Кеше ҡолағы ысынлап та тәмлеме икән ни? Хәтерләйһегеҙме, заманында бокс буйынса донъя чемпионы Майк Тайсон бер әҙәмдең ҡолағын тешләп сәйнәгәне өсөн өс йыл төрмәлә ятып сыҡҡайны?
Беҙҙең яҡ егеттәре лә Тайсондан бер ҙә ҡалышмай. Бына, миҫал өсөн, үҙебеҙҙең Әбйәлил районында кеше ҡолағы итенең тәмен татып ҡараған Рәмил Алтынбаев атлы бер егет йәшәй, ти.
Көндәрҙән бер көндө үҙенең күптәнге танышын осратҡан. Осрашҡас, ни, һүҙ сыҡҡан, һүҙ артынан эләгеш киткән… Эш ғауға- һуғышҡа барып еткән. Рәмил Алтынбаев танышының ҡолағын тешләп, өҙөп алып, сәйнәй башлағас ҡына, ғауға баҫылған, ти.
Ҡолағынан яҙған танышы:
– Ҡолаҡ та китте, ғауға ла бөттө,– тип, әйткән, имеш...
Тик бындай ҡылыҡ ҡиммәткә төшә икән шу-ул!.. Хәҙер кеше ҡолағы итен тәмләп ҡараған Р. Алтынбаев, билдәле Майк Тайсон һымаҡ, өс йыл буйы төрмә һурпаһын һемерәсәк...