Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . Происшествия Стихи Музыка Литература Недвижимость Знакомства Башфорум
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное

    
Поиск
 
    
Популярные новости:
  • Шаман из Якутии «идущий изгонять Путина» устроил массовый митинг в Чите
  •     
    Заработок для сайтов
        
    Партнеры

    Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив)
        
    Календарь

    Июль 2019 (5)
    Январь 2019 (2)
    Ноябрь 2018 (20)
    Апрель 2018 (8)
    Март 2018 (13)
    Февраль 2018 (2)
        
    Полезное

    |
        
    Реклама
    M



    Фәнилә Килсенбаева: һыу ташыу бәләләре

    Новости
    Йәшлек гәзитенән Баныу Ҡаһарманованың Белорет районы Гәбдүк ауылын һыу баҫыу эҙемтәләре тураһында яҙған мәҡәләһен ,күҙ йәштәре аша уҡып сыҡтым. Ирекһеҙҙән, 1990 йылда Мәләүез районы Иштуған ауылын һыу баҫыу фажиғәһе хәтергә төштө. 30 апрель байрамға ҡаршы ауылға ҡайттым, Һарыш ауылынан ғаиләһе менән апайымдар ҙа килгән ине. Беренсе май иртән сәғәт 11-ләрҙә, ете-һигеҙ йәшлек мырҙаларыма тәбиғәткә иптәш малайҙары менән сығыуға ,сумка тултырҙыҡ. Улар, бәхеткә күрә, өй алдындағы яр буйында ғына ултырып, әйләнеп ҡайттылар. Күп тә тормай әнейемдәрҙең өй яғына һыу килә башланы. Еҙнәм,әйҙә балдыҙ машинаны үргәрәк күсерәйек ,тип егеүле ат менән үҙен машинаһы яғына алып сығыуҙы үтенде. Минең өсөн , биш йәштән ат менеп,егеп-туғара белгән кешегә бер нәмә лә түгел ине. Хатта ,әтейемә лә әйтеп тормай , ризалаштым. Бер мәл өй алдына килеп еткән һыу аша сығып килгәндә,арбабыҙ кендегенән ысҡынып икегә айырылды.Атыбыҙ,тыңламай китеп барҙы. Беҙ арбала баҫҡан килеш тороп ҡалдыҡ. Нисектер еҙнәм ҡоймаға ырғып менә алды. Мине лә яртылаш һыуға батып, тартып мендерҙе. Беҙҙе кәмә менән күршеләр ҡотҡарҙы. Сетка ҡойма аша, ауыр һыу кейемдәр менән барырлыҡ түгел ине шул. Өйҙә мырҙаларым, әнейемдәр, апайым ,качкала йәш балаһы йоҡлай. Беҙ һыу баҫыуына ышанып етмәйбеҙ һәм һаман өйҙә ултырабыҙ. Бер мәл һыу иҙәнгә килеп инде,баҙ иҙәндәре йөҙә башланы. Беҙҙең өй соҡорҙа ултыра,ҡороға сығыр өсөн муйындан һыуға сумырға кәрәк. Әтейем кәшмәк эшләй һалып мырҙаларымды, балаларҙы алып сыҡты. Ауыл балаларын,ололарҙы ,шул иҫәптә-ике мырҙамды,өләсәйемде Йомағужа балалар баҡсаһына эвакуировать итеп алып киттеләр. Әтейем һарайҙы асып малды ҡыуа башланы,тик улары муйындарынан һыуҙа, кире һарайға табан йөҙә. Бер генә лә тыңламайҙар. Быҙауҙарҙы аласыҡ башына мендергән инеләр инде. Урамыбыҙ тәрән һыу аҫтында ҡалды. Нисек кәрәк малдарҙы ферма яғына ҡыуа алдыҡ. Ул яҡтар бейегерәк яҡта . Тауыҡтар күрәләтә һарай башынан һыуға осоп төшөләр.Уларын ҡотҡарып торманыҡ .Бигерәк күп инеләр. Шулай ҙа араһынан уныһы башлы булып сыҡты, төшмәнеләр ,тере ҡалдылар. Баҫып ятҡан ҡаҙҙарҙы оялары менән һарай башына мендерһәләр ҙә, улары төшөп китте.

    Беҙ килгәндә фермала колхоз сусҡаларын машиналарға тейәйҙәр ине .Һыйыр малдарын тауға ҡыуҙылар. Юҡ беҙҙең малдар тыңламай бит. Башмағыбыҙҙы нисек кәрәк ат ҡойроғона арҡан менән бәйләп таҡтылар,уныһы ысҡынып аптыратты. Мин һыбай, бейегерәк шоссе юлдан Камаз артынан киләбеҙ,атым яртылаш һыу эсендә, 4-5 метр юлдан аҫта -Ағиҙел.Ҡалған малдар нисектер беҙҙең арттан эйәрә. Шулай ярты километр тирәһе барҙыҡ. Һыу йылғаға ҡоя,ағын,бигерәк тә ҡурҡыныс. Юлды машина артынан барып ҡына самалайым. Шулай ҙа ҡороға сығара алдым .Әтейем, кейеме һыу көйө,фермала ҡалды .Мин апайымдар менән Һарышҡа киттем. Әнейемдәрҙе һуңынан ,моторлы кәмәләрҙә ҡотҡарыусылар килеп , бейегерәк яҡта һыу баҫмаған туғандарыбыҙға алып киткәндәр . Өйөбөҙ ҙур бейек булһа ла, яртылаш һыуҙа ҡалды. Тәҙрә төбөнән 20 см юғары һыу керҙе.Балаларҙы,малды ҡайғыртып ,ашамлыҡтарҙы һаҡлай алманыҡ. Әтейем менән абызыйым колхоз малдарын ҡотҡарыуҙан бушаманы. Он-шәкәрҙәр тоҡлап һыуланды. Картуфты әйтеп тораһы ла түгел. Мебель,ҡайһы кейемдәр ҙә –һыуҙа ине.

    Ә инде һыу ҡайтҡас, ул бысраҡты таҙартыу...Ләм ,йүкә йыуғыстар менән баҙҙан һыу алып стеналарҙы ышҡыйбыҙ. Ҡара май ҡаплағанмы ни,таҙармай аптырата. ( Баҙҙа тыштағыға ҡарағанда һыу йылыраҡ ) .Һыуҙы ҡаҙанда ғына йылытып еткерерлек түгел. Ҡаҙаны ла эшлектән сыҡҡан . Йәй буйы дымлы өйҙә ҡара ҡуңғыҙҙар йонсотто. Кис етһә ,зырлап оса башлайҙар . Бер нимәгә килеп бәрелһәләр, доңҡ итеп килеп төшөрҙәр ине.

    Постель кәрәк-яраҡтары,кейемдәр менән ниндәйҙер ярҙам ебәргәндәр ,тип һуңынан ишеттек. Тик беҙҙең өй ауылдан 2 км йыраҡта урынлашҡас,белмәй ҡала инек. Ул ярҙамды һыу баҫмаған өйҙәрҙәге кешеләр алып торған. Аҡса ла аҙ ғына сумма эләкте. Әлеге лә баяғы һыу баҫмағандарға лә бүлделәр.

    Ә инде Һарышҡа апайымдарға барып, унда ла тағы һыуҙа ҡалыуыбыҙ,кәмәләрҙә алып сығыуҙары –икенсе тарих .

    Фәнилә Килсенбаева
    Күгәрсен районы
    Йомағужа ауылы.

    Обсудить на форуме
    Поделиться:
    Источник - http://vk.com/id85780619
    Автор: Фәнилә Килсенбаева

     
    | Напечатать | Комментарии (0)
    [23 апреля 2013] | Просмотров: 140 Опубликовал: admin Оцени статью!

    Другие новости по теме:
  • Тыуған көн менән! С днем рождения! Тексты
  • Йәй
  • Ҡотолоу юҡ һеҙҙән!
  • Яратабыҙ беҙ һеҙҙе!
  • Яҙғынлыҡ - аҙғынлыҡ
  • Кәк-күк
  • «Ысҡынған» мәлдә. Рәдиф ТИМЕРШИН

  • Информация
    Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.

    Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

    {announce}
    {inform_bashtar}
    Новости
      Шаман из Якутии «идущий изгонять Путина» устроил массовый митинг в Чите 
      Почему молодежь Башкортостана уезжает из республики? 
      Наконец-то: Во Всемирном курултае башкир сменится руководство 

    башкирская культура

      Ответ Белому шуту 
      Почему татарские актеры отказались сниматься в сериале «Зулейха» с Чулпан Хаматовой 
      В Башкортостане не забывают корни, даже если это идет вразрез политики нынешнего президента 

    история башкир

      Род древних башкир был сопоставим по размеру с хазарами. 
      ҠАНИФА ЮЛЫ 
      История не терпит лжи: открытое письмо башкирских историков 

    башкирская литература

      Яңы йыл байрамы 
      Әнисә Таһирова – ул башҡорт шиғриәте юғарылығы 
      Беренсе кластар өсөн байрам сценарийы 
      Яңы йыл 
      Яңы йыл тураһында шиғырҙар 
      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      «ДЕКАБРИСТЫ» И «ОЛИМПИЙЦЫ» 
      Һаумы Яңы йыл! 
      Башкирский Дед Мороз 
      Яңы йыл менән, дуҫтар! 
      Ап-аҡ ҡарға баҫа Яңы йылым 

    Башкирская политика

      Смерть национальной журналистики Башкирии. Почему никого не нужно спасать? 
      "Мы никогда не были экстремистами": активисты "Башкорта" ответили Радию Хабирову 
      Фарс, диктатура и политическая незрелость команды Хабирова: итоги V Всемирного курултая башкир 

    башкирская кухня

      Кыҙыл эремсек 
      Как использовать микроволновку? 
      Как приготовить плов из баранины 

    Слово автору

      ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
      Салауат ӘБҮЗӘР: БЕҘ! 
      Подвиг штрафников-танкистов. Грузия 1992 г. 
    У нас имеется

    . © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
    Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на www.bash-portal.ru обязательна. Данная информация предназначена для лиц старше 18 лет.
    Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
    .