Новости | ||
Бәй-бәй, был фотоларҙы Бөйөк Ватан һуғышының ҡайһы көндәрендә, ҡайҙа төшөрҙөң, тип аптырамағыҙ — берәү ҙә бомбаға ла тотмаған, атыштар ҙа булмаған — гөрләп торған фермаларҙы ошондай хәлгә үҙебеҙ төшөрҙөк түгелме?Һәр йылдың 30 апрелендә беҙ ғаиләбеҙ менән ҡанатланып, тигәндәй, тыуған яҡһа юл алабыҙ. Ейәнсура Башҡортостандың иң көнъяғында урынлашҡан — ҡайтҡанда республиканың күп райондар аша үтәһең. Юл бер аҙ Ырымбур өлкәһенә лә һуғыла. Тик ҡайтҡан һайын бер нәмәгә иғтибар итмәйенсә булмай — ҡасандыр тотош мал комплексы урынлашҡан урында ферма биналары яйлап юҡҡа сыға бара. Ә шул уҡ Ырымбур өлкәһендәге хужалыҡ гөрләп сәскә ата. Хатта Ейәнсура районының Ҡужанаҡ ауылынан 6 ҡатын унда һауынсы булып эшләп йөрөй. БР Президенты Рөстәм Хәмитов егеттәребеҙҙең Себер яҡтарына күпләп эшкә китеүенә борсолоу белдергәйне. Ә Ырымбур өлкәһе бит Себер ҙә түгел, аҡсаны ла ҡутарып түләмәйҙәр.Фотолар аша бер кемлә лә йәйеп ташларға теләмәйем. Республиканың күп төбәгендә күҙәтергә мөмкин бындай күренеште. Тик бындай емереүгә ҡасандыр сик ҡуйылырға тейештер бит. Ағай-эне, уйланайыҡ, ҡулға алайыҡ үҙебеҙҙең хужалыҡтарыбыҙҙы, ерҙәребеҙҙе!Кемдәрндер ғәйеп эҙләмәйек, сөнки ситтән килеп берәү ҙә мал һарайҙарын юҡҡа сығарып йөрөмәне, кирбесен, материалдарын алып ҡайтып, йорт-ҡураһын төҙөгәндә файҙаланманы. Колхоз-совхоҙдарҙың малдарын, техникаһын да тап үҙебеҙ һайлап ҡуйған рәйес-директорҙар ҡайҙалыр осорҙо түгелме? Бына хәҙер иң уңдырышлы ерҙәребеҙгә кемдең килеп ниндәй культура сәскәнен дә, күпме уңыш алғанын да, беҙгә тейерен дә, хатта пай ерҙәребеҙҙе кемдәр файҙаланғанын да белмәҫлек көнгә килеп еттек, түгелме? Ауылды күтәрерҙәй ир-егеттәребеҙ бөгөн ситтә, Себерҙә, йөк ташыусы булып бил бөгә, ә еребеҙгә кемдәрҙер хужа була бара. Стәрлебаш районынан бер ағай әйткәнсә, хәҙер ауылда ҡәбер ҡаҙырлыҡ ирҙәр ҙә ҡалманы.Әгәр бөгөн уйланмаһаҡ, бөгөн хужа булмаһаҡ, иртәгә һуң буласаҡ!А. Хәсәнов, автор фотолары.
Ниндәйҙер мөғжизә менән Ейәнсура районының Ҡужанаҡ ауылында һаҡланып ҡалған келәт, гараж биналары икенсе ҡайтҡанға тиклем урынында торормо? 1. Юҡ, бер ниндәй ҙә бомбаға тотоу, атыш булмаған. Был һарайҙы үҙебеҙҙән башҡа берәү ҙә емермәй бит.2. Бында ҡасандыр ветеринария бүлмәһе урынлашҡандыр. Малдар өсөн дарыуҙар ҙа, бәлки, берәй заман хужа табылыр, тип көтөп ятҡандай.3. Һуңғы һарай. Ейәнсураға тағы ҡайтҡанға тиклем ул да булмаҫмы икән?4. Ә быныһы — билдәле шағирыбыҙ Хәсән Назарҙың ауыдаштары — Таулыҡайҙарҙан ҡалған һарайҙар.5. Ошо үлсәгес аша илебеҙ бураларына күпме иген оҙатылды икән?6. Был келәткә лә сират килеп еткән… 7. Элек ауыл халҡы ҡарап торған тирмән. Ейәнсурала, Ҡужанаҡ тирмәнендә тарылған ондан бешерелгән икмәк тәмле була, ти торғайнылар. Тик бына бинаһы бар, ә эсендәге тирмәне ҡайҙалыр?8. Һай, элек, совет заманында сифатлы эшләгәндәр ҙә һуң. Аптырағандан ишектең күгәнен ҡалдырырға булдылармы икән?9. Ә бына күршеләге генә Ырымбур өлкәһендәге һарайҙарҙа малдар ҙа тулы, хатта Лилиә исемле ҡатын ҡарауылсы булып эшләп тә йөрөй икән. Үҙебеҙҙең яҡтағы ферма, келәттәрҙә бер йән эйәһен дә осратманыҡ…10. Бер нөктәнән ике кадр. Унда, әлбиттә, Ырымбур өлкәһе.
|
||
| Напечатать | Комментарии (0) | ||
[31 октября 2011] | Просмотров: 183 Опубликовал: admin | Оцени статью! |
Информация
Комментировать статьи на нашем сайте возможно только в течении 30 дней со дня публикации.
{allpages}