Новости | ||
Әленән-әле мәктәп уҡыусыларына ҡул күтәргән уҡытыусылар ил күләмендә билдәлелек ала, язаһын да бирәләр буғай. Ләкин ни өсөн шундай ғәҙәт райондарҙа һаман туҡталмай?! Бәлки уҡытыусыларҙы ғына яуапҡа тарттырыу етмәйҙер? Бәлки райондың РУНО етәкселеге ғәйеплелер уҡытыусыларҙың баш-баштаҡлыҡтарына?Республикабыҙҙа иң ҙур булған Гафури районын С-а ауылы мәктәбендә лә ғәҙәттән тыш хәлдәр булғылай икән. Был мәктәптең 8 класс уҡыусыһы һөйләүенсә кисәге көн уҡытыусы Ю. был класстың ҡыҙҙарын тәнәфес ваҡытында кабинеттарын сығарып малайҙарҙы бәргесләп алған. Шул ғына етмәгән, директорға әйтмәгеҙ, тағы ла насарыраҡ буласаҡ тип киҫәтеп ҡуйған. Балаларҙың береһе был ваҡығны кеҫә телефонының камераһына төшөргән, тик укенескә ҡаршы ваҡиғанын һуңғы баштағы кадрҙары эләкмәгән.
Әлеге ваҡытта видео социаль селтәрҙәргә ҡуйылмаған, ләкин уҡытыусыларға ла, бигерәк тә уларҙың мәктәп, район кимәлендәге етәкселәренә һабаҡ булһын ине. Шундай видео контакт йәиһә фейсбукка эләгә ҡалһа ғүмерлеккә укенес буласаҡ бит!
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[9 апреля 2013] | Просмотров: 210 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}