Башкирский портал.
 добавить в избранное
 RSS лента
. : Главная : . Происшествия Стихи Музыка Литература Недвижимость Знакомства Башфорум
Башкирский язык Башкирские сайты История Государство Магазин Общение Создание сайтов Интересное

    
Поиск
 
    
Популярные новости:
    
Заработок для сайтов
    
Партнеры

Республиканская молодежная газета 'Йэшлек'(архив)
    
Календарь

Июль 2019 (5)
Январь 2019 (2)
Ноябрь 2018 (20)
Апрель 2018 (8)
Март 2018 (13)
Февраль 2018 (2)
    
Полезное

|
    
Реклама
M



Сортировать статьи по: дате | популярности | посещаемости | комментариям | алфавиту
Сенсацион китап! Рауиль Бикбай: "Көндәлектәр-1 " - 1
Новости » Слово автору
Сенсацион китап! Рауиль Бикбай: "Көндәлектәр-1 " - 1Кисә Күгәрсен районына һуңлабыраҡ юлға сыҡтыҡ. Хәсән Назар ауырып китте, уға Яҙыусылар союзына ашығыс ярҙам саҡырттыҡ. Улар тиҙ килеп еттеләр, беҙ ҡуҙғалып киттек. Кабинет Министровҡа һуғылдыҡ. Унда ғына ҡуҙғалдыҡ. Көн йонсоу, юлда йәйәүле буран, боҙлауыҡ. Ергәнгә етмәҫ борон ҡаршы яҡ полосаның кюветындағы ҡарға барып сумдыҡ. Ярар ҡаршы килгән машина булманы, ярар көртлө яҡҡа төштөк. Беҙ барған яҡтың кюветы текә, түңкәрелмәй ҡалмаҫ инек. 4-се яртыла Туйымбәткә, Зәйнәб апай-ҙың музейына барып еттек, өсәүләп – ике Риф (Тойғон, Мифтахов), мин. Осрашыу матур үтте. Йыр менән шиғыр аралашып барҙы. Хакимиәт башлығы урынбаҫары Юнир Рифҡәт улы Итҡулов, хужалыҡ рәйесе Рәйес, музей директоры Гөлшат, оҙон толомло һылыу йәш ҡатын, йәштәр эштәре етәксеһе Дилбәр Ғайсина. Зәйнәб апай төшөп йөрөгән бер апай бик матур иҫтәлектәр һөйләне.


Подробнее...
2 апреля 2013 | Просмотров: 315 | Опубликовал: admin | Коммент. (0)
Рауиль Бикбай "Көндәлектәр - 1" (Өҙөк)
Новости » Слово автору
21 апрель 1974 йыл.
*Минең быуын халыҡ ауыҙ ижадының гәүһәрҙәрен тере ауыҙҙан, йәнле һөйләү теленән ишетеп ҡалған, шундай бәхетте татыған һуңғы быуындыр, моғайын. Тиҫтерҙәрем араһында бигерәк тә әкиәттең популярлығы. Нәзифә әбейҙе (дөм һуҡыр) өйҙән-өйгә саҡырта торғайны бала-саға. Күп әкиәт белеү - үҙе бер егетлек була торғайны. Фәләнсә әкиәт беләм тип маҡтанышыуҙар. Бер нисә төн буйы һөйләй торған әкиәт - быныһы инде иҫ киткес ваҡиға. Ундайҙы белгән кешеләр беҙҙең өсөн иң ҙур, иң һирәк осрай торған бер хәл. Шулай уҡ йомаҡ ҡойошоу ҙа ғәжәп мауыҡтырғыс эш була торғайны. «Һин сыҡ, мин сыҡ» кеүек әллә ниндәй куплеттар була торғайны. Бөтәһе лә онотолған тиерлек. Бик ҡыҙғаныс. Үҫә төшкәс, беҙҙең быуын, ағайҙар-апайҙар кеүек үк, йыр, таҡмаҡ стихияһында йәшәне. Уйындарҙың гөрләп торған сағы. Утыҙынсы йылдар башында халыҡ уйындарына бик күп яңы төрҙәр, яңы исемдәр өҫтәлгән, яңы заман ағымы килеп ингән. Исемдәре үк үҙенсә яңғырап тора: «Социализм», «Паровоз», «Перелетный», «Круг», «Крестанса», «Ситән үреү», «Наза» («Зилем») һәм тағы әллә ниндәй уйындар. Шул арала исемдәре лә онотолоп бара. Был уйындар төрлө яҡта төрлөсә атала, вариациялана, аралашыуҙа яңыра ине. 50-се йылдар уртаһында беҙгә совхоздан (5-е отделение) «Совхоз уйыны» тигән яңы төр килде. Шуныһы, һәр уйындың тиерлек үҙ көйө бар. Ҡайһы берҙәре генә бер нисә көйгә уйнала.


Подробнее...
1 апреля 2013 | Просмотров: 331 | Опубликовал: admin | Коммент. (0)
Рауиль Бикбай. "Көндәлектәр - 2"(өҙөк)
Новости » Слово автору
Рауиль Бикбай. "Көндәлектәр - 2"(өҙөк)19-да Учалынан ҡайттым, 21-дә Бәләбәйгә «Илһам шишмәләре»нә киттек. Ҡайтыр көндө Учалыла башҡорт гимназияһында булдыҡ, Шәүрә Әхмәҙиева үҙе килеп саҡырғас, баш тартыуы уңайһыҙ булды. Телевидениеға интервью матур ғына килеп сыҡҡан һымаҡ.
Бәләбәйгә 15-тән артыҡ шағир барҙы: А. Филиппов, И. Кинйәбулатов, С. Әлибаев, Б. Ноғоманов, Х. Назар, Риф Тойғон, Ю. Анд-рианов, Д. Булгакова, Ф. Ғөбәйҙуллина, Т. Ҡарамышева, Р. Сура-ғол, Ф. Хәсәнов, Ә. Әфтәхетдинов, Х. Юлдашев... Бәләбәйҙән Камил Фазлый. Йәш шағирҙар, артистар – ике автобус халыҡ. Барғанда Дәүләкәнгә етмәҫ борон беҙҙең «Волга» ватылды. Ярай әле автобусҡа ултырып киттек. Ундағы милиция машинаһы менән ремонт мәсьә-ләһен еңел хәл иттеләр.
Фестиваль бик юғары кимәлдә үтте. Риф Ғәзизов был эште ойоштороуға ихлас күңелдән бик ныҡ көс һала. Ундан ашыу урында осрашыуҙар, асыу тантанаһы, һуңғы гала-концерттағы хәтәр финал, йәшәү шарттары, сувенир-бүләктәр, байрамға сығарылған китап – быларҙы эшләр өсөн матди нигеҙ ҙә, теләк тә кәрәк.
Татарстандан Роберт Миңнуллин (лауреат иттек), Фоат Ғәлимуллин, Рәмзил Вәлиев (Бөтә донъя татар конгресы рәйесе урынбаҫары), Илфаҡ Ибраһимов (мәҙәниәт министры урынбаҫары, Мөхәмәт Мирза тигән шағир) килде. Сыуашстандан Валерий Турғай, халыҡ шағиры Юрий Семендер (быйылғы лауреат). Башҡортостандан лауреаттар Юрий Андриянов, Азат Әхмәт (Бәләбәй).


Подробнее...
1 апреля 2013 | Просмотров: 294 | Опубликовал: admin | Коммент. (0)
Открытый фестиваль уличных танцев «Дети улиц 5»
Новости » Культура
Открытый фестиваль уличных танцев «Дети улиц 5» Центр развития творчества детей и юношества и народный коллектив современной хореографии "Уличная Жизнь" в очередной раз 31 марта собрали горожан и гостей Стерлитамака на Всероссийский открытый фестиваль уличных танцев « Дети улиц 5».
Традиционно, фестиваль проходит в форме баттлов среди хореографических коллективов, одиночных опытных танцоров и новичков.
На этот раз более двухсот пятидесяти участников прибыли из Магнитогорска,
Копейска, Челябинска, Ижевска, Краснодара. А так же из городов Башкортостана - Уфы, Салавата, Нефтекамска, Сибая, Белорецка.


Подробнее...
1 апреля 2013 | Просмотров: 213 | Опубликовал: admin | Коммент. (0)

Новости Уфы. История, культура Республики Башкортостан

{announce}
{inform_bashtar}
Новости
  Шаман из Якутии «идущий изгонять Путина» устроил массовый митинг в Чите 
  Почему молодежь Башкортостана уезжает из республики? 
  Наконец-то: Во Всемирном курултае башкир сменится руководство 

башкирская культура

  Ответ Белому шуту 
  Почему татарские актеры отказались сниматься в сериале «Зулейха» с Чулпан Хаматовой 
  В Башкортостане не забывают корни, даже если это идет вразрез политики нынешнего президента 

история башкир

  Род древних башкир был сопоставим по размеру с хазарами. 
  ҠАНИФА ЮЛЫ 
  История не терпит лжи: открытое письмо башкирских историков 

башкирская литература

  Яңы йыл байрамы 
  Әнисә Таһирова – ул башҡорт шиғриәте юғарылығы 
  Беренсе кластар өсөн байрам сценарийы 
  Яңы йыл 
  Яңы йыл тураһында шиғырҙар 
  ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
  «ДЕКАБРИСТЫ» И «ОЛИМПИЙЦЫ» 
  Һаумы Яңы йыл! 
  Башкирский Дед Мороз 
  Яңы йыл менән, дуҫтар! 
  Ап-аҡ ҡарға баҫа Яңы йылым 

Башкирская политика

  Смерть национальной журналистики Башкирии. Почему никого не нужно спасать? 
  "Мы никогда не были экстремистами": активисты "Башкорта" ответили Радию Хабирову 
  Фарс, диктатура и политическая незрелость команды Хабирова: итоги V Всемирного курултая башкир 

башкирская кухня

  Кыҙыл эремсек 
  Как использовать микроволновку? 
  Как приготовить плов из баранины 

Слово автору

  ПО КРОВИ НЕ БАШКИР 
  Салауат ӘБҮЗӘР: БЕҘ! 
  Подвиг штрафников-танкистов. Грузия 1992 г. 
У нас имеется

. © bash-portal.ru 2008. Создание сайта www.ak-ufa.ru
Башпортал - Баш-портал. Все о Башкортостане - уфимский журнал - культура, литература, новости уфы, политика, музыка и песни бесплатно, видео новости, обзор прессы, СМИ, башкирские шрифты. При полном или частичном использовании материалов сайта ссылка на www.bash-portal.ru обязательна. Данная информация предназначена для лиц старше 18 лет.
Обратная связь | Размещение рекламы на портале | О проекте
.