Хабирова: итоги V Всемирного курултая башкир 

    башкирская кухня

      Кыҙыл эремсек 
      Как использовать микроволновку? 
      Как приготовить плов из баранины 

    Слово автору

      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      Салауат ӘБҮЗӘР: БЕҘ! 
      Подвиг штрафников-танкистов. Грузия 1992 г. 
    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на www.bash-portal.ru обязательна. Данная информация предназначена для лиц старше 18 лет.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .